ch
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
612
订阅者
无数据24 小时
-27
-330
帖子存档
Бер аҙым алға баҫам да, әйләнәм мин артыма. Ҡайҙа баҫҡандар икән тип, күҙ һаламын халҡыма... Республика халҡының бөгөнгөһөн һ
Бер аҙым алға баҫам да, әйләнәм мин артыма. Ҡайҙа баҫҡандар икән тип, күҙ һаламын халҡыма... Республика халҡының бөгөнгөһөн һәм киләсәген хәстәрләгән етәксе.

Хәйерле көн! Ялдарығыҙ файҙалы һәм күңелле үтһен! 🥰
Хәйерле көн! Ялдарығыҙ файҙалы һәм күңелле үтһен! 🥰

Матур ялдар! 🥰 Видео: DarMan project һәм "Быуын" хоры - Башҡортостан улдары.

📌 Мадъярҙарға туған ЮРМАТЫЛАР тураһында бер нисә ҡыҙыҡ факт: 🔹 XIIIбыуат урталарында монгол ханлығына сәйәхәт ҡылған Рим па
📌 Мадъярҙарға туған ЮРМАТЫЛАР тураһында бер нисә ҡыҙыҡ факт: 🔹 XIIIбыуат урталарында монгол ханлығына сәйәхәт ҡылған Рим папаһының илсеһе Иоан де Плано Карпини һәм Франция короле Людовик IX илсеһе Вилгельм де Рубрук үҙҙәренең яҙмаларында башҡорт менән венгрҙарҙы бер үк халыҡ, улар бер телдә һөйләшә тигән мәғлүмәт ҡалдыра. Әммә улар башҡорт ерендә булмай һәм башҡа сығанаҡтарҙан "күсереп" шулай яҙа. 🔹XII быуатта ғәрәп сәйәхәтсеһе Әбү Хәмит әл Ғарнати Венгрияла була һәм ундағы халыҡты башҡорттар тип атай. 🔹Ә бына XIII быуатта йәшәгән ғәрәп Ибн Сәйет әл Мәғриби башҡорт һәм һунғар (венгр) халыҡтарын айырып ҡарай:
"... Әл Һункар иле. Улар - төркиҙәр, башкурдтарҙың туғандары..."
- тип яҙа. 🔹Боронғо башҡорттар венгрҙар төйәк иткән Дунай буйындағы Паннония еренә шулай барып сыға: IХ быуатта башҡорттарҙың бер өлөшө бәшәнәктәр менән союзға инеп, яджни, нәүкердтәр менән бергә Византия ҡалаларын баҫып ала. Шуға 1091 йылда ҡыпсаҡ хандары Бүнәк менән Туғарҡандың 40 меңлек ғәскәре менән Византия императоры уларға ҡаршы һуғыша. Шунан ҡалған бәшәнәктәр һәм башҡорттар Венгрия иленә килә һәм королдәре ғәскәренә хәрби хеҙмәткә алына.
Башҡорттарҙың юрматы һәм йәнәй ырыуҙары атамаһы венгрҙарҙың дьярмат һәм енё этнонимына оҡшаш.
✅ Тарихсы Рәил Кузеев юрматыларҙың сығышы боронғо булғарҙар менән бәйле булыуы ихтимал, тип фаразлай. ✅ Ә Салауат Хәмиҙуллин уларҙы Х быуатта венгрҙар составына ингән Гермат атамалы ырыуҙың савромат-сарматтарға барып тоташыуын фаразлай. Сармат атамаһының сауромат, сирмат, сюрмат формаһында әйтелеүе һәм юрматының да бәйле булыуы ихтимал. Был осраҡта юрматыларҙың килеп сығышында сарматтар ҡатнашлығы булып, бер өлөшө башҡорттар, икенсе өлөшө мадъярҙар составына инеүе бар. 🔹Этногенетика тикшеренеүҙәре һөҙөмтәһендә, юрматыларҙың айырым төркөмдәре хәҙерге венгрҙарҙың ҡайһы берҙәренә туған булыуы асыҡланған. Тимәк, ысынлап та, ниндәйҙер бәйләнеш булған. 🔹Юрматылар иртә тимер быуат осоронда сак һәм савромат ҡәбиләләренә ҡараған һәм унан да алдараҡ булған андронов мәҙәниәтенә ингәндәр. 📍 Хәҙерге осорҙа юрматы ырыуы башҡорттары республикабыҙҙың Ишембай, Ғафури, Мәләүез, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка райондарында йәшәй. Шулай уҡ Татарстанда, Ырымбур һәм Һарытау өлкәләрендә лә юрматылар бар. Фото: интернеттан. Әйткәндәй, Ишембай районындағы "Юрматы" музейында ошо фотолағы кеүек башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының "кәләпүш" тигән баш кейеме һаҡлана.

📌
"Мираҫ - үткәндәр түгел, ул - беҙ",
- ти видео авторы Сулпан Ағзамова. Өс быуын өләсәй, әсәй, ейәнсәр ❤️

❓Учалы ҡалаһынан арабыҙҙа берәйһе бармы?
Тап ошо "бәйләмле" видеола кеүекме һеҙҙә? Бигерәк күңелгә ятышлы ысул булып сыҡты әле ҡалаларҙы ошо рәүешле һүрәтләү🥰 Видео: интернеттан.

📌Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзына яңы етәксе тәғәйенләнгән. Быға тиклем ойошманы 28 йыл етәкләгән Рәшиҙә Солтанова үҙ теләг
📌Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзына яңы етәксе тәғәйенләнгән. Быға тиклем ойошманы 28 йыл етәкләгән Рәшиҙә Солтанова үҙ теләге менән рәйеслектән бушатылған һәм Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова һайланған.

Хәйерле йома иртәһе менән! ☀️ 📍 Ғафури районы Фото: alison_garnet.
+4
Хәйерле йома иртәһе менән! ☀️
📍 Ғафури районы Фото: alison_garnet.

📌Башҡортостан Республикаһы Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестры “Рәсәйҙең алтын ҡулсаһы” буйлап гастролгә сыҡты.
Бөгөн коллектив Кострома ҡалаһында сығыш яһай.
Программаға башҡорт халыҡ һәм классик көйҙәр, оркестрға махсус яҙылған яңы композициялар индерелгән. Гастролдәр 23 ноябргә тиклем дауам итә һәм “Беҙ — Рәсәй” федераль программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла. Ижади сәфәр Башҡортостандың Милли халыҡ уйын ҡоралдары оркестрының 25 йыллығына арналған. 🎬Видео: "Башҡорт донъяһы" төркөмө өсөн - кисә Ярославль тамашасылары алдында сығыштан күренеш.

📌 Юл ыңғайында ла инеп сығырға, дуҫ-иштәр, туғандар, балалар менән йыйылып та ошо матурлыҡты ҡарап ҡайтырға була. Экскурсия түләүле, әммә хаҡтар бик тешләшмәй. Шулай уҡ бында милли кейемдә фото төшөргә, оҫталыҡ дәресендә ҡатнашырға мөмкин. Был осраҡта айырым һөйләшергә кәрәк.
Бына шулай, ниһайәт, баш ҡала үҙәгендә башҡорт донъяһын сағылдырған ыҡсым һәм зауыҡлы ғына урын барлыҡҡа килде! 😍
📍 Өфө ҡалаһы, "Торатау" конгресс-холы, 6-сы ишек.

📌Кисә Мәскәүҙә "Яҡташ" форумы үтте. Уның сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү һәм уның эргәһенд
+4
📌Кисә Мәскәүҙә "Яҡташ" форумы үтте. Уның сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров Мәскәү һәм уның эргәһендә урынлашҡан юғары уҡыу йорттарында белем алған яҡташ студенттар менән осрашты. ✅ БР Йәштәр сәйәсәте министрлығы, Башҡортостандың РФ Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ойошторған сараға 700-ҙән ашыу йәш кеше килде. Уларға республика етәксеһе төбәктең үҫеше, киләһе йылдарҙа ниндәй тармаҡтарға яңы көстәр талап ителәсәге, перспективалар тураһында һөйләне һәм йәштәрҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.
"Мәскәү вуздарында уҡыған йәштәребеҙ менән күрештем. Уларҙы ныҡ хөрмәт итәм һәм ғорурланам. Һәр береһе үҙ тормошон ҡорор. Кемдер баш ҡалала ҡалыр, кемдер өйгә ҡайтыр. Бөгөн мин уларға Башҡортостан нисек үҫешеүе тураһында һөйләнем. Һәм улар һәр береһе республикабыҙҙың үҫешенә үҙ өлөшөн индерә алыуы тураһында хәтерләттем. Беҙ уларҙы гел киң ҡолас йәйеп, көтөп торабыҙ",
- тип яҙҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров. Осрашыуҙа Башҡортостанда туризмды үҫтереү, башҡорт телен популярлаштырыу, баш ҡала вуздарынан сыҡҡан белгестәрҙе йәлеп итеү, ИТ-кластер булдырыу мөмкинлектәре тураһында фекер алыштылар. Алдынғы ҡарашлы шәп йәштәребеҙ бар һәм уларҙың ҡулдарында республикабыҙ киләсәге икәнен аңлауҙары һөйөндөрҙө.

📌 Өфөләге "Торатау" конгресс-холлында үҙенсәлекле туристик урын асылды: "Йолалар резиденцияһы" һәм "Йорта музейы". Бында тел
+8
📌 Өфөләге "Торатау" конгресс-холлында үҙенсәлекле туристик урын асылды: "Йолалар резиденцияһы" һәм "Йорта музейы". Бында теләгән һәр кем инеп башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре, мәҙәниәте, йолалары менән танышып, милли уйын ҡоралдарында уйнау оҫталығына бер аҙ өйрәнеп, тәмле башҡорт сәйе менән һыйланып сығырға мөмкин. 📍 Адресы: Өфө ҡалаһы, З. Вәлиди урамы, 2. "Торатау" конгресс-холы, 6-сы ишек.

Быйыл Ш. Бабич исеменәдге республика йәштәр премияһы булдырылыуға теүәл 30 йыл. Абруйлы премияға үҙ ваҡытында Булат Йосопов, Рәсүл Ҡарабулатов, Азат Йыһаншин, Гөлназ Ҡолһарина, Гүзәл Сөләймәнова, Урал Иҙелбаев, Алмас Әмиров, Роберт Юлдашев, Илһам Вәлиев, Айнур Асҡаров, Айгиз Баймөхәмәтов, Ринат Рамазанов һәм башҡалар лайыҡ булды. Был исемдәр үҙҙәре хаҡында күпте һөйләй. Ысынлап та, конкурс комиссияһы үҙ йүнәлешендә уңышҡа өлгәшкән, үҙ артынан башҡаларҙы эйәртә алырлыҡ абруйға эйә булған һәләтле һәм фекерле, шәхси ҡарашлы шәхестәргә өҫтөнлөк бирә килде. Сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн премия тип йөрөтөлһә лә – уны йәш лидерҙар наградаһы тип атарға мөмкин. Һәр лауреат ана шул яуаплылыҡты аңлай, һәр хәлдә исемдәре үрҙә телгә алынған ижадсыларҙың һәр береһе йәмәғәт фекере лидеры. Быйылдан башлап Ш.Бабич исемендәге Республика йәштәр премияның күләме 500 мең һумға тиклем күтәрелде. Был шулай уҡ республика етәкселеге тарафынан награданың абруйына эшләнгән акцент. Премияның күләме лә арттырылғас ҡыҙыҡһыныу ҙа артты, күрәһең. Быйыл конкурс комиссияһына бер этап менән генә лауреаттарҙы билдәләү килеп сыҡмаған. Еңеүселәр ғәҙел билдәләнһен өсөн, йәмәғәт ҡарашын нығыраҡ белешеү нийәте менән киң мәғлүмәт сараларында, йәштәр һәм ижади коллективтарҙа фекер алышыуҙы киңерәк ойошторорға тигән маҡсат ҡуйыла. Дөрөҫөн әйтергә кәрәк, элек был премияның абруйын аңлап тап киң мәғлүмәт сараларында, айырыуса телевидение һәм радиола ҡыҙыу фекер алышыуҙар кемдеңдер ҡушыуын көтөп тормай әүҙемерәк ойошторола ине. Быйылғы миҫал ошо практиканы яңынан йәнләндереүгә этәргес булыр, башҡа форматтар ҙа барлыҡҡа килер тип ышанайыҡ. Шулай итеп, быйыл йәштәр премияһына 14 ижади эш дәғүә итә. «Әҙәбиәт” номинацияһында ✅Заһиҙә Мусина менән Рәзинә Урманшина. Шәхси фекер - лайыҡлы кандидаттар. Әҙәбиәтселәрҙең «бөртөклө тауар» икәнен иҫәпкә алғанда, 25 йәшлек Заһиҙә Мусинаның әҫәре буйынса Башҡорт академия драма театрында спектакль гөрләп барыуын күҙ уңында тотҡанда – хуп! «Сәнғәт» номинацияһында дәғүәселәр күп. ✅Сибай ҡалаһынан «Ялҡын» вокаль студияһы. ✅Башҡорт дәүләт филарминияһы солисы Дамир Тайыпов. Шәхси фекер – шәп кандидат, вокал һәләттәренән тыш, туған телде пропагандалауға ҙур өлөш индергән йәш атай ҙа. ✅Рәссам Гөлназ Мирхәйҙәрова. ✅Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы Әлиә Исҡужина. ✅Балет артисы Камила Солтангәрәева (Мәскәү). Шәхси фекер - йылғыр яҡташыбыҙ, шулай ҙа иртәрәк түгелме икән? ✅Ф.Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Хәбир Аралбаев. Шәхси фекер – шәп кандидат. ✅Режиссер Искәндәр Мөхәмәтйәнов. ✅Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрынан «Рахманинов. Симфония длиною в жизнь» балеты өсөн художестволы образ тыуҙырған ижади төркөм. ✅Хәйҙәр Вәлиев – йәш дирижер ( Мәскәү). Шәхси фекер - шулай уҡ шәп егеттәребеҙҙең береһе. Йәш булһа ла уны республика халҡы белә. «Тамыр”ҙа үҫкән егет, тик иртәрәк түгелме икән, атаһы был премияға күпкә күләмле ижады өсөн саҡ ҡына һуңыраҡ лайыҡ булғайны😉 ✅Ҡурайсы Илшат Нәҙерғолов (Ырымбур өлкәһе) ✅Азат Ғәлиуллин (БСТ журналисы). Шәхси фекер – был журналистар премияһы түгел. Репортаж сәнғәт әҫәре була алмай. ✅Анастасия Илсебаева (БСТ журналисы). Шәхси фекер – был журналистар премияһы түгел. Тапшырыу сәнғәт әҫәре түгел. ✅«NAZA» музыкаль альбомы өсөн Земфира Рәшитова һәм Наилә Биктимерова . Шәхси фекер – һәр хәлдә Земфира Рәшитова ҡурайҙы пропагандалауға, ҡалыптарҙы емереүгә үҙ өлөшөн индергән ҡыйыу ижадсы. Һеҙҙең ҡараш?

ТАУ ҠЫҘЫ Мин - тау ҡыҙы. Таштар - бишек кенәм. Тауһыҙ ҡалһам - үкһеҙ бер йәтим, Ҡаяларҙа ҡанат нығытҡанмын - Тау артырға тауҙ
+5
ТАУ ҠЫҘЫ Мин - тау ҡыҙы. Таштар - бишек кенәм. Тауһыҙ ҡалһам - үкһеҙ бер йәтим, Ҡаяларҙа ҡанат нығытҡанмын - Тау артырға тауҙар өйрәтте. Яраланһам, аумай ҡалыр уйҙан Тауҙарыма арҡа терәттем, Дауыл сыҡһа, ташҡа әүерелеп, Йығылмаҫҡа тауҙар өйрәтте. Яҙа баҫһаң, улар ярлыҡамай, Ғүмерең менән хатта түләтер, Ҡарурмандар, ҡая таштар аша Юл табырға тауҙар өйрәтте. Ғәрәсәттә унда ышыҡ таптым, Ел ҡаҡтырмай ғәййәр-ғәйрәте, Кәрһеҙерәк менән мохтаждарҙы Ҡурсаларға тауҙар өйрәтте. Тауҙан-тауға йөрөр шаңдаҡ кеүек Күңелемде ғәйбәт көйрәтте, Гәлсәр шишмә менән йәшем йыуып, Бирешмәҫкә тауҙар өйрәтте. Тауҙа тыуғас, тауҙа - ҡорған оям, Тауҙан - илһам, тауҙан - көй-дәртем. Турғаймындыр, бәлки, тик - тауҙыҡы, Күк иңләргә тауҙар өйрәтте. Гүзәл СИТДИҠОВА. 📍 Белорет районы, Баҡты һырты Фото: Елена Перминова.

📌 Башҡорт ырыуҙары араһында ТАҘЛАР тип йөрөтөлгәне дә бар. Ни өсөн шулай аталғандар һуң? 💯 "Таҙлар" этнонимы баштарында сәс
📌 Башҡорт ырыуҙары араһында ТАҘЛАР тип йөрөтөлгәне дә бар. Ни өсөн шулай аталғандар һуң? 💯 "Таҙлар" этнонимы баштарында сәсе булмаған кешеләргә ҡарата ҡулланылған. Элек башҡорт ир-егеттәре оҙон сәс үҫтермәгән һәм таҡыр итеп ҡыҙырып йөрөгән. Яугир халыҡҡа оҙайлы походтарҙа йөрөгәндә, меңәр саҡрым юлдарҙы һыбай үткәндә оҙон сәс ҡамасау иткән, таҙалап тороуы ауыр булған.
🔸"Таҙ" һүҙе этимологияһы "таҙа" һүҙенә тоташыуы шуға бик ихтимал.
🔹Таҙлар, тас тип йөрөтөлгән ҡәүемдәр төркиҙәр, фарсы, алтай, ҡырғыҙҙарҙа ла бар. 🔹Алтын Урҙа осоронда таҙлар Эмба һәм Яйыҡ йылғалары арауығында, урман-дала зонаһында йәшәй, монгол хандарына буйһона. 🔹Таҙларҙың Сыңғыҙхандың полководецы Майҡы бей ҡулы аҫтында табындар менән яуҙаш булыуы хаҡында хикәйәттәре бар.
🔹Хәҙерге осорҙа Танып таҙларынан тыш, башҡа башҡорт ырыуҙары составында ла таҙ аймаҡтары барлығы билдәле.
🔹Юрматыларға ҡараған Айыусы һәм Аҙнай, бөрйәндәрҙең Үтәкәй, ҡыпсаҡтарҙың Йомағужа, Ҡыпсаҡ-Асҡар, әйлеләрҙең Һултай, әйле ҡаратаулыларының Ҡәҙербәк, Иҫке Ҡаратаулы ауылдарында таҙлар нәҫелдәре бар. 🔹Көҙәйҙәр, дыуандар араһында "таҙ" этнонимы XIV быуаттан башлап тарала. 🔹Ҡырмыҫҡалы районының Таҙлар (Мырҙа), Төбәк Таҙлары (дыуан-табындар), Ейәнсуралағы Таҙлар (үҫәргәндәр) ауылдары исемдәре таҙлар башҡорттарына бәйле булыуы тураһында фаразларға мөмкин. 💯Таҙлар ырыуының күренекле шәхестәре араһында БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры Закир Шакиров һәм уның улы Миҙхәт Шакиров - Башҡортостандың арҙаҡлы дәүләт һәм партия эшмәкәре бар. 📍Таҙлар ырыуы вәкилдәре Башҡортостандың Борай районы Варҙытамаҡ, Йомаҡай, Яңы Ҡарғалы, Иҫке Таҙлар, Яңы Таҙлар, Таҙтүбә, Арҙаш, Әркәш ауылдарында, Балтас районының Түсебай, Шауъяҙы, Иҫке Ҡарғалы, Һәйтәк ауылдарында йәшәй. Һүрәт: нейросеть ғали йәнәптәренән.

Аҡ мөғжизәгә лә күп ҡалманы инде 🌨️❄️ Видео: "По горам" төркөмө.

📌21 ноябрҙә Өфөлә РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Нурмөхәмәто
+8
📌21 ноябрҙә Өфөлә РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Нурмөхәмәтовтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы күргәҙмә асыла.
"Рәшит Нурмөхәмәтов. Дәүер, кешеләр, тарих" тип аталған күргәҙмә М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художестволы музейҙа ойошторола.
Был көндә башҡорт рәссамының хәтер кисәһе лә үтә. ✅ Рәшит Нурмөхәмәтов 1925 йылдың 4 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Ул Өфө сәнғәт училищеһын һәм Суриков исемендәге Мәскәү художество институтын тамамлаған. Рәссам бик күп билдәле шәхестәрҙең, замандаштарының, ябай хеҙмәт кешеләренең портреттарын төшөргән. 1986 йылда Өфөлә вафат булған.

- Кем ул ИР? - Шулай ҡушҡандыр тәҡдИР: Бер ҡараһаң – мосафИР, Бер ҡараһаң – баһадИР, Бер ҡараһаң, ул - шағИР, Һәр яҡтан да би
- Кем ул ИР? - Шулай ҡушҡандыр тәҡдИР: Бер ҡараһаң – мосафИР, Бер ҡараһаң – баһадИР, Бер ҡараһаң, ул - шағИР, Һәр яҡтан да бик маһИР. Ана шул инде ул ИР, Ана шул була ул ИР. Ике ҡулына эш бир, Маңлайында булыр тир, Арыу белмәҫ, белмәҫ сир! Йәнә лә ИР ул – яугИР, Менгән аты булыр кир, Әйтерһең дә, король ЛИР: - Һәр ерҙә мин еңәм ти(е)р. Уға ҡарап торор мир, Ана шул инде ул ИР, Ана шул ул ысын ИР! - ИР кем ул? - ИРене елгә ярылған, ИРетеп эскән ҡар һыуын, ИРмен тигән ИРҙер ул. ИРешмәктән ниәтенә ИРтәнсәк иртүк тороуы ИРәмәлдән урап ҡайтҡан ИРәүәндәй күренер. ИРмәк яғы ла булыр, ИРкәләнеп тә алыр. ИРәндек бөркөтө һымаҡ, ИРкенлекте һөйөр ул, ИРек даулап йөрөр ул, ИРмен тигән ИРҙер ул, ИРмен тигән ИРҙер ул! Мөнир ФӘЙЗУЛЛИН.
📍 Бөгөн Халыҡ-ара ир-егеттәр көнө икән. Көслө заттарҙы ошо уңайҙан тәбрикләйбеҙ һәм именлек теләйбеҙ.
Фото: Людмила Камнева.

Һандуғастар эйәләшкән Һыу эсергә миләштән. Ҡайғыларым бөтөр ине Һине күреп һөйләшһәм. Эх, тала, тала, тала, Тала ике беләгем. Ниңә тала, ниңә яна Икән минең йөрәгем?.. Видео: Юлиә Хәбибуллина.