БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 023
订阅者
-124 小时
-37 天
-630 天
帖子存档
2 023
Өфөлә рәссам Наталья Белоусова менән керамика оҫтаһы Милена Федотованың күргәҙмәһе асылды
Өфөлә «Заманса сәнғәт музейында» рәссам Наталья Белоусова менән керамика оҫтаһы Милена Федотованың күргәҙмәһе асылды. Экспозицияға психология, йәшәү мәғәнәһе, кешелек, мөхәббәт, шәхестең эске кисерештәренә арналған картиналар ҡуйылған. Бер нисә йыл элек ҡаты сирләп инвалид креслоһына ултырған рәссам Наталья Белоусова тамашасыларҙы һүрәттәренә шиғыр яҙып йәлеп итә. Керамика оҫтаһы Милена Федотова тәбиғәттән һәм сәйәхәттәрҙән илһамланып төрлө скульптуралар ижад итә.
2 023
Өфөлә йәшәүсе Татьяна Перцева япраҡ-ботаҡтарҙан биҙәүестәр яһай
Йәшеллектең матурлығы-биҙәүестәрҙә. Өфөнән Татьяна Перцева төрлө ағастарҙың япраҡ-ботаҡтарын йыйып, уларҙы гальванопластика технологияһы буйынса эшкәртә, йәғни электр химияһы тәьҫире һөҙөмтәһендә металл, баҡыр күсермәләрен яһай.
2 023
Сәләмәтлек поездары ярҙамында 4 меңгә яҡын ауырыу аысҡланған
Мобиль бригадалар быйыл республиканың 300-ҙән ашыу ауыл-ҡалаһында булып 170 меңгә яҡын пациентты ҡабул иткән. Күсмә станция ошо көндәрҙә Өфө районының Булгаков ауылында ла эшләй. Бында анализдар бирергә, маммография үтергә, кардиологҡа, онкологҡа, гинекологҡа күренергә, грипттан прививка яһатырға мөмкин.
2 023
Өфөлә милли гвардия ғәскәрҙәре ҡотҡарыусылары һәм янғын һүндереүселәренең чемпионаты башланды
Ғәҙәттән тыш хәлдәр системаһында хеҙмәт итеүселәр ярышы йыл һайын ойошторола. Конкурс бер яҡтан оҫталарҙы асыҡларға булышлыҡ итһә, икенсенән, яңы эш алымдары, технологиялар менән танышыу мөмкинлеге булып тора.
2 023
Башҡортостан яугирҙары Донбаста ҡаһарманлыҡ күрһәтә
90-сы гвардия танк дивизияһының 228-се полкында хеҙмәт итеүсе яугирҙарыбыҙ Донецк халыҡ республикаһының Покровское йүнәлешендә дошманды дөмөктөрә. Мотоуҡсылар полкында яҡташтарыбыҙ ҙа байтаҡ. Улар үҙҙәрен ҡурҡыу белмәҫ, сая, ҡаһарман яугирҙар булараҡ танытҡан. Башҡортостан хәрбиҙәре менән БЮТ хәбәрселәре лә осрашты.
2 023
Стәрлетамаҡ кооперативы дәүләт ярҙамы менән етештереүҙе арттырҙы
Һуңғы дүрт йылда республиканың ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтары ярты миллиард һумдан ашыу дәүләт ярҙамы саралары менән файҙаланған. Өс йыл элек Стәрлетамаҡ районындағы берләшмә матди-техник базаны нығытыуға грант алып, производство ҡеүәтен арттырған. Бөгөн цехта етештерелгән кулинар изделиелар продукцияһы Башҡортостан район-ҡалалары һәм Силәбе өлкәһе сауҙа нөктәләренә оҙатыла. Бәлештәргә айырыуса ихтыяж юғары.
2 023
Борай районында йылғаға ҡолаған автомобиль өсөнсө көн тигәндә табылған
Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты ҡотҡарыусылары бөгөн һыу төбөнән 12-се модель «ВАЗ» автомобилен сығарған.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 7 сентябрҙә юғары тиҙлектә килгән машина төҙөлөп ятҡан күпергә бәрелә. Авария һөҙөмтәһендә яна башлаған машина һыуға ҡолай. Эҙләү эшенә йылғалағы көслө ағым менән насар күреү мөмкинлеге ҡатмарлыҡ тыуҙыра. Ҡотҡарыусылар автомобилде тик һыу аҫты камераһы ярҙамында 2 метр ярым тәрәнлектә күрә алған. Машинаны һыуҙан сығарғанда салонда водителдең кәүҙәһе лә табылған.
2 023
Башҡортостанда ҡырау төшөүе көтөлә
Был турала төбәк Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итәләр. Ведомстовонан белдереүҙәренсә, республиканың көньяҡ-көнсығышында юғары янғын хәүефе, ә төндә нолдән ике градусҡаса һыуытып ҡырау төшөүе күҙаллана. Иртәгә төндә урыны менән бер аҙ ямғыр яуа, көндөҙ башлыса яуым-төшөмһөҙ буласаҡ. Һауа температураһы төндә 2-7, көндөҙ 13-18 градус йылы күрһәтә.
2 023
Башҡортостандың спорт өлкәһендәге башланғыстарына йәшел ут
Был турала Рәсәйҙең спорт министры Михаил Дегтярёв Мәскәүҙә Радий Хәбиров менән осрашыуҙа белдерҙе. Эшлекле фекер алышыу барышында федераль министр республика етәксеһен «Физик культура һәм спорт отличнигы» билдәһе менән бүләкләне. Михаил Дегтярёв былтыр Өфөләге «Рәсәй-спорт державаһы» халыҡ-ара форумының юғары кимәлдә ойошторолыуын тағы ла бер тапҡыр билдәләп үтте.
2 023
Денис Лебедев Баймаҡ ҡалаһының үҙәк майҙанында иртәнге зарядка үткәрҙе
Рәсәй боксы легендаһы Баймаҡта! Бөгөн донъя чемпионы Денис Лебедев ҡаланың үҙәк майҙанында иртәнге зарядка үткәрҙе. Көслө нокауттары менән билдәле булған боксер менән осрашыуға Башҡортостандың спорт йондоҙҙары-күренекле чемпиондар ҙа ҡушылды.
2 023
Башҡортостанда льгота ярҙамы алыусылар 1 октябрҙән социаль хеҙмәт тупланмалары алыу ысулын үҙгәртә ала
Әле был хоҡуҡ менән республикала 318 меңдән ашыу кеше файҙалана. Улар - Бөйөк Ватан һуғышы, хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәм инвалидтары., Чернобыль һәләкәтендә зыян күреүселәр һәм башҡалар. Башҡортостанда 119 меңдән ашыу кеше льготаны шифаханаға путевка рәүешендә, тимер юлда һәм ҡала ара транспортта дауаланыуға барып ҡайтҡанда, медицина тауары алыуға тотона. Ҡалғандарға ул айына 1728 һум 46 тин күләмендә аҡсалата түләнә.
2 023
Башҡортостанда һуғыш балалары өсөн социаль ярҙам киңәйтелә
Башҡортостанда 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклем тыуған һуғыш балаларына социаль ярҙам сараларын арттырыу ҡарала. Был туралағы закон проектын республика парламенты әҙерләгән. Ул ҡабул ителгән осраҡта һуғыш балалары дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса Күп функциялы үҙәк офистарында һәм филиалдарында сираттан тыш хеҙмәтләндерелә.
2 023
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яугирҙар йәнә махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Ватан һаҡсыларын оҙатыу сараһы бөгөн «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда үтте. Көтөп алынған ял минуттарын ир-аттар башлыса ғаиләләренә бүлергә тырышҡан. Көнкүреш мәсьәләләрен хәстәрләгән,
2 023
Башҡортостанда Павел Качкаевтың исеме мәңгеләштерелә
Был туралағы Указға Башҡортостан башлығы ҡул ҡуйған. Документта билдәләнеүенсә, баш ҡаланың элекке мэры һәм Дәүләт Думаһы депутаты төбәктең социаль-иҡтиспади үҫешенә тос өлөш индергән. Уны исеме Өфөнөң 110-сы мәктәбе менән Өфө урамдарының береһенә биреләсәк.
2 023
Өфөнөң Затон шоссеһында үлемесле авария теркәлгән
Ҡала дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, кисә киске сәғәт 9-ҙар тирәһендә 6-сы модель «ВАЗ» автомобиле водителе йәйәүле ирҙе бәрҙергән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡазаға тарыусы ашығыс медицина ярҙамы машинаһында вафат булған. Әле мәрхүмдең шәхесе асыҡлана. Авария осрағы буйынса административ тикшереү башланған. 19 йәшлек водитель әйтеүенсә, йәйәүле көтмәгәндә юлға йүгереп сыҡҡан.
2 023
Оҙайлы ямғырҙар республикала ураҡ эштәрен тотҡарлай
Әлегә иген һәм иген ҡуҙаҡлы культуралар 714 мең гектар майҙанда йыйылған, был дөйөм майҙандың яртыһы. Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Стәрлетамаҡ районы күрһәткестәр буйынса алдынғы урында. Уңыш ҡеүәте уртаса гектарынан 40 центнер тәшкил итә. «Дуҫлыҡ» фермер хужалығы ҡарамағында 7 комбайн эшләй.
2 023
Өфөлә йәш ғалимдар яһалма интеллект ярҙамында күҙ ауырыуҙарын иҫкәртеү программаһы уйлап сығарҙы
Евразия ғилми-мәғариф үҙәге ҡарамағында университеттар һәм ғилми ойошмалар базаһында булдырылған 18 йәштәр лабораторияһы эшләй. Исемлектә донъя кимәлендә танылыу алған алдынғы ғалимдар етәкселегендә эшләгән берләшмәләр ҙә бар. Өфө фән һәм технологиялар университетында ойошторолоп, бөгөн уңышлы проекттар тормошҡа ашырған лабораториялар тураһында киләһе яҙма.
2 023
Мәләүез яр буйы Рәсәйҙең иң яҡшы ағас төҙөкләндереү проекты исеменә дәғүә итә
Мәләүез ҡалаһының ошо уҡ исемле йылға яры Архиwood ағас архитектураһы конкурсының «Мөхит дизайны» номинацияһында Рәсәйҙең ағас менән иң яҡшы төҙөкләндереү проекты исеменә дәғүә итә.
Проектты Башҡортостандың ҡалаларҙы үҫтереү институты «Новая земля» һәм «Аффинум» компаниялары менән берлектә эшләгән. Уның нигеҙендә ҡала үҙәгендәге элекке парковка яр буйына төшөү урыны, ял, спорт һәм балалар өсөн зоналары булған уңайлы йәмәғәт биләмәһенә әйләнгән.
2 023
Мотоциклда Рәсәй буйлап: Башҡортостанға сәйәхәтсе Наталья Лоу килде
Cтаврополдән Өфөгә тиклем мотоциклда. Шәкәр диабетынан яфаланған Наталья Лоу ил буйынса сәйәхәт итеп, ҡатмарлы диагноз менән дә тулы тормош менән йәшәү мөмкинлеген күрһәтә. Сәфәргә ул июль уртаһында сыҡҡан, әле 8 меңдән ашыу саҡрым юл үткән. Башҡортостанда ул бер нисә көнгә туҡталған. Маҡсаты баш ҡаланың иҫләлекле урындары менән танышыу. Беренсе типтағы шәкәр диабеты уға утыҙ йыл элек ҡуйылған.
2 023
«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ»: Өфөлә балалар хәйриә футбол турниры үтте
«Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ». Өфөнөң Жилин ауылында ойошторолған футбол буйынса ярыш шулай аталды. Балалар хәйриә турниры Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүгә арналды. «РгоФУтбол» спорт комплексына 27 команда йыйылды, улар өс йәш категорияһында көс һынашты.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
