БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
2 025
订阅者
无数据24 小时
-27 天
-430 天
帖子存档
2 025
Стәрлетамаҡ ирекмәндәре ватан һаҡсыларына яңы партия гуманитар ярҙам әҙерләй
Уларҙың һәр береһе үҙенең көсөн һәм ваҡытын берләштереп, уртаҡ маҡсатҡа үҙ өлөшөн индерә. «Көмөш» йәштәге ирекмәндәр яугирҙар тураһында хәстәрлек күреү өсөн, һәр буш минутын бергә үткәрә. Волонтерҙар хәрәкәтендә 100-гә яҡын кеше. Улар араһында һуғыш балалары ла бар.
2 025
⭐️ «Дуҫтар» проектының яңы ҡунағы - йырсы, блогер ZAGA!
Әбйәлил егете тиҙ арала республика йәштәренең һөйөүен яуланы! Уның йөрәге бушмы? Ни өсөн Заһир ауылда йәшәй? Ә хейтерҙарға нисек ҡарай?
24 октябрь сәғәт 23:00 БСТ каналында!
2 025
Кадеттар тәүге тапҡыр «Күк йөҙө батырҙар өсөн!» проекты сиктәрендә оса
«Первушин аэродромы кесе авиация комплексы»нда Өфө һәм Ишембай ҡалаһы кадеттары өсөн практик осоштар үткәрелә. Авиаосоштар «Күк йөҙө батырҙар өсөн!» проекты буйынса президент фонды гранты иҫәбенә башҡарыла. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған проект йәш быуынға ысын мәғәнәһендә «ҡанаттар» ҡуя.
2 025
Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына арналған саралар Башҡортостанда дауам итә
Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡоройҙоң 200 йыллығына бәйле саралар планы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров указына ярашлы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында шағирҙың һайланма әҫәрҙәренән торған китаптың исем туйы үтте.
2 025
Өфөлә «Рәсәй төркиҙәре» Бөтә Рәсәй форумы башланды
Икенсе тапҡыр ойошторолған күләмле сара был юлы Ватанды һаҡлау темаһына арналды. Форумда сит илдәрҙән һәм Рәсәй субъекттарынан ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.Төп маҡсат булып төбәктәр араһындағы дуҫлыҡ ептәрен, берҙәмлекте нығытыу тора.
2 025
Өфөлә махсус хәрби операция ветерандары торлаҡтарында уңайлы шарттар тыуҙырыла
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды хеҙмәткәрҙәре эксперттар менән берлектә яугирҙарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу буйынса социаль-көнкүреш консультациялары уҙғарҙы.
2 025
Башҡортостан күп балалы ғаиләләр һаны буйынса Волга буйында беренсе урында
Башҡортостанда миллиондан ашыу граждан, шул иҫәптән балалары булған 204 меңдән ашыу ғаилә төрлө социаль ярҙам ала. Күп балалы ғаиләләр һаны республикала 59 меңгә еткән. Был күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында беренсе, ә Рәсәй буйынса 7-се урында.
2 025
Өфөлә бурыслыларҙы асыҡлауға йүнәлтелгән рейд үтте
Дәүләт автоинспекторҙары суд приставтары һәм һалым хеҙмәте менән берлектә водителдәрҙе тикшерҙе. Сара махсус комплекс ярҙамында башҡарылды. Ул автомобилдәр ағымынан бурысы булған машиналарҙы табырға ярҙам итә. Белгестәр иҫкәртеүенсә, һалымын йәки штрафын ваҡытында түләмәүселәргә бурысҡа өҫтәп пеня, мөлкәткә арест, иҫәпте ябыу һәм сит илгә сығыуҙы тыйыу кеүек яза ҡаралған.
2 025
Үзбәкстандың Наманган өлкәһе Өфөлә сауҙа йорто асырға йыйына
Был хаҡта өлкә хокимы Шәүкәт Абдуразаҡов Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров менән осрашыуҙа хәбәр итте. Фекер алышыу барышында яҡтар төбәк-ара хеҙмәттәшлек мөмкинлектәрен тикшерҙе. Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика Үзбәкстан төбәген берлектәге уңышлы проекттар тарихы булған ышаныслы партнер итеп ҡарай.
2 025
Радий Хәбиров Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәре советы эшендә ҡатнашты
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мәскәү өлкәһендә «Патриот» конгресс-күргәҙмә үҙәге майҙансығында барған Рәсәй һәм Үзбәкстан төбәктәренең II Советы сараларында ҡатнашты.
Ҙур сара ике илдең төбәк-ара хеҙмәттәшлеген нығытыуға арналған. Советтың эшлекле программаһының төп ултырышын Рәсәй Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров менән Үзбәкстан Премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев үткәрҙе.
2 025
Өфөлә мәктәп уҡыусыларына Мостай Кәрим исемендәге фонд грантары тапшырылды
Бөйөк әҙиптең тыуыуына 106 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисәлә аҡсалата премияға Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен йөрөткән 158-се башҡорт гимназияның 10 өлкән класс уҡыусыһы лайыҡ булды.
2 025
Ишембай районы Маҡар ауылы мәҙәниәт йортонда күләмле төҙөкләндереү эштәренән һуң тәүге концерт ҡуйылды
«Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә клубҡа яңы мебель, йыһаздар, музыка ҡорамалдары һатып алынған, урындағы үҙешмәкәр коллективтар костюмдар менән тәьмин ителгән.
2 025
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы мәҙәниәт йортонда «Өс ул үҫтергән әсә» исемле кисә үтте
Уның төп ҡунағы-ике улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсә-Дилә Мырҙағәлина булды.
Батыр улдар үҫтергән әсәгә бағышланған кисә Ватан һаҡсылары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек йылына арналды.
2 025
Өфөлә алтынсы тапҡыр ойошторолған «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Быйыл йәмәғәт наградаһына 34 кеше лайыҡ булды. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ирекмәндәр, спортсылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, күп балалы атайҙар һәм хеҙмәт династиялары вәкилдәре бар.
2 025
Урал Килсенбаев Мәскәүҙә #өйҙә форумы сиктәрендә Башҡортостан студенттары менән осрашты
Илдең баш ҡалаһында-башҡортса мөхит! Башҡортостан хөкүмәте премьер- министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Мәскәүҙә #өйҙә форумы сиктәрендә Башҡортостан студенттары менән осрашты. Йылы осрашыуҙа йәштәр төрлө өлкәләрҙә эшләп йөрөүсе яҡташтарына һорауҙар бирҙе, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
2 025
Һуңғы алты йылда Башҡортостанда йөҙҙән ашыу яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлгән
Был хаҡта Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәғариф министры менән осрашыуҙа һөйләне. Ул Сергей Кравцовҡа төбәктең мәғариф өлкәһенә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Йөҙләгән мәктәп яңыртылған, капиталь ремонт үткәрелгән. Белем усаҡтары һанлы мөхит индереү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ауыл ерендә заманса спорт залдары барлыҡҡа килгән.
2 025
Башҡортостанда тәүге тапҡыр милли бейеү көнө билдәләнде
Байрам Радий Хәбиров тәҡдиме менән ойошторолдо. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәүен, бейеү традицияларын һаҡлауын билдәләне. Милли бейеү көнөндә республиканың төп сәхнәһендә ижади коллективтар сығыш яһаны.
2 025
Миәкә районында Сталинград алышы геройы Зәйтүнә Әлбаеваның исеме мәңгеләштерелде
Ҡаһарман яҡташыбыҙ 1942 йылдың авгусында Ҡалмыҡ АССР-да батырҙарса һәләк булған. Хәтер сараһында Ҡалмыҡ Республикаһы делегацияһы ла ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
2 025
Өфөлә йөҙгә яҡын егет Рәсәй Ҡораллы көстәренә оҙатылды
Был көҙгө саҡырылыштың тәүге төркөмө. Егеттәр ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм һауа-йыһан көстәре частарында хеҙмәт итәсәк. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары, дини конфессия вәкилдәре һәм ҡунаҡтар буласаҡ һалдаттарға уңышлы хеҙмәт, «йәш яугир» курсын үҙләштереп, яңы дуҫтар табырға тигән теләктәрен еткерҙе.
2 025
Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте хеҙмәткәре үҙ ирке менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Хакимиәт хеҙмәткәре Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Яугирҙарға ул район хакимиәтенән гуманитар ярҙам, квадрокоптер алып бара.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
