ch
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
613
订阅者
+124 小时
-47
-730
帖子存档
📌
"Башҡорт ялҡау, ер һөрөргә, иген игергә яратмаған",
- академиктар Урал аръяғы башҡорттары тураһында шулай яҙа. Был мәсьәләне тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин ентекле өйрәнгән. Ғилми эҙләнеүҙәренең һөҙөмтәләре булып мәҡәләләре сыҡҡан. 💯
"Башҡорт егәрле булған", тигән фекерҙе киңерәк таратырға һәм ишеттерергә кәрәк",
- ти ул.

САЛАУАТ Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ, Күңелемдә минең, аңымда. Йөрәгемде сардар итеп, хисем Ғәскәр итеп туплай ҡанымды. Әйлән
САЛАУАТ Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ, Күңелемдә минең, аңымда. Йөрәгемде сардар итеп, хисем Ғәскәр итеп туплай ҡанымды. Әйләнәм дә киләм Салауатҡа, Ылыҡтыра мине азатлыҡ. Батырҙары булған илемдең, тип Әйтеүҙәре әллә ғазапмы? Һығындыра яҡты тәүәккәллек, Көрәш сәме һуҙа фарманын. Ауазыңды эҙләп, батыр, илдең Ҡай еренә генә барманым. Салауат, тип йырлы исемеңде Доға итеп алам телемә. Тәсбих әйтәһеңдер кеүек һаман, Именлектәр теләп илеңә. Таңдарым да минең - Салауат ул, Ай-йондоҙло төнөм - Салауат. Төштәремдең изге яугиры ла, Яҡты көнөм, өнөм - Салауат! Салауат, тип йырҙар башлайым да, Салауат, тип сығам көрәшкә. Салауат, тип маҡсаттарға менәм, Ауыҙлыҡлап алып һәр эште. Иҫтәремдән һис тә сыҡҡаны юҡ, Яҡты доғам минең - Салауат! Һиңә ғашиҡ заман ҡыҙҙарынан Батырҙарҙың ожмах туйҙарына, Рухи ғәскәреңдең уйҙарына Барып етһә ине был аят: Салауат! Лариса АБДУЛЛИНА.

Хәйерле көн ☀️ Заятүләк менән Һыуһылыуҙың төбәгендә булғанығыҙ бармы? 🌊 Юҡ икән, мотлаҡ барып күрегеҙ. 📍 Был Башҡортостанда
+5
Хәйерле көн ☀️ Заятүләк менән Һыуһылыуҙың төбәгендә булғанығыҙ бармы? 🌊 Юҡ икән, мотлаҡ барып күрегеҙ. 📍 Был Башҡортостандағы иң ҙур күл - Асылыкүл. Ул Дәүләкән районында урынлашҡан.

📌Бөгөн Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнә икән.
Барлыҡ ғаиләләргә бәхет, татыулыҡ, милләтебеҙҙең ныҡлы терәге булып, рухлы һәм тәүфиҡлы балалар үҫтереүҙәрен теләйбеҙ! ❤️
 ✅ Видеола Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе, Баймаҡ ҡыҙы Миләүшә Хәйбуллинаның матур ғаиләһе.

Башҡортостан һәм башҡорттарҙың тарихы яугирлыҡ һәм ил һаҡлауға ғына бәйлеме?
Төркөмдәштәр, Башҡортостан һәм башҡорттар тарихына ҡағылышлы видеолар серияһын башларға булдыҡ.
💯Һеҙҙең иғтибарға тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин һөйләгәндәрҙе тәҡдим итәбеҙ. 📍 Көн һайын ошо ваҡытта яңы видео һалып торасаҡбыҙ, күрмәй ҡалмағыҙ!

Тайфун Ҡоролтаевич Учалы районында үткән "Олотау йыйыны"нда булған икән.
Ҡарағыҙ, нисек күңелле үткән!🔥
⚽Сара Рәсәйҙең спорт мастеры Ғәлин Ғайсар Хәлидәр улы иҫтәлегенә бағышлап 7-се тапҡыр ойошторола. ⚽Быйыл унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия футбол һөйөүселәре йыйылған. ⚽ 48 ир-егеттәр командаһы араһында: 🥇Беренсе урын - Ырымбур өлкәһенең "Домбаровский" командаһы 🥈Икенсе урын - Силәбе өлкәһенең "Ишалино" командаһы 🥉Өсөнсө урын - Башҡортостандан "Северный" командаһы (әбйәлилдәр) 🔥Чемпиондарға башҡорт тоҡомло ат һәм 300 мең һум аҡсалата бүләк биргәндәр. 12 ҡатын-ҡыҙҙар командаһы араһында: 🥇Беренсе урын - Силәбе өлкәһенең "Көньяҡ Урал" командаһы 🥈Икенсе урын - Башҡортостандан "Мамочки ФК Уфа" 🥉Өсөнсө урын - Башҡортостандан "Элита" (учалылар) алған. 🔥Чемпиондарға һыйыр һәм 100 мең һум аҡсалата бүләк тапшырылған.

Юлда булғандарға - хәйерле юлдар, эштә - уңышлы көн, ялда - күңелле минуттар, һәр кемгә - һаулыҡ, бәхет һәм ҡыуаныстар теләйбеҙ! 🥰 Видео: Салауат Юнысов. 📍 Белорет районы.

📌 Башҡортостандағы иң матур 7 урын "Гуляй смело" төркөмө күҙлегенән: 🔹Еләкташ (Малиновая гора) 🔹Айғыр 🔹Ҡыҙыл шишмә 🔹Атыш шарлауығы 🔹Уҡлы ҡая 🔹Ҡыраҡа һырты 🔹Сыбарҡая (Айские притёсы) Ялдарҙа ғаилә менән сәйәхәт ҡылырлыҡ тағы ниндәй урындар бар? Яҙығыҙ 😉

📌Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында капиталь ремонт бара. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова яҙып сыҡты. 💯Август уртаһына белем усағының уҡыу корпусында капиталь ремонт тамамланырға тейеш, ти. Эштәр "Йәштәр һәм балалар" милли проекты менән "БР мәғарифының ктэп системаһын модернизациялау" төбәк проекттары сиктәрендә атҡарыла. Эльвира Айытҡолова Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары Филүс Миназов менән бергә эш барышын барып күргән.
"Уҡыу корпусының фасады яңыртылып ҡына ҡалмай, ә тәү сиратта йылытыла. Ашханала ла яңыртып ҡороу башланған, иҙән плиткаһы алмаштырылған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, яңы өҫтәлдәр һәм ултырғыстар ҡуйыласаҡ. Уҡыусылар һәм уҡытыусыларға кәрәкле ҡорамалдар һатып алына, шул иҫәптән интерактив таҡталар. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге һәм Ватанды һаҡлау ҡағиҙәләре, хеҙмәт дәрестәре кабинеттарына кәрәкле әйберҙәр һәм күрһәтмә әсбаптар менән йыһазландырыла. Тағы ла 1 сентябрҙә гимназия уҡыусылары интернат һәм мәктәп биналарына яңы асфальт буйлап барасаҡ. Территорияны тәртипкә килтереү эштәре августан башланасаҡ",
- тип яҙған Эльвира Ринат ҡыҙы.

📌Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында капиталь ремонт бара. Был турала социаль селтәрҙәге с
📌Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында капиталь ремонт бара. Был турала социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова яҙып сыҡты. 💯Август уртаһына белем усағының уҡыу корпусында капиталь ремонт тамамланырға тейеш, ти. Эштәр "Йәштәр һәм балалар" милли проекты менән "БР мәғарифының ктэп системаһын модернизациялау" төбәк проекттары сиктәрендә атҡарыла. Эльвира Айытҡолова Башҡортостан мәғариф министры урынбаҫары Филүс Миназов менән бергә эш барышын барып күргән.
"Уҡыу корпусының фасады яңыртылып ҡына ҡалмай, ә тәү сиратта йылытыла. Ашханала ла яңыртып ҡороу башланған, иҙән плиткаһы алмаштырылған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған, яңы өҫтәлдәр һәм ултырғыстар ҡуйыласаҡ. Уҡыусылар һәм уҡытыусыларға кәрәкле ҡорамалдар һатып алына, шул иҫәптән интерактив таҡталар. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге һәм Ватанды һаҡлау ҡағиҙәләре, хеҙмәт дәрестәре кабинеттарына кәрәкле әйберҙәр һәм күрһәтмә әсбаптар менән йыһазландырыла. Тағы ла 1 сентябрҙә гимназия уҡыусылары интернат һәм мәктәп биналарына яңы асфальт буйлап барасаҡ. Территорияны тәртипкә килтереү эштәре августан башланасаҡ",
- тип яҙған Эльвира Ринат ҡыҙы.

🌾Әлеге ваҡытта ауыл эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу мәл - ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәре гөрләй. 🌿Иглин районында 2025 йылдың 1 июленә ҡ
+5
🌾Әлеге ваҡытта ауыл эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу мәл - ҡышҡылыҡҡа әҙерлек эштәре гөрләй. 🌿Иглин районында 2025 йылдың 1 июленә ҡарата мәғлүмәттәргә ярашлы, 3000 гектарҙа ауыл хужалығы ерҙәре сабып алынған. Был дөйөм күләмдең 15.1 процентын тәшкил итә, бөтәһе 19 993 га майҙанда сабылырға тейеш. 🌿Бесән 1360 тонна әҙерләнгән, бөтәһе 8300 тонна кәрәк. Сенаж 6550 тонна йыйылған, 26 мең тонна ниәтләнә. 🌿Бер баш малға яҡынса 3.37 центнер аҙыҡ әҙерләнгән, 17.80 центнер булырға тейеш. Былар тураһында Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова хәбәр иткән һәм ауыл хужалығы эшсәндәренә уңлы эш, матур һауа торошо теләгән.

🎸«ҠошЮлы» республика башҡорт бард фестивале быйыл 14-се тапҡыр ойошторола. 🔥11-13 июлдә гитарала уйнап, йырларға һәм уларҙы
🎸«ҠошЮлы» республика башҡорт бард фестивале быйыл 14-се тапҡыр ойошторола. 🔥11-13 июлдә гитарала уйнап, йырларға һәм уларҙы тыңларға яратыусылар Ейәнсура районында "Аманат" кафеһы эргәһендә урынлашҡан яланда йыйыласаҡ. Фестивалгә теләгән һәр кем килә ала, ә бына конкурсанттар финалға һайлап алыу турын үткән. ❗Ойоштороусыларҙың төп талабы: иҫерткес эсемлектәр булмаҫҡа тейеш. 📍 Адресы: Ейәнсура районындағы "Аманат" кафеһы эргәһендәге "ҠошЮлы" яланының координаттары - 52.126740, 56.734265. ✅ Унда һәр кем үҙаллы транспорт юллап бара ала, йәки ойоштороусылар тәҡдим иткән автобусҡа сығырға була. ✅ Автобус менән барып ҡайтыр өсөн башта Яндекс-форма тултырырға кәрәк. Юл хаҡы бер яҡҡа 1000 һум (барып ҡайтыу өсөн 2 мең һум була). ✅ Автобус 11 июль сәғәт 12.00-дә Пушкин урамы, 86 ( Йәшлек House) эргәһенән ҡуҙғала. forms.yandex.ru/u/686907a9... 🏕️
Иркен яланда палаткалар ҡороп, усаҡ яғып, ҡаҙан аҫып ашарға бешереп, гитара ҡылдары ыңғайына моңланып, көндә һыу инеп, төндә йондоҙҙар күҙәтеп, егеттәр ҡыҙҙар күҙләп ҡайта торған сара был. Мотлаҡ барығыҙ! 🫶

ЙӘЙ БАШЫ Ниңә ауыр былай күңелеңә, Барыһын да белгән йоҫоҡҡа?.. Мәңге тормай яҙ – яҙ, наҙ көйө, Көрһөнмәсе, ҡарап офоҡҡа. Ваҡыт инде ҡыҫҡа был ғүмерҙә Һәр миҙгелдең ҡәҙерен белергә. Миләшкәйең ҡойһа сәскәләрен, Гөлйемешкәй бағыр был ергә. Тик тоғро ҡал барлыҡ таңдарыңа, Ялған шауҙа ҡалма аҙашып. Тынмаҫ борон һандуғасты тыңла, Тыуған саҡта йомарт йәй башы!.. Рәми ҒАРИПОВ.

Хәйерле көн! Кемдәр эшләй - уңышлы эш аҙнаһы, кемдәр отпускыла - яңы көс-дәрт тупларлыҡ шәп яҙ итегеҙ! 🥰 📍 Ҡыҙыл шишмә (Кра
+2
Хәйерле көн! Кемдәр эшләй - уңышлы эш аҙнаһы, кемдәр отпускыла - яңы көс-дәрт тупларлыҡ шәп яҙ итегеҙ! 🥰 📍 Ҡыҙыл шишмә (Красный Ключ), Нуриман районы, Башҡортостан. ⭕Ҡыҙыл шишмә - Рәсәйҙә генә түгел, бөтә донъяла иң ҙур эсәр һыу сығанаҡтарының береһе.

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, һоҡланайыҡ бергә! Видео: Лилиә Ғибәҙәтова.

Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам, Күҙемдәге нурғынам, Йөрәгемде моңға төргән Йырлап туймаҫ йырғынам, Ҡыҙым минең, ҡыҙғынам, Баҙлап торғ
Ҡыҙым, ҡыҙым, ҡыҙғынам, Күҙемдәге нурғынам, Йөрәгемде моңға төргән Йырлап туймаҫ йырғынам, Ҡыҙым минең, ҡыҙғынам, Баҙлап торған ҡуҙғынам. Шул ҡуҙыңды йәндәй һаҡлап, Башҡаларҙан ҡыҙғанам. Һүндермәйсә утыңды, Һаҡлап йылы ҡотоңдо Йәшәтһәсе яҙмышҡайың Ҡурсып тормош һутыңды. Берҙән-берем, бер генәм, Көтөп алған гөл генәм. Бишектән үк сер бүлешеп, Көлөп ятҡан үҙгенәм. Төҫөм минең, ҡыҙсығым, Кинәнер уйынсығым. Мин бит Әсә, ҡыҙ балала - Өмөтөм, йыуанысым. Светлана НАСЫРОВА.

Ялығыҙ нисек үтә? 🫶 Лилиә Сәғитова видеоһы.

Үәт әй, шәп баҫа! 🔥 Урал Тимеров видеоһы.

Еләктән бөйөрөктәр🍓 #Уңған_килендән_рецепттар Ҡамыр өсөн: 300 г ауыл ҡаймағы (йә магазин ҡаймағы) 100 мл кефир, йә һөт, йә й
Еләктән бөйөрөктәр🍓 #Уңған_килендән_рецепттар Ҡамыр өсөн: 300 г ауыл ҡаймағы (йә магазин ҡаймағы) 100 мл кефир, йә һөт, йә йогурт 1 йомортҡа 1 балғалаҡ тоҙ 0,5 балғалаҡ аш содаһы он (~3-4 стакан) Эслек өсөн: 300-350 г еләк шәкәр май Әҙерләү: Йомшаҡ ҡаймаҡҡа кефир, йомортҡа, тоҙ ҡушып, яҡшылап болғатығыҙ. Соданы онға ҡушып болғатығыҙ ҙа, иләк аша үткәреп, шыйыҡ массаға ҡуша-ҡуша, йомшаҡ ҡамыр баҫығыҙ. Әҙер ҡамырға 20 минутлап ял бирегеҙ. Ҡамырҙы тигеҙ өлөштәргә бүлеп йомроҡастар әүәләгеҙ. Һәр береһен уртаса ҡалынлыҡта йәйеп, эслек өсөн әҙерләнгән еләкте һалығыҙ, өҫтөнә тәм буйынса шәкәр һибегеҙ. Теләгәндә әҙерәк май киҫәге һалығыҙ. Яҡынса 20-22 бөйөрөк сығасаҡ. Бөйөрөктәрҙе 180 градусҡаса ҡыҙған мейестә 30-40 минут бешерегеҙ. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!

Хәйерле иртә! ☀️ Видеола ҡоштар осор бейеклектән Бөрйән районы🫶