ch
Feedback

不要被骗子欺骗!Telemetrio 会找到并标记这些频道 👉 如果想查看标记,请订阅

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
1 969
订阅者
-124 小时
-17 天
-1430 天
帖子存档
Башҡортостанда баҫыу эштәре башланды Стәрлетамаҡ һәм Илеш районында бер нисә хужалыҡ ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндә
Башҡортостанда баҫыу эштәре башланды Стәрлетамаҡ һәм Илеш районында бер нисә хужалыҡ ужым культураларын һәм күп йыллыҡ үләндәрҙе минераль ашлама менән туҡландыра. Республикала 1 миллион 580 мең гектарҙа иген культуралары сәсеү планлаштырыла.600 мең гектарҙа техник культуралар сәселә. ужым 248 мең гектар ер биләй. уның 90 проценттан ашыуы яҡшы ҡышлаған.

МХО яугирҙарына арналған «Әсәй» хәйриә концертына рәхим итегеҙ! 2 апрелдә БСТ телеканалы Өфөнөң Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә донъялағы иң ғәзиз кешеләргә арналған хәйриә концерты ойоштора. Сарала «Әсәй» телевизион тапшырыуы геройҙары һәм билдәле сәхнә оҫталары ҡатнаша.

Шишмә районының Арыҫлан ауылында ете кәзә бәрәсе хаҡындағы әкиәт тормошҡа ашҡан Бер юлы ете бәрәс. Шишмә районының Арыҫлан ауылында ете кәзә бәрәсе хаҡындағы әкиәт тормошҡа ашҡан. Анастасия менән Олег Борисяктарҙың хужалығында заанин тоҡомло кәзә хужаларын бер юлы ете бәрәс тыуҙырып ҡыуандырған. Ваҡ мал тәрбиәләүҙә 15 йыллыҡ тәжрибәһе булған фермер белдереүенсә, шәхси хужалыҡта бындай осраҡ тәүгә теркәлгән. Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.

Өфөлә аутизм спектры боҙолған балалар өсөн 9 ресурс класы эшләй Уларҙың береһе 41-се дөйөм белем биреү мәктәбендә уҡыу йылы башында асылған. Махсус кластарҙа һәр бала тьютор менән шөғөлләнә. Үҙенсәлекле уҡытыу алымдары тураһында киләһе яҙмала.

Өфөлә үткән эксперт советының 19-сы ултырышында күпләп башҡорт халыҡ уйындары ҡаралды Фольклорсылар, сәнғәт белгестәре, этнографтар, тарихсылар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре төбәк һәм федераль реестрға инеүгә дәғүә иткән 30 объект буйынса фекер алышты.

Яҙҙы оҙатыу байрамында йыйылған аҡсаға яугирҙарға техника Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте ойошторған хәйриә фестивалендә йыйылған аҡсаға Башҡортостан яугирҙарына квадроциклдар һәм мотоциклдар һатып алынған. Был техника яу яланында хәрбиҙәргә мобиль булырға, яралыларҙы сығарырға ярҙам итә.

Архангел районынында ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү эштәре дауам итә Әле зыян күргән Аҙау ауылында ихаталар, урамдар боҙҙан таҙартыла. Был эшкә ҡеүәтле техника йәлеп ителгән. Бер рәттән эпидемиологик хәлде көйләү буйынса ла саралар күрелә. Ҡойоҡтарҙан бысраҡ һыу һурҙыртыла, һәләк булған малдар юҡ ителә, ҡуралар зарарһыҙландырыла.

Быйыл Салауатта яңы мәктәп төҙөлә башлаясаҡ Шулай уҡ йәмәғәт киңлектәрен, ихата биләмәләрен һәм күп фатирлы йорт подъездарын төҙөкләндереү планлаштырыла. Был турала Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы активы менән осрашыуҙа белдерҙе. Асыҡ диалог форматында уҙған фекер алышыуҙа ҡала округын үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде.

Радий Хәбиров Евразия Күсмә цивилизациялар музейы мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһе уҙғарҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында Евразия Күсмә цивилизациялар музейы төҙөлөшө мәсьәләләренә арналған эш кәңәшмәһе уҙғарҙы. Билдәләнгән план буйынса, биләмәлә өс ҙур объект - музей, башҡорт аты һәм һунар ҡоштар үҙәге, спа-шифахана буласаҡ. Күләмле төҙөлөшкә тиклем инженер коммуникацияларҙы әҙерләү талап ителә.

Яҙын Башҡортостанда 2 миллион 200 мең гектарҙан ашыу ер сәселә Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Баҫыуҙарҙы
Яҙын Башҡортостанда 2 миллион 200 мең гектарҙан ашыу ер сәселә Был турала премьер-министр Андрей Назаров белдерҙе. Баҫыуҙарҙың ҙур өлөшөндә иген культуралары була. Быйылғы уңыш өсөн көҙҙән 248 мең гектар ужым сәсеп ҡалдылырған. Ул яҡшы ҡышлаған. Әле яҙғы сәсеү өсөн орлоҡ, ашлама, яғыулыҡ-майлау материалдары әҙерләнә, техника көйләнә. Башҡортостанда уҙған йылда 11 миллиард һумға 2 мең 400 берәмек техника һатып алынған.

Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү өсөн техника әҙерләгән Шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдары тупланған. Утты һүндереү
Башҡортостанда урман янғындарын һүндереү өсөн техника әҙерләгән Шулай уҡ яғыулыҡ-майлау материалдары тупланған. Утты һүндереүгә 11 мең ярым кешене йәлеп итеү планлаштырыла. 3 мең 300 берәмек техника бар. Урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов белдереүенсә, республика төрлө хәлдәргә әҙер. Төп бурыс урман янғындарының таралыуына юл ҡуймау. Башҡортостан урман биләмәләрендә хәүефле миҙгелдең апрель айында башланыуы көтөлә.

Миңлеғәле Шайморатов исемендәге спецназ отряды ҡунаҡтар ҡабул итә Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәре көнө алдынан Миңлеғәле Шайморатов исемендәге спецназ отряды яугирҙары уҡыусылар, кадеттар өсөн экскурсиялар уҙғара, ә хәрби институттар курсанттары подразделениела стажировка үтә. Яугирҙәр уларҙы ҡорал, хәрби техника, тренажерҙар һәм берләшмәнең барлыҡҡа килеү тарихы һәм уның хәрби юлы менән таныштыра.

Ләйсән Үтәшеваның ғаиләһендә аяныслы хәл Билдәле алып барыусы, гимнаст Ләйсән Үтәшеваның 89 йәшлек ҡартатаһы Солтангәрәй Әҙел
Ләйсән Үтәшеваның ғаиләһендә аяныслы хәл Билдәле алып барыусы, гимнаст Ләйсән Үтәшеваның 89 йәшлек ҡартатаһы Солтангәрәй Әҙелгәрәй улы вафат булған. Ул ғүмер баҡый агроном булып эшләгән. 2006 йылда Әлшәй районының почетлы гражданы исеме менән бүләкләнә.

«Башҡортостан» телерадиокомпанияһында эшләп килгән уҡытыу үҙәгенә 20 йыл тула Ошо дәүҙерҙә унда 2000-дән ашыу белгес өҫтәмә белем алған, профессилональ квалификацияһын үҫтергән. Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһына Евразия Телевидение һәм радио академияһы академигы, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Ғилманова нигеҙ һалған һәм бөгөнгәсә уны етәкләй. Телерадиосәнғәт мәктәп-студияһын тамамлаған белгестәр бөгөн БСТ, «Рәсәй», «Ҡурай», «Тамыр» кеүек алдынғы телеканалдарҙа һәм радиоларҙа эшләй.

Өфөнөң «Родина» кинотетарында «Үҙебеҙҙекеләр. Һуғыш тураһында баллада» хәрби драмаһы күрһәтелде Фильм аэроразведчиктар батальоны отряды көндәлеген бәйән итә. Картинаның ябыҡ премьераһына махсус хәрби операция ветерандары, уларҙың ғаилә ағзалары, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды. «Родина» кинотеатры фойеһында хәрби темаға бағышланған күргәҙмә, маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресе тәҡдим ителде.

Башҡорт дәүләт медицина университеты Силәбе өлкәһе менән хеҙмәттәшлек итә Башҡорт дәүләт медицина университеты менән Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды. Яҡтар бергәләп белем биреү сифатын күтәреүгә йүнәлтелгән социаль әһәмиәтле проекттарҙы һәм башланғыстарҙы тормошҡа ашырасаҡ.

Башҡортостанда яҙғы сәсеүҙе тиҙ атҡарып сығыу планлаштырыла Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, техника паркы яңы
Башҡортостанда яҙғы сәсеүҙе тиҙ атҡарып сығыу планлаштырыла Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, техника паркы яңыртыла. Быйыл ер эшкәртеү машиналары һаны 250-гә арта. 11 мең 200 трактор һәм 5 мең сәскес баҫыуҙарға сыға. Әле техника 90 процентҡа әҙер, - тине Вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. Быйыл яҙ 2 миллион гектарҙан ашыу ер сәселә.

Иглин районының социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды Премьер-министр Андрей Назаров Иглиндә республика хөкүмәте кәңәшм
Иглин районының социаль-иҡтисади үҫеш мөмкинлектәре ҡаралды Премьер-министр Андрей Назаров Иглиндә республика хөкүмәте кәңәшмәһен уҙғарҙы. - Бында эш хаҡы 9,2 процентҡа артҡан. Был Башҡортостан буйынса 15-се күрһәткес. Эшһеҙлек ике тапҡыр кәмегән. Социаль объекттар төҙөлә. Оло-Тәләктә социаль-мәҙәни үҙәк, Көҙәй ауылында китапхана, Иглиндә мәктәп файҙаланыуға тапшырылған. Район-үҙәгендә физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөлгән. Инвестиция күләме артыу тиҙлеге буйынса Иглин уҙған йылда республика муниципалитеттары араһында 1-се урын алған. Кәңәшмәлә Андрей Назаров төҙөлөш, транспорт инфраструктураһы, мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, урман, ауыл хужалыҡтары, сәнәғәт, спорт һәм башҡа йүнәлештәр буйынса күрһәтмәләр бирҙе.

Өфөлә табиптар коморбид пациенттарҙы дауалау алымдарын тикшерҙе Өфөлә «Реаль клиник практикала мультидисциплинар ҡараш. Фокуста-коморбид пациент» тигән исем аҫтында төбәк-ара форумы үтте. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы ойошторған сарала Рәсәйҙең төрлө субъекттарынан билдәле медицина эксперттары ҡатнашты. Улар алдынғы эш алымдары менән уртаҡлашты, фекер алышты. Коморбид пациент тип кемдәрҙе атайҙар, дауалау процесы нисек ойошторола.

Башҡортостан артистары йыры интернет киңлеген яулай «Әй йола» триоһының «Һомай» тип исемләнгән композицияһы бер нисә көн дауамында ғына 100 миллион тапҡыр ҡарау йыйған. Бынан тыш, йыр «Бәйләнештә» социаль селтәрендә илдә иң популяр 50 йыр исемлегенә инеп, 42-се позицияға күтәрелгән. Башҡорт телендәге йырҙың ошондай чартҡа инеүе тәүгә теркәлгән. Композиция бөтә донъяла таралып, төрки халыҡтар, айырыуса ҡаҙаҡтар араһында популярлыҡ яулай, йыр менән социаль селтәрҙәрҙә илдең билдәле артистары ла бүлешә.