БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 019
订阅者
-124 小时
-37 天
-1030 天
帖子存档
2 019
Өфөнөң «Сосны» торлаҡ комлексына сысҡандар оялаған
Урында йәшәүселәр ялыуҙар менән яуаплы ведомстволарға мөрәжәғәт иткән. Хәл буйынса тикшереүҙәр ойошторолған, Роспотребнадзор идаралығы район хакимиәтенә кимереүселәрҙе юҡ итеү буйынса саралар ойоштороу тураһында күрһәтмә сығарған. Бөгөн урындағы хәлде тикшерер өсөн республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре лә рейдҡа сыҡты. Килеп тыуған: хәл сәбәптәрен БЮТ ижади төркөмө асыҡланы.
2 019
Өфө районының Авдон ауылындағы участка дауаханаһына яңы медицина ҡорамалдары алынған
Заманса йыһазландырыу «Сәләмәтлек» милли проектының беренсел медицина звеноһын модернизациялау программаһы буйынса алып барыла. Авдондар әйтеүенсә, участка дауаханаһындағы шарттарға хәҙер ҡала халҡы ла көнләшерлек. Медицина учреждениеһы Өфөнөң Дим районы ҡала клиник дауаханаһына беркетелгән һәм 14 меңдән ашыу кешене хеҙмәтләндерә.
2 019
Шишмә районынан Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бер-нисә айҙан бер быуатлыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнә
Бикәй ауылынан фронтовик Солтан Хәйҙәровҡа 1 июндә 100 йәш туласаҡ. Уның хәрби яҙмышы аяныслы: йәшләй генә фронтҡа китә, немецтарға әсирлеккә эләгә, һәләк булған тип таныла. Әммә ветеранға тыуған еренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтыу насип була. Солтан Хәйҙәровтың һуғыш йылдарындағы хәтирәләре хаҡында киләһе яҙмала .
2 019
Батырҙар тын ала: башҡорт батальоны яугирҙары оҙайлы алыштарҙан һуң тылда
Биш ай хәрби бәрелештәр һыҙығында булғандан һуң ниһәйәт ротацияға. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге беренсе ирекле башҡорт батальоны штурмлаусылары оҙайлы заданиенан һуң ялға сыҡты. Яҡташтарыбыҙ оборона министрлығының башҡа подразделениелары менән берлектә нацистарҙы тар-мар итә. Яугирҙарҙы подразделениеның тыл районында БЮТ хәрби хәбәрселәре лә ҡаршы алды.
2 019
Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың бер төркөм яугирҙары йәнә яуға юлланды
Милли батырыбыҙ исеменә тап төшөрмәйҙәр. Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың бер төркөм яугирҙары йәнә яуға юлланды. Ватан һаҡсыларын тантаналы оҙатыу сараһы «Өфө-арена» алдындағы майҙанда үтте.
2 019
Башҡортостандың йәш фермеры һәм эшҡыуарҙары студенттар менән тәжрибә уртаҡлашты
Өфөлә ойошторолған «Киләсәк командаһы» форумында ауыл хужалығы өлкәһендә иң яҡшы һәм уңышлы бизнес-проекттар өйрәнелде. Шулай уҡ сарала ҡатнашыусылар Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашып, тармаҡ өсөн көнүҙәк булған мәсьәләләр күтәрҙе. Ҡаланан ситтә эш асыу, хужалыҡ алып барыу мөмкинлектәре һәм дәүләт ярҙамы тураһында киләһе яҙма.
2 019
Башҡортостандың Үзбәкстан төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙә үҫеш мөмкинлектәре киң
Уҙған йылдың 11 айы һөҙөмтәләре буйынса тышҡы тауар әйләнеше 20 процентҡа артҡан. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстандың Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов менән эшлекле осрашыуында билдәләп үтте. Яҡтар юл картаһына һалынған мөһим проекттарҙы ҡарап, сәнәғәт кооперацияһына төп иғтибарҙы йүнәлтте.
2 019
💥Балтас районынан МХО яугиры һөйгәне менән никах уҡытты
Алғы һыҙыҡтан «Танып» позывнойлы яугир һөйгәне менән сәстәрен сәскә бәйләгән. Тулҡынландырғыс ваҡиға - йәштәрҙең никахы Иҫке Балтас ауылы мәсетендә үткән.
2 019
Башҡортостандың тағы бер ауылына газ килде
Ошо көндәрҙә Ҡыйғы районының Ҡолмәт ауылына газ үткәрелгән. Район хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, газға 212 йорт тоташтырыласаҡ.
Белгестәр 12,9 километр оҙонлоҡтағы ҡасаба-ара газ үткәргес һәм 4,036 километр оҙонлоҡтағы газ таратыу селтәрен файҙаланыуға тапшырылды, тип билдәләнеләр муниципалитет хакимиәтендә.
Объект Башҡортостан Республикаһының 2021–2025 йылдарға газ менән тәьмин итеүҙе һәм газлаштырыуҙы үҫтереү программаһы сиктәрендә төҙөлгән.
2 019
Өфөлә Ғабдулла Ғиләжевтың иҫтәлегенә арналған хәтер кисәһе үтте
Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ғабдулла Ғиләжевтың тыуыуына - 95 йыл. Тарихи дата айҡанлы арҙаҡлы шәхестең коллегалары, уҡыусылары Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында хәтер кисәһе үткәрҙе. Сәхнә оҫталары күренекле режиссер, актер, педагог тураһындағы хәтирәләре менән уртаҡлашты, Ғабдулла Ғабдрахман улы ҡуйған спектаклдәрҙән өҙөктәр күрһәтте.
2 019
Фәйзи Ғәскәров ансамбле Дәүләт Кремль һарайында ике ҙур тирмә ҡормаҡсы
Рәсәйҙең иң ҙур дәүләт сәхнәһе фойеһында башҡорт тирмәһе. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле Мәскәүҙәге гастролдәре уңайынан Дәүләт Кремль һарайында ике ҙур тирмә ҡормаҡсы. Ижади коллективтың мәҙәниәт учреждениеһындағы был тәүге ҙур концерты.
2 019
Өфөнөң 41-се мәктәбендә кадеттар сафы киңәйҙе
Ватанымды яратырға, яҡшы уҡырға, ышаныслы дуҫ булырға. Өфөнөң 41-се мәктәбендә кадеттар сафы киңәйҙе. Рәсәй кадеттары көнө уңайынан ойошторолған сарала 20 уҡыусы тантаналы шарттарҙа ант бирҙе.
2 019
Ватанды һаҡлаусылар көнөнә бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар Матбуғат йортонда бауырһаҡ һәм сәк-сәк бешерҙе
Яугирҙарға татлы күстәнәс. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан бер төркөм ҡатын-ҡыҙҙар Матбуғат йортонда бауырһаҡ һәм сәк-сәк бешерҙе. Баллы ризыҡ махсус хәрби операция биләмәһендәге яҡташтарыбыҙға тәғәйенләгән. Изге сара журналист Зөһрә Арсаева һәм уның әсәһе Менәүәрә Нуретдин ҡыҙы башланғысы менән ойошторолдо. Акцияла ҡатнашыусы гүзәл заттар өсөн был үҙенә күрә оҫталыҡ дәресе лә булып торҙо.
2 019
Өфөлә Радий Хәбиров менән Ботиржон Асадовтың эшлекле осрашыуы үтте
Башҡортостандың Үзбәкстан төбәктәре менән хеҙмәттәшлек итеүҙә үҫеш мөмкинлектәре киң. Был турала Үзбәкстан республикаһының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Ботиржон Асадов Радий Хәбиров менән эшлекле осрашыуында билдәләп үтте.
2 019
Башҡортостан мәктәптәре яңы йыһаздар ала
Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдереүенсә, "Хәүефһеҙлек һәм Ватанды һаҡлау нигеҙҙәре" һәм "Хеҙмәт" предметтары өсөн кабинеттар йыһазландырыла. - Был дәрестәрҙә үҫеп килеүсе быуын Тыуған илде һаҡларға, уны яратырға, Ватан өсөн хеҙмәт итергә өйрәнә, - тине ул. Бының өсөн милли проект буйынса 200 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. Бөтә район һәм ҡалаларҙа 711 мәктәпкә кәрәк-яраҡ алына.
2 019
"Өфө" футбол клубы Евгений Харлачев менән контрактты өҙҙө
Ике яҡлы килешеү бар. Евгений Харлачев баш тренер итеп 2023 йылда тәғәйенләнде. Уның етәкселегендә команда беренсе лигаға күтәрелде. Шулай уҡ Өфө клубы өлкән тренер Евгений Чернухин һәм тренер Михаил Гайсин менән хушлашты. Әле Башҡортостан футболсылары баш тренер Омари Тетрадзе етәкселегендә чемпионаттың яҙғы этабына әҙерлек алып бара.
2 019
"Салауат Юлаев" КХЛда ваҡытынан алда плей-офф этабына сыҡты
Юлаевсылар даими беренселектә киләһе уйындарҙың һөҙөмтәләренә ҡарамай Гагарин Кубогы өсөн көрәште дауам итәсәк. Өфө командаһы әле 75 мәрәй менән Көнсығыш конференцияла икенсе урында килә. Даими беренселек 23 мартҡа тиклем дауам итә. Унан һуң плей-офф башлана. Был этапта һәр конференциянан 8-әр команда ҡатнаша.
2 019
24 февраль эш көнө буласаҡ
Башҡортостан хеҙмәт инспекцияһы Ватанды һаҡлаусы көнө уңайынан ял һәм эш тәртибен аңлатты. Быйыл байрам йәкшәмбегә тура килә. Ғәҙәттә ял алдағы дүшәмбегә күсерелә ине. Рәсәй хөкүмәте ҡарарына ярашлы, быйыл 23 февралгә тура килгән йәкшәмбе ялы 8 майға күсә. Ә 8 мартҡа,ҡатын-ҡыҙҙар байрамына тура килгән шәмбе өсөн 13 июндә ял итәбеҙ.
2 019
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы
«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы хеҙмәткәрҙәре «Журналистар урындағы үҙидаралыҡ өсөн» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә Дәүләт Думаһының Союздар йортонда үтте.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
