БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 026
订阅者
-124 小时
-27 天
-630 天
帖子存档
2 026
Өфөлә «Беренселәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе эшенә йомғаҡ яһалды
Өфөлә «Беренселәр хәрәкәте» Дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Конференцияла 600-гә яҡын делегат ҡатнашты. Майҙансыҡта мәғариф программаһы эшләне, яңы проекттар тәҡдим ителде, илһөйәрлек темаларына лекциялар уҡылды.
2 026
Өфөлә ҡыҫҡа ялдан ҡайтҡан яугирҙарҙы фронтҡа оҙатыу тантанаһы үтте
Бөгөн «Өфө-арена» боҙ һарайы янында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусыларҙы оҙатыу тантанаһы уҙҙы. Бер төркөм хәрбиҙәр тыуған яҡта ял иткәндән һуң фронтҡа юлланды. Уларҙың күбеһе мобилизация буйынса алынған. Дүртенсе йыл барған махсус хәрби операцияға яугирҙарҙың яҡындары ла гуманитар ылауҙар туплауҙа ҡатнаша, ирекмәнлек эшендә ҡатнашып аҙыҡ- түлек запасы, күстәнәстәр ебәрә.
2 026
Гүзәл Насироваға II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы тапшырылды
Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насироваға II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы тапшырылды. Бөтә илдең урындағы үҙидара вәкилдәрен йыйған тантаналы сара Кремлдең Екатерина залында үтте. Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко ҡотланы.
2 026
Бөгөн Өфөлә "Ауыл тренер"ы программаһында ҡатнашыусылар бүләкләнде
Радий Хәбиров биш спорт мәктәбе тренерҙарына 1-ешәр миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Бүләктәр хөкүмәттә оператив кәңәшмә барышында бирелде. Башҡортостанда "Ауыл тренеры" программаһы буйынса түләүҙәр 600 мең һумдан миллион һумға тиклем арттырылды. Шулай уҡ республикала 2024 йылдан "Ҡала тренеры" программаһы ғәмәлгә ашырыла.
2 026
Башҡортостанда бер кеше өләсәһенең 2 миллион һумға яҡын аҡсаһын урлаған
Ауырғазы районында Стәрлетамаҡта йәшәүсе 24 йәшлек ирҙе хөкөм итәләр. Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, ул быйыл март айында 67 йәшлек өләсәһе махсус хәрби операцияла һәләк булған улы өсөн аҡса алыуы тураһында белеп ҡала. Пенсионерҙың телефонында мобиль ҡушымтаға инеп өс ай буйы үҙенә аҡса күсерә. Ир ғәйебен таныған. Уның банк иҫәбенә һәм мөлкәтенә арест һалынған.
2 026
Башҡортостанда ҡымыҙ һәм аҡ майҙың ялған өлгөләре табылған
Бейәнеке түгел, һыйыр һөтөнән. Башҡортостан һынау лабораторияһы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса ҡымыҙ өлгөләренең береһе ялған булыуы асыҡланған. Аҡ май менән дә шундай уҡ хәл. Социаль учреждениеларҙа бешереү өсөн ҡулланылған һәм һатыуға сығарылған 12 майҙың составы ысынбарлыҡҡа тура килмәүе билдәләнә. Был тикшеренеүҙәр тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әңгәмәһендә.
2 026
Дәүләт Думаһы комитеты Башҡортостандың социаль практикаларын юғары баһаланы
Республикала граждандар йәмғиәте көслө, социаль йүнәлештәге уңышлы тәжрибәләрҙе Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыу мөһим. Был турала Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Дәүләт думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Яна Лантратова билдәләне. Башҡортостанға эш сәфәре барышында депутаттар Өфө хосписы, Көрәш һарайы, вуз-ара студенттар кампусы эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ комитеттың күсмә ултырышында төбәктә тормошҡа ашырылған иң яҡшы практикалар һәм ҡануни башланғыстар өйрәнелде.
2 026
Башҡортостандың төп финанс документы ҡабул ителде
Республиканың төп финанс документы йәнә социаль йүнәлешле булып ҡала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Бюджетты планлаштырғанда нигеҙ булараҡ республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы фараздар алынған. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, мөһим тармаҡтарҙы финанслау балансы һаҡланған.
2 026
Башҡортостандың төп финанс документы ҡабул ителде
Республиканың төп финанс документы йәнә социаль йүнәлешле булып ҡала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Бюджетты планлаштырғанда нигеҙ булараҡ республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы фараздар алынған. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, мөһим тармаҡтарҙы финанслау балансы һаҡланған. Киләһе йыл бюджеттан нисек буласаҡ?
2 026
Башҡортостан Милли спорт премияһында «Иң яҡшы төбәк» номинацияһын яуланы
Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип танылды. Мәскәүҙә физик культура һәм спорт өлкәһендәге иң абруйлы наградаларҙың береһе-Милли спорт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был дөйөм көс менән яуланған ҙур еңеү. Физик культура һәм спорт өлкәһендәге абруйлы награда Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 2010 йылда булдырылғайны, Башҡортостан Милли премияның был номинацияһында икенсегә билдәләнде.
2 026
Башҡортостан инвалидтарҙың йәшәү сифаты буйынса илдә алдынғы урын алды
Башҡортостан инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексы буйынса иң яҡшы төбәктәрҙең береһе тип танылды. Рейтинг мәғлүмәттәрен Мәскәүҙә Стратегик башланғыстар агентлығы иғлан итте. «Барыһы өсөн дә асыҡ» форумы сиктәрендә Рәсәй субъекттары етәкселәре инклюзив тәжрибәләр индереүҙең һөҙөмтәле төбәк тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Уңышлы тәжрибәләр тураһында киләһе яҙмала.
2 026
Балалар эстрада йырҙарының «Сулпылар» асыҡ телевизион конкурсының быйылғы еңеүселәре билдәләнде
Балалар эстрада йырҙарының «Сулпылар» асыҡ телевизион конкурсының быйылғы еңеүселәре билдәләнде. Гран-приға Өфөнөң урта махсус музыка колледжы уҡыусыһы Тимур Шаһивәлиев лайыҡ булды. Ул клип төшөрөүгә сертификат менән бүләкләнде.
2 026
Өфөлә «Рәсәй исемдәре» халыҡ-ара фестиваль-конкурсының һайлап алыу этабы үтте
Унда 50-гә яҡын бейеү коллективы, 100-гә яҡын вокаль ансамбль һәм солист ҡатнашты. Үҙҙәренең сағыу номерҙарын башҡа төбәк вәкилдәре лә күрһәтте. «Рәсәй исемдәре» халыҡ-ара фестиваль-конкурсының яңы биттәрен яҙасаҡ йәш һәләттәрҙең күрһәтмә сығыштарына БЮТ ижади төркөмө лә тамаша ҡылды.
2 026
Ишембайҙағы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернаты 90 йыллығын билдәләне
Юбилей кисәһе район Мәҙәниәт һарайында үтте. Билдәле спортсы, ғалим, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналист һәм яҙыусылар сығарған белем усағы балаларҙы шәхес итеп тәрбиәләүгә күп көс һала. Гимназияның тыуған көнө хаҡында киләһе яҙмала.
2 026
Республика клиник перинаталь үҙәгендә Әсәйҙәр көнөнә арналған концерт уҙҙы
Сәхнәлә «Һигеҙенсе нота» инклюзив балалар эстрада хоры сығыш яһаны. «Был донъяла һин яңғыҙ түгел» тип исемләнгән концерт программаһында ансамбль патриотик йырҙарҙы, хиттарҙы башҡарҙы.
2 026
Башҡортостандың бер төркөм ир-егеттәре улдары менән яңы һөнәр үҙләштерҙе
Әсәйһәргә үҙ ҡулдарың менән эшләгән бүләк. Башҡортостандың бер төркөм ир-егеттәре улдары менән яңы һөнәр үҙләштерҙе. Мосафир оҫтаханаһында күндән бүләк әҙерләү акцияһы уҙҙы.
2 026
Өфөлә «Бөрйән — башҡортомдоң рух бишеге» хәйриә акцияһы үтте
Бөрйәндәр Өфөлә йыйылды. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Бөрйән яҡташтар берлеге ойошторған «Бөрйән-башҡортомдоң рух бишеге» исемле хәйриә-патриотик акцияһы уҙҙы. Яҡташтар осрашыуҙа Бөрйән районының үткәне, хәҙергеһе һәм киләсәге тураһында һөйләште.
2 026
Өфөнөң «Салют» үҙәгендә алты меңдән ашыу бала реабилитация үткән
Һәр тарих артында белгестәрҙең, ата-әсәләрҙең һәм кескәй пациенттарҙың тырышлығы ята. Бәләкәй генә аҙым да ҙур еңеүгә илтә. Полина Петровскаяға 17 йәш. Балалар церебраль фалижы һәм эпилепсиянан яфаланған ҡыҙ яңынан атларға өйрәнә. Экзоскелет-Полинаның ата-әсәһенә тағы бер таяныс өҫтәне. Был ҡоролма үҫмергә һәр аҙымды дөрөҫ баҫырға ярҙам итә.
2 026
Радий Хәбиров Мәләүез районында үткән республика ҡала һәм район етәкселәре семинарында ҡатнашты
Йыйылышта биләмәләрҙе социаль-иҡтисади үҫтереү мәсьәләләре һәм яҡын киләсәккә урындағы үҙидара органдарының бурыстары ҡаралды. Төбәктең динамик үҫешен тәьмин итеү һәм кешеләрҙең йәшәү сифатын артабан яҡшыртыуға дөйөм тырышлыҡ менән генә өлгәшергә була, тиелде семинарҙа.
2 026
Башҡортостанда милли проект буйынса өс күпер төҙөкләндерелде
Туймазы районында Ыҡ,Ауырғазыла Түрһәгәҙе йылғаһы, Ҡырмыҫҡалы районында инеш аша һалынған объекттар“Тормош өсөн инфраструктура” программаһына ярашлы яңыртылған. Өс ҡоролма лаавария хәлендә булған. Хәҙер улар хәүефһеҙ һәм уңайлы, тип белдерәләр Транспортһәм юл хужалығы министрлығынан.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
