ch
Feedback

不要被骗子欺骗!Telemetrio 会找到并标记这些频道 👉 如果想查看标记,请订阅 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 970
订阅者
无数据24 小时
-77 天
-1930 天
帖子存档
Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған инвестиция сәғәтендә 5 проект тикшерелде Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған инвестиция сәғәтендә 5 проект тикшерелде. Инвестиция сәғәтенә сығарылған проекттар төрлө йүнәлештәрҙе үҙ эсенә ала. Улар муниципаль кимәлдә тикшереү үткән, хуплау тапҡан.

Радий Хәбиров Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары менән осрашты Республика башлығы Радий Хәбиров Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзалары менән осрашты. Дәуләт Йыйылышы - Ҡоролтай майҙанында үткән съезда һүҙ заман әҙәбиәте, көнүҙәк проблемалар, киләсәккә бурыстар, үҫеш юлдары тураһында барҙы. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар Радий Хәбировҡа әҙәби ижадҡа иғтибары һәм ярҙамы өсөн рәхмәт белдерҙе.

Радий Хәбиров сит илдәрҙәге сауҙа вәкилдәре менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең Бразилиялағы, Алжирҙағы, Вьетнамдағы һәм Филлипиндағы сауҙа вәкилдәре менән осрашты. Абруйлы делегация республикаға төбәктең сауҙа-иҡтисади мөмкинлектәре менән танышыу, хөҙмәттәшлек юлдарын барлау өсөн килгән.

Хәйбулла районының Яңы Ергән мәктәбе уҡыусылары үҙҙәрен агроном һөнәрендә һынай Хәйбулла районының Яңы Ергән мәктәбе уҡыусылары үҙҙәрен агроном һөнәрендә һынай. Йәйге каникулды файҙалы үткәрергә теләгән малай-ҡыҙҙар баҡсала йәшелсә-емеш үҫтерә, ҡош-ҡорт ҡарай.

Баймаҡ студенттары дипломлы белгес булды Колледжды тамамлаусыларға яңы офоҡтар асылды. Баймаҡ ҡалаһында буласаҡ ауыл хужалығы һәм энергетика өлкәһе белгестәре уҡытыусыларҙың, уҡыу йорттары етәкселәренең һәм урындағы хакимиәт вәкилдәренең ҡотлауҙарын һәм изге теләктәрен ҡабул итте. Улар ҡулына диплом алды.

Көслө ел Федоровка һәм Благовещенда биналарҙы ҡыйратты Башҡортостанда дауыл ҡупҡан. Көслө ел өйҙәрҙең ҡыйығын аҡтарған. Тәбиғәт ғәрәсәте Благовещен һәм Федоровка райондарында теркәлгән. Федоровка район үҙәгендә дауыл йорттоң, гараждың һәм мунсаның шиферын алып ташлаған. Трошкин ауылында ферманың ҡыйығы аҡтарылған. Ә Языков ауылында гараж ҡыйығын осорған. Бәхеткә, кешеләр араһында зыян күреүселәр юҡ.

Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында үлемесле янғын теркәлгән Кисә Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында үлемесле янғын теркәлгән. Утҡа ҡаршы көрәшкә ирекле янғын һүндереүселәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, янғында 60 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Ваҡиға мәлендә өйҙә ике үҫмер ҙә була. Йәштәр үҙ аллы утты һүндерергә маташа, ләкин ул бик тиҙ тарала. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, янғын электр ҡорамалдарының эшләмәүе һөҙөмтәһендә килеп сығыуы ихтимал. Йортта янғын тураһында хәбәр итеүсе ҡоролма урынлаштырылған, әммә, үҫмерҙәр әйтеүенсә, ул һүндерелгән булған. Әле урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй.

Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә ҙур гуманитар конвой килде Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә ҙур гуманитар конвой килде. Уны баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев етәкләй. Алғы һыҙыҡҡа юғары үтеүсәнлектәге мотоциклдар, квадрокоптерҙар, генераторҙар, ҡорамалдар һәм башҡа мөлкәт килтерелгәйне. Сәфәр барышында Өфө мэры Луганск ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Яна Пащенко менән эшлекле осрашыу үткәрҙе.

1 сентябрҙән спиртлы эсемлектәрҙе һатыу тәртибе үҙгәрә 1 сентябрҙән Башҡортостандың йәйге кафеларында һәм дөйөм туҡланыу йорттарында алкоголь менән сауҙа итеү яңы шарттар буйынса ойошторола. Был туралағы законға Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Рәсми документтан күренеүенсә, учреждениелар федераль закон һәм законға ярашлы акттар менән билдәләнгән спиртлы эсемлектәр һатыу ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә, шулай уҡ асыҡ һауалағы залдарҙың талаптарға һәм нормативтарға тап килеүе тураһында махсус һығымта алырға тейеш.

Башҡортостан каратистары миҙалдар яуланы Каратэ буйынса турнир Каспийск ҡалаһында үтте. Унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 700-ҙә
Башҡортостан каратистары миҙалдар яуланы Каратэ буйынса турнир Каспийск ҡалаһында үтте. Унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән 700-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Башҡортостан командаһы халыҡ-ара ярыштарҙа ике бронза наградаға лайыҡ булды. Бөтә Рәсәй турнирында беҙҙең спортсылар 3 алтын, 4 көмөш һәм 3 бронза миҙал алды.

Башҡортостанда газ менән тәьмин итеү объекттары яңыртыла Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән кәңә
Башҡортостанда газ менән тәьмин итеү объекттары яңыртыла Был турала Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә үткән кәңәшмәлә белдерелде. Башҡортостанда йылына 16 миллиард кубик метр газ ҡулланыла. Әле был тармаҡта 4 ҙур проект ғәмәлгә ашырыла. Шулай уҡ Рус Юрмашы ауылында газ станцияһы төҙөлә. Яңы объекттар Өфө агломерацияһы үҫешенә булышлыҡ итергә тейеш.

Ейәнсура районының Ибрай мәктәбе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне Ейәнсура районының Ибрай мәктәбе бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Тарихы дата уңайынан төбәктә тантаналы сара үтте. Байрам көндө сығарылыш класс уҡыусыларына өлгөргәнлек аттестаттары ла тапшырылды. Теманың дауамы киләһе яҙмала.

Өфөлә «Йөрәгемдә һайрай һандуғас» шиғри-музыкаль кисәһе үтте Бөгөн Зәки Вәлиди исемедәге Милли китапхана алдындағы майҙанда «Йөрәгемдә һайрай һандуғас» тип исемләнгән шиғри-музыкаль кисә үтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы ойошторолған кисәлә шағирҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар яңғыраны, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев авторҙың шиғырҙарын уҡыны.

Алғы һыҙыҡтағы бер төркөм яугирҙар Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде Башҡортостандың батыр улдары. Алғы һыҙыҡтағы бер төркөм яугирҙар Миңлеғәле Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде. Дәүләт наградаһын Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов тапшырҙы. Был юғары баһа яҡташтарбыҙҙың Ватан алдындағы ҡаһарманлығын һәм фиҙаҡәрлеген таныу булып тора.

«Башҡортостан геройҙары» проекты финалсылары билдәләнде Махсус хәрби операция яугирҙары - беҙҙең осорҙоң төп кешеләре. Уларҙың иң көслөләре етәксе вазифаларға әҙерләнәсәк. Бөгөн Республика йортонда «Башҡортостан геройҙары» программаһының йәмәғәт советы ултырышында һайлап алыу этаптарына йомғаҡ яһалды. Маҡсат хәрбиҙәр һәм ветерандар араһынан идарасылар резервын булдырыу. Финалға сыҡҡан 70 кешенең һәр ҡайһыһы оҙайлы белем алыу программаһы үтеп, төбәктең идарасы командаһындағы остаз ҡарамағында эшләйәсәк - тармаҡты һәр кем үҙе һайлай ала. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығында уҙғарылған эшлекле осрашыуҙан киләһе материал.

Башҡортостан газ инфраструктураһы ҡеүәтен арттыра Башҡортостан газ инфраструктураһы ҡеүәтен арттыра. Радий Хәбиров төбәкте газификациялау мәсьәләләре буйынса кәңәшмә үткәрҙе. Йыл һайын төбәктә 16 миллиард кубометрҙан ашыу газ ҡулланыла һәм өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн күләмле модернизация программаһы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезын ҡабул итә Башҡортостан йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезын ҡабул итә. Абруйлы форум өсөнсө тапҡыр ойошторола, тәүгеһе Түбәнге Новгородта, икенсеһе Владивостокта үткән. Бөгөн башланған Өфө съезында илдең төрлө субъекттарынан 1 мең 500 тирәһе йәш ғалим ҡатнаша. Сара уларҙың остаздары- билдәле ғалимдарҙы бергә туплауы, фәнни асыштар күргәҙмәһе ойошторолоуы менән дә үҙенсәлекле. Съезд делегаттарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Денис Секиринский, Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мажуга тәбрикләне.

Башҡортостанда плотиналар ремонтлана Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, республика ҡарама
Башҡортостанда плотиналар ремонтлана Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, республика ҡарамағында 27 гидротехник ҡоролма бар. Тикшереүҙәрҙән һуң, уларҙың 25-ен ремонтлау тураһында ҡарар ҡабул ителгән. - Ҡоролмалар нығытыласаҡ, был эштәр авария хәүефен кәметеү мөмкинлеге бирә, быйыл ташҡын имен үтте, алдағы йылдарҙа ла ошоға ынтылырға кәрәк, тине министр. Башҡортостанда гидротехник ҡоролмаларҙы ремонтлау өсөн аҡса федераль ҡаҙнанан бүленде.

Быйыл ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу маҡсаты ҡуйылды Республикала бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, тип хәбә
Быйыл ауыл хужалығы продукцияһын етештереүҙе арттырыу маҡсаты ҡуйылды Республикала бының өсөн бөтә мөмкинлектәр бар, тип хәбәр итте премьер-министр Андрей Назаров. Башҡортостан ауыл хужалығында әле 76 өҫтөнлөклө проект ғәмәлгә ашырыла. Уларҙың дөйөм суммаһы 107 миллиард һум. Андрей Назаров билдәләүенсә, малсылыҡта яңы ҡорамалдар алыуға иғтибар бирелә. Һөт етештереүҙе арттырыу маҡсаты ҡуйылған. Шулай уҡ Бишбүләк районында сусҡа үрсетеү комплексы төҙөлә. Ҡошсолоҡ фабрикалары яңыртыла. Йомортҡа етештереүҙе ике тапҡырға арттырып, йылына 1 миллиард данаға еткереү планлаштырыла.

Ишембай районында Ишем ауылының 350 йыллығына арналған байрам саралары үтте Бай тарихлы биләмә. Ишембай районында Ишем ауылының 350 йыллығына арналған байрам саралары үтте. Кесе Ватанын ихлас яратҡан яҡташтар йыйынында үҙешмәкәр коллективтар концерт ҡуйҙы, ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо, майҙанда шулай уҡ тарихи экпозициялар әҙерләнгәйне.