ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 982
订阅者
-124 小时
-27 天
-1530 天
帖子存档
Махсус хәрби операцияла батырлыҡ күрһәткәндәр яугирҙар Шайморатов миҙалдары алды 25-се дөйөм ғәсҡәр армияһында, фиҙаҡәрлек күрһәткән яугирҙарға Башҡортостандың дәүләт наградалары-Шайморатов миҙалдары, армия командующийына Шайморатов ордены тапшырылды. Бүләкләү тантанаһынан хәрби хәбәрсебеҙ әҙерләгән яҙма. «Бурый» - Ейәнсура районынан. Махсус хәрби операцияла ул тәүге көндәрҙән алып ҡатнаша. Хәҙер уның күкрәген Башҡортостан республикаһының дәүләт наградаһы-Шайморатов миҙалы биҙәй.

Өфөләге предприятие һаҡсыл технологиялар ҡулланып етештереү ҡеүәтен ун процентҡа арттырған Өфөләге предприятие һаҡсыл технологиялар ҡулланып етештереү ҡеүәтен ун процентҡа арттырған. Өфө быраулау ҡорамалдары заводы төбәк компетенциялар үҙәге менән берлектә яңы проект тормошҡа ашырып, икенсе ай яңыса алымдар буйынса продукция сығара. Предприятие етәкселеге производстволағы ыңғай үҙгәрештәрҙе билдәләй.

Александр Жаровский карьераһын «Салауат Юлаев» клубында дауам итергә ниәтләй Был хаҡта юлаевсылар етәксеһе Ринат Бәширов белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, 18 йәшлек хоккейсының Өфө командаһы менән контракты тағы ла йыл ярым ғәмәлдә буласаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл йәй һөжүмсе НХЛ драфтында «Монреаль» тарафынан һайланды. Континенталь хоккей лигаһының быйылғы даими чемпионатында Александр Жаровский әлегә 20 мәрәй туплап өлгөргән.

2025 йылдың декабре күҙәтеүҙәр тарихында иң йылы ҡышҡы айҙар иҫәбенә инергә мөмкин 2025 йылдың декабре күҙәтеүҙәр тарихында иң йылы ҡышҡы айҙар иҫәбенә инергә мөмкин. Ғәҙәттән тыш йомшаҡ ҡыштың төп сәбәбе тип Атлантиканан көньяҡ-көнбайыш еле йоғонтоһонда килгән йылы һауаның әүҙем ағымын атайҙар, был, эксперттар әйтеүенсә, глобаль климат үҙгәреүе менән бәйле. Быйылғы ҡыш та быльтырғыһы һымаҡ тарихта йылы булыуы менән иҫтә ҡалырмы.

Өфөнөң Янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдҡа сыҡты Байрам фажиғәғә әйләнмәһен өсөн. Өфөнөң Янғын һағы идаралығы хеҙмәткәрҙәре профилактик рейдҡа сыҡты. Уның барышында туҡланыу учреждениелары тикшерелде, Яңы йыл мәжлестәрен хәүефһеҙ үткәреү ҡағиҙәләре иҫкә төшөрөлдө.

Өфөлә Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә Республикала дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә. Шәхес иҫтәлегенә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Әбйәлил районы яҡташтары Фәйзрахман Шәйхетдин улы хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә гөлләмәләре һалды. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа шәхес эшмәкәрлеген иҫкә алдылар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Иҫке Тумбағош мәктәбендә махсус хәрби операция яугирҙарына Хәтер музейы асылды Шаран районы Иҫке Тумбағош ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡаһармандарса һәләк булған яугирҙар иҫтәлегенә Хәтер музейы асылды. Хәрбиҙәрҙең исемен мәңгеләштереү башланғысы менән оло юғалтыу кисергән ата-әсәләр исеменән уҡытыусы Виталий Сәйетов сыҡҡан. Үҙенең дә улы Артур алғы һыҙыҡта һәләк булған, бөгөн батыр иҫтәлегенә Герой партаһы булдырылған, мини-футбол буйынса турнирҙар уҙғарыла.

Өфө районында баланың ғүмерен ҡыйған водителгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды Үлемесле авария өсөн мәжбүри эш. Өфө районында баланың ғүмерен ҡыйған водителгә ҡарата хөкөм ҡарары сығарылды. Юл фажиғәһе быйыл майҙа Шамонин ауылында теркәлде. «Киа Спектра» автомобиле хужаһы юғары тиҙлектә 11 йәшлек велосипедсыны бәрҙерә. Баймаҡ районынан туғандарына ҡунаҡҡа килгән малай авария урында һәләк була. Водитель судта ғына баланың яҡындарынан ғәфү үтенә һәм бер миллион һум компенсация түләй.

Радий Хәбиров эш сәфәре менән Үзбәкстанға килде Бизнес өсөн яңы мөмкинлектәр. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Үзбәкстанға килде. Төбәк етәксеһе Ташкентта Рәсәй һәм Үзбәкстан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса Хөкүмәт-ара комиссияның 26-сы ултырышында ҡатнаша.

Өфөлә 120-нән ашыу ҡатнашыусыны берләштергән бералыш буйынса көнсығыш көрәш фестивале уҙҙы Унда 9 федерация вәкилдәре төрлө алымдарҙы һәм техниканы башҡарыу оҫталығын күрһәтте. Спортты һәм сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыуға йүнәлтелгән фестиваль Владимир Жириновскийҙың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналды.

Пушкин әкиәттәре башҡорт телендә сыҡты: «Китап» нәшриәте яңы баҫма тәҡдим итте Туған телдә яратҡан классика. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә Александр Пушкиндың киң билдәле әкиәттәре башҡорт телендә донъя күрҙе. Өс мең данала нәшер ителгән баҫмаға әҙиптең биш әҫәре тупланған. Уларҙы билдәле балалар яҙыусыһы һәм драматургы Айһылыу Йәғәфәрова тәржемә иткән.

Өфөлә Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә Республикала дәүләт эшмәкәре Фәйзрахман Хисмәтуллиндың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер саралары үтә. Шәхес иҫтәлегенә йәмәғәт эшмәкәрҙәре, Әбйәлил районы яҡташтары Фәйзрахман Шәйхетдин улы хөрмәтенә ҡуйылған таҡтаташҡа сәскә гөлләмәләре һалды.

Волга һыу транспорты дәүләт университетының Өфө филиалы 55 йыллығын билдәләне Юбилей датаһы беренсе курс курсанттарының ант биреү тантанаһы менән тура килде. 170 егет-ҡыҙға студент таныҡлығы ла тапшырылды. Ошо йылдар эсендә уҡыу йорто судно йөрөтөүсе, судно һәм электр механигы, транспорт менән идара итеүсе һәм пассажирҙарҙы ташыу эшен ойоштороусы кеүек 8 меңдән ашыу белгес әҙерләгән.

Өфөлә сәнәғәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды Башҡортостандың сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Өфөлә бер төркөм хеҙмәт алдынғылары юғары дәүләт наградалары менән бүләкләнде. Республика башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, ябай булмаған осорҙа ла предприятиелар яңы производстволар төҙөүен дауам итә, эшмәкәрлеккә инновациялар индерелә, инвестициялар йәлеп ителә, энергия системаһы ҡеүәттәре арттырыла. Төбәктә алып барылған сәнәғәт сәйәсәте лә ил кимәлендә иң уңышлыларҙың береһе һанала. Һөнәри байрамдарын билдәләгән тармаҡ алдынғыларының фиҙаҡәр хеҙмәте тураһында киләһе сюжетта.

Башҡортостандың 8 ауылына юғары тиҙлекле интернет үткәрелә Һанлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, Асҡын районының Дәүләт
Башҡортостандың 8 ауылына юғары тиҙлекле интернет үткәрелә Һанлы үҫеш министрлығынан белдереүҙәренсә, Асҡын районының Дәүләт һәм Шорохов, Белореттың Ботай һәм Ҡарайылға, Йылайырҙа Яңы Александровка, Ҡариҙелдә Ураҙбахты, Тәтешлелә Танып, Шаранда Тат-Көсөк ауылдары донъя селтәренә тоташтырыла.

Башҡортостанда 400-гә яҡын яугирға психологик ярҙам күрһәтелгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзал
Башҡортостанда 400-гә яҡын яугирға психологик ярҙам күрһәтелгән Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына реабилитация системаһы булдырылған. Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин белдереүенсә, быйыл 2 мең ярымдан ашыу кеше медицина ярҙамы алған. Яугирҙарҙы дарыу менән тәьмин итеү буйынса мониторинг алып барыла. Республика психотерапия үҙәгендә стационар ярҙам программаһы эшләй. Ул 30 көнгә иҫәпләнгән.

Башҡортостан спортсыһы билбаулы көрәш буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәев Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә билбаул
Башҡортостан спортсыһы билбаулы көрәш буйынса 8 тапҡыр донъя чемпионы Артур Зөлҡәрнәев Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә билбаулы көрәш буйынса донъя чемпионатында еңеү яуланы. Белореттан Олимпия Мәхийәнова ла алтын миҙалға лайыҡ булды. Яҡташыбыҙ донъя беренселегендә дүртенсегә еңеү яуланы. Фуджейра ҡалаһында үткән турнирҙа Башҡортостан көрәшселәре бөтәһе 8 миҙал менән бүләкләнде.

«Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы йыл йомғаҡтарын барланы «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы йыл йомғаҡтарын барланы. Канал хеҙмәткәрҙәре йыл йырсыһы, шағиры, халыҡ башҡарыусыһы кеүек төрлө номинация еңеүселәрен билдәләне. «Башҡортостан» дәүләт концерт залында аншлаг менән үткән тамаша беренсе тапҡыр күсмә студияла эшләне.

Өфөлә Зифа Толомбаеваның «Тылсымлы биҙәктәр» күргәҙмәһе асылды Өфөнөң «Урал» галереяһында Мәскәүҙә йәшәгән яҡташыбыҙ, рәссам Зифа Толомбаеваның «Тылсымлы биҙәктәр» тип исемләнгән күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға орнаментализм техникаһында эшләнгән 20 картина ҡуйылған.

Әсә көнөндә ҡаланың клиник перинаталь үҙәгендә «Бәхет тыуҙы!» акцияһы ойошторолдо Үҙәк хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә был көндө сабыйҙары тыуған әсәләрҙе тантаналы шарттарҙа тәбрикләне.Ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм бәләкәстәрҙе өйгә оҙатҡанда иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Өфөнән Бардыновтар ғаиләһенең өсөнсөгә улдары тыуған, улар хәҙер күп балалы ғаилә статусында.