БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد1 982
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-27 أيام
-1330 أيام
أرشيف المشاركات
1 982
Өфө ҡар иретеү станциялары тулы көскә күсә
Календарҙа ҡыш башланһа ла, көҙ китергә ашыҡмай. Шуға ҡарамаҫтан, Башҡортостандың коммуналь-хужалыҡ хеҙмәттәре яуым-төшөмгә әҙерләнә. Өфөләге Сәғит Агиш урамындағы ҡар иретеү станцияһының ике линияһы ла тәүлек әйләнәһенә эшләү режимына күсерелгән. Былтыр ул 150 мең тонна йәки 7 мең йөк машинаһы ҡарҙы иреткән.
1 982
Өфөлә шәхси клиникалаларҙың береһендә махсус хәрби операция ветеранына пластик операция үткәрелде
Бөгөн Өфөлә шәхси клиникалаларҙың береһендә махсус хәрби операция ветеранына пластик операция үткәрелде. Яугирға операция Ватанды һаҡлаусылар фондының Башҡортостан филиалының клиника менән килешеүе буйынса башҡарылды. Уртаҡ проект буйынса айына бер тапҡыр хәрбиҙәргә бушлай пластик операциялар яһаласаҡ.
1 982
«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкына республиканан татлы ярҙам барып етте
Уны архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжы хеҙмәткәрҙәре, студенттар һәм ата-әсәләр туплаған. Гуманитар ылауға шифалы балдан тыш, газ балондары, йылытҡыстар, дронға ҡаршы япма һәм башҡа фронтта кәрәкле бик күп әйберҙәр тупланған. «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкына осраҡлы ғына килмәнек, хәрби берәмек республиканың ғорурлығы тигән фекерҙә колледж директоры.
1 982
Иглин районынан махсус хәрби операциялағыларға 57-се гуманитар конвой әҙерләнә
Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн сираттағы гуманитар ылау ебәреүгә әҙерлек башланды. Был көндәрҙә Иглин ветерандар союзы штабында айырыуса йәнлелек. Иҫәп буйынса 57-се конвойҙы оҙатыу өҫтөндә эш тулы ҡеүәткә бара. Ғәҙәттәгесә, йөктөң дөйөм ауырлығы яҡынса 10 тонна тәшкил итәсәк. Иң кәрәкле әйберҙәр араһында автомобиль техникаһы, дрон детекторҙары, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре һәм төҙөлөш ҡорамалдары бар.
1 982
Башҡортостанда Һалым хеҙмәте 35 йыллығын билдәләй
Федераль һалым хеҙмәте ойошторолоуға-35 йыл. Республика башлығы Радий Хәбиров Һалым идаралығының Башҡортостан бүлексәһе хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары уңайынан тәбрикләп дәүләт наградалары тапшырҙы. Башҡортостан һалым хеҙмәте ярҙамында быйыл республика бюджетына 488 млрд һум аҡса тупланған. Был былтырғы күрһәткестәргә ҡарағанда, 30 процентҡа юғары.
1 982
Радий Хәбиров «Ауыл тренеры» еңеүселәренә 1 млн һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Ауыл тренеры» программаһында еңеүселәргә 1 млн һумға иҫәпләнгән сертификаттар тапшырҙы. Ауыл ерендә йәш спортсыларҙы тәрбиәләүсе белгестәр аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тәбрикләнде. Көн тәртибендә төбәктә мәҙәни мираҫ объекттарын төҙөкләндереү, Башҡортостан башлығы менән Тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр үтәлеше һорауҙары ҡаралды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 982
Өфөлә илдең бокс буйынса чемпионаты үтә
Келәмдә-ҡатын-ҡыҙҙар. Өфөлә илдең бокс буйынса чемпионаты үтә. Көрәш һарайында көн һайын иртә менән кис гүзәл заттар араһында иң көслөләр билдәләнә. Яңыраҡ ҡына 54 һәм 70 килограмм ауырлыҡта еңеүселәр асыҡланды. Өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Наталья Самохина ла уңышҡа өлгәшеп, сираттағы раундҡа үтте. Ул Новосибирск өлкәһе өсөн сығыш яһай.
1 982
Башҡорт драма театры «Рядовойҙар» премьераһын күрһәтте
Илшат Йомағолов исемендәге Башҡорт драма театры репертуары сираттағы хәрби драма спектакле менән тулыланды. Был юлы ижади коллектив беларус драматургы Алексей Дударевтың «Рядовойҙар» пьесаһына мөрәжәғәт иткән. Ике көн дауамында барған премьера аншлаг менән үтте.
1 982
Баймаҡ ҡаланың «Айыуҡай» балалар баҡсаһы 45 йыллыҡ юбилейын билдәләне
Байрамда ата-әсәләр, ветеран тәрбиәселәр, кескәйҙәр ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 982
Өфөлә «Беренселәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе эшенә йомғаҡ яһалды
Өфөлә «Беренселәр хәрәкәте» Дөйөм Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды. Конференцияла 600-гә яҡын делегат ҡатнашты. Майҙансыҡта мәғариф программаһы эшләне, яңы проекттар тәҡдим ителде, илһөйәрлек темаларына лекциялар уҡылды.
1 982
Өфөлә ҡыҫҡа ялдан ҡайтҡан яугирҙарҙы фронтҡа оҙатыу тантанаһы үтте
Бөгөн «Өфө-арена» боҙ һарайы янында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусыларҙы оҙатыу тантанаһы уҙҙы. Бер төркөм хәрбиҙәр тыуған яҡта ял иткәндән һуң фронтҡа юлланды. Уларҙың күбеһе мобилизация буйынса алынған. Дүртенсе йыл барған махсус хәрби операцияға яугирҙарҙың яҡындары ла гуманитар ылауҙар туплауҙа ҡатнаша, ирекмәнлек эшендә ҡатнашып аҙыҡ- түлек запасы, күстәнәстәр ебәрә.
1 982
Гүзәл Насироваға II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы тапшырылды
Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насироваға II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы тапшырылды. Бөтә илдең урындағы үҙидара вәкилдәрен йыйған тантаналы сара Кремлдең Екатерина залында үтте. Муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе Рәсәй президенты хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Сергей Кириенко ҡотланы.
1 982
Бөгөн Өфөлә "Ауыл тренер"ы программаһында ҡатнашыусылар бүләкләнде
Радий Хәбиров биш спорт мәктәбе тренерҙарына 1-ешәр миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырҙы. Бүләктәр хөкүмәттә оператив кәңәшмә барышында бирелде. Башҡортостанда "Ауыл тренеры" программаһы буйынса түләүҙәр 600 мең һумдан миллион һумға тиклем арттырылды. Шулай уҡ республикала 2024 йылдан "Ҡала тренеры" программаһы ғәмәлгә ашырыла.
1 982
Башҡортостанда бер кеше өләсәһенең 2 миллион һумға яҡын аҡсаһын урлаған
Ауырғазы районында Стәрлетамаҡта йәшәүсе 24 йәшлек ирҙе хөкөм итәләр. Прокуратура мәғлүмәттәре буйынса, ул быйыл март айында 67 йәшлек өләсәһе махсус хәрби операцияла һәләк булған улы өсөн аҡса алыуы тураһында белеп ҡала. Пенсионерҙың телефонында мобиль ҡушымтаға инеп өс ай буйы үҙенә аҡса күсерә. Ир ғәйебен таныған. Уның банк иҫәбенә һәм мөлкәтенә арест һалынған.
1 982
Башҡортостанда ҡымыҙ һәм аҡ майҙың ялған өлгөләре табылған
Бейәнеке түгел, һыйыр һөтөнән. Башҡортостан һынау лабораторияһы тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләре буйынса ҡымыҙ өлгөләренең береһе ялған булыуы асыҡланған. Аҡ май менән дә шундай уҡ хәл. Социаль учреждениеларҙа бешереү өсөн ҡулланылған һәм һатыуға сығарылған 12 майҙың составы ысынбарлыҡҡа тура килмәүе билдәләнә. Был тикшеренеүҙәр тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әңгәмәһендә.
1 982
Дәүләт Думаһы комитеты Башҡортостандың социаль практикаларын юғары баһаланы
Республикала граждандар йәмғиәте көслө, социаль йүнәлештәге уңышлы тәжрибәләрҙе Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә таратыу мөһим. Был турала Радий Хәбиров менән осрашыуҙа Дәүләт думаһының Граждандар йәмғиәтен үҫтереү, йәмәғәт һәм дини берләшмәләр мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Яна Лантратова билдәләне. Башҡортостанға эш сәфәре барышында депутаттар Өфө хосписы, Көрәш һарайы, вуз-ара студенттар кампусы эшмәкәрлеге менән танышты. Шулай уҡ комитеттың күсмә ултырышында төбәктә тормошҡа ашырылған иң яҡшы практикалар һәм ҡануни башланғыстар өйрәнелде.
1 982
Башҡортостандың төп финанс документы ҡабул ителде
Республиканың төп финанс документы йәнә социаль йүнәлешле булып ҡала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Бюджетты планлаштырғанда нигеҙ булараҡ республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы фараздар алынған. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, мөһим тармаҡтарҙы финанслау балансы һаҡланған.
1 982
Башҡортостандың төп финанс документы ҡабул ителде
Республиканың төп финанс документы йәнә социаль йүнәлешле булып ҡала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдағы өс йылға республика бюджеты тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Бюджетты планлаштырғанда нигеҙ булараҡ республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҡағылышлы фараздар алынған. Ҡатмарлы иҡтисади шарттарға ҡарамаҫтан, мөһим тармаҡтарҙы финанслау балансы һаҡланған. Киләһе йыл бюджеттан нисек буласаҡ?
1 982
Башҡортостан Милли спорт премияһында «Иң яҡшы төбәк» номинацияһын яуланы
Башҡортостан Рәсәйҙең иң яҡшы спорт төбәге тип танылды. Мәскәүҙә физик культура һәм спорт өлкәһендәге иң абруйлы наградаларҙың береһе-Милли спорт премияһы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, был дөйөм көс менән яуланған ҙур еңеү. Физик культура һәм спорт өлкәһендәге абруйлы награда Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 2010 йылда булдырылғайны, Башҡортостан Милли премияның был номинацияһында икенсегә билдәләнде.
1 982
Башҡортостан инвалидтарҙың йәшәү сифаты буйынса илдә алдынғы урын алды
Башҡортостан инвалидтарҙың йәшәү сифаты индексы буйынса иң яҡшы төбәктәрҙең береһе тип танылды. Рейтинг мәғлүмәттәрен Мәскәүҙә Стратегик башланғыстар агентлығы иғлан итте. «Барыһы өсөн дә асыҡ» форумы сиктәрендә Рәсәй субъекттары етәкселәре инклюзив тәжрибәләр индереүҙең һөҙөмтәле төбәк тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Уңышлы тәжрибәләр тураһында киләһе яҙмала.
