ch
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
612
订阅者
无数据24 小时
-47
-730
帖子存档
"Был бәйгелә 10 йыл ҡатнашам һәм эпосты тулыһынса ятлап бөттөм",
- ти Миләүшә Дүсәева. Ҡыҙ Баҡалы районы Мостафа ауылы урта мәктәбен тамамлаған быйыл. "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең сағыу сығыштары шулай күп булды.

📌ИЮНЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР ☘Әгәр һандуғас төнө буйы һайрай икән, икенсе көндө көслө ел буласаҡ. ☘Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы
📌ИЮНЬ АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР ☘Әгәр һандуғас төнө буйы һайрай икән, икенсе көндө көслө ел буласаҡ. ☘Июнь айы йылы булһа, уңыш яҡшы буласаҡ. ☘Июнь айында ямғырҙан һуң Салауат күпере пәйҙә булһа, һауа торошо бик оҙаҡ ваҡыт йылы буласаҡ. ☘Төндә йәшен йыш булһа, уңыш мул буласаҡ. ☘Әгәр турғай үҙ ояһын ерҙә ҡора икән, йәй бик ҡоро буласаҡ, ә ағаста ҡорһа, ямғырлы була. ☘Әгәр миләш һуң сәскә ата икән, көҙ оҙон буласаҡ. ☘Июндә томан йыш булһа, бәшмәк күп буласаҡ. ☘Ҡарлуғас йәйҙе башлай, һандуғаста йәй тамамлана. ☘Июндә иртән һыу буйлап томан ағыла икән, ҡояшлы яҡшы һауа торошо буласаҡ. 💯КӨНДӘРҘЕ ЛӘ КҮҘӘТЕГЕҘ: 1, 2 июнь ямғырлы булһа, ай ҡоро килер. 3 июнь ямғыр яуһа, көҙ ямғырлы булыр. 4 июнь көслө томан булһа, йыл уңышлы килә. 6 июнь ысын йәй башлана. Бынан һуң ҡырау төшмәй. Был көндө, ғәҙәәттә, гөлйемеш сәскә ата. 8 июнь балыҡтар һыу өҫтөнә сығып уйнаһа, тиҙ генә ямғыр яумаҫ. 9 июнь урман елһеҙ шаулаһа – ямғырға. Төнгө ысыҡ оҙаҡ кипмәһә – йәшенгә. 10 июнь көн тыныс, елһеҙ булһа – мул уңыш көт. 12 июнь көндө ысыҡ мул төшһә, аяҙ көнгә. Кистән ысыҡ төшмәһә, иртәгә ямғыр яуыр. 13 июнь ямғыр яуһа, ҡыш һыуыҡ килер. 15 июнь һауа торошо матур булһа, сентябрь йылы килер. 16 июнь иртәнге томан һыу өҫтөнә йәйелһә, ҡояшлы көн көтә. 17 июнь ямғыр яуһа, ул ике-өс көнгә һуҙыла. 20 июнь эҫе булһа, арыш уңыр.. 26 июнь бал ҡорттары иртәнән эш башлаһа, көндәр матур торор. 27 июнь баҡаларҙың ҡоро ерҙә һикерешеүен күрһәгеҙ, ямғыр көтөгөҙ. 28 июнь – иртәндән ҡыҙҙырһа, кискә йәшенле ямғыр буласаҡ. 30 июнь көн аяҙ булһа, көҙ йылы килә. Ямғыр яуһа, көҙ ҙә ямғырлы була. Сығанаҡ: "Мораҙым" гәзите.

Хәйерле иртә! ☀️ Йырсы ИРДАНдан илаһи күренеш һәм дәртле сәләм һеҙгә!
Өс көнлөк эш аҙнаһы "һә" тигәнсе еңел генә үтеп китһен!

"Уралым" - көн матур тамамланһын өсөн иғтибарығыҙға моңло йыр.
✅ Әнүәр Вәхитов башҡара.

📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосының машинка менән ҡағыҙға баҫылған тәүге өлгөһөнөң күсермәһе Күсмә цивилизацияларҙың Евраз
+2
📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосының машинка менән ҡағыҙға баҫылған тәүге өлгөһөнөң күсермәһе Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейының "Турахан" визит-үҙәгенә тапшырылған. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Хәҙер бында килгән һәр кем уны үҙ күҙҙәре менән күрә ала.

📌 "Урал батыр" башҡорт халыҡ эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсын асыу тантанаһында балалар алдында филология фәндәре докторы, фольклорсы Розалия Солтангәрәева, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ришат Вәхитов сығыш яһаны. Телмәр оҫталығын, хәтер ныҡлығын, рух күтәренкелеген һынаған бәйге ҡыҙыу бара, тип хәбәр итә ҡатнашыусылар.

🎨Баш ҡалала "Әйҙә, играть" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестивалендә бына ошондай зауыҡлы магнитиктар за һатыуҙа бар. Уларҙы оҫта Ренат Юнысов эшләй һәм һәр береһе тураһында мауығып һөйләй, күрһәтә ала. 📍 Әйткәндәй, бөгөн фестивалдең һуңғы көнө.
Мотлаҡ бөтә ғаиләгеҙ менән барып күреп өлгөрөгөҙ!

📌 Бөгөн Күмертау ҡалаһындағы М. Рәхимов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы й
+2
📌 Бөгөн Күмертау ҡалаһындағы М. Рәхимов исемендәге Башҡорт республика гимназия-интернатында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең төбәк-ара конкурсы үтә. Конкурс 27-се тапҡыр ойошторола. Унда башҡорт халҡының донъяға ҡарашын, рухи ҡиммәттәрен үҙендә туплаған әҫәрҙе яттан белеүсе балалар йыйылған. Сара башланырға тора, күркәм милли кейемдәрҙәге балалар һәм уларҙың уҡытыусылары йыйыла башлаған.

💥Быйылғы йылда иң матур һәм әһәмиәтле байрамдарҙың береһе менән ихлас тәбрикләйбеҙ, милләттәштәр! ✨Урал батыр васыяты: - Күр
💥Быйылғы йылда иң матур һәм әһәмиәтле байрамдарҙың береһе менән ихлас тәбрикләйбеҙ, милләттәштәр!Урал батыр васыяты: - Күрегеҙ барын күҙ мән: Һыу уртлаған ауыҙыма Дейеүҙәр тулды яу мән, Йөрәгемде телделәр, Ҡулдан көстө алдылар. Халҡым, һеҙгә шуны әйтәм, Уландарым, һеҙгә әйтәм: Уйым-уйым күлдәрҙең Барында дейеү буласаҡ, Уҫаллығын ҡыласаҡ, Эсегеҙгә керәсәк. Дейеүҙәрҙең ҡоһоро Барығыҙға тейәсәк, Шунан барың үләсәк. Күлдең һыуын эсмәгеҙ, Хараплыҡҡа төшмәгеҙ, Дейеүҙәргә буй биреп, Ҡул ҡаушырып тормағыҙ. Дейеүҙәргә яу асып, Диңгеҙҙе дейеүҙән әрсеп, Ерҙә торлаҡ табыштым, Кешеләрҙе яуыздан Ҡотҡарырға тырыштым. Менһәм, Буҙат бар ине, Ҡулда булат бар ине; Яу тупларлыҡ еремдә Талай илем бар ине; Ҡулдаш булыр илемдә Батыр ирҙәр бар ине. Шулар ҡәҙерен белмәнем, Батырлыҡҡа маһайып, Кәңәш ҡороп торманым, Яңғыҙ башым уйланым, Уңмаҫ юлды һайланым. Улдарым, тыңлаң, һеҙгә әйтәм, Бигерәк, илем, һиңә әйтәм: Батыр, батыр булһаң да, Батыр беләкле тыуһаң да, Илдә йөрөп, ил күрмәй, Тубығыңдан ҡан кисмәй, Йөрәгең батыр булалмаҫ. Яуызға юлдащ булмағыҙ, Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ. Уландарым, һеҙгә әйтәм: Мин әрсегән еремдә Кешегә бйман табығыҙ: Яуҙа булһа, баш булып, Кешегә ил ҡороғоҙ, Данлы батыр булығыҙ. Олоно оло тейегеҙ, Кәңәш алып йөрөгөҙ; Кесене кесе тейегеҙ, Кәңәш биреп йөрөгөҙ. Күҙенә сүп төшөрҙәй, Күҙһеҙ булып ҡалырҙай Еҫерҙәрҙең алдында Күҙенә керпек булығыҙ. Аҡбуҙатым, булатым Илдә тороп ҡалыр у, Өҫтөнә менеп сабырҙай, Яуҙа ҡылыс һелтәрҙәй Батырға менер ат булыр, Батыр булмаҫ ирҙәргә Менәр атым ят булыр. Әсәгеҙгә әйтегеҙ, Минән риза булһындар: “Ирем, хуш бул!”, - тиһендәр. Барығыҙға шуны әйтәм: Яҡшылыҡ булһын атығыҙ, Кеше булһын затығыҙ; Яманға юл ҡуймағыҙ, Яҡшынан баш тартмағыҙ!

Яраттым шул, яраттым...
Видео: Таңһылыу Заһитовна.

Роботҡа эт булып та өрөп ҡарай балалар 🤭 Былар барыһы ла баш ҡалала "Әйҙә играть" Бөтә Рәсәй уйынсыҡтар һәм уйындар фестиваленән күренештәр. Бала саҡ иленә мотлаҡ сәйәхәт ҡылып ҡайтығыҙ! 🥰

Хәйерле көн! Әсәй-бесәйҙән һеҙгә тынысландырғыс, мауыҡтырғыс һәм матур буямдар.😍 Русса әйтмешләй, релакс, шулай бит? 🧘

Бөгөн Стәрлетамаҡ ҡалаһында беренсе тапҡыр ритайым ойошторолған. Ҡала халҡы ямғырға ла ҡарап тормаған, дәртләнеп бейеп ҡайтҡан. 🔥

Инде күркәм күренеш😍
Видеола Сибай ҡалаһының "Яҙгөл" бейеү ансамбле.
"Объективта Сибай" төркөмөнән.

Төшкө ашығыҙ тәмле булһын!
Инде "тәмле" итеп төшөрөлгән был виде, эйе бит? 😍 Видео: Klever рестобар. Мира Әмирғәлиева рецебы буйынса, тип яҙған автор.

🔰Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районында эш сәфәрендә. Ул район мәсетендә үткән ғибәҙәттә ҡатнашҡан һәм
+4
🔰Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хәйбулла районында эш сәфәрендә. Ул район мәсетендә үткән ғибәҙәттә ҡатнашҡан һәм барлыҡ мосолмандарҙы ғәйет менән ҡотлаған.
"Хөрмәтле мосолман ҡәрҙәштәр! Изге Ҡорбан байрамы менән һеҙҙе ихлас ҡотлайым! Был көн исламдың төп ҡиммәттәре - яҡшылыҡ, мәрхәмәтлек тураһында хәтерләтә. Был көндә беҙ мохтаждарға ярҙам итәбеҙ. Ғаиләләребеҙ, яҡындарыбыҙ өсөн доға ҡылабыҙ. Ватаныбыҙ өсөн көрәшкән яугирҙарыбыҙ имен-аман, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуын һорайбыҙ... Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, именлек, бәхет теләйем. Байрам менән!"
- тип яҙған сәхифәһендә лә.

Салауат менән Әминә йыры💔
Моңло йәштәребеҙ бар ҙа инде 😍
Видео: Илүзә Илгизовна.

Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!

💯Рәсәй халыҡтарының туған телдәре көнө булдырыла ⚡Илебеҙ Президенты Владимир Путин тағы бер башланғыс менән сығыш яһаны - Рәсәй халыҡтарының туған телдәре көнөн булдырырға һәм уны 8 сентябрҙә, Рәсүл Ғамзатов тыуған көндә билдәләргә. Был турала Владимир Владимирович Рус теле һәм Рәсәй халыҡтары телдәренә ярҙам итеү өлкәһендәге дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыу буйынса Советтың видеоконференция форматында барған кәңәшмәһендә белдерҙе.

📌 Өфөлә бөгөн "Әйҙә играть" Бөтә Рәсәй уйындар һәм уйынсыҡтар фестивале башланды. Совет майҙанында уйынсыҡтар етештереүселәр һәм һөнәрселәр күргәҙмәһе асылды. Балалар уйынсыҡтарҙы тотоп уйнап ҡарай ала, конкурстар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре, йәнһүрәттәр, спектаклдәр һәм спорт уйындары ла көтә уларҙы. 📍Бөгөн төп сәхнәлә: 16:00 — М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры "Айболит һәм Бармалей" мюзиклын уйнай; 17:00 - "Оҙон ағайҙар" клоунада урам театры "Дурацкий цЫрк" тамашаһын күрһәтә; 18:00 - Amirchik тигәйне йырсы сығыш яһай; 19:00 "Спокойной ночи, малыши!" телетапшырыуы менән осрашыу; 20:00 - "Суртан әмере менән" киноәкиәте күрһәтелә. 📍Союзмультфильм майҙансығында Винни Пух һәм Пятачок менән осрашыу, төрлө мауыҡтырғыс әүҙемлектәр була. 📍Аҡмулла сәхнәһендә ҡурсаҡ театрҙары һәм балалар театрҙары сығыш яһай. 16:00 "Сто поцелуев принцессы" спектакле; 18:00 Йәнһүрәт ҡарау; 20:00 "Ер" спектакле (башҡортса). 👉 Тулыраҡ мәғлүмәт сайтта: айдаиграть.дети. Барлыҡ саралар бушлай. 0+.