ch
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
613
订阅者
+124 小时
+17
-730
帖子存档
Был арала ниҙәр була? Ә бына күпме саралар көтә икән беҙҙе! Береһенә булһа ла барығыҙ, ятып ҡалмағыҙ. 🥰
+6
Был арала ниҙәр була? Ә бына күпме саралар көтә икән беҙҙе! Береһенә булһа ла барығыҙ, ятып ҡалмағыҙ. 🥰

🕌Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылының "Рамаҙан" мәсетендә 1913 йылғы Ҡөрьән-Кәрим бар. 🕌Ҡомартҡыны Күмертауҙа йәшәгән Миңну
🕌Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылының "Рамаҙан" мәсетендә 1913 йылғы Ҡөрьән-Кәрим бар. 🕌Ҡомартҡыны Күмертауҙа йәшәгән Миңнулла Кирәв тапшырған. Изге китап уға ҡәйнәһенән ҡалған. Миңнулла Хөсәйен улы мәсеткә килгән һәр кем был ҡомартҡыны үҙ күҙҙәре менән күрә, үҙ ҡулдары менән тотоп уҡып ҡарай алыр, тигән ышаныста мәсеткә бүләк иткән.

"Ах, тәбиғәт ғаләме Сибәр, ниндәй гүзәл, Уны күреп, йырсыларың Йырламай нисек түҙер". Кәшфи ҠӘРИПОВ.

Бабичтар нәҫеле төйәге - Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылында. Шәйехзада Бабичтың ялҡынлы шиғырын актер Илгиз Таһиров һөйләй.

📌"Башҡорт халыҡ кейеме" китабының электрон варианты сыҡҡан. Зауыҡлы йыйынтыҡты түбәндәге һылтанма буйынса үтеп ҡарарға мөмки
📌"Башҡорт халыҡ кейеме" китабының электрон варианты сыҡҡан. Зауыҡлы йыйынтыҡты түбәндәге һылтанма буйынса үтеп ҡарарға мөмкин: https://ebook.bashnl.ru/reader/bookView.html?params=UmVzb3VyY2UtMjYwNTY/0JHQsNGI0LrQuNGA0YHQutCw0Y8g0L3QsNGA0L7QtNC90LDRjyDQvtC00LXQttC00LAuIC0g0KPRhNCwLCAyMDIy

Республикабыҙҙың һәр төбәге үҙенсә матур! 😍 Хәйбулла районына мәҙхиә-шиғыр, авторы Рима Ибраһимова.

❓Моң иленә илткән серле ишек булһа, һеҙҙең өсөн ниндәй көй яңғырар ине? Видео: Эльвира Муллағолова.

Хәйерле иртә!
Хәйерле иртә!

❓Бындай хозурлыҡ ҡайҙа тиһегеҙме? ❗Әлбиттә, Башҡортостанда! ✅Ялдарҙа үҙ күҙҙәрегеҙ менән барып күрә лә алаһығыҙ. 📍"Еҙем парк
+9
❓Бындай хозурлыҡ ҡайҙа тиһегеҙме? ❗Әлбиттә, Башҡортостанда! ✅Ялдарҙа үҙ күҙҙәрегеҙ менән барып күрә лә алаһығыҙ. 📍"Еҙем паркы" туристик базаһы Ғафури районы, Толпар ауылында урынлашҡан. Ул Өфөнән 200 км, ә Стәрлетамаҡтан 117 км алыҫлыҡта.

Сираттағы эш аҙнаһы тамам, моңло йыр менән күңелегеҙҙе ял иттереп алығыҙ 🥰 Видео: Гүзәл Әбйәлилова.

🌺"Урал" этноүҙәгендә башҡорт балаҫтары күргәҙмәһе үтә. 🌺Күргәҙмә бик ҙур түгел, әммә милли ҡаралдылар менән ҡыҙыҡһыныусыларға оҡшар. 📌Күргәҙмә 4 февралгә тиклем эшләй. 📍"Урал" этноүҙәге, Ленин урамы, 56 (Киров урамы яғынан инергә). ✅Инеү бушлай. ✅Барырҙан алда эш ваҡытын һорап шылтыратырға була: +73472726144. Видео: УфаТУТ.

Нимә: Бигарслан Солтанов исемендәге милли һәм этник спорт төрҙәре күпкөрәше "Башҡорт биатлоны" буйынса республика турниры. Ҡасан: 25 ғинуар, иртәгә! Башлана: сәғәт 11-12-лә - теркәлеү, сәғәт 12-лә - старт. Ҡайҙа: Белорет районы, Манышты ауылы. Ҡатнашыу: теләгән һәр кем теркәлеү үтеп, ҡатнаша ала. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар араһында еңеүселәр билдәләнәсәк. Ойоштороусылар: Башҡортостан Республикаһының Спорт министрлығы, Белорет районы хәҡимиәте, РИЙО «Ирҙәр ҡоро», “Ватанды һаҡлаусылар” фонды.

📌С.М. Прокудин-Горский - Рәсәйҙә беренселәрҙән булып төҫлө фотоһүрәттәр төшөрөүсе. Ул илдең төрлө төбәктәрендә булып, урындағы халыҡтың көнкүрешен, тәбиғәтте сағылдырған фотолар эшләй. ✅Сергей Михайлович 1910 йылда Яхъя ауылына ла (хәҙерге Башҡортостандың Салауат районы) килә һәм фотолар төшөрә. Шуларҙың береһендә тимер юлында эшләгән башҡорт ир-егете сағылған. ✅Был видеола фоторәссамдың эштәрен яйлап, ентекләберәк ҡарарға һәм үткән быуат башында Рәсәйҙә йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәренең ҡиәфәтен, йәшәйешен белергә була. Тимер юлы хеҙмәткәре булған башҡортто 9:09 минутта күрерһегеҙ😉

Һәр килер көндө өмөт менән ҡаршы алығыҙ! 🥰

Яҡтыкүл. Әбйәлил районы. ❤️

Өфөлө өҫтәл артында самауыр сәйе эсеп ултырған яғымлы әбейкәй менән lo-fi стилендә ретро-радио эшләгән. Ысынында, был - «Ҡышҡы романс», «Өфө йукәләре», «Аҡ болоттар» кеүек элекке йырҙарҙан торған бер сәғәтлек ролик. Үләнле сәй яһап алығыҙ һәм моңло йырҙарҙы ҡабыҙығыҙ.

❤️МХО яугиры уҡыусы ҡыҙға бүләк ебәргән Күсей ауылынан 6-сы класс уҡыусыһы Асия Игебаева Махсус хәрби операцияла булған яугир
❤️МХО яугиры уҡыусы ҡыҙға бүләк ебәргән Күсей ауылынан 6-сы класс уҡыусыһы Асия Игебаева Махсус хәрби операцияла булған яугирҙарға хат яҙған. Уҡыусы ҡыҙҙың хатын "Хан" позывнойлы яугир алған һәм ихлас күңелдән яҙылған һүҙҙәрҙе яҡын алып, рәхмәт йөҙөнән Асияға күстәнәс ебәрергә булған.
"Был яугирҙарыбыҙға беҙҙең күтәрмәләүебеҙ ни тиклем мөһим булыуын тағы бер ҡат иҫбатлай. Берҙәмлек тойғоһо, халыҡтың ярҙамын тойоу - яугирҙарға оло ярҙам"
, - тип билдәләй баймаҡтар.

Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ! Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе табып яҙығыҙ. Кем өлгөр?
+3
Үҙегеҙҙе һынап ҡарағыҙ! Башҡорт халыҡ мәҡәлдәрендә төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе табып яҙығыҙ. Кем өлгөр?

📌 Балаларығыҙҙың телен аңлайһығыҙмы? Шулай ҡыҫҡартып, яңы һүҙҙәр ҡыҫтырып һөйләшкән "текә" ләр бармы бында?