БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 021
订阅者
无数据24 小时
-37 天
-830 天
帖子存档
2 021
Республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәте съезында 650-нән ашыу делегат ҡатнашты
Республикала икенсе тапҡыр ойошторолған башҡорт теле һәм әҙәбиәте съезында 650-нән ашыу делегат ҡатнашты. Эшлекле майҙансыҡтарҙа Башҡортостандың бөтә-район ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән йыйылған педагогтар башҡорт телен һаҡлау, телде һанлаштырылған ҡушымталар аша өйрәтеү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү һорауҙары буйынса фекер алышты. Өфөлә съезд 9 майҙансыҡта ойошторолдо.
2 021
Башҡортостанда «Урал батыр» эпосы көнө булдырыла
Был турала республика башлығы Радий Хәбиров башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының икенсе Бөтә Рәсәй съезында иғлан итте. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, үҫеп килгән быуынды тәрбиәләү халҡыбыҙҙың бай мәҙәни мираҫына нигеҙләнергә тейеш. Съезға килгәндә, ул тәүге тапҡыр алты йыл элек уҙғарылғайны. Мәғариф системаһы алдында телде өйрәнеүҙе йәндәндереү, уны балаларға ла, өлкәндәргә лә мауыҡтырғыс итеү маҡсаты ҡуйылғайны.
2 021
Башҡортостанда талпандан зыян күреүселәр артҡан
Медицина учреждениеларына 2 мең 356 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 800-гә яҡыны балалар, тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау хеҙмәтенән. Башҡортостанда халыҡ күпләп йөрөгән биләмәләр йыл һайын талпанға ҡаршы препараттар менән эшкәртелә.
2 021
Өфө Евразия алыш сәнғәте уйындарын ҡабул итә
Ярыштар 16-18 майҙа Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә. Сара Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлана. Уйындарҙа илдең 60 төбәгенән һәм сит илдәрҙән ҡатнашыусылар көтөлә. Улар алыштың 30 төрөндә көс һынаша.
2 021
Белорет табиптары айыуҙан зыян күреүсегә тейешле медицина ярҙамы күрһәтә
Мохтажлыҡ булған осраҡта пациенттың саниавиация менән Өфөгә күсерелеүе ихтимал. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ваҡиға 4 майҙа Әбйәлил районы Шәрип ауылы эргәһендәге урманда теркәлде. 70 йәшлек ир инә айыу һәм уның ике балаһы менән ҡапма-ҡаршы осрашҡан. Был хәлдән һуң урман хужаһы кешегә ташлана.
Тағы ла бер осраҡ уҙған байрам көндәрендә Белорет районында теркәлгән. Магнитогорскиҙан 20 туристы айыу Кирәл тауға ҡарай баҫтырған.
2 021
Батырҙарға дан: Баймаҡ мәктәбендә «Герой парталары» асылды
Батырҙар исеме мәңгеләштерелде. Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбендә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарға «Герой парталары» асылды. Тантанала батырҙың туғандары, класташтары, дуҫтары ҡатнашты.
2 021
Республикала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үтә
Икенсе тапҡыр ойошторолған сарала 650 делегат ҡатнаша. Республиканың бөтә-район ҡалаларынан һәм күрше төбәктәрҙән йыйылған педагогтар башҡорт телен һаҡлау, телде һанлаштырылған ҡушымталар аша өйрәтеү, балаларҙа туған телгә һөйөү тәрбиәләү һорауҙары буйынса фекер алышты.
2 021
Башҡортостан студенттары Рәсәйҙең һанлы киләсәген төҙөй
Өфө фән һәм технологиялар университеты юғары уҡыу йорттары араһында тәрәнәйтелгән айти белем биреүгә гранттар конкурсында еңеп сыҡҡан. Конкурсҡа 47 заявка тапшырылған, гранттарға илебеҙҙең 26 юғары уҡыу йорто, шул иҫәптән Башҡортостандан Өфө фән һәм технологиялар университеты лайыҡ булған.
2 021
Шаран районында яҙғы баҫыу эштәре 48 мең гектар майҙанда башҡарыла
Быйыл Шаран районында яҙғы баҫыу эштәре 48 мең гектар майҙанда башҡарыла, был уҙған йыл менән сағыштырғанда, 1 мең гектарға күберәк. Иген һәм ҡуҙаҡлы, майлы культураларға өҫтөнлөк бирелә. Хужалыҡтар үҙйөрөшлө машина һәм сәсеү агрегаттарын даими яңырта, йыл ярым эсендә генә етмештән ашыу техника һатып алынған.
2 021
Башҡортостан китаптары интернет аша һатыла
Электрон майҙансыҡтарҙа беҙҙең республика авторҙарының 300-ҙән ашыу китабы бар. Был турала Республика матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев белдерҙе. Ozon, Wildberries, Яндекс Маркет менән тейешле килешеүҙәр төҙөлгән. Уҙған йылда Башҡортостанда электрон платформалар аша 14 меңдән ашыу китап һатылған.
2 021
Башҡортостан мәктәптәренә билдәле шәхестәр исемдәре бирелде
Радий Хәбиров тейешле документҡа ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, Балаҡатай районы Яныбай ауыл мәктәбе Фазлетдин Ислахов исемен йөрөтә. Балтас районы Һәйтәк ауылындағы уҡыу йорто Дан орденының тулы кавалеры Рифҡәт Туҡаев исемен алды. Балтас районы Түбәнге Һикеяҙ ауылындағы мәктәп Советтар Союзы Геройы Ғабдулхай Сәйетов исеме менән аталды. Тағы бер Герой Павел Щербаков исеме Әлшәй районы Раевка ауылындағы 4-се мәктәпкә бирелде.
2 021
Башҡортостан ҡала һәм райондарында һабантуйҙар ваҡыты билдәле булды
Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡ байрамы тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. Указға ярашлы, тәүге һабан байрамдары 31 майҙа 10 районда уҙғарыла. Шулай уҡ июндең 6-сы, 7-се, 12-се, 14-се, 20-се һәм 21-се көндәрендә байрамдар ҡаралған. Быйылғы һуңғы һабантуй Белорет районында 19 июлдә була.
2 021
Башҡортостанға туристар күпләп килә
Һуңғы өс йылда беҙҙең республикаға һыу транспорты менән 9 мең ярым кеше сәфәр ҡылған. Был турала Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итәләр. Быйыл 15 судно килеүе ҡаралған. 9 рейс башҡарылған. 20 июнгә тиклем, Ағиҙелдә һыу кимәле артыҡ түбәнәймәһә тағы 6 теплоход килеүе көтөлә, тип белдерҙеләр ведомствонан.
2 021
Патриот паркында «Зарница 2.0» хәрби-патриотик уйындарҙың төбәк этабы үтә
Унда Башҡортостандан 11 йәштән 21 йәшкәсә 250 уҡыусы һәм студент ҡатнаша. Һынауҙар хәрби шарттарҙа беренсе медицина ярҙамы күрһәтеү, дрон менән идара итеү, атыу һәм башҡа оҫталыҡтар буйынса уҙа.
2 021
Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары Бөйөк Еңеүгә бағышлап ағас ултыртыу акцияһында ҡатнашты
«Һәр үҫентелә - ғүмер, һәр үҫентелә - Еңеү». Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар йәмғиәте менән Өфө лимонарийы ошондай исем аҫтында ағас ултыртыу буйынса «Хәтер баҡсаһы» халыҡ-ара акцияһына ҡушылды. Сара Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына бағышлап ойошторолдо.
2 021
Министрлыҡ вәкилдәре Буранғол һәм Асҡар ауылдарында халыҡ менән экология тураһында һөйләште
Әбйәлил районының Буранғол һәм Асҡар ауылдары халҡы Башҡортостан министрлыҡтары һәм ведомстволары вәкилдәре менән осрашты. Көн тәртибенә райондағы экологик хәл сығарылды, планлаштырылған геологик разведка эштәре мәсьәләһе күтәрелде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 021
Өфөлә махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге асылды
Өфөлә «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында махсус хәрби операция яугирҙары өсөн реабилитация үҙәге асылды. Бөгөн ул тәүге төркөм хәрбиҙәрҙе ҡабул итте. Алда уларҙы ике аҙналыҡ комплекслы реабилитация көтә. Дауаланыу бушлай. Үҙәккә эләгеү тәртибе тураһында киләһе яҙмала.
2 021
2019 йылдан алып Башҡортостанда алкоголле эсемлектәрҙән ағыуланып үлеүселәр 30 процентҡа кәмегән
Эскән килеш ҡылынған енәйәттәр 46 процентҡа аҙыраҡ теркәлгән. Был турала хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, был ыңғай күренешкә республикала уҙғарылған «Айыҡ ауыл «конкурсы ла ҙур өлөш индерә. Тап уның сиктәрендә ауылдарҙа рөхсәтһеҙ спиртлы эсемлек һатыу осраҡтары иҫкәртелә, халыҡ сәләмәт тормошҡа ылыға.
2 021
Быйыл 734 проект урындағы башланғыстарға ярҙам программаһы буйынса субсидия аласаҡ
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙыуынса, халҡыбыҙҙың иң әүҙем, ойошҡан төркөмдәре конкурсҡа үҙ ауылдарын төҙөкләндереү буйынса төрлө идеялар тәҡдим итте. Башланғыстар республика бюджетынан хуплау табасаҡ. Бының өсөн быйыл дөйөм субсидия күләме 700 миллион һумға тиклем арттырылған. Проекттарҙы берлектә финанслауҙа шулай уҡ муниципалитеттар, бағыусылар һәм халыҡ үҙе ҡатнаша. Быйылғы конкурс еңеүселәрен ҡотлайым һәм барлыҡ тәҡдимдәренең уңышлы тормошҡа ашыуын теләйем, тип яҙған Башҡортостан башлығы.
2 021
Сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәр аталды
ЗАГС реестры һуңғы мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Ҡыҙҙарға һирәк исемдәр араһында Шанэль, Амели, Томирис, Юлиана һәм Шахзода. Малайҙарға Тимран, Динияр, Симеон, Эмил һәм Эдуард тигән үҙенсәлекле исемдәр ҡушылған. Иң популяр исемдәр Әминә, София, Амелия, Эмилия, Эва, Эмир, Тимур, Әмир,Мирон һәм Марк булған.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
