БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد1 968
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-27 أيام
-1630 أيام
أرشيف المشاركات
1 968
Башҡортостанда ябылған баҙарҙар урынына йәрминкәләр ойошторола
2007 йылда 111 баҙар булған. 2024 йылдың декабрендә 32 генә ҡалған. Был турала Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын башҡарыусы Алексей Гусев белдерҙе. Уның әйтеүенсә, баҙарҙар һаны кәмеүе ҙур супермаркет һәм онлайн-сауҙа үҫеше менән бәйле. Конкуренция артҡан. Беҙҙең республикала әле 300-ҙән ашыу йәрминкә майҙансығы бар. Уларҙа 4 мең сауҙа урыны булдырылған.
1 968
Өфөлә трамвай линияларын төҙөкләндереү башлана
Баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев ошо турала белдерҙе. Бының өсөн республика бюджетынан 2 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала. Йыл аҙағына тиклем проект-смета документтары әҙер була, ҡаланың көньяҡ өлөшөндә реконструкцияға старт бирелә. Сентябрҙә Өфөгә Мәскәүҙән 60-тан ашыу трамвай килтерелә. Улар тиҙ арала пассажирҙар йөрөтә башларға тейеш. Ҡаланың төньяҡ өлөшөндә ремонт эштәре 2025 йылдың аҙағында, 2026 йылдың башында башланырға тейеш. “Электр транспорты беҙҙең өсөн бик мөһим”, - тип белдерҙе Ратмир Мәүлиев.
1 968
Өфөлә Ишембайға «Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы» исеме бирелеүгә бәйле яҡташтар йыйыны уҙғарылды
Тантаналы сараға Башҡортостан Хөкүмәте, ҡала хакимиәте етәкселеге, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм хеҙмәт ветерандары саҡырылды. Почетлы ҡунаҡтар үҙ сығышында Ишембайҙың сәнәғәт үҫешенә бәйле тарихи мәғлүмәттәр, видеояҙмалар менән уртаҡлашты.
1 968
«Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһында яңы маҡсаттар билдәләнде
Бөгөн Өфөлә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Ватанды һаҡлаусылар йылын асыу тантанаһы һәм йәмәғәт ойошмаһының алдағы биш йылдағы проект эшмәкәрлеге буйынса «Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһы уҙҙы.
Мәғлүм булыуынса, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6 съезында ойошманың Президиумы һәм Башҡарма комитеты составы яңыртылды. Әле ағзалар комиссияларға бүленгән, муниципаль берәмектәрҙә съезд ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу буйынса йыйындар ойошторола.
1 968
Өфөлә Алексей Касьянов Нәзиә Ишмөхәмәтованы 101 йәше менән тәбрикләне
Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов Нәзиә Ишмөхәмәтованы 101 йәше менән тәбрикләне. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғафури районы Еҙем-Ҡаран ауылында тыуып үҫкән. 1941-1945 йылдарҙа ул СССР-ҙың Эске эштәр Халыҡ комиссариаты белгесе булып эшләй.
1 968
Башҡорт дәүләт педагогия университетында хәрби хәбәрселәр фотокүргәҙмәһе асылды
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында хәрби хәбәрселәр фотокүргәҙмәһе асылды. Эштәрҙең күбеһен «Башинформ» агентлығы журналисы Эдуард Ҡусҡарбәков тәҡдим итте.
1 968
Саҡмағош районында йәшәүсе махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға баян моңдары яҙҙыра
Саҡмағош районы үҙәгендә йәшәүсе Марсель Әшрәпов махсус хәрби операция биләмәһендәге һалдаттарға баян моңдары яҙҙыра. Хәрби музыканы башҡарған видеояҙмаларҙы ул былтырҙан алып атаһы - «Чикаго» ҡушаматлы яугир һәм уның хеҙмәттәштәренә арнап төшөрә. Марсель менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
1 968
Быйыл йәй Өфө үҙәгендә 1 мең 100 түләүле парковка урыны барлыҡҡа киләсәк
Был турала бөгөн журналистар менән осрашыуҙа баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев хәбәр итте. Уның билдәләүенсә, әлеге ваҡытта муниципаль контракттарға ҡул ҡуйылған. Ҡар иреү менән халыҡ араһында мәғлүмәт-аңлатыу эше башлана, мәғлүмәт системаһының ниндәй тариф һәм нисек эшләүе менән таныштырыу ҡарала. Шулай уҡ юлдарға тейешле билдәләр һәм тамғалар ҡуйырға кәрәк, - тине ҡала мэры.
1 968
Радий Хәбиров «Беҙ бергә. Спорт» Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне
Башҡортостан насар ишеткән кешеләр өсөн «Беҙ бергә. Спорт» Бөтә Рәсәй ҡышҡы спартакиадаһын ҡаршылай. Ярышта ҡатнашыусыларҙы Радий Хәбиров сәләмләне. Төбәк башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, сарала илдең 30 төбәгенән 800-ҙән ашыу иң көслө спортсы сығыш яһай.
1 968
Бөгөн Учалы ҡалаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин исемендәге «Диктор тауышы» төбәк-ара конкурсы үтте.
Бәйге еңеүселәре Линар Муралиев менән Айгүзәл Аслыева.
1 968
Хәйбулла районында тиҙ шахмат буйынса район беренселеге уҙғарылды
Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тиҙ шахмат буйынса район беренселеге уҙғарылды. Интеллектуаль уйында балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре - ике тиҫтәнән ашыу малай-ҡыҙ ҡатнашты.
1 968
Өфөлә яндан уҡ атыу буйынса асыҡ милли турнир үтте
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында яндан уҡ атыу буйынса асыҡ милли турнир үтте. Балалалар араһында тәүгә ойошторолған спорт сараһы мәғариф учреждениеһының 80 йыллығына арналды. Ярышта республика район-ҡалаларынан 100-ҙән ашыу уҡсы бәйге тотто.
1 968
Ирекмәндәр республика хәрби дан музейына «Бук» зенит ракета комплексының ҡойроҡ өлөшөн тапшырҙы
Нацистар махсус хәрби операция биләмәһендә Рәсәй вертолетын бәреп төшөрөргә маташҡанда, ул беҙҙең ғәскәрҙәрҙең позицияһына ҡолай. Бәхеткә күрә, бер кем дә зыян күрмәй.
Волонтерҙар вәғәҙәһен үтәй. Меңәрләгән саҡрым юл үтеп «Бук» ЗРК ракетаһының ҡойроҡ өлөшө Өфөгә килтерелә. Уның ауырлығы бер нисә тиҫтә килограмм. Республика хәрби дан музейы хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, бындай экспонат әлегә булмаған.
1 968
Башҡортостанда ир-егеттәр контракт килешеүе буйынса хәрби хеҙмәткә ҡабул ителә
Егеттәр «Һаҡсы» үҙәгендә «берҙәм тәҙрә» ысулы буйынса медицина тикшереүе үтә, банк картаһы аса һәм документтарҙы туплап алғы һыҙыҡҡа юллана ала. Үҙәктә анализдар тапшырыу һәм медицина тикшереүе үтеү өсөн тейешле шарттар тыуҙырылған. Өс тапҡыр туҡланыу, йәшәү бүлмәләре ҡаралған. Бөтә хеҙмәттәр бушлай күрһәтелә.
1 968
Башҡортостан аграрийҙарына бер миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелә
Республика хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров белдереүенсә, субсидия башлыса ауыл хужалығы техникаһы, тоҡомло мал, минераль ашлама алыуға бирелә. Быйыл яҙ Башҡортостанда 2 миллион 800 мең гектар ер сәселә.
1 968
Бөгөн Башҡортостанда халыҡ артисы Әхәт Мортазинды иҫкә алалар
Уның тыуыуына 66 йыл тула. Әхәт Мотаһар улы халыҡ араһында башҡорт Левитаны булып танылды. Ул утыҙ йылдан ашыу радиола эшләне, телевидениела, сәхнәлә хеҙмәт итте, ҙур сараларҙың рәсми тауышы булды. Бөгөн Учалыла Әхәт Мортазинға арналған “Диктор тауышы” республика конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы була. Ижади ярышты “Юлдаш” радиоһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Учалы районы хакимиәте ойоштора.
1 968
Өфөлә «Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры» әҙәбиәтенең библиографик күрһәткесе менән таныштырыу үтте
Республика Милли китапханаһында «Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры» әҙәбиәтенең библиографик күрһәткесе менән таныштырыу үтте. Ул милли театрҙың тыуған көнөнә донъя күргән. Бөгөн республиканың алдынғы мәҙәниәт учреждениеларының береһе 93 йыллығын билдәләй.
1 968
Өфөлә Роза Аҡкучукованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды
Алтын балдаҡ. Ошондай исем аҫтында Өфөлә Башҡортостандың халыҡ артисы Роза Аҡкучукованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған күргәҙмә асылды. Экспозицияларҙа сәхнә оҫтаһының шәхси әйберҙәрен, афишаларҙы, автографлы китаптарын һәм башҡа ҡомартҡыларҙы күрергә мөмкин.
1 968
Башҡортостанда тәүге тапҡыр ауыр сирҙәрҙе дауалауҙың яңы ысулы индерелде
Республика кардиология үҙәгендә идара ителеүсе катетерлы ультратауыш тромболиз ысулы менән үпкә артерияһы тромбоэмболияһын дауалау буйынса беренсе операция эшләнде. Был операция әлегә илдең тик өс федераль үҙәгендә яһала. Пациенттың хәлен БЮТ ижади төркөмө лә белеште.
1 968
«Сәләмәт киләсәк»кә арналған онлайн-лекторий
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡортостандағы йәмәғәт ярҙамы штабы Ватан һаҡсыларын һәм уларҙың ғаилә ағзаларын ярҙам саралары менән таныштырҙы. Дистанцион форматта ойошторолған осрашыуҙа төрлө өлкә белгестәре көнүҙәк һорауҙарға яуап бирҙе.
