en
Feedback
Бел. اعلم

Бел. اعلم

Open in Telegram

Мәҙинә Ислам университетын тамамлаусы Заһир Ғәлиндән башҡортса нәсихәт.

Show more
356
Subscribers
No data24 hours
No data7 days
No data30 days
Posts Archive
Аллаһтан тәүфиҡ һорағыҙ “Балаларың тәүфиҡле булып үҫһен!” - тибеҙ ғәҙәттә кемгәлер изге теләк теләгәндә. Бик гүзәл доға ул был һүҙҙәр үҙенә күрә. “Тәүфиҡ” тигәндә күбеһенсә “яҡшы тәрбиә”не күҙ уңында тотабыҙ. Әммә был матур һүҙ күпкә тәрәнерәк, бөйөгөрәк мәғәнәгә эйә. Тәүфиҡ беҙгә һулар һауа, эсер һыу,ашар ризыҡ кеүек бик кәрәк. Шуға күрә Аллаһтан һәр ваҡыт тәүфиҡ һорағыҙ. Тәүфиҡтән айырмауын үтенеп, доға ҡылығыҙ. Сөнки шунһыҙ имандан мәхрүм булыу, шайтан һәм нәфсе ҡотҡоһона бирелеү ҡурҡынысы бар. Ниндәй мәғәнәгә эйә һуң был төшөнсә? Тәүфиҡ - ул Аллаһтың ҡолдарына ҡарата күрһәтелгән бөйөк бер ярҙамы. Ана шул ярҙам арҡаһында кеше нәфсеһе яуызлығына һәм Иблис ҡотҡоһона бирелеүҙән ары тора. Йөрәгендә Аллаһҡа ғына буйһоноу теләге көсәйә. Шулай итеп, Аллаһ кешене уға файҙа килтерерҙәй дөрөҫ юлға йүнәлтә. Раббыһының ихтияры менән әҙәм балаһы Уның ризалығына ирешерҙәй эштәр эшләй башлай. Ул Аллаһ яратҡан эштәргә ынтыла, уларҙы оло теләк менән башҡара. Аллаһ яратҡан эштәр Уның ҡолоноң да яратҡан эштәре булып китә. Ул яратмаған эштәр иһә, ҡолоноң да күңелендә нәфрәт уята. Тәүфиҡ - ул Аллаһтың оло бер ниғмәте. Тимәк, Ул ҡолон үҙ нәфсеһенә тапшырып ҡуймай. Уға ярҙамын күрһәтеп, дөрөҫ юлдан алып бара, эштәрен бәрәкәтле итә. Әҙәм балаһы Аллаһтың тәүфиғенә бик мохтаж. Беҙҙең иманыбыҙ ҙа, ғәмәлдәребеҙ ҙә, ғүмеребеҙ ҙә тик Уның ғына ҡулында бит. Аллаһтың тәүфиғендә булып, Уға ғына буйһоноу теләге менән янып йәшәгән кеше һәр ваҡыт ошо доғаларҙы уҡырға тейеш: 🔹“Йә муҡаллибәл-ҡүлүб ҫәббит ҡальби ғәлә диник” 🔹 Йә йөрәктәрҙең хәлен үҙгәртеүсе! Йөрәгемде динеңдә нығыт! 🔹“Аллаһүммә йә мусаррифәл ҡүлүб сарриф ҡулүбәнә ғәлә тағатик” 🔹 Йә Аллаһ! Йөрәктәргә йүнәлеш биреүсе! Йөрәктәребеҙҙе Һиңә буйһоноуға йүнәлт! Ҡөрьәндә тәүфиҡ һүҙе “Һуд” сүрәһенең 88-се аятында килә: ✅«Ул (Шүғәйб) былай тине: “...Тәүфиғем Аллаһтан ғына (миңә Аллаһ ҡына ярҙам итә). Уға ғына тәүәккәлләйем, Уға ғына мөрәжәғәт итәм»✅ Нисек итеп тәүфиҡкә өлгәшергә һуң? 1️⃣ Ниәтегеҙ изге һәм ихлас булһын. Ғәмәлдәрҙең уңышы ниәттән тороуын онотмайбыҙ. Уның ихлас йөрәктән сығыуы мөһим. Бар эштәребеҙ ҙә бары тик Аллаһ хаҡына ғына, Уның ризалығы өсөн булһын. 2️⃣ Һәр эштә лә Аллаһҡа тәүәккәллек ҡылығыҙ. Һәр эштең һөҙөмтәһе тик Аллаһтан ғына. Уның ихтияры булмаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмай. Аллаһ теләһә, әллә ниндәй ҡаршылыҡтарҙы ла йырып сығырға мөмкин. 3️⃣ Истихара тураһында онотмағыҙ. Истихара намаҙы - сөннәт ғәмәл. Ниндәйҙер эшкә тотонор алдынан, йә ниндәйҙер ҡарар ҡабул итергә кәрәк булғанда уҡыла. Аллаһтан хәйерлеһен биреүен, зыянлыһынан аралауын һорау - тәүфиҡкә илткән юлдарҙың береһе. 4️⃣ Шөкөр ҡылығыҙ. Аллаһҡа бар биргән ниғмәттәре өсөн рәхмәтле булығыҙ. Уның теләге булмаһа, ҡыл да ҡыбырлата алмаҫ инегеҙ. Барлыҡ уңышығыҙ, иманлы йәшәйешегеҙ бары тик Унан ғына бит. 5️⃣ Хәйерле ахыр һорағыҙ. Аллаһҡа, йәнегеҙҙе мосолман итеп алыуын һорап, доға ҡылығыҙ. Ғүмерегеҙҙең ахыры изге эштәр өҫтөндә, шәһәҙәт һүҙҙәре менән тамамланыуын теләгеҙ. Әхирәттә иһә Йәннәт баҡсаларына индереүен үтенегеҙ. Һәммәбеҙҙең дә ниәттәре гел изге, уйҙары яҡты булһын. Һәр ваҡыт хәйерлеһенә генә ынтылып йәшәйек. Һәм шуны онотмайыҡ: тәүфиҡ - бер Аллаһтан ғына. ©t.me/iglyam #мәҡәлә_нәсихәт_иғләм

Мөлкәтең һәләкәткә әйләнмәһен

Дүрт нәмәне ҡалдырма

Тура юл һорап доға ҡылыу #аудио_нәсихәт_иғләм

Яңы йыл тураһында #аудио_нәсихәт_иғләм

КҮПСЕЛЕК ХӘҠИҠӘТКӘ ИШАРАМЫ❓ Дин, дәғүәт мәсьәләһенә килеп төртөлһәк, күптәр ҡолаҡтарына ла элмәйҙәр. Харамды хәләлдән айырырға теләмәйҙәр, Әхирәт, Ҡиәмәт көнө тураһында ишеткеләре лә килмәй. Үҙҙәренең вайымһыҙлығын, Аллаһ ҡушҡанды үтәмәүҙәрен, гонаһлы аҙымдарын таушалып бөткән бер һөйләм менән аҡлайҙар: “Бөтәһе лә шулай эшләй”. Әммә Раббыбыҙ алдына килеп баҫҡас, был беҙгә ярҙам итмәҫ шул. Күбеһенең шулай эшләүе хәҡиҡәт, дөрөҫлөк күрһәткесе түгел. Быны иҫбатлау өсөн Ҡөрьән аяттарына күҙ һалайыҡ. ✅“Уларҙың күбеһе иман килтермәй”✅(“Әл-Баҡара”, 100) Ҡөрьән - хаҡ булһа ла, Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнө тураһында иҫкәртеп торһа ла, күптәр быны ҡабул итергә теләмәй, үкенескә күрә. ✅“Кешеләрҙең күбеһе шөкөр итмәй”✅(“Әл-Баҡара”, 243) Тап шулай. Әҙәм балаһына гел генә ниҙер етмәй. Йә әле, иҫеңә төшөр: ҡасан һуңғы тапҡыр ихласлап Раббыңа шөкөр иттең? Артығын көҫәмәй генә, тәҡдиреңә буйһоноп, риза булып йәшәй беләһеңме? ✅“Күбеһе - боҙоҡлоҡ юлында булыусылар”✅ (“Әлү Ғимран”, 110) ✅“Күбеһе вәғәҙәгә тоғро ҡалманы. Дөрөҫлөктә, Беҙ уларҙың күбеһен боҙоҡлоҡ таратҡан көйө күрҙек”✅ (“Әл-Әғрәф”, 102) Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек боҙоҡлоҡ юлын яҡшыраҡ тип таба. Харамды хәләлдән өҫтөнөрәк күрә. Электән килә был хәҡиҡәт. ✅“Күбеһе ғилемгә эйә түгел”✅ (“Әл-Әнғәм”, 37) ✅“Күбеһе был турала белмәй”✅ (“Әл-Әнғәм”, 111) ✅“Дөрөҫлөктә, бында асыҡ аят бар (тереклек булмаған, үле тупраҡтан үҫемлек үҫеп сығыуы тураһында һүҙ бара). Әммә күбеһе (барыбер) мөьмин булып китмәне”✅(“Әш-Шүғәра”, 8) Күптәр һаман ниндәйҙер мөғжизә көтә. Хәҡиҡәттең ябай ғына нәмәләрҙә ярылып ятыуын белергә теләмәй. ✅“Күбеһе фараздары артынан эйәрә, әммә уйлаған фекер бер нисек тә хәҡиҡәтте алыштыра алмай бит”✅ (“Йунус”, 36) “Мин шулай тип уйлайым” - хәҡиҡәт түгел шул. ✅“Беҙ кешеләргә ошо Ҡөрьәндә төрлө мәҫәлдәрҙе аңлаттыҡ. Әммә кешеләрҙең күбеһе, көфөрлөктән башҡа, бөтә нәмәне лә кире ҡаға”✅ (“Әл-Исра”, 89) ✅“Әммә күбеһе хәҡиҡәтте белмәй һәм йөҙ бора”✅ (“Әл-Әнбийә”, 24) Йөрәгең ауырыу булһа, уны гонаһ һәм көфөрлөк пәрҙәһе ҡаплаһа, хәҡиҡәтте күреү мөмкин тугел. Аллаһтан һәр ваҡыт сәләмәт йөрәк һәм хаҡ юлдан алып барыуын һорағыҙ. ✅“Уларҙың күбеһе ишетә йәки уйлана белә тип уйлайһыңмы ни? Улар - бары тик мал кеүек кенә. Әммә тағы ла нығыраҡ юлдан яҙғандар”✅ (“Әл-Фурҡан”, 44) Күптәр үҙен аҡылһыҙ мал кеүек кенә тота. Аллаһ Әҙәм балаһына аҡыл биргән. Әммә күбеһе ишетергә лә, уйланырға теләмәйҙәр. Улар өсөн тормоштоң бар мәғәнәһе ашап-эсеүгә һәм үрсеүгә генә ҡайтып ҡала. ✅“Беҙ һеҙгә хәҡиҡәтте алып килдек, әммә күбегеҙ уны яратмай”✅ (“Әз-Зухруф”, 78) Дини тәғлимәткә, ғәҙәттәргә, әмерҙәргә күптәр екһенеп ҡарай. “Ғәрәп модаһы кәрәкмәй”, “Мин намаҙ уҡымаһам да һәйбәт кеше”, “Эс бошороп сепрәккә сырмалып йөрөмәһәм ярар ине”, “Килешетереп ебәрәһегеҙ” һ.б. һүҙҙәр ишетергә тура килә. Күпселектең йөҙөн асҡан аяттар был ғына түгел. Барыһын да килтереп тормаһаҡ та, аҡыллыға ишара булғандыр. Һин күпселек яғындамы, әллә хәҡиҡәтте һайлайһыңмы? © t.me/iglyam #мәҡәлә_нәсихәт_иғләм

Ҡөрьәндең тормошоңдағы урыны #видео_ғәрәпсә_иғләм

Исра һәм Миғраж_1 #сира_иғләм

Исра һәм Миғраж #сира_иғләм

Дәғүәт юлы еңеләйә бара. #сира_иғләм

Хажға килеүселәргә дәғүәт #сира_иғләм

"БисмиЛләһ" те әйтергә онотма #видео_нәсихәт_иғләм

БАР БӘЛӘЛӘ АТАЙ-ӘСӘЙ ҒӘЙЕПЛЕМЕ? – Telegraph https://telegra.ph/BAR-B%D3%98L%D3%98L%D3%98-ATAJ-%D3%98S%D3%98J-%D2%92%D3%98JEPLEME-12-13 ©t.me/iglyam #мәҡәлә_нәсихәт_иғләм

Ҡөрьән уҡыу - бәрәкәт асҡысы #видео_ғәрәпсә_иғләм

Ирен тыңламаған ҡатындар тураһында #аудио_нәсихәт_иғләм

Мәсет - сафлыҡ урыны #аудио_нәсихәт_иғләм

Не оставляйте мечети #аудио_нәсихәт_иғләм

🤲ДОҒА КӨСӨ🤲 🔸“Раббығыҙ: “Миңә доға менән мөрәжәғәт итегеҙ һәм Мин һеҙгә яуап бирермен,” - тип әйтте”🔸 (“Әл-Ғафир”, 60) ✅Доғаның өҫтөнлөктәре✅ ▪️Доға - ул ғибәҙәт Аллаһ Рәсүле ﷺ : “Доға - ул ғибәҙәт,” - тигән (Әбү Дауд, Нәсәи, Ибн Мәджә, Тирмиҙи) ▪️Доға - бәлә-ҡазаларҙан ҡотолоу юлы Аллаһ Тәғәлә доға аша Үҙ ҡолдарын төрлө ауырлыҡтарҙан арындыра. Аллаһ Рәсүле ﷺ : “Доға (башыңа) төшкән (бәләнән дә), киләсәктә килер (бәләнән дә) файҙа килтерә. Эй Аллаһ ҡолдары, Аллаһҡа доға менән мөрәжәғәт итегеҙ!” - тип әйткән (Тирмиҙи, Хәким) ▪️Аллаһ һәр ваҡыт Үҙенә доға ҡылыусылар менән бергә Аллаһ Рәсүле ﷺ Раббыбыҙҙың һүҙҙәрен еткерә: “Минең турала уйлаған сағында, Мин ҡолом эргәһендәмен. Мине иҫкә төшөргәнендә лә, янындамын” (Мөслим) ✅Доға ҡылыуға ҡағылған ҡағиҙәләр✅ 1. Аллаһтың һис шикһеҙ яуап биреүенә ышаныу. 2. Бөтә йөрәктән ихласлап һорау. 3. Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла доғаны ҡалдырмау. Иң тәүҙә Аллаһҡа маҡтау әйтеп, Уның гүзәл исемдәре менән мөрәжәғәт итеү - маҡтаулы ғәмәл. Пәйғәмбәребеҙгә ﷺ салауат әйтһәгеҙ тағы ла яҡшыраҡ. ❓Доғаны ҡайһы ваҡыт ҡылыу яҡшыраҡ❓ ▪️тәхәджүд ваҡытында ▪️Ҡәҙер кисендә ▪️фарыз намаҙҙарҙан һуң ▪️аҙан менән ҡәмәт араһында ▪️сәждә ваҡытында ▪️йома көнөнөң һуңғы сәғәтендә ❓Кемдең доғаһы көслө була һәм ҡабул ителә❓ ▪️юлсының ▪️ураҙа тотоусының ▪️ата-әсәнең - балаһына, баланың ата-әсәһенә ҡарата доғаһы ▪️мосолман ҡәрҙәшенә ҡарата йәшерен рәүештә доға ҡылыусының ❓Доғаның ҡабул булыуына нимә ҡамасаулай❓ ▪️доғаға яуаптың тиҙ арала булыуын көтөү Аллаһ Рәсүле ﷺ былай тигән: “Әгәр ҙә яуызлыҡ ҡылыу йәки туғанлыҡ ептәрен өҙөү тураһында һорамаһа, ҡолдоң доғаһы ҡабул буласаҡ. Ул ваҡиғалар ағышын ашыҡтыра күрмәһә генә инде. Унан: “Эй Аллаһ Рәсүле! Нимә һуң ул ваҡиғалар ағышын ашыҡтырыу?” - тип һорағандар. Ул былай тип яуап биргән: “Ҡолдоң: “Мин күп тапҡырҙар Аллаһҡа доға ҡылдым, әммә яуап булманы!” - тип әйтеүе. Шул ваҡытта уның күңеле төшә лә, ул Аллаһтан һорамай башлай” (Мөслим) ▪️харам ашау мәҫәлән, риба, урлыҡ, етемдәрҙең йә иһә башҡаларҙың малын талап алыу, эшселәреңә түләп еткермәү Аллаһ Рәсүле ﷺ күккә ҡулдарын күтәреп доға ҡылып торған бер кеше тураһында былай тип әйткән: “Эй Раббым! Эй Раббым! Әммә уның ашағаны харам, эскәне харам, кейгәне харам. Уға харам һеңеп бөткән... Ундай кешенең доғаһына ниндәй яуап булһын?!” (Мөслим) ▪️Изгелеккә саҡырмау, яуызлыҡтан араламау Аллаһ Рәсүле ﷺ : “Аллаһ менән ант итәм, һеҙ мотлаҡ изгелеккә саҡырырға, яуызлыҡтан араларға тейешһегеҙ. Юғиһә, Аллаһ һеҙҙе һис кисекмәҫтән язаға тарттырыр. Шунан һуң һеҙ Унан һорарһығыҙ, әммә Ул яуап бирмәҫ,” - тигән (Әхмәд, Тирмиҙи) ©️ t.me/iglyam #мәҡәлә_нәсихәт_иғләм

#видео_ғәрәпсә_иғләм

Напоминаем, что прием документов и оформление заявок на ХАДЖ 2024 осуществляется только ДО 1 МАРТА! Успейте подать заявку и оплатить до 1 марта. Мы поможем Вам с оформлением всех документов и организуем Вам лучшую поездку Вашей жизни, Ин шаа Аллах.