БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 019
订阅者
无数据24 小时
-37 天
-1030 天
帖子存档
2 019
Бөгөн Учалы ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин исемендәге «Диктор тауышы» төбәк-ара конкурсы үтте.
Бәйге еңеүселәре Линар Муралиев менән Айгүзәл Аслыева.
2 019
Хәйбулла районында тиҙ шахмат буйынса район беренселеге уҙғарылды
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тиҙ шахмат буйынса район беренселеге уҙғарылды. Интеллектуаль уйында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре - ике тиҫтәнән ашыу малай-ҡыҙ ҡатнашты.
2 019
Өфөлә яндан уҡ атыу буйынса асыҡ милли турнир үтте
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында яндан уҡ атыу буйынса асыҡ милли турнир үтте. Балалалар араһында тәүгә ойошторолған спорт сараһы мәғариф учреждениеһының 80 йыллығына арналды. Ярышта республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу уҡсы бәйге тотто.
2 019
Ирекмәндәр республика хәрби дан музейына «Бук» зенит ракета комплексының ҡойроҡ өлөшөн тапшырҙы
Нацистар махсус хәрби операция биләмәһендә Рәсәй вертолетын бәреп төшөрөргә маташҡанда, ул беҙҙең ғәскәрҙәрҙең позицияһына ҡолай. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәй.
Волонтерҙар вәғәҙәһен үтәй. Меңәрләгән саҡрым юл үтеп «Бук» ЗРК ракетаһының ҡойроҡ өлөшө Өфөгә килтерелә. Уның ауырлығы бер нисә тиҫтә килограмм. Республика хәрби дан музейы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бындай экспонат әлегә булмаған.
2 019
Башҡортостанда ир-егеттәр контракт килешеүе буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул ителә
Егеттәр «Һаҡсы» үҙәгендә «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса медицина тикшереүе үтә, банк картаһы аса һәм документтарҙы туплап алғы һыҙыҡҡа юллана ала. Үҙәктә анализдар тапшырыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү бүлмәләре ҡаралған. Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.
2 019
Башҡортостан аграрийҙарына бер миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелә
Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, субсидия башлыса ауыл хужалығы техникаһы, тоҡомло мал, минераль ашлама алыуға бирелә. Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 800 мең гектар ер сәселә.
2 019
Бөгөн Башҡортостанда халыҡ артисы Әхәт Мортазинды иҫкә алалар
Уның тыуыуына 66 йыл тула. Әхәт Мотаһар улы халыҡ араһында башҡорт Левитаны булып танылды. Ул утыҙ йылдан ашыу радиола эшләне, телевидениела, сәхнәлә хеҙмәт итте, ҙур сараларҙың рәсми тауышы булды. Бөгөн Учалыла Әхәт Мортазинға арналған “Диктор тауышы” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Ижади ярышты “Юлдаш” радиоһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Учалы районы хакимиәте ойоштора.
2 019
Өфөлә «Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры» әҙәбиәтенең библиографик күрһәткесе менән таныштырыу үтте
Республика Милли китапханаһында «Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры» әҙәбиәтенең библиографик күрһәткесе менән таныштырыу үтте. Ул милли театрҙың тыуған көнөнә донъя күргән. Бөгөн республиканың алдынғы мәҙәниәт учреждениеларының береһе 93 йыллығын билдәләй.
2 019
Өфөлә Роза Аҡкучукованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды
Алтын балдаҡ. Ошондай исем аҫтында Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды. Экспозицияларҙа сәхнә оҫтаһының шәхси әйберҙәрен, афишаларҙы, автографлы китаптарын һәм башҡа ҡомартҡыларҙы күрергә мөмкин.
2 019
Башҡортостанда тәүге тапҡыр ауыр сирҙәрҙе дауалауҙың яңы ысулы индерелде
Республика кардиология үҙәгендә идара ителеүсе катетерлы ультратауыш тромболиз ысулы менән үпкә артерияһы тромбоэмболияһын дауалау буйынса беренсе операция эшләнде. Был операция әлегә илдең тик өс федераль үҙәгендә яһала. Пациенттың хәлен БЮТ ижади төркөмө лә белеште.
2 019
«Сәләмәт киләсәк»кә арналған онлайн-лекторий
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостандағы йәмәғәт ярҙамы штабы Ватан һаҡсыларын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ярҙам саралары менән таныштырҙы. Дистанцион форматта ойошторолған осрашыуҙа төрлө өлкә белгестәре көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
2 019
Рәсәй студенттары көнө уңайынан Өфөлә йәштәр фестивале үтте
Көрәш Һарайы майҙанында ойошторолған сарала 1700 студент ҡатнашты. Фестивалдә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сығыш яһаны, йәштәр менән аралашты. Майҙанда профориентацияға арналған һөнәри күргәҙмә лә эшләне. Һәләтле йәштәр республика предприятиелары белгестәре менән аралашып, ойошма эшмәкәрлеге менән танышты, үҙҙәренә тап килгән вакансияларҙы ҡараны.
2 019
Өфө ғалимдары ялған балды асыҡлау юлын уйлап тапҡан
Башҡорт балы тип алдап булмаясаҡ. Өфө ғалимдары ялған балды асыҡлау юлын уйлап тапҡан. Улар башҡорт тоҡомло бал ҡорто йыйған балдың днк-һын асыҡлаған. Был уникаль алым фальцификация менән көрәшеү мөмкинлеге бирә. Ғалимдар бөгөн «Фән сәғәте» форматында үткән күсмә кәңәшмәлә был өлкәләге һуңғы асыштары менән таныштырҙы.
2 019
«Өфө» халыҡ-ара аэропорты «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһында еңеү яуланы
Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты «Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары» милли премияһында еңеү яуланы. Ул «Йылына 2-6 миллион пассажир ағымы булған иң яҡшы аэропорт» номинацияһында уңыш ҡаҙанды. Коллективтың юғары тармаҡ наградаһына лайыҡ булыуы менән Радий Хәбиров ҡотланы.
2 019
Парламент ултырышында дини татыулыҡ мәсьәләһе ҡаралды
Дини мөнәсәбәттәр, грант, медицина ярҙамы буйынса мөрәжәғәттәр. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың граждандар институты, мәғлүмәт сәйәсәте һәм дин эштәре буйынса комитеты ултырышының көн тәртибенә ошо һәм башҡа мәсьәләләр сығарылды.
2 019
Радий Хәбиров Баймаҡ районынан МХО-ла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты
Баймаҡ районына эш сәфәре барышында Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән дә осрашты. Төбәк етәксеһе хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре, ҡатындары, балаларының оло ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы.
2 019
Радий Хабиров «Рәсәйҙә эш» модулле күп функциялы кадрҙар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты
Башҡортостан башлығы Радий Хабиров Сибайҙа асылған «Рәсәйҙә эш» модулле күп функциялы кадрҙар үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. «Демография» милли проекты буйынса төҙөлгән объект былтыр декабрҙә файҙаланыуға тапшырылғайны. Бында урындағы халыҡҡа эш табыу, өҫтәмә һөнәри белем алыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған, эшкә урынлашыу, резюме тултырыу буйынса консультациялар бирелә.
2 019
Башҡортостан мәктәптәрендә ашатыу сифаты тикшерелде
Был мәсьәлә Республика хөкүмәтендә ҡаралды. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, 13 ғинуарҙан башлап мәктәп һәм балалар баҡсаларына 37 рейд ойошторолған. Ризыҡ лабораторияла тикшерелгән. Уҙған йыл менән сағыштырғанда етешһеҙлектәр кәмегән. - Учреждениеларҙа ашатыу сифатын күҙәтеү дауам итә. Шулай уҡ белем биреү ойошмалары ашнаҡсылары араһында һөнәри конкурс ойошторола, тип белдерелде ултырышта.
2 019
Рәсәйҙә электр самокатында йөрөгән полиция патруле барлыҡҡа килде
Проект һынау үтә. Әле шәхси мобиль саралар Сочи урамдарын тикшергән ваҡытта файҙаланыла. Яҡын арала был тәжрибәне башҡа ҡалаларға ла таратыу ҡарала. Һынау уңышлы үткән осраҡта, электр самокаттары хоҡуҡ һаҡсылары өсөн киң ҡулланылған транспорт буласаҡ.
2 019
Башҡортостанда 450 меңгә яҡын ғаиләгә Әсәлек капиталы тапшырылған
Социаль фондтан хәбәр итеүҙәренсә, был программа илдә 2007-се йылдан ғәмәлгә ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә республика ғаиләләренә 160 миллиард һумлыҡ сертификат бирелгән. Әсәлек капиталы программаһы 2030 йылға тиклем оҙайтылды. Беренсе бала өсөн сертификат 676 мең һумға етте. Икенсе балаға тағы 217 мең һум өҫтәлә.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
