ch
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

前往频道在 Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

显示更多
2 028
订阅者
无数据24 小时
-17
-1130
帖子存档
1 сентябрҙән Рәсәйҙә ғаилә ҡорған студенттар торлаҡ менән тәьмин ителә башлай Яңы закон проекты дөйөм ятаҡта йәштәр өсөн фати
1 сентябрҙән Рәсәйҙә ғаилә ҡорған студенттар торлаҡ менән тәьмин ителә башлай Яңы закон проекты дөйөм ятаҡта йәштәр өсөн фатир шарттары ойоштороуҙы, ғаиләгә уҡыу, эшләү өсөн ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда был тәжрибә былтырҙан уҡ уңышлы тормошҡа ашырыла. Өфө фән һәм технологиялар университетында студенттар ғаилә ҡороп дөйөм ятаҡта яҡшыртылған шарттарҙа йәшәй. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров коммуналь селтәрҙәрҙә аварияларҙы кәметеү бурысын ҡуйҙы Коммуналь инфраструктураны яңыртыу-көнүҙәк мәсьәлә. Баш
Радий Хәбиров коммуналь селтәрҙәрҙә аварияларҙы кәметеү бурысын ҡуйҙы Коммуналь инфраструктураны яңыртыу-көнүҙәк мәсьәлә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район-ҡалаларҙа инженер селтәрҙәргә бәйле аварияларҙы кәметеү бурысын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ соҡорҙарҙы ямау, янғын хәүефһеҙлегенә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ төбәк етәксеһе мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың аресына бәйле фекерен белдерҙе. Тулыраҡ киләһе материалда.

Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең хәтирәләре, уйланыуҙары һәм ижады, уның яу юлы, халҡыбыҙ батырлығы тураһындағы әҫәрҙәре бөгөн дә айырыуса әһәмиәтле. 28 февраль, 7:45, БСТ телеканалында «Мостайҙың Алтын мираҫы» фильмы: «Ҡалһа, ҡалыр ошо ораным».

“Башҡортостандан һөйөү менән” акцияһының сираттағы этабы старт алды Уға ярашлы, Мәскәүҙә уҡыған студент- аспиранттарға посылк
“Башҡортостандан һөйөү менән” акцияһының сираттағы этабы старт алды Уға ярашлы, Мәскәүҙә уҡыған студент- аспиранттарға посылка ебәрергә була. Ылау туплау тотош республика буйынса ойошторола. Маршрут ҡалалар һәм район үҙәктәре аша үтә. Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров белдереүенсә, уҙған йыл илебеҙ баш ҡалаһына 3 тонна ауырлығында 100-ҙән ашыу посылка алып барылған. Студенттарға тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, йорт кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым ебәрергә була, посылканың дөйөм ауырлығы 32 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Проект Республика Башлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.

Фольклор мираҫын һаҡлаусы ғалимә: Фәнүзә Нәҙершина 90 йәшлек юбилейын билдәләй Фәнүзә Нәҙершинаның исеме Рәсәй гуманитар фәндәр йыльяҙмаһы тарихында төплө урын алып тора. Быуаттар төпкөләнән килгән йыр-моңдарҙы, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе, киң ҡатлам уҡыусыларға еткереүсе ғалимә фәнни эҙләнеүҙәре менән ҡобайырҙар, эпик әҫәрҙәрҙән алып бишек йырҙарына тиклем башҡорт халыҡ ижадының меңәрләгән өлгөләрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. 90 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләүсе күренекле шәхес, филология фәндәре докторы Фанүзә Нәҙершина менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.

Фольклор мираҫын һаҡлаусы ғалимә: Фәнүзә Нәҙершина 90 йәшлек юбилейын билдәләй Фәнүзә Нәҙершинаның исеме Рәсәй гуманитар фәндәр йыльяҙмаһы тарихында төплө урын алып тора. Быуаттар төпкөләнән килгән йыр-моңдарҙы, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе, киң ҡатлам уҡыусыларға еткереүсе ғалимә фәнни эҙләнеүҙәре менән ҡобайырҙар, эпик әҫәрҙәрҙән алып бишек йырҙарына тиклем башҡорт халыҡ ижадының меңәрләгән өлгөләрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. 90 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләүсе күренекле шәхес, филология фәндәре докторы Фанүзә Нәҙершина менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.

Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Шишмә ауылы «Айыҡ ауыл» финалын байрам менән ҡаршыланы Ҡырмыҫҡалыла-ҡышҡы һабантуй. Байрам райондың Һарт-Шишмә ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалына үтеүенә бәйле ойошторолдо. Сараға Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан республиканың 11 районы вәкилдәре лә саҡырылғайны. Ҡатнашыусылар саңғы һәм хоккей эстафеталарында, арҡан тартыуҙа, гир күтәреүҙә һәм уҡтан атыуҙа ярышты.

Ауырғазы районы үҙәге Талбазыла хоккей буйынса район-ара турнир үтте Спорт ярышы «Әжемәк» хоккей клубының элекке ҡапҡа һаҡсыһы, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Салауат Ғәлиәскәров иҫтәлегенә арналды. «Ауырғазы» командаһы турнирҙа 7:3 иҫәбе менән еңеү пьедесталына күтәрелде. Спорт һәм хәтер сараһы хаҡында киләһе яҙмала.

Ҡариҙел районы гәзите өсөн яңы редакция бинаһы асылды «Ҡариҙел» район гәзите яңы бина туйлай! 63 йылдан ашыу «Ҡариҙел» район гәзите редакцияһы иҫке бүрәнә йортта урынлаша, ваҡыт үтеү менән ул авария хәленә килә. Бинала эшләү йылдан-йыл ҡатмарлы ғына түгел, хатта хәүефле була. 2025 йылдың көҙөндә, оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һуң, төҙөлөш башлана. Яңы бина «Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йортоноң үҙ аҡсаһына төҙөлгән һәм хәҙерге Башҡортостан тарихында тормошҡа ашырылған беренсе ошондай проект булып тора.

Өфөлә шәхси медицина клиникаһында эш хаҡын түләмәү факты тикшерелә Башҡортостан Дүәләт хеҙмәт инспекцияһы Өфөләге шәхси медицина клиникаларының береһендә тикшереү башлаған. Медицина үҙәге етәкселеге үҙ хеҙмәткәрҙәренә былтырҙан алып эш хаҡын түләмәй. Клиниканың ябылыуы һәм эшһеҙ ҡалыуҙары тураһында ла бер көн эсендә хәбәр итәләр.

Баҡалы районында МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына берҙәм ярҙам үҙәге асылды Баҡалы районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына берҙәм ярҙам үҙәге асылды. Тантаналы сара дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаһы ағзалары, ветерандар, ирекмәндәр ҡатнашлығында үтте.

Иглин районының Урман ауылы ирекмәндәр штабына-ике йыл Махсус хәрби операция башланыу менән Иглин районында 20-гә яҡын ирекмәндәр төркөмө төҙөлә. Урман ауылы халҡы ла изге эштән ситтә ҡала алмай. Ике йыл элек фронтҡа ярҙам итеү маҡсатында штаб ойошторола, урындағы халыҡ маскировка селтәрҙәре үреү, окоп шәмдәре ҡойоу, йылы ойоҡбаштар бәйләү эшенә тотона.

Баймаҡта беренсе тапҡыр «Йәш шайморатовсылар балы» үтте Шайморатов кластарынан 100-яҡын бала ҡатнашты. Хәрби-спорт байрамы хаҡында киләһе яҙмала.

Радий Хәбиров Салауат районында һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты Республика башлығы Салауат районына рәсми эш сәфәре барышында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары менән осрашты. Радий Хәбиров ата-әсәләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашты, рәхмәт әйтеп, еройҙарҙың туғандарына генерал Миңлеғәле Шайморатов орденын тапшырҙы.

Радий Хәбиров Мәләүездән 100 йәшлек көмөш ирекмән Полина Чельник хаҡында яҙҙы Беҙҙең көмөш ирекмәндәр-ғәжәп кешеләр. Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәге сираттағы яҙмаһы ошондай кешеләрҙең береһе-Мәләүездән Полина Афанасьева Чельникҡа бағышланған. «Ул быйыл үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын ҡаршы аласаҡ. Мин уның тураһында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәлә һөйләгәнем дә инде, хәҙер ентекләберәк»Һоҡланғыс кешеләрҙең тормошо«рубрикаһында яҙам,»-тигән республика етәксеһе.

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ойошторолоуына 94 йыл тулыуҙы билдәләне Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры ойошторолоуға-94 йыл. Төрлө быуын тамашасылары яратып йөрөгән учреждение үҙ шаршауын 1932 йылдың 5 февралендә «Шалҡан» әкиәте менән асҡан. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында театр коллективындағы бөтә ир-егеттәр фронтҡа китә. Артистарҙың бер өлөшө нацистарға ҡаршы сатирик әҫәрҙәр менән госпиталдәрҙә сығыш яһаған. Бөгөн Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры күләмле реконструкциянан һуң эшләй.

Тәтешле районы ауылдары клуб һәм балалар майҙансығы өсөн 5 млн һум йәлеп итә Тәтешле районының Яңы Ҡайпан һәм Ҡашҡаҡ ауылдары ял һәм социаль әүҙемлек мөхите өсөн биш миллион һум аҡса йүнәлтмәксе. Сумма ауыл клубын төҙөкләндереү һәм балалар майҙансығы төҙөүгә тотоноласаҡ.

Хәйбулла районында «Йыл уҡытыусыһы» муниципаль конкурс финалы үтте Педагогтар бәйгеһендә еңеүҙе Уфимский ауылынан биология уҡытыусыһы Роза Ғәзизова яуланы. Бәйге барышында райондың иң яҡшы уҡытыусылары үҙҙәренең уҡытыу методикаларын, оҫталығын һәм педагогик тәжрибәһен күрһәтте.

Өфөлә Рәсәй фәне көнө алдынан студенттар кампусында фәнни саралар үтте Фәнде һәм ғилми тикшеренеү эшен популярлаштырыуға йүнәлтелгән мөһим саралар. Рәсәй фәне көнө алдынан юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы асыҡтан-асыҡ аралашыу мөхитенә әйләнде. Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең ҡунаҡ бүлмәһе ғалимдарыбыҙҙың эш һөҙөмтәләрен күрһәтеү өсөн төп майҙансыҡтарҙың береһе булып тора.

Башҡортостанда дәүләт хеҙмәте академияһы асыҡ ғилми гранттар конкурсы иғлан итте Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы асыҡ ғилми гранттар конкурсы иғлан итте. Был хаҡта академияның ғилми советының Фән көнөнә арналған тантаналы ултырышында әйтелде. Конкурс фәнни тикшеренеүҙәрҙе үҫтереү өсөн киң мөмкинлектәр аса. Грант алыуға академия хеҙмәткәрҙәре һәм уҡыусылары ғына түгел, ә ғилми һәм эксперт эш тәжрибәһенә эйә булған башҡа ойошмаларҙан белгестәр ҙә дәғүә итә ала.