612
订阅者
无数据24 小时
-57 天
-830 天
帖子存档
+2
Тиҙҙән ошо хозур йәй миҙгеле лә етер.Ә әлегә, көндәлек мәшәҡәттәрҙе бер минутҡа ситкә ҡуйып, тәбиғәтебеҙгә һоҡланып алығыҙ 🥰 📍 Нуриман районы, Павловка һыуһаҡлағысы.
📌 Был видеола яҙыусы, "Башҡортостан ҡыҙы" журналының баш мөхәррире Миләүшә Ҡаһарманованың ейәне, беҙ Ҡара батыр тип белгән шәп малай шулай маз килә.
"Ҡара батыр күләүек ярата. Шуға уны ямғырҙан һуң һәм яҙлы-көҙлө урамға сығарыуы ла опасно🆘. Мин шулайтып уйлайым инде, әммә хәҙерге йәштәрҙең үҙ методикаһы. Уларса бала тәбиғәтте ҡабул итеп, тәжрибәһе аша танып белергә тейеш. Малай кеше өсөн адреналин👻 һәм азартты🔥 ла тойһон, ҡурҡмаһын💪, рисковать⚡ итә белһен, йәнәһе. Бысрағын ни, йыуаһың да ҡуяһың🤷♀, тиҙәр",- тип яҙған Миләүшә Сәйғәфәр ҡыҙы. 📍 Балаларығыҙға ошолай күләүек кисеп йөрөргә рөхсәт итәһегеҙме?
+2
🌐Был фотоларҙы ҡараһаң, Башҡортостаныбыҙҙы кәүҙәләндергән кәрәҙҙәр, гәрәбә биҙәүес тә күҙ алдына баҫа кеүек. 💛Һүрәттәрҙе яһалма интеллект ярҙамында Айгөл Шәйәхмәтова эшләгән.
Ҡайһыныһы һеҙгә нығыраҡ оҡшаны?
Нөгөш йылғаһында ла боҙ киткән.
Быны йылғаның үрге ағымында урынлашҡан Ғәлиәкбәр ауылы эргәһендә (Бөрйән районы) төшөрөп алғандар.
Алдағы йылдарға ҡарағанда 2-3 аҙнаға алда ҡуҙғалды,тип яҙа "Башҡортостан" милли паркы хеҙмәткәрҙәре.
"Аҡ тирмәләр ҡороп йәшәйҙәр, бер кемдән дә рәнйетелмәйҙәр, күршеләренә, мосафирҙарға мәрхәмәтлеләр, улар изге йәндәрҙән һанала, хатта ҡоралдары ла юҡ",- тип яҙып ҡалдырған беҙҙең эраға тиклем V быуатта йәшәгән Геродот. Видео: Дилә Йәһүҙина.
Хәйерле көн! ☀️
📍 Был матурлыҡ Өфө фән һәм технологиялар университетының инженер факультеты бинаһында урынлашҡан.
Мозаикала башҡорт милли кейемендәге Учалы районы һылыуы һүрәтләнгән. 20-се быуат.
Фото: Гөлнара Вәхитова.
💌"Сәңгелдәк"тең ошо сығарылыштарын йотлоғоп ҡараған бәләкәстәрҙең береһе хәтерләйме икән был кадрҙарҙы?
Шундай татлы телле ҡыҙ баланы танынығыҙмы?
Бөгөн Белорет районындағы яҙғы ташҡын темаһы булғас, булһын әйҙә 😁
✅ Ноҡат ауылына ҡарай юл был.
Башҡа яҡтарҙа нисек икән? Хәбәр итегеҙ!
Белорет районы Асы ауылында ла боҙ киткән.
Видео аша ла баш әйләнеп китте, әй!
Бәлә-ҡазаларһыҙ ғына үтһен был осор. 🤲
Кесе Инйәр йылғаһында боҙ киткән.
Видеоны төшөрөүсе 14 мартта, ти.
Бына ниндәй ҡурҡыныс күренеш.
Ә бөгөн генә Өфө эргәһендә Ағиҙелдә 3 үҫмер боҙ буйлап йөрөүен төшөрөп һалалар ине. Һаҡ булығыҙ!
БАШҠОРТ ҠЫҘЫ
Башҡорт ҡыҙы — һинең йөрәгеңдә
Заман моңо, заман ялҡыны.
Милләтемдең борондарҙан килгән
Яҡты рухлы зирәк аҡылы.
Минең йөрәктә лә балҡый
Илһөйәрлек тойғоһо.
Мин дә йәшәү усағына
Ҡуҙ өҫтәр башҡорт ҡыҙы.
Кәрәк саҡта тыуған ерен ҡурсып
Яуға сапҡан башҡорт ҡыҙҙары.
Баш эйәләр ихлас тоғролоҡҡа
Ысыҡтай саф хыял-уйҙары.
Башҡорт ҡыҙы һаман ғәмле бөгөн,
Ил яҙмышы уның ҡанында.
Киләсәкте ҡурсып, һаҡлап тора
Халҡым сәңгелдәге янында.
Гөлфиә ЮНЫСОВА.
Еләкташта аҡ томан... Ошо матур миҙгелгә күп тә ҡалманы, тәбиғәт уяна, тояһығыҙмы?Дәрт-дарман теләп ҡалабыҙ яңы эш аҙнаһында! ❤️ Фотола: Белорет районындағы Еләкташ тауы.
Ауҙарыш буйынса донъя чемпионы, Әбйәлил районының "Ылаҡ" командаһы капитаны Ғәлим Яуынбаев командалашы Батыр Әбүбәкиров менән бергә Ҡарағат ҡушаматлы айғырҙы өйрәтә. ❤️🔥
Видео: Лена Толпар.
🌊Гөрләүектәрҙә ағас кәмәләр, шешә ҡапҡастары йөҙҙөрә торғайнығыҙмы һеҙ ҙә?
Һәр миҙгелдең шундай матур бер осоро, иҫтәлеге бар бит ул.Видео: Вилдан Яманғолов.
Оксана Мөхәмәтйәнова, Ноғман Мусин исемендәге 48-се Башҡорт лицейы, "Заман" медиафорумы, кейеҙ панно.
Матур бит? 💕
📌 Ғафури районы Ерек ауылында ихаталарҙы һыу баҫҡан. Әбйәлил районында ла тубыҡтан һыу кисеп йөрөйҙәр ине.
📍 Һеҙҙең яҡтарҙа нисек? Яҙығыҙ.
+6
Диңгеҙе ары торһон!
Ирәмәлдән күренеш ❤️
Ялығыҙ матур үтһен!
Фото: Гуля Яковлева.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
