БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 022
订阅者
-124 小时
-47 天
-830 天
帖子存档
2 022
Өфөгә Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры килде
Бөгөн Өфөгә Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры килде. Республика башлығы Радий Хәбиров Антон Котяков менән осрашты. Көн тәртибендә - мәшғүллек хеҙмәтен һәм дәүләттән тыш социаль хеҙмәтләндереү секторын үҫтереү һорауҙары, шулай уҡ республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары ҡаралды.
2 022
Башҡортостандан өлкән йәштәге туристар Белоруссияға сәфәр ҡыла
"Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге. Туризм" тигән программа ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, беҙҙең республиканан 500-ҙән ашыу турист Белоруссияға барған. Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко белдереүенсә, был программа өлкәндәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуҙа мөһим роль уйнай. Ошондай проекттарҙа ҡатнашыу уларҙың социаль әүҙемлеген һаҡлап ҡалырға, сәйәхәт ҡылырға, башҡа халыҡтар мәҙәниәтен өйрәнергә ярҙам итә.
2 022
Стәрлетамаҡта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар йылъяҙмаһы булдырыла
Урындағы архив документтар туплай башлаған. Был турала ҡала хакимиәтенән хәбәр итәләр. Тупланған материалдар Ватанды һаҡлаусылар ҡаһарманлығы тураһында хәтерҙе мәңгеләштерергә ярҙам итәсәк. Архивта ҡағыҙ документтар, аудио- һәм видеояҙмалар электрон күсермәләр ҡабул ителә. Уларҙы яугирҙар, хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзалары, йәмәғәт ойошмалары һәм хәйриә фондтары вәкилдәре, ирекмәндәр тапшыра ала.
2 022
Өфөлә яңы тимер юл объекты булдырыла
Дим районында "Ағиҙелдең һул яҡ яры" тигән комплекс төҙөлә. Ул 55 гектар майҙан биләй. Проектҡа ярашлы, бында ике модулле тимер юл вокзалы, йәйәүлеләр өсөн юл, платформа һәм перрондар була. Төҙөлөш тураһында ҡарар Дим районының үҫеүенә бәйле ҡабул ителгән.
2 022
Өфөлә Гөлнәзирә Торомтаеваның фотокүргәҙмәһе асылды
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте магазинында Гөлнәзирә Торомтаеваның фотокүргәҙмәһе асылды. Ижадсының беренсе шәхси күргәҙмәһе ғаилә портреттарына арналған. Гөлнәзирә Торомтаева - Баймаҡ районының Мерәҫ ауылынан. Уның оҫталығы күптәрҙе һоҡландыра.
2 022
Әбйәлил районы үҙәгендә «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең офисы асылды
Әбйәлил районы үҙәгендә «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең офисы асылды. Предприятие етәксеһе Таһир Бәхтигәрәев билдәләүенсә, офис эшенең төп маҡсаты - халыҡ өсөн мәғлүмәт һәм ярҙам сығанағы булыу. Был эшмәкәрлек ҙур инвестор менән Әбйәлил районы халҡы араһында мөһим коммуникация майҙансығы барлыҡҡа килеүен аңлата.
2 022
Салауат ҡалаһында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларға фатир асҡыстары тапшырылды
Быйыл ҡалала етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 47 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Планлаштырылған 13 йорт урынына 29 фатир һәм 1 сертификат алынған. Әле 164 кеше сират көтә. Улар - 14 йәштән өлкән үҫмерҙәр һәм йәштәр. Фатирға эйә булғандан һуң да балалар яңғыҙ ҡалмай. Еге-ҡыҙҙарға 5 йыл дауамында ҡала хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге төрлө яҡлап ярҙам күрһәтә.
2 022
Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә углекислы газ баллоны шартлаған
Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә углекислы газ баллоны шартлаған. Ошо сәбәпле балкондың ишеге һәм быялаһы ватыла. Ваҡиға бөгөн көндөҙ Гагарин урамындағы йорттарҙың береһендә теркәлгән. Дүртенсе ҡаттағы фатирҙа биш литрлыҡ углекислы баллон шартлай. Ҡотҡарыусылар торлаҡты тикшергән, бәхеткә күрә зыян күреүселәр һәм һәләк булыусылар юҡ.
2 022
Өфөлә «Белемгә юл» проекты старт алды
Өфөлә «Белемгә юл» проекты старт алды. Ул тротуарҙарҙы төҙөкләндереү программаһының дауамы булып тора. Уға ярашлы 81 объектты ремонтлау планлаштырыла, уларҙың 67-һе мәктәптәр һәм балалар баҡсалары. Бөгөн 23 участкала эш тамамланған, ә 17 урында дауам итә.
2 022
Башҡортостан егеттәре Читаға хәрби бурыс үтәргә юлланды
Ватанға хеҙмәт итеү - һәр Рәсәй ир-егетенең изге бурысы. Бөгөн Өфөлә яҡташтарыбыҙҙы хәрби хеҙмәт урынына оҙатыу тантанаһы үтте. 150-гә яҡын саҡырылыусы хәрби бурысын Читала үтәсәк. Башҡортостан егеттәрен Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Хәрби комиссар Михаил Блажевич һәм дини конфессия вәкилдәре сәләмләне.
2 022
Радий Хәбиров «Геройҙар иле» лагерында үҫмерҙәр менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Геройҙар иле» хәрби-тарихи легеры ҡатнашыусыларының һорауҙарына яуап бирҙе. 300-ҙән ашыу үҫмер менән асыҡ диалог формаһында ойошторолған осрашыу Шишмә районындағы «Патриот» паркында үтте.
2 022
Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған инвестиция сәғәтендә 5 проект тикшерелде
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған инвестиция сәғәтендә 5 проект тикшерелде. Инвестиция сәғәтенә сығарылған проекттар төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Улар муниципаль кимәлдә тикшереү үткән, хуплау тапҡан.
2 022
Радий Хәбиров Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары менән осрашты
Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары менән осрашты. Дәуләт Йыйылышы - Ҡоролтай майҙанында үткән съезда һүҙ заман әҙәбиәте, көнүҙәк проблемалар, киләсәккә бурыстар, үҫеш юлдары тураһында барҙы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Радий Хәбировҡа әҙәби ижадҡа иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.
2 022
Радий Хәбиров сит илдәрҙәге сауҙа вәкилдәре менән осрашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Бразилиялағы, Алжирҙағы, Вьетнамдағы һәм Филлипиндағы сауҙа вәкилдәре менән осрашты. Абруйлы делегация республикаға төбәктең сауҙа-иҡтисади мөмкинлектәре менән танышыу, хөҙмәттәшлек юлдарын барлау өсөн килгән.
2 022
Хәйбулла районының Яңы Ергән мәктәбе уҡыусылары үҙҙәрен агроном һөнәрендә һынай
Хәйбулла районының Яңы Ергән мәктәбе уҡыусылары үҙҙәрен агроном һөнәрендә һынай. Йәйге каникулды файҙалы үткәрергә теләгән малай-ҡыҙҙар баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡош-ҡорт ҡарай.
2 022
Баймаҡ студенттары дипломлы белгес булды
Колледжды тамамлаусыларға яңы офоҡтар асылды. Баймаҡ ҡалаһында буласаҡ ауыл хужалығы һәм энергетика өлкәһе белгестәре уҡытыусыларҙың, уҡыу йорттары етәкселәренең һәм урындағы хакимиәт вәкилдәренең ҡотлауҙарын һәм изге теләктәрен ҡабул итте. Улар ҡулына диплом алды.
2 022
Көслө ел Федоровка һәм Благовещенда биналарҙы ҡыйратты
Башҡортостанда дауыл ҡупҡан. Көслө ел өйҙәрҙең ҡыйығын аҡтарған. Тәбиғәт ғәрәсәте Благовещен һәм Федоровка райондарында теркәлгән. Федоровка район үҙәгендә дауыл йорттоң, гараждың һәм мунсаның шиферын алып ташлаған. Трошкин ауылында ферманың ҡыйығы аҡтарылған. Ә Языков ауылында гараж ҡыйығын осорған. Бәхеткә, кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ.
2 022
Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында үлемесле янғын теркәлгән
Кисә Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында үлемесле янғын теркәлгән. Утҡа ҡаршы көрәшкә ирекле янғын һүндереүселәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында 60 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Ваҡиға мәлендә өйҙә ике үҫмер ҙә була. Йәштәр үҙ аллы утты һүндерергә маташа, ләкин ул бик тиҙ тарала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, янғын электр ҡорамалдарының эшләмәүе һөҙөмтәһендә килеп сығыуы ихтимал. Йортта янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма урынлаштырылған, әммә, үҫмерҙәр әйтеүенсә, ул һүндерелгән булған. Әле урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.
2 022
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә ҙур гуманитар конвой килде
Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә ҙур гуманитар конвой килде. Уны баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев етәкләй. Алғы һыҙыҡҡа юғары үтеүсәнлектәге мотоциклдар, квадрокоптерҙар, генераторҙар, ҡорамалдар һәм башҡа мөлкәт килтерелгәйне. Сәфәр барышында Өфө мэры Луганск ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Яна Пащенко менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.
2 022
1 сентябрҙән спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тәртибе үҙгәрә
1 сентябрҙән Башҡортостандың йәйге кафеларында һәм дөйөм туҡланыу йорттарында алкоголь менән сауҙа итеү яңы шарттар буйынса ойошторола. Был туралағы законға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Рәсми документтан күренеүенсә, учреждениелар федераль закон һәм законға ярашлы акттар менән билдәләнгән спиртлы эсемлектәр һатыу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә, шулай уҡ асыҡ һауалағы залдарҙың талаптарға һәм нормативтарға тап килеүе тураһында махсус һығымта алырға тейеш.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
