БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد1 984
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-27 أيام
-1430 أيام
أرشيف المشاركات
1 984
Өфөнөң 208-се балалар баҡсаһында 8 Мартҡа арналған байрам концерты үтте
Яҡынлашып килгән Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы алдынан Өфөнөң 208-cе балалар баҡсаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалар төркөмө мәҙәни программа менән сығыш яһаны. Әсәйҙәрҙе, тыуған илде данлаған йырҙар, шиғырҙар гүҙәл заттарға байрам кәйефе өҫтәне.
1 984
Көйөргәҙе районы Иҫке Мораптал ауылында «Берҙәмлек байрамы» үтте
«Айыҡ ауыл» конкурсының республика этабында төбәк данын яҡлаған халыҡ уға бик етди әҙерләнгән.
Урындағы мәктәптә «Йәш фермер» проекты старт алған. Унда йәш быуын фермерлыҡ нигеҙҙәрен өйрәнә, «Киров» хужалығының эш тәжриәбе менән таныша. Был кооператив республикала иң эреләрҙең береһе, һәм урындағы халыҡтың күбеһе ошонда эшләй
1 984
Миәкә районы Ҡанбәк ауылында «Дуҫлыҡ самауыры» байрамы үтте
Айыҡ ауыл конкурсы сиктәрендә ойошторолған сарала урындағы халыҡтан тыш күрше биләмәләрҙән килеүселәр ҙә ҡатнашты. Самауыр байрамында ҡул оҫталары тәҡдим иткән күргәҙмә, татлы ризыҡтар тәҡдим ителде. Майҙан һәүәҫкәрҙәр башҡарыуындағы йыр-моңдан яңғырап торҙо.
1 984
10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары ӨФТУ-ның мәғариф үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты
«Киләсәк моторҙары» алдынғы инженерлыҡ мәктәбенә экскурсия. 10-сы һәм 11-се класс уҡыусылары Өфө фән һәм технологиялар университетының мәғариф үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Улар урында йыйылған осоу аппараттары лабораторияларын, уникаль экспонаттар һаҡланған музейҙы ҡараны.
1 984
Башҡортостандан махсус хәрби операция биләмәһенә 173-сө гуманитар ылау юлланды
Ике ҙур йөк машинаһында хәрби частарға автомобилдәр һәм мотоциклдар, генераторҙар, һыу, мобиль мунсалар, төҙөлөш материалдары, элемтә саралары, аҙыҡ-түлек, дарыу кәрәк-яраҡтары, шәхси гигиена әйберҙәре һәм ғаиләләрҙән посылкалар ҙа тултырылған. Гуманитар ярҙам республика халҡы һәм предприятиелары, шулай уҡ ете райондың эшҡыуарлыҡ даирәһе вәкилдәре ярҙамында тупланған.
1 984
Дуҫтар, башҡортэстрадаһының иң үтемле йыры ниндәй?
6 март БСТканалында 23.00 сәғәттә тура эфирҙа иң талантлы, иң дәртле йырсылар көс һынаша!
“Иң үтемле йыр”хит-парады! Ҡара! Тыңла! Тауыш бир!
1 984
«Байыҡ» бәйгеһе яңы миҙгелен башлай
«Байыҡ» бәйгеһе яңы миҙгелен башлай! 19-сы йыл рәттән халҡыбыҙ бейеүҙәрен һаҡлауға, үҫтереүгә ҙур өлөш индергән телевизион конкурс быйыл да бейеүселәрҙе берләштерҙе.
1 984
Мәскәүҙә «Еңеү хаҡына берҙәмлек» тигән ғәҙәти булмаған күргәҙмә асылды
Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллеге Пресненский районының йәштәр палатаһы менән берлектә тарих һәм нейроселтәрҙе берләштергән. Экспозицияла баш ҡаланы фашист илбаҫарҙарынан һаҡлаған башҡорт хәрбиҙәре, шул иҫәптән Миңлеғәле Шайморатов менән Таһир Кусимов бирелгән.
1 984
Башҡортостан бал менән илде тәьмин итеүсе төп төбәк булып ҡала
Бал дефицит булыуы ихтимал. Был хаҡта Рәсәйҙең аҙыҡ-түлек тауарҙары менән тәьмин итеүселәр һәм етештереүселәр ассоциацияһы яҙа. Сәбәптәр иҫәбендә ҡайһы бер төбәктәрҙә һауа торошо аномалиялары һанала. Шулай уҡ 1 марттан умартасылыҡ продукттарына мотлаҡ маркировка индеререлеүе татлы алтынға ҡытлыҡ тыуҙырыуы ихтимал. Башҡортостан илде бал менән тәьмин итеүсе төп төбәктәрҙең береһе булып тора. Татлы ризыҡ барыһына ла етерме?
1 984
Республикала «Кадрҙар» милли проекты буйынса бушлай ҡайтанан уҡытыу башланды
Республикала «Кадрҙар» яңы милли проекты буйынса хеҙмәт баҙарында талап ителгән йүнәлештәр буйынса граждандарҙы бушлай ҡайтанан уҡытыу программаһы эшләй.
Проект буйынса «Рәсәйҙә эш» платформаһында 1000 белем биреү программаһы бар. 2026 йылға раҫланған һөнәрҙәр исемлегенә хеҙмәт баҙарындағы иң кәрәкле 186 һөнәр ингән.
1 984
Өфөлә Граждандарҙы яҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре белемен һынаны
Күнекмә ваҡытында ҡотҡарыусыларҙың юл фажиғәһендә эшләү, ҡар өйөмө аҫтында ҡалған кешене сығарыу тәжрибәһе камиллаштырылды.
1 984
1 сентябрҙән Рәсәйҙә ғаилә ҡорған студенттар торлаҡ менән тәьмин ителә башлай
Яңы закон проекты дөйөм ятаҡта йәштәр өсөн фатир шарттары ойоштороуҙы, ғаиләгә уҡыу, эшләү өсөн ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Башҡортостанда был тәжрибә былтырҙан уҡ уңышлы тормошҡа ашырыла. Өфө фән һәм технологиялар университетында студенттар ғаилә ҡороп дөйөм ятаҡта яҡшыртылған шарттарҙа йәшәй. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.
1 984
Радий Хәбиров коммуналь селтәрҙәрҙә аварияларҙы кәметеү бурысын ҡуйҙы
Коммуналь инфраструктураны яңыртыу-көнүҙәк мәсьәлә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров район-ҡалаларҙа инженер селтәрҙәргә бәйле аварияларҙы кәметеү бурысын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ соҡорҙарҙы ямау, янғын хәүефһеҙлегенә бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ төбәк етәксеһе мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡованың аресына бәйле фекерен белдерҙе. Тулыраҡ киләһе материалда.
1 984
Бөйөк шағирыбыҙ Мостай Кәримдең хәтирәләре, уйланыуҙары һәм ижады, уның яу юлы, халҡыбыҙ батырлығы тураһындағы әҫәрҙәре бөгөн дә айырыуса әһәмиәтле.
28 февраль, 7:45, БСТ телеканалында «Мостайҙың Алтын мираҫы» фильмы: «Ҡалһа, ҡалыр ошо ораным».
1 984
“Башҡортостандан һөйөү менән” акцияһының сираттағы этабы старт алды
Уға ярашлы, Мәскәүҙә уҡыған студент- аспиранттарға посылка ебәрергә була. Ылау туплау тотош республика буйынса ойошторола. Маршрут ҡалалар һәм район үҙәктәре аша үтә. Йәштәр сәйәсәте министры Вито Сабиров белдереүенсә, уҙған йыл илебеҙ баш ҡалаһына 3 тонна ауырлығында 100-ҙән ашыу посылка алып барылған. Студенттарға тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, йорт кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым ебәрергә була, посылканың дөйөм ауырлығы 32 килограмдан артмаҫҡа тейеш. Проект Республика Башлығы ярҙамында тормошҡа ашырыла.
1 984
Фольклор мираҫын һаҡлаусы ғалимә: Фәнүзә Нәҙершина 90 йәшлек юбилейын билдәләй
Фәнүзә Нәҙершинаның исеме Рәсәй гуманитар фәндәр йыльяҙмаһы тарихында төплө урын алып тора. Быуаттар төпкөләнән килгән йыр-моңдарҙы, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе, киң ҡатлам уҡыусыларға еткереүсе ғалимә фәнни эҙләнеүҙәре менән ҡобайырҙар, эпик әҫәрҙәрҙән алып бишек йырҙарына тиклем башҡорт халыҡ ижадының меңәрләгән өлгөләрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. 90 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләүсе күренекле шәхес, филология фәндәре докторы Фанүзә Нәҙершина менән БЮТ ижади төркөмө осрашты.
1 984
Фольклор мираҫын һаҡлаусы ғалимә: Фәнүзә Нәҙершина 90 йәшлек юбилейын билдәләй
Фәнүзә Нәҙершинаның исеме Рәсәй гуманитар фәндәр йыльяҙмаһы тарихында төплө урын алып тора. Быуаттар төпкөләнән килгән йыр-моңдарҙы, ауыҙ-тел ижадын өйрәнеүсе, киң ҡатлам уҡыусыларға еткереүсе ғалимә фәнни эҙләнеүҙәре менән ҡобайырҙар, эпик әҫәрҙәрҙән алып бишек йырҙарына тиклем башҡорт халыҡ ижадының меңәрләгән өлгөләрен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ иткән. 90 йыллыҡ күркәм юбилейын билдәләүсе күренекле шәхес, филология фәндәре докторы Фанүзә Нәҙершина менән беҙҙең ижади төркөм осрашты.
1 984
Ҡырмыҫҡалы районы Һарт-Шишмә ауылы «Айыҡ ауыл» финалын байрам менән ҡаршыланы
Ҡырмыҫҡалыла-ҡышҡы һабантуй. Байрам райондың Һарт-Шишмә ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсы финалына үтеүенә бәйле ойошторолдо. Сараға Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы уңайынан республиканың 11 районы вәкилдәре лә саҡырылғайны. Ҡатнашыусылар саңғы һәм хоккей эстафеталарында, арҡан тартыуҙа, гир күтәреүҙә һәм уҡтан атыуҙа ярышты.
1 984
Ауырғазы районы үҙәге Талбазыла хоккей буйынса район-ара турнир үтте
Спорт ярышы «Әжемәк» хоккей клубының элекке ҡапҡа һаҡсыһы, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Салауат Ғәлиәскәров иҫтәлегенә арналды. «Ауырғазы» командаһы турнирҙа 7:3 иҫәбе менән еңеү пьедесталына күтәрелде. Спорт һәм хәтер сараһы хаҡында киләһе яҙмала.
1 984
Ҡариҙел районы гәзите өсөн яңы редакция бинаһы асылды
«Ҡариҙел» район гәзите яңы бина туйлай! 63 йылдан ашыу «Ҡариҙел» район гәзите редакцияһы иҫке бүрәнә йортта урынлаша, ваҡыт үтеү менән ул авария хәленә килә. Бинала эшләү йылдан-йыл ҡатмарлы ғына түгел, хатта хәүефле була. 2025 йылдың көҙөндә, оҙаҡ фекер алышыуҙарҙан һуң, төҙөлөш башлана. Яңы бина «Башҡортостан республикаһы» нәшриәт йортоноң үҙ аҡсаһына төҙөлгән һәм хәҙерге Башҡортостан тарихында тормошҡа ашырылған беренсе ошондай проект булып тора.
