612
订阅者
无数据24 小时
-77 天
-830 天
帖子存档
📌 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы @kurultaibashkir Башҡортостан халыҡтары милли кейеме көнө уңайынан «Милли кейем - милләт асылы» тигән үҙенсәлекле флешмоб иғлан итә.
✅ Билдәле булыуынса, байрам 12 сентябрҙә үтәсәк.
📍 Уның шарттары ябай:
1.Милли кейемдә йәки уның элементтарын ҡулланып, үҙегеҙ йәшәгән төбәкте билдәләгән урында фото төшөгөҙ;
2.Был фото менән социаль селтәрҙә бүлешегеҙ һәм #НациональныйКостюм2025 #МиллиКейем2025 хештегтарын ҡулланығыҙ.
Ҡушылығыҙ!
+4
📌Был көндәрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Махсус хәрби операция зонаһында ил мәнфәғәтен яҡлаған яугирҙарыбыҙ янында эш сәфәрендә.
🔶Ул тәү сиратта “Башҡортостан” полкы яугирҙары менән күрешкән һәм республиканан ебәрелгән гуманитар ярҙамдың һөҙөмтәлелеге тураһында белешкән, наградалар тапшырған.
“Алғы һыҙыҡҡа ебәрелгән гуманитар ылауҙар күпселек уларҙың һорауы буйынса йыйыла, шулай ҙа миңә яугирҙарҙың үҙҙәрен ишетеү мөһим ине. Улар ярҙам өсөн рәхмәт әйтә, бигерәк тә республикала етештереүе көйләгәнгән дрондар өсөн. Тәьминәтте арттырыуҙы үтенәләр, башҡа ҡоралдар буйынса ла теләктәрен белдерҙеләр. Бөтә һорауҙарҙы ла яҙып алдым, мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ”,- тип яҙған был турала сәхифәһендә Радий Хәбиров. 🔶Шулай уҡ республика етәксеһе 12-се айырым гвардия Кенигсбергск-Городок Ҡыҙыл Байраҡ инженер бригадаһы яугирҙары менән дә осрашҡан. Был хәрби часть 2024 йылда Рәсәй Президенты Указына ярашлы, Жуков ордены менән наградланғайны. 🔹 Радий Хәбиров быйыл май айында Әлкә-2 ауылында булғанда алғы һыҙыҡҡа барып яугирҙарҙың хәлен белешергә вәғәҙә итеүе һәм һүҙендә тороуы хаҡында яҙған һәм бригада яугирҙарына фиҙаҡәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәтен белдергән. 🔶Республика Башлығы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон яугирҙары менән дә осрашҡан. Уларға генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырған. СОБР, Рәсәй гвардияһы рәттәрендә хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙ менән дә күрешкән. 📍 Тағы ла Башҡортостан Башлығы алғы һыҙыҡҡа барғанында үҙенә ҡушамат биреүҙәрен асыҡлауы тураһында хәбәр иткән. Быға тиклем уны төрлө ваҡытта Шеф, Хоккейсы, Ағай тип йөрөткәндәр, ә был юлы Тимер тигән ҡушамат биргәндәр.
“Мин бының менән ғорурланам. Һәм ғүмеремдең аҙағынаса Тимер буласаҡмын. Тимер – ул ҡаты материал ғына түгел. Бик көслө һәм кәрәкмәгәндә бөгөлөп бармай. Мин шулай булырға тырышасаҡмын. Дөрөҫөн әйткәндә, ғүмер буйы ниндәй генә шарттарҙа ла, етәкселекме, олигархиямы – ниндәй булһа ла, бер ҡасан да бөгөлмәҫкә тырышып йәшәнем. Артабан да шулай йәшәйәсәкмен”,- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров һәм кесе улының исеме лә Тимер булыуын хәбәр итеп, яуаплылыҡ тойоуын белдергән. 🔶Әлеге көндә Башҡортостан Башлығының эш сәфәре дауам итә. 🔹 Ул Донецк Халыҡ Республикаһы Башлығы Денис Пушилин менән осрашҡан, Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһындағы хәлдәр менән танышҡан. Бында 2022 йылдан алып 200-ҙән ашыу объект Башҡортостан ярҙамында тергеҙелгән, артабан да эштәр дауам итәсәк. 🔹Әлеге көндә 7-се мәктәп бинаһын төҙөкләндереү бара. Был турала республика етәксеһе
“Балалар яҡшы шарттарҙа уҡырға тейеш”,ти.
📌 Бабичка арналған кейеҙ китап - бик үҙенсәлекле ҡулланма материал.
Видео: Зилә Лира.
БАШҠОРТ СӘЙЕ
Башҡорт сәй эсмәй түҙмәй
Өҫтәлендә башҡорт балы,
Ҡорот, талҡан, һары май,
Һары май,ҡоротлап эскәс
Башҡорт һис тә арымай!
Һааа- ай!
Башҡорт һис тә арымай!
Иртән, көндөҙөн, кистәрен
Ул боҫтарын борҡоратып,
Эсә боҫло ҡайнар сәй,
Һыуһағанда, арығанда
Йәнгә шифа, тәнгә сихәт.
Һааа-ай!
Сәй шифалы,дауалай!
Башҡорт халҡы бик борондан
Күрше менән татыу булған,
Бергәләшеп эскән сәй,
Ҡайғыһын да, шатлығын да
Күрше менән уртаҡлашҡан.
Һааа-ай!
Бергәләшеп эскән сәй!
Заманалар ауырайҙы
Самауырҙар ҡайнатайыҡ,
Бергәләп эсәйек сәй,
Мәтрүшкәле тәмле сәй,
Хуш еҫле һәм тәмле сәй.
Һааа-ай!
Мәтрүшкәле тәмле сәй!
Яраштыра, һөйләштерә,
Бар сирҙәрҙән дауалай!
Гүзәл ӘХМӘҘИЕВА - ӨМӨТБИКӘ.
16.12.22 й.
🐻"Бында еләк күп икән, Айыу-бүре юҡ икән!"- тимәгеҙ, хаҡ булығыҙ! 📍 Архангел районы Казанка ауылына боролошта осратҡанда был тайыштабанды. Хәл кисә булған, тигәндәр. Видео: интернеттан.
📌Сибай ҡалаһынан йәш спортсыбыҙ Зарина Исламова Бангкок ҡалаһында кисә үткән муай-тай (тайский бокс) буйынса профессиональ алышта Sanehjan исемле Таиланд спортсыһына ҡаршы сыҡты һәм еңеү яуланы!
⚡Ҡыҙ рингка башҡорт бүреге һәм селтәр кейеп күтәрелде:
“Мин Башҡортостандан булыуым менән ғорурланам һәм бар донъя ихтирамға һәм һоҡланыуға лайыҡлы үҙ йолаларыбыҙ, кейемебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ барлығын белеүен теләйем”,- ти Зарина. Афарин!🔥🔥🔥 Видео: “Подслушано Сибай” төркөмөнән.
📌Мәскәү ҡалаһынан “Аҡ тирмә” фольклор төркөмө Ринат Хәбиров менән берлектә “Салауат батырҙары” тигән йырға клип төшөргән.
Проектың авторы һәм етәксеһе Гөлсинә Батыршина, видео – Айрат Туҡтаров, монтажлаусы – Азат Муллағолов.
Клип йырсы Гүзәл Үлмәҫҡолованың яҡты иҫтәлегенә бағышланған.
Хәйерле көн!☀
📍Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһы 7 тау араһында урынлашҡан.
Ҡаланың атамаһы "мең яры" йәки "меңдәр" тигән башҡорт һүҙҙәренә бәйле булыуы ихтимал, тип фаразлайҙар.
Видео: Илдар Шакиров
🔥Йәйҙең һуңғы эш аҙнаһы ямғырҙар менән тамамланыуға бик бойоҡмайбыҙ, йәштәр ижадынан дәрт алабыҙ 😉
Видео: #HANQYZY "Ирек" тигән композицияһы менән😎
📌 "ФормАрт-2025" конкурсының иң яҡшы муралы өсөн халыҡ тауыш бирә башланы
🔹Башҡортостан рәссамы Кирилл Ильиндың Ағиҙел ҡалаһында төшөрөлгән "Һыбайлылар" тигән муралы Волга буйы федераль округында иң яҡшыһы исеменә дәғүә итә.
🔹Мурал туғыҙ ҡатлы йорттоң бер яҡ диуарына төшөрөлгән һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған.
🔹Дивизия ғәскәрҙәре генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендә хәрәкәт итә.
🔹Әйткәндәй, был дивизияла хеҙмәт иткән Абдулла Фәйзрахман улы Шаһиев һуғыштан һуң Ағиҙел ҡалаһында йәшәй.
📍 Тауыш биреү өсөн:
✅ Бушлай номерға шылтыратығыҙ: 8 (800) 301-50-23
✅ Ошо муралды һайлау өсөн 1 һанына баҫығыҙ
✅ Тауыш биреүегеҙҙе раҫлағыҙ.
📍 Тауыш биреү 15 сентябргә тиклем дауам итә, унда һәр кем ҡатнаша ала.
📌 Замана Хужа Насретдины ишәктән төшһә лә, тәбиғәтенән йыраҡ китә алмаған шул.
Бында соҡорҙо кире күмеүе еңелерәк тойола 🤭
Видео: интернеттан.
❓Мәктәпкә барырға әҙерһегеҙме?
"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалының төркөмөндә бына шундай ҡыҫҡа ғына ҡыҙыҡ видео һалғанлар.
+9
❓Был фильмдарҙы күргәнегеҙ бармы?
Үҙегеҙ яратып ҡараған башҡорт фильмдарын комментарийҙарҙа яҙығыҙ 😉
💥Әбйәлилдәрсә БУҘА ҡойоу серен асырбыҙ, тигәйнек бит әле?
❓Онотманығыҙмы? Беҙ – юҡ.
⚡Әбйәлилдән бер хужабикә һөйләгәндәрҙән яҙып алынған боронғо ысулды тәҡдим итәбеҙ.
💢Бөтәүләй һолоно таҙартаһың, әфсүген алып ташлайһың. Ҡылсығы бөтһөн тиһәң, килегә һалып төйәһең һәм елгәләһең. Шул һолоно ҡыҙҙыраһың, элек ҡаҙанда ҡыҙҙыра торғайныҡ. 1 биҙрәнән дә кәм түгел ҡыҙҙырылған һолоно ҡул тирмәнендә тартаһың.
Беҙ боронғо ҙур ағас көбөгә эшләй торғайныҡ, ул 5-6 биҙрәлек булды.
💢Тартылған һолоно көбө (ҙур аҙас ҙауыт) төбөнә бушатаһың. Өҫтөнә 1 алдыр (тәгәстән ҙур, табаҡтан бәләкәй һауыт) һыйыр йәки кәзәнең эс майын иретеп ҡояһың. Һыҙлығын (шкварки) ҡоймайһың. Болғатмай тораһың.
💢Өлкән ҡаҙанға һыу ҡойоп ҡайнатаһың. Элек арыш оно һала торғайнылар, аҙаҡ ул булманы. Шуға юғары сортлы ондо ҡайнап торған һыуға өҫтәп, болғата-болғата бешерәһең. Ҡуйы булырға тейеш. Бер-ике ҡаҙан он ҡайнатып, көбөгә һоло һәм ирегән май өҫтөнә ҡояһың.
💢Бер юлы айырым тағы ла һыу ҡайнатып торорға кәрәк һәм көбөгә өҫтәргә. Шунан барыһын да бергә болғатып, көбөнөң ауыҙын ябып, 1 көнгә ҡуяһың.
💯Икенсе көнөнә болғатаһың һәм һөҙөргә әҙерләнәһең.✅Буҙаны һөҙгәндә асалы ағас, ике төрлө – эре һәм ваҡ иләк, бер нисә табаҡ кәрәк. 💢Болғатҡас, тәүҙә эрерәк иләктән төшөрә башлайһың, түбен табаҡҡа һалып тораһың. Иләккә баҫып һығаһың. Түбен ҡул менән йомарлап-йомарлап ныҡлап һығырға кәрәк. ✅Түбен ташламайһың, ҡайнаған һыуға һалып, тағы бер ҡат һөҙөп алырға була. Быныһын буҙаға өҫтәп ҡойорға ла, айырым эсергә лә мөмкин. Уңайлыҡ өсөн буҙаны икенсе берәй ҙур һауытҡа һөҙөп, аҙаҡ кире көбөгә ҡойоп алырға була.
❗Һөҙөп бөткәс, буҙаның ҡуйылығын самалайһың. Ныҡ ҡуйы булһа – оҙаҡ әсемәй, шыйыҡ булһа – тәме булмай һәм әсе була. Ҡуйы булһа ҡайнап торған һыу өҫтәйһең.✅Ошолай әҙерләнгән буҙа 2-3 көндә күперә, күпереге эсемлек бөткәнсе бөтмәй, һыуы өҫкә ҡалҡмай. Ташмаһын өсөн ҡарап торорға кәрәк, бер өлөшөн икенсе һауынҡа ҡойоп алып, һыуығыраҡ ергә ҡуйып торорға ла ярай. Ә тиҙерәк әсеһен тиһәң, йылыға индереп ҡуяһың. 💯Шәкәр, сүпрә, әсетке ҡушмайҙар. 📽Видео: Республика халыҡ ижады үҙәгенең Әбйәлил районы Мораҡай ауылынан Ғәлиә Кинйәбаеваның буҙа ҡойоуын сағылдырған видеоһы. Ул да беҙ тасуирлаған ысул менән эшләй, бәлки, ҡайһы бер ғәмәлдәре генә айырылалыр. БУҘАҒЫҘ ТӘМЛЕ БУЛҺЫН!💛
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
