ch
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
617
订阅者
无数据24 小时
-37
-530
帖子存档
📌 Рәсәй Оборона министрлығының МАХ-тағы каналында яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа арналған мәғлүмәт урынлаштырылғ
+3
📌 Рәсәй Оборона министрлығының МАХ-тағы каналында яҡташыбыҙ, Рәсәй Геройы Тамерлан Илһамовҡа арналған мәғлүмәт урынлаштырылған. 🔹 Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуып үҫкән, БДУ-ның Сибай институтына хоҡуҡ факультетына уҡырға ингән, шунан армияға киткән. Контракт төҙөп, хәрби хеҙмәттә ҡалған. 🔹 Сүриәлә хәрби заданиелар үтәгәндә "Батырлыҡ өсөн" миҙалына лайыҡ була. Махсус хәрби операция башланғас, зенит ракеталар батареяһы расчёты командиры булып алғы һыҙыҡта хеҙмәт итә.
Ҡаты алыштарҙың береһендә туғыҙ ракетаны юҡ итәләр. Тамерлан ышаныслы командалыҡ итә. Боекомплект бөтә. Зенитсыларға урынын алмаштырырға кәрәк була. Дошман быны һиҙгәндәй, улар яғына ике ракета ташлай, ҡоралһыҙ ҡалған беҙҙекеләргә иҫән ҡалыу мөмкин булмай...
📍 Рәсәй Президенты указы менән прапорщик Тамерлан Илһамовҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде. Тамерлан Илһамовтың тыуған ауылы Асҡарҙағы урам уның исемен йөрөтә, ул уҡыған мәктәптә "Геройы партаһы" һәм мемориал таҡта асылған. Башҡортостан документалистары "Геройҙар. Тамерлан Илһамов күгенән асҡыс" («Герои. Ключи от неба Тамерлана Ильгамова») фильмын төшөргән, ә "Рәсәй почтаһы" Герой портреты менән марка нәшер итте.

📌Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Шулай ти Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы халҡы. Улар яугирҙарыбыҙға йәнә гуманитар ярҙам йыйыуғ
📌Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ! Шулай ти Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылы халҡы. Улар яугирҙарыбыҙға йәнә гуманитар ярҙам йыйыуға ҡушылған. Уңған хужабикәләр бына күпме туҡмас ҡырҡҡан!
"Һатып алынғанға ҡарағанда, яҡташтарының изге теләктәрен юллап әҙерләгән ризыҡтары тыуған яҡтарын һағынып йөрөгән егеттәребеҙгә күңел йыуанысы булыр. Теләгебеҙ бер беҙҙең - имен-һау ҡайтһындар батырҙарыбыҙ! Беҙҙең ебәргән туҡмастарҙы ашап, үҙебеҙҙең Башҡортостанды иҫкә төшөрөп, тиҙерәк еңеп ҡайтһындар",
- ти әбүбәкерҙәр.

"Республика LIVE" тапшырыуының Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың тыуған көнөнә арналған махсус сығарылышын ҡарағыҙ. https://bash.news/bst/respublika-live/134972

Көндө күтәренке кәйефтә башлайыҡ әле 😉 Йәштәр шаярта 🤭 Видео: Амур Әхмәтов, Динислам Бадалов. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

Хәйерле иртә! ☀️ Ҡояш сағыуыраҡ, көндәр йылыраҡ, күңелдәр көрөрәк, шулай бит? 2026 йылдың яҙғы көндәре тик һөйөнөстәр менән к
Хәйерле иртә! ☀️
Ҡояш сағыуыраҡ, көндәр йылыраҡ, күңелдәр көрөрәк, шулай бит? 2026 йылдың яҙғы көндәре тик һөйөнөстәр менән килһен! 🥰 Фото: И. Ишбирҙин.

Башҡортостан мосолмандары иң мөһим байрамдарҙың береһен - Ураҙа байрамын үткәрҙе. Баш ҡалала төп байрам сараһы "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә ойошторолдо. Тулыраҡ: Вәлитов-TV сығарылышында.

Бик ҡыҙыҡ килеп сыҡҡан, тиҙ генә отоп алырлыҡ йыр, эйе бит? "Наҙлы гөлөм" йыры. Видео: Булат Шәймиев.

Башҡортостан киңлектәрендә 🐎 📍Әбйәлил районы Видео: Айтуған Фәттәхов.

📌 Ураҙа ғәйете көнөндә Баймаҡ районы Темәс ауылы мәсете мәхәлләһе ауыл халҡы өсөн байрам сараһы ойошторған. Ғәйет намаҙынан
+8
📌 Ураҙа ғәйете көнөндә Баймаҡ районы Темәс ауылы мәсете мәхәлләһе ауыл халҡы өсөн байрам сараһы ойошторған. Ғәйет намаҙынан һуң Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы янындағы майҙансыҡта балалар һәм өлкәндәр йыйылған. Байрамдың төп өлөшөн мәсеттең имам-хатибы Илгиз Ғәзизов алып барған. Ул байрам вәғәзен уҡып, ураҙа тотоуҙың әһәмиәте, изге эштәр, туғанлыҡ, туғанлыҡты нығытыу хаҡында фәһемле һүҙҙәр еткергән. Темәс ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Байрамғолова килгән ҡунаҡтарҙы изге байрам менән ҡотлап, Динар Санъяров Ҡөръән аяттары бағышлағандан һуң, байрам сараһына старт бирелгән. Балалар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар ойошторолған: Рамаҙан айына бағышланған йомаҡтар, күҙ бәйләп үҙең теләгән уйынсыҡты алыу, музей хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән «ат сабышы», төҫлө шариктар, балаларҙың хәтерен яҡшыртыу өсөн яңы замана уйындары, «бура һалыу», гер күтәреү, парлап саңғыла йүгереү, туп ташлау һәм арҡан тартышыу.
"Динар Санъяров ойошторған ҡөръән сүрәләрен яттан һөйләү конкурсында балаларҙың күп булыуы икеләтә шатлыҡлы булды. Уйындарҙа ҡатнашҡан һәр балаға Темәс ауылы мәсете мәхәлләһе әҙерләгән бүләктәр тапшырылды",
- тип хәбәр итә темәстәр. Ҙур ҡурсаҡтар панда һәм маймыл персонаждары булып кейенгән, аниматор булып эшләүсе ҡыҙҙар (Зилә Әбсәләмова һәм Ралина Дәүләтшина) менән теләгән һәр кем фотоға төшкән. Шунан ҡайнар самауыр сәйенән һәм Зөлфәт Әхмәтшин әҙерләгән тәмле былауҙан ауыҙ иткәндәр.
"Изге Рамаҙан байрамы күтәренке кәйефтә, дуҫтарса мөхиттә үтте. Байрамды ойоштороп, ауылдаштарына файҙалы ял минуттары бүләк иткәндәре өсөн, ауылыбыҙҙың рухлы егеттәренә ҙур рәхмәтебеҙҙе һәм оло хөрмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Рамаҙан ғәйете барыбыҙға ла изгелек, именлек, татыулыҡ алып килһен!"
- тип изге теләктә ҡала ауыл халҡы. Ауыл тормошон йәнләндергән, йәш быуынға матур тәрбиә биргән ошондай сараларҙы ойоштороусыларға беҙ ҙә "Афарин!" тибеҙ! Изге ғәмәлегеҙҙең сауаптарын насип итһен 🤲

Кисәге көндөң яҡты бер мәле 🌙
Ураҙа байрамынан күренештәр Салауат Юнысов видеоһында. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

ИҢ БЕРЕНСЕ МӨҒЖИЗӘ Мөғжизәләр күрҙем был донъяла, Уларҙың кем белгән һандарын? Хайран итә мине, таң ҡалдыра Күпме кисем, күпм
ИҢ БЕРЕНСЕ МӨҒЖИЗӘ Мөғжизәләр күрҙем был донъяла, Уларҙың кем белгән һандарын? Хайран итә мине, таң ҡалдыра Күпме кисем, күпме таңдарым. Ете генә мөғжизә бар, имеш, Бар тарихта! — Аҡыл еткеһеҙ... Башҡортостан! Тик үҙеңдә генә Мөғжизәләр һанап бөткөһөҙ. Бихисаптыр ерҙең хикмәттәре — Беренсеһе миңә шул булыр: Туған телем мөғжизәһе генә Тормошомдо йәмгә тултырыр. Туған телем — тәүге мөғжизә бит Миңә генә түгел, ил өсөн. Беренсеһеҙ булмай икенсеһе, Беренсеһеҙ булмай меңенсе. Телем бөтһә, ерем йәме бөтөр, Мәғәнәһе ҡалмаҫ ғүмерҙең. Берҙән - берем, йәнем — Туған телем — Иң ҙур мөғжизәһе был ерҙең. Һинһеҙ йәшәү булырмы ни йәшәү? Оҡшармы ни яҙым яҙыма? Һәр бер өнөң, һүҙең, бөтә моңоң — Минең өсөн иң ҙур хазина. Туған телһеҙ ниндәй бәхет ҡалыр? Һүнер төҫтәр, тыныр бар көйҙәр. Туған телем, Минең өсөн тик һин — Ерҙә иң беренсе мөғжизә! Рауил БИКБАЕВ. 📍 Бөтә донъя шиғриәт көнөндә беҙгә бүләк ителгән иң ҡиммәтле нәмә - туған тел икәнен тағы бер ҡат хәтергә төшөрәбеҙ.

📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировты "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугирҙары тыуған көнө менән ҡотлаған.
"Фронтҡа күрһәтелгән ярҙамығыҙ, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарын хәстәрләүегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ",
- ти яугирҙар.

📌 Әйенселәү - Ураҙа һәм Ҡорбан ғәйеттәрендә үткәрелгән матур бер йола. Бына Баймаҡ районы Ғүмәр ауылында ул һаман да һаҡланған.
"Балалар ҙа, ололар ҙа көтөп ала был көндө. Алдан уҡ күстәнәстәр, бүләктәр әҙерләп, балаларҙы ҡыуандырып, фәтиха алырға тырышалар. Бәләкәй ауылыбыҙҙа бөгөн шундай матур байрам, урамда балаларҙың күңелле тауышы яңғырап тора. Именлек, тыныслыҡ, татыулыҡ, теүәллек булһын Алла бирһә", -
тип хәбәр иткән Миңзәлә Үҙәнбаева. Бала саҡтан тәүфиҡҡа өйрәткән бындай матур йолаларыбыҙҙы һаҡлаған ауылдарыбыҙ йәшәһен! 🤲

"Әр-Рахим" мәсетендә төҙөлөш нисек бара? ❓Ваҡыты-ваҡыты менән социаль селтәрҙәрҙә мәсет төҙөлөшө өсөн халыҡтан аҡса йыйыу тураһында хәбәр ҡуҙғатыла. Финанс мәсьәләһе нисек тора? ❓Ураҙа ғәйетендә мосолман ҡәрҙәштәргә әйтер теләктәрегеҙ ниндәй булыр? ✅ Был һорауҙарға Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Айнур хәҙрәт Бирғәлин яуап бирә.

📌Бөгөн, 20 март - Ураҙа ғәйете көнө, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ өсөн икеләтә байрам. Ул үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Изге көндә иң яҡшы теләктәр: ныҡлы һаулыҡ, Башҡортостан һәм бөтә ил мәнфәғәтенә йүнәлтелгән фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! 👏

Ауыл күренештәре - йөрәккә дауа 🥰 Видео: Алһыу Зөфәровна.

📌Башҡортостанда - "Театр яҙы" 20-27 март көндәрендә Өфөлә "Театр яҙы" республика фестиваль-форумы үтә. Сара унынсы тапҡыр ой
📌Башҡортостанда - "Театр яҙы" 20-27 март көндәрендә Өфөлә "Театр яҙы" республика фестиваль-форумы үтә. Сара унынсы тапҡыр ойошторола. Уның сиктәрендә республика театрҙары баш ҡала театрҙарында яңы ҡуйылған спектаклдәрен уйнаясаҡ. Спектаклдәрҙе компетентлы жюри баһалай, ә актерҙар өсөн оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. Сараның эшлекле өлөшөндә "Театр бөгөн һәм иртәгә" тигән түңәрәк өҫтәл һәм Башҡортостан режиссерҙары советының беренсе кәңәшмәһе ойошторола.
"Театр яҙы" фестивале - Башҡортостандың замандаш театры нимә менән йәшәүен, режиссерҙарҙы һәм актерҙарҙы ниндәй темалар борсоуын, сәхнә үҫешенә ниндәй художестволы эҙләнеүҙәр йоғонто яһауын күреү мөмкинлеге. Беҙгә республиканың театраль берләшмәһен берләштереү һәм ижади аралашыу мөхитен тыуҙырыу мөһим. Фестиваль профессионалдар өсөн дә, тамашасы өсөн дә сағыу ваҡиғаға әүерелер, тип ышанам",
- тине М. Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры директоры Зиннур Сөләймәнов. Фестиваль 27 мартта - Халыҡ-ара театр көнөндә ябыла. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌Бөгөн, 20 март - Ураҙа ғәйете көнө, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий ХӘБИРОВ өсөн икеләтә байрам. Ул үҙенең тыуған көнөн билдәләй. Изге көндә иң яҡшы теләктәр: ныҡлы һаулыҡ, Башҡортостан һәм бөтә ил мәнфәғәтенә йүнәлтелгән фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ! 👏

📌 Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандарын Ураҙа байрамы менән ҡотланы.
"Хөрмәтле Башҡортостан мосолмандары! Изге Рамаҙан айы тамамланыуы һәм Исламда иң мөһим байрамдарҙың береһе - Ураҙа байрамы етеүе менән ихлас күңелдән ҡотлау һүҙҙәремде ҡабул итегеҙ, Беҙ уны тыныслыҡ, дөйөм именлек тураһында ысын күңелдән доғалар ҡылып ҡаршылайбыҙ. Ҡунаҡтар саҡырабыҙ, туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ тураһында хәстәрлек күрәбеҙ, мохтаждарға ярҙам итәбеҙ. Был йылды Президентыбыҙ Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, тип иғлан итте. Башҡортостанда - илдең иң күп милләтле төбәктәренең береһендә - төрлө милләт һәм дин кешеләре тыныслыҡта, татыу һәм бер-береһенә ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәттә йәшәй. Бергә уҡыйҙар, эшләйҙәр, балалар тәрбиәләйҙәр. Ә бөгөн бергә, иңгә-иң терәшеп, махсус хәрби операция барғанда Ватан һағында торалар. Башҡортостандың мосолман өммәһе республикабыҙҙың бөтә халыҡтары һәм конфессиялары вәкилдәре араһында берҙәмлекте нығытыуға ҙур өлөш индерә. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша, киң ағартыу һәм мәрхәмәтлек эшен алып бара. Башҡа конфессия вәкилдәре менән бергә Донбасста гуманитар бурыстар үтәй, ябай халыҡҡа, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә. Бергә беҙ Ватаныбыҙҙы, традицион ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлайбыҙ. Берҙәмлегебеҙҙе, йәмғиәттә тыныслыҡ һәм татыулыҡты нығытабыҙ. Изге Ураҙа байрамында һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ һәм именлек теләйем! Өйөгөҙҙә һәр ваҡыт күңел йылыһы, ҡот һәм муллыҡ булһын!"
- тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе Радий Хәбиров. 📍 Видео: "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә байрам намаҙы башланды. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.

📌 Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты мөфтөйө Айнур хәҙрәт Бирғәлин Ураҙа байрамы менән ҡотлау һүҙҙәрен еткергән. Беҙҙең менән ҡалығыҙ - МАХ.