612
订阅者
-524 小时
-77 天
-830 天
帖子存档
Зауыҡ 😍
Фотола Миңлегөл һәм Рөстәм Дәүләтовтарҙың ҡул эше - сулпы.Ялдарығыҙ матур үтһен!
Заманса юғары белем биреү үҙәге ҡайҙа? Әлбиттә, Башҡортостанда!🔥
Донъя кимәлендәге университеттар кампусы селтәрен булдырыу программаһы 2021 йылда Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса бойомға ашарыла башланы. Өфөләге проект 8 еңеүсенең береһе булды🔥💯Вуз-ара кампустың беренсе өлөшө - IQ-парк 2024 йылда асылды. Унда республиканың төп 5 нигеҙ университеты лабораториялары, индустриаль партнерҙар офистары һәм донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәге урынлашҡан. 💯Геном үҙәге быйыл асылды. Бында генетиканы өйрәнеү өсөн бар шарттар булдырылған. Юғары I-белгестәр әҙерләүсе "Мәктәп-21" ҙә ошонда урынлашҡан. 💯Сиратта - 4,3 мең кешелек студенттар ятағы төҙөү. Унда уҡытыу-фәнни комплексы, лабораториялар, магазиндар, скверҙар һәм башҡа уңайлыҡтар буласаҡ. Видео: Евразия ғилми-белем биреү үҙәге макеты.
📌Милли бейеү көнө – Башҡортостанда тәүге тапҡыр билдәләнә.
🔥21 октябрҙә, Фәйзи Ғәскәровтың тыуған көнөндә республикабыҙҙа Милли бейеү көнө билдәләнә.
Был байрам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән үткәрелә – 10 октябрҙә тейешле указ ҡабул итте.Милли бейеү көнөндә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында матур байрам концерты ойоштороласаҡ. Унда башҡорт бейеү сәнғәтенең алтын фондына ингән, тарихыбыҙҙы һәм халыҡтың йолаларын сағылдырған бейеүҙәр буласаҡ. ⚡Сығыш яһайҙар: ✅Ф. Ғәскәров исемендәге Дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ✅Өфөнөң “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле ✅Учалы филармонияһының “Уралтау” бейеү ансамбле ✅Нефтекама филармонияһының “Түңгәүер” бейеү ансамбле ✅Сибай концерт-театр берләшмәһенең “Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле ✅Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең бейеү театры 💯Йәш быуын исеменән ошо арала үткән Ф. Ғәскәров исемендәге Халыҡ-ара халыҡ бейеүҙре ансамблдәре конкурсында Гран-при яулаған “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле лә оҫталығын күрһәтәсәк. ❗Беренсе Милли бейеү көнөндәге сағыу тамашанан ятып ҡалмаҫ өсөн билеттарҙы ошонан алырға мөмкин: gaskarov-ensemble.ru/buy/ Пушкин картаһы ла эшләй.
+3
📌М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының 106-сы ижад миҙгеле “Ай тотолған төндә” спектакле менән асылды.
Кисә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим пьесаһы буйынса йәнә яңыртып ҡуйылған спектакль тамашасыһын һөйөндөрҙө.🔥Тәүге тапҡыр ул театр сәхнәһендә 1964 йылдың 21 мартында – 61 йыл элек балҡый. Ул саҡта режиссеры Шәүрә Мортазина була, төп ролдәрҙә Зәйтүнә Бикбулатова (Тәңкәбикә), Илшат Йомағолов (Аҡъегет), Дәриға Фәйзуллина (Зөбәржәт), Рәғиҙә Янбулатова (Шәфәҡ), Ғәзим Туҡаев (Дәрүиш), Шамил Рәхмәтуллин (Диуана) уйнай. 💯1967 йылда пьесаның авторы Мостай Кәримгә, ҡуйыусы режиссёр Шәүрә Мортазинаға, рәссам Ғәлиә Имашеваға, Тәңкәбикә ролен уйнаған артист Зәйтүнә Бикбулатоваға К.С.Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы бирелә.
Театрҙың баш режиссеры Айрат Абушахманов был пьесаны 2011 йылда сәхнәләштергәйне һәм бына, яңы һулыш, яңы ҡараш менән ул йәнә сәхнәлә!Был юлы ҡуйыусы рәссам – Альберт Нестеров, композитор – Рәмис Хәкимов, хормейстер – Анель Сиргебаева, балетмейстер – Ринат Абушахманов, рәссам-яҡтыртыусы - Сергей Гаевой, режиссер ассистенты – Хөрмәтулла Үтәшев. Төп ролдәрҙә: Аҡъегет — Линар Бәйетов Зөбәржәт — Сабина Кирәева Тәңкәбикә — Сара Буранбаева һәм Алһыу Ғәлина. ⚡Спектаклдең башҡа серҙәрен асып тормайбыҙ, үҙегеҙ барып ҡарағыҙ!
📌 Ниһайәт, "Тауыштар" вокаль проектының Башҡортостан Республикаһы көнөнә арнап сығарған "Уралым" клибын тулыһынса ҡарай алаһығыҙ!
🔹 Төп ролдәрҙә: Рим Рәхимов, Азамат Дауытов, Айтуған Вәлмөхәмәтов, Альберт Зәйҙуллин.
🔹Икенсе пландағы ролдәрҙә: Айым Рәхимова, Альсана Рәхимова
🔹Төшөрөүсе команда:
Production E7E-media
Режиссер: Батыр Ғәлимов
Оператор: Илнур Хәмиҙуллин
Монтаж/VFX: Батыр Ғәлимов
Администратор: Регина Ҡәҙербаева
Гример: Ләйсән Ғәлиева
Образдар: Роберт Хәмиҙуллин Юлай Ғәлиуллин
"Тауыштар" проектына күрһәткән ышанысы һәм ярҙамы өсөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - БР сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяевҡа, Ғәзиз Ғәлин, Рәфис Мырҙабаевҡа рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ",- тип яҙған ижади команда. Тәндәр земберләп китте был "Тауыштар"ҙан❤️🔥
Бала саҡты хәтерләткән был видеоны төркөмдәшебеҙ Дилара Яҡшымбәтова ебәргән🥰
Ат егеп, көҙгө урманға барыу үҙе бер ғүмер инде ул...
Байрам менән, һаулығыбыҙ һағында торған һәм һәр сөскөргән-бышҡырған һайын ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер булған участка терапевтары!🌷
Бигерәк тә ауыл дауаханаларында эшләгән табиптарыбыҙға рәхмәт - ҡайсаҡ һеҙ ауырыу кешенең берҙән-бер өмөтө, таянысы.Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар, рәхмәтле һәм тиҙ арала йүнәлеп китер пациенттар, ғаилә бәхете һәм яҡшы кәйеф теләйбеҙ! 🥰
🔥"Мин - Салауат ҡыҙы" 🔥
ZAHRA исеме менән сығыш яһаусы йәш йырсы яңы йырын сығарырға әҙерләнә. Иртәгә, 17 октябрҙә, тулыһынса ишетергә мөмкин, тигән.
Видео: ZAHRA - Зөһрә Мөхәрәмова.
❓Нимәне хәтерләтә?
Бер ҡараһаң, башҡорттарҙың ҡусҡар биҙәгенә оҡшаш, бер ҡараһаң, ниндәйҙер көслө йән эйәһе кеүек...✅ Ә ысынында, был - вешенка бәшмәге. Атамаһы ла шулай "Орнаменталь вешенка". 📍 Яңы арт-объект Өфөләге Октябрь проспектында, "Артерия" үҙәге эргәһендә урынлашҡан Ҡала халҡы аллеяһында ҡуйылған. Бында тағы ла "Брутовик", "Ҡан тамырлы һары бәшмәк" (лисичка), "Симфоник һарыҡ бәшмәге" (сыроежка), һәм "Өсбосмаҡтар" тигән арт-объекттар бар.
Сиратта - "Нефть йөнтәҫ бәшмәге" (волнушка).Барып күрегеҙ, исемдәре генә ней тора🔥
+2
📌 "Мөғжизәләр яланы"нда - учалылар!
Үткән йомала, Ҡурай көнөндә һәм Башҡортостан Республикаһы көнөнән алда Учалы районы Уральск ҡасабаһынан Мөжәүировтар Якубовичтың үҙендә ҡунаҡта булды.🔥Тапшырыуҙа Динара һәм Дим Мөжәүировтар балалары Дилара һәм Динислам менән ҡатнашты. 💯Уларҙың ижад яратҡан матур башҡорт ғаиләһе булыуын яҡташтары яҡшы белә. Дим Рәфҡәт улы - ҡурайсы, Динара Рәис ҡыҙы - "Ирәмәл" ижад үҙәген етәкләй, оҫта балаҫ һуғыусы. Ҡыҙҙары Дилара - бейеүсе, 7-се класта белем ала, улдары Динислам 4-се класта уҡый һәм етмеш төрлө һөнәргә эйә булырлыҡ егет - бейеү, барабан һуғыу, шахмат, көрәш менән мауыға.
“Мөғжизәләр яланы” үҙемде хәтерләй башлағандан алып ғаиләмдең иң яратҡан телетапшырыуы булды, йома һайын экран алдына йыйылыр инек. Айырыуса мәрхүм атайым йотлоғоп ҡараны, уйынсыларҙан да алда яуапты тапҡан осраҡтары йыш булды. Үкенес, ғүмере саҡ ҡына оҙонораҡ булһа, яҡындарының да “Мөғжизәләр яланында” сығыш яһауын күҙәтеү уға ныҡ ҡыуаныслы булыр ине.... Үҙемдең ғаиләлә лә был традиция дауам итте. Шулай, берҙе ата-әсәм беҙгә ҡунаҡҡа килгәндәрендә, ошо тапашырыу башланғас, үҙем дә абайламаҫтан балаларҙан ниңәлер һорай ҡуйҙым – ә һеҙҙең үҙегеҙҙең дә ҡатнашҡы килмәйме? Улар, әлбиттә, ҡуш ҡуллап риза",- ти "Яйыҡ" Учалы район гәзитенә биргән интервьюһында Динара ханым. 💯Тәүҙә улар тапшырыуға саҡырылыуҙарына ышанмай, аҙаҡ тырышыр әҙерләнә башлай. Бейеү оҫтаһы Гөлиә Кәримова Дилараға “Ләү, ләү, ләүсәтин”де өйрәтә, юғары талаптарға тура килгән фонограмманы Илгиз Йомағужин яҙҙыртып бирә. Һуңынан сәхнәлә ҡыҙсыҡ бик тә килештереп тыпырҙатһа, Дим Рәфҡәт улы ҡурай тарта, Динислам барабан һуға, ә Динара Рәис ҡыҙы ғаилә ансамбленә ҡумыҙҙа уйнап ҡушыла.
Леонид Аркадьевичҡа күстәнәстәрҙе бөтә район менән әҙерләйҙәр, һәр кем ихлас ярҙам итә.🔥Бына шулай, өлгөлө ғаиләләрҙең береһе Башҡортостан данын арттырып ҡайтты.💙🤍💚 📍 Улар тураһында "Яйыҡ" гәзитендә тулыраҡ мәғлүмәт алырға мөмкин. 📍 Кемдәр 10 октябрҙә күрһәтелгән тапшырыуҙы ҡарамаған, бында.
+8
📌 "Салауат: өн аралаш ете төш" проекты сиктәрендә Салауат ҡалаһының үҙәк майҙаны һәм уға терәлеп торған Беренсе май урамында ремонт гөрләй.
Был турала Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Ул Салауат ҡалаһына эш сәфәрендә төҙөкләндереү барышы менән танышты.
"Эштәрҙе ноябргә тамамлайбыҙ. Был урын ҡала халҡын тартып торор нөктәгә әүерелер, осрашыуҙар, ял һәм ижад итеү урыны булыр тип ышанам",- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы. ✅ Шулай уҡ Салауат балалар художество мәктәбендә лә эш ҡайнай. Уны "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә капиталь ремонтлайҙар.
17 октябрь, баш ҡалабыҙ күгендә йәнә "Етегән" тоҡана!
«Һин китмә», «Мөхәббәт», «Ак ҡайын» - был йырҙарға ҡушылып йырларға һеҙ әҙерме? 💔
Концерт-дискотекала төркөмдөң ижадташ дуҫтары: «Любизар», «Өс таған», Нәркәс Сиражетдинова, Заһир Байыҡ һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ! ✨
Башлана 22:00 сәғәттә.
Билеттар:️ ufakoncert.ru/event/10722/
Тулыраҡ мәғлүмәт: +7-937-477-20-94 ☎️
Үҙенсәлекле ҡотлау - Алмаз һәм Айҙар Юнысовтар Башҡортостан Республикаһы көнө менән ҡотлап, республика Гимнына ремикс башҡарғандар.
Дан һиңә, Башҡортостан! 💙🤍💚
Һоҡланыуҙан һоҡ теймәһен аҡҡоштай ҡыҙҙарыбыҙға! 🦢"Һомай" ансамбле башҡарыуында Регина Агилова ҡуйған "Аҡҡош" бейеүе😍 Видео: Регина Агилова.
Был донъяла бөтәһе лә шартлы:
Шартлы - дандар, шартлы - алтындар.
Ярай әле, Ерҙең бер ҡөҙрәте -
Икмәк тигән төҫһөҙ алтын бар.
Алтын, данхыз йәшәп булалыр ул,
Йәшәп ҡара бер көн икмәкһеҙ!..
Тапап йөрөгән ҡара тупраҡта
Үҫкән шул икмәкһеҙ - имгәк һин!
Хәким ҒИЛӘЖЕВ.
📍 Бөтә донъя икмәк көнө билдәләнә бөгөн.
Беҙҙе икмәкле иткән, тимәк, йәшәү көсө биргән барлыҡ кешеләрҙе тәбрикләйбеҙ.Бәләкәй бойҙай бөртөгөнән алып, өҫтәлгә килеп ултырғанға тиклем тырышлыҡ һалған һәр кемгә ныҡлы һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. 💛
📌Башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаевтың һәйкәлен реставрациялай башланылар. Һәм беҙ шуға бәйле халыҡ араһында бихисап уйҙырма хәбәр таратырға, күңелгә шом һалырға теләгән кешеләрҙең мәғлүмәти һөжүменә дусар булдыҡ. Был кемгә кәрәк?
Яуаптар - Салауат Юлаев һәйкәлен һаҡлау булйынса Күҙәтеү советы һәм БР Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тимур Вәлитовтың сираттағы сығышында.
https://t.me/valitovTV/99
📌 Өфөлә халыҡ йолалары һәм заман технологияларын берләштергән "ЭтноКод: Донъялар киҫелеше" проекты үткәйне.
Сара "Атайсал" мәҙәни үҙәгендә үтте һәм зал тулы тамашасы йыйҙы.✅ Уны 2025 йылда халыҡ ижады өлкәһендәге проекттарҙы бойомға ашырыуға йүнәлтелгән Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы грантына ойошторҙолар. Видео: "Атайсал" мәҙәни үҙәге.
📌 Иртәгә, 16 октябрҙә, "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Башҡортостан шағирҙары, яҙыусылары, ғалимдары һәм уйлап табыусылары хәтеренә арналған кисә ойошторола.
"Мин фронтҡа китәм, иптәштәр..." тип атала был сара, Мостай Кәримдең шиғри һүҙҙәренән алынған.Концертта Еңеүгә өлөш индергән күренекле мәҙәниәт һәм фән хеҙмәткәренең тормош юлы, ҡаһарманлыҡтары тураһында һөйләйәсәктәр. Бик рухлы, тәрбиәүи сара буласаҡ. 📍Ленин урамы, 50 💳Пушкин картаһы ярай
📌"Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ йыры, оҙон көй.
✅ Уны тәүгеләрҙән булып Сергей Рыбаков Орск өйәҙе Темәс ауылында, хәҙерге Баймаҡ районында, яҙып ала.
Ғалим алдында йырҙы ҡурайсы Бирғәли һәм йырсы Абдрахман Үҙәнбаев башҡара.
💯"Ҡаһым түрә" йыры Ҡаһым Мырҙашевҡа (1778-1813), 1812 йылғы Ватан һуғышын башҡорт полкы командирына бағышланған.Ҡаһым Мырҙашевҡа Нуғай даруғаһы, Юрматы олоҫо, Айыусы ауылынан булған тиҙәр. Был хәҙерге Стәрлетамаҡ районында. 📍 Йырҙың ике төрлө легендаһы бар: 🔹 Ҡаһым үлгәндән һуң полкташтары уға арнап йыр сығарған; 🔹 Ҡаһым, көнсөлдәр тарафынан ағыуланып, үлер алдынан йыр сығарып, әсәһенә йырлаған. 🔥Йыр һүҙҙәре: Ҡаһым түрә менгән һәр юрғаның, вай, кем, Маңлайыңда булыр урайы. Ҡаһым түрә яуап биргән саҡта, вай, кем, Уң ҡулыңда булыр ҡурайы. Ҡаһым түрә менгән һор юрғаның, вай, кем, Бәкәлдәре уның аҡ ине. Ҡаһым түрә фарман биргән саҡта, вай, кем, Әйтер һүҙкәйҙәре хаҡ ине. 📍 Видеола: "Ҡаһым түрә" башҡорт халыҡ көйөн БР Ҡурайсылар дәүләт ансамбле башҡара, бейей - Айҙар Исхаҡов.
+3
📌Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында Махсус хәрби операция геройҙарына һәйкәл асылған.
Уның эргәһендә шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға арналған аллея булдырылған, һуғыш техникаһы ҡуйылған.
🔹Һәйкәлдең постаментында "Хәйбулла еренең аҫыл улдарына - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға" тип яҙылған.
Был йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү һәм яугирҙарыбыҙ хәтерен мәңгеләштереү өсөн мөһим.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
