БСТ | Яңылыҡтар
前往频道在 Telegram
1 979
订阅者
-224 小时
-47 天
-1430 天
帖子存档
1 979
Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылы мәҙәниәт йортонда «Өс ул үҫтергән әсә» исемле кисә үтте
Уның төп ҡунағы-ике улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан әсә-Дилә Мырҙағәлина булды.
Батыр улдар үҫтергән әсәгә бағышланған кисә Ватан һаҡсылары һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары тураһында хәстәрлек йылына арналды.
1 979
Өфөлә алтынсы тапҡыр ойошторолған «Атай ҡаһарманлығы» республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде
Быйыл йәмәғәт наградаһына 34 кеше лайыҡ булды. Улар араһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, ирекмәндәр, спортсылар, мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, күп балалы атайҙар һәм хеҙмәт династиялары вәкилдәре бар.
1 979
Урал Килсенбаев Мәскәүҙә #өйҙә форумы сиктәрендә Башҡортостан студенттары менән осрашты
Илдең баш ҡалаһында-башҡортса мөхит! Башҡортостан хөкүмәте премьер- министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев Мәскәүҙә #өйҙә форумы сиктәрендә Башҡортостан студенттары менән осрашты. Йылы осрашыуҙа йәштәр төрлө өлкәләрҙә эшләп йөрөүсе яҡташтарына һорауҙар бирҙе, үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса фекер алышты.
1 979
Һуңғы алты йылда Башҡортостанда йөҙҙән ашыу яңы мәктәп һәм балалар баҡсаһы төҙөлгән
Был хаҡта Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәйҙең мәғариф министры менән осрашыуҙа һөйләне. Ул Сергей Кравцовҡа төбәктең мәғариф өлкәһенә булышлыҡ иткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Йөҙләгән мәктәп яңыртылған, капиталь ремонт үткәрелгән. Белем усаҡтары һанлы мөхит индереү өсөн ҡорамалдар менән йыһазландырылған, ауыл ерендә заманса спорт залдары барлыҡҡа килгән.
1 979
Башҡортостанда тәүге тапҡыр милли бейеү көнө билдәләнде
Байрам Радий Хәбиров тәҡдиме менән ойошторолдо. Социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ул Башҡортостанда төрлө милләт вәкилдәре татыу һәм дуҫ йәшәүен, бейеү традицияларын һаҡлауын билдәләне. Милли бейеү көнөндә республиканың төп сәхнәһендә ижади коллективтар сығыш яһаны.
1 979
Миәкә районында Сталинград алышы геройы Зәйтүнә Әлбаеваның исеме мәңгеләштерелде
Ҡаһарман яҡташыбыҙ 1942 йылдың авгусында Ҡалмыҡ АССР-да батырҙарса һәләк булған. Хәтер сараһында Ҡалмыҡ Республикаһы делегацияһы ла ҡатнашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 979
Өфөлә йөҙгә яҡын егет Рәсәй Ҡораллы көстәренә оҙатылды
Был көҙгө саҡырылыштың тәүге төркөмө. Егеттәр ҡоро ер ғәскәрҙәре һәм һауа-йыһан көстәре частарында хеҙмәт итәсәк. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары, дини конфессия вәкилдәре һәм ҡунаҡтар буласаҡ һалдаттарға уңышлы хеҙмәт, «йәш яугир» курсын үҙләштереп, яңы дуҫтар табырға тигән теләктәрен еткерҙе.
1 979
Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте хеҙмәткәре үҙ ирке менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды
Хакимиәт хеҙмәткәре Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән. Яугирҙарға ул район хакимиәтенән гуманитар ярҙам, квадрокоптер алып бара.
1 979
Башҡортостандың иң ҙур элеваторында 77 мең тонна уңыш һаҡлауға һалынған
Үҫтереү генә түгел, уңышты һаҡлау ҙа мөһим. Башҡортостандың иң ҙур һәм заманса элеваторы Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан. Ул 122 мең тонна орлоҡто һыйҙыра ала. Әлеге ваҡытта 77 мең тонна бөртөклө, ҡуҙаҡлы һәм майлы культуралар киптерелеп, һаҡлауға һалынған. Биләмәлә төҙөлөш эше лә дауам итә. Яҡын арала орлоҡ үҙәге сафҡа инәсәк, шулай уҡ элеваторҙы тимер юлы менән тоташтырыу өсөн юл һалына.
1 979
Оло Ирәмәл тауы янында юғалған 43 йәшлек Полина Захарова табылған
Ул иҫән. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Силәбе өлкәһенән килгән туристың Белорет районындағы Иһәнәк тауы итәгендә булыуы асыҡлана. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Полина Захарова дүрт көн элек Оло Ирәмәлгә күтәрелгәндә юғала.
1 979
Радий Хәбиров Мәскәүҙә Рәсәй Гвардияһы директоры Виктор Золотов менән осрашты
Фекер алышыу барышында яҡтар төбәк биләмәһендә хәүефһеҙлек тәьмин итеүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен, Росгвардия бүлексәләренең Башҡортостан дәүләт власы органдары менән үҙ-ара килешеп эш итеүен, шулай уҡ хоҡуҡ тәртибен нығытыу буйынса сараларҙы тикшерҙе.
1 979
Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә көстәрен һынаны
Башҡортостан коррекция учреждениелары араһында республика фестивале 19-сы тапҡыр ойошторола. Быйыл ул «Салют» республика реабилитация үҙәгендә уҙҙы. Балаларға ярҙам итеү, уларҙы үҫтереү маҡсатында ойошторолған сара 38 коррекция мәктәбенән йыйылған 190 уҡыусыны берләштерҙе.
1 979
Баймаҡта «Ҡурай тауыштары тынмаһын» исемле музыкаль кисә үтте
Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда Буранбай сәсән исемендәге халыҡ ҡурайсылар ансамбленең 65 йыллығына арналған «Ҡурай тауыштары тынмаһын» исемле музыкаль кисә үтте. Юбилей сараһынан киләһе репортаж.
1 979
Өфөлә моделселәр һәм коллекционерҙарҙың 2-се слеты үтте
Һирәк, күп төрлө һәм уникаль. Өфөлә моделселәр һәм коллекционерҙарҙың 2-се слеты үтте. Рәсәй төбәктәренән тиҫтәләрсә ҡатнашыусы ҡулдан эшләнгән хәрби һәм фантастик техника, меңәрләгән автомобиль моделдәрен тәҡдим итте.
1 979
Башҡортостанда Һалым һалыуҙа автоматлаштырылған ябайлаштырылған система индерелеүе ихтимал
Дөйөм федераль экспериментҡа ярашлы, һалым органы һалым суммаһын үҙе иҫәпләй, йәғни отчет эше кәмей, страховка иғәнәләрен түләргә кәрәкмәйәсәк. Автоматлаштырылған системаны штатта биш кешегә тиклем хеҙмәткәре булған ойошмалар менән шәхси эшҡыуарҙар ҡуллана аласаҡ, йыллыҡ килем 60 млн һумдан артмаҫҡа тейеш.
1 979
Башҡортостан аграрийҙары ураҡты тамамланы
Ҡатмарла һауа шарттарына ҡарамаҫтан, Башҡортостан аграрийҙары ураҡты тамамланы. Барлығы 3 миллион 800 мең тонна иген һуғылған, был күрһәткес уҙған йыл менән сағышырғанда ярты миллион тоннаға күберәк. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәләнде.
1 979
Көҙгө «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 36 мең кеше ҡатнашҡан
Барлығы етмеш меңдән ашыу ағас үҫентеһе ултырылған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте. Муниципалитеттарҙа яңы аллеялар барлыҡҡа килгән, шулай уҡ йәшелләндереү эштәре лә алып барылған. Ултырыш барышында Өфө һәм Нефтекамалағы уңышлы тәжрибәне башҡа район-ҡалаларға таратыу бурысы ҡуйылды.
1 979
Өфөнән тарих уҡытыусыһы Юлия Садиҡова «Класс темаһы!» Бөтә Рәсәй телепроекты финалына үткән
Баш ҡалаллағы шәхси мәктәп педагогы телешоуҙың 4-се миҙгеленең ете финалисы иҫәбенә ингән.
Тарих фәне дәрестәре ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә. Юлиә Садиҡова үткәнде- заманса алымдар ҡулланып аңлатҡанға, уҡыусылар теманы еңел үҙләштерә.
1 979
Өфөлә балалар һәм йәштәр өсөн «Ҡолонсаҡ» беренсе Халыҡ-ара спектаклдәр фестивале тамамланды
Сарала Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән 11 профессиональ коллектив ҡатнашты. Спектаклдәр Өфөнөң төп театр майҙансыҡтарында күрһәтелде. Фестиваль барышында Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы менән берлектә семинар-лабораториялар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.
1 979
«Һәнәк» журналы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне
Байрам сараһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Башҡорт телендә айына бер тапҡыр сыға торған сатира һәм юмор журналы тоғро дуҫтарын, авторҙарҙы һәм мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йыйҙы. Юбилей сараһында журналға яҙылыу ҙа ойошторолдо.
