612
订阅者
-124 小时
-57 天
-830 天
帖子存档
📌 Башҡортостан командаһы Алтай Республикаһында үткән "Ылаҡ" уйыны буйынса чемпионатта ҡатнашҡан.
Республикабыҙ данын Баймаҡ һәм Әбйәлил райондары ир-егеттәренән торған "Күк бүре" командаһы яҡланы.
Улар көслө командалар менән ярышып, 4-се урынға сыҡты. Ҡотлайбыҙ! 🌹
+1
🧧8 май көнө 1941-1945 йылғы Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының еңеүен һәм Европала Икенсе донъя һуғышы тамамланыуын белдергән документҡа ҡул ҡуйыла.
⭐️Акт 9 экземплярҙа төҙөлә - урыҫ, инглиз һәм немец телдәрендә. Урыҫ һәм инглиз телендәге документтар ғына төп нөсхә тип билдәләнә.
⭐️Фашистик Германияның бер һүҙһеҙ капитуляция яһауы тураһындағы акттың бер экземпляры шунда уҡ Кейтелгә бирелә, бер төп нөсхәһе 9 май иртәнсәк самолёт менән Ҡыҙыл Армияның Юғары Баш командованиеһы ставкаһына алып барыла.
⭐️Акттың тулы экземпляры (өс телдә лә) һәм Кейтель, Фридебург, Штумпфтың вәкәләтлеге тураһында Деница ҡул ҡуйған төп документ Рәсәй Федерацияһының Сит ил сәйәсәте архивында халыҡ-ара килешеү акттары фондында һаҡлана.
⭐️Тағы бер төп нөсхәһе АҠШ-тың Вашингтондағы Милли архивында һаҡлана.
Бер һүҙһеҙ капитуляция яһау эше үҙәк Европа ваҡыты буйынса 8 май сәғәт 22:43-тә тамамлана, был Мәскәү ваҡыты менән төнгө 1-се 43 минутҡа тура килә. 🏵Совет граждандары Еңеү Көнө тураһында яңылыҡты Совинформбюроның 9 май төнгө сәғәт өсөнсө ун минуттағы хәбәренән белә. Юрий Левитан радио буйынса Германияның бер һүҙһеҙ капитуляция яһауы тураһындағы тексты уҡып ишеттерә.
Ошолай осрашып күрешеүҙәре үҙе бер ғүмер шул!Әбйәлил районының оло инәйҙәре. Видео: Гөлиә Дауытова.
+1
📌 Ағиҙел йылғаһы буйындағы майҙандың атамаһын һайлайҙар.
🔹12 майға тиклем тауыш бирергә була.
Замандаштар төрлө атамалар тәҡдим иткән. Араларынан һайлағыҙ. Беҙ, әлбиттә, башҡортса яңғырағанына өҫтөнлөк бирҙек.
📍 Һылтанма буйынса үтергә:
https://vk.com/wall-62298989_313481
📌 Европа Плюс радиоһында ЕвроХит Топ40 - иң шәп йырҙарҙы билдәләйҙәр. Үҙебеҙҙең AY YOLA төркөмөнөң "Һомай" йыры ла исемлектә бар.
Һылтанма буйынса үтеп, улар өсөн тауыш бирегеҙ😉
🔹 Тауыш биреү 9 майға тиклем.
https://europaplus.ru/programs/top40?region=ufa
AY YOLA төркөмө "Һомай" йырына рәсми клип төшөрөп, асыҡ сығанаҡтарға һалды.
Клипты ошонда ҡарарға була.
⭐Бөйөк Еңеү көнөнә - ике көн ҡалды.
🔶Теүәл 80 йыл элек, 1945 йылдың 7 майында, 2 сәғәт тә 41 минут ваҡытта Реймста Союздаш ғәскәрҙәрҙең Юғары главнокомандующийы генерал Эйзенхауэр ставкаһында Германияның капитуляцияһы тураһында алданғы протоколға ҡул ҡуйыла.
🔹Ә көндөҙ Сталин Жуков менән телефондан һөйләшкәндә был капитуляция тураһындағы акт менән килешмәүен белдерә.
"Һуғыштың төп ауырлығын совет халҡы үҙ иңенә алды, ә союздаштар түгел. Шуға Юғары командование алдында капитуляцияға ҡул ҡуйылырға тейеш",- ти Сталин. 🔹Ул маршал Жуковты фашистик Германия капитуляция тураһында актҡа ҡул ҡуйғанда совет ғәскәрҙәренең Юғары Баш командованиеһы вәкиле итеп тәғәйенләй. 🔶Шул уҡ ваҡытта Ҡыҙыл Армия төрлө яҡлап дошманды ҡыҫырыҡлай, ә фашистар ҡаршылыҡ күрһәтеүҙе дауам итә.
Сәсегеҙ сәскә бәйләнде -
Бөгөн һеҙҙең туйығыҙ!
Бергә булһын, яҡты булһын,
Уртаҡ булһын уйығыҙ!
Тик бәхеттән генә торһон
Һеҙҙең барыр юлығыҙ!
Ҡайғы-хәсрәт, көйөнөстө
Ситкә алып ҡуйығыҙ!
"Туйға теләк" йырының һүҙҙәре, авторы: Зилә Лира.Видео: Рушана Юнысова.
🔰Өфөләге ошо фонтан 1920 йылдар башында күмелгән "Нурлыҙаҡ" минераль сығанағы урынында тороуын беләһегеҙме?
🔹"Ҡурай тотҡан малай" фонтанының скульптура авторы Маргарита Соловьева-Ефимова. Ул 1974 йылда асылған.
🔹Былтыр фонтандың һәм уның тирә-яғын тулыһынса яңыртып эшләнеләр.
📍 Фонтан баш ҡаланың "Дәүләт циркы" туҡталышында урынлашҡан.
🔰Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, Баймаҡ районынан Байегетовтар ғаиләһе "Ата-әсә даны" ордены миҙалы менән бүләкләнде.
🔹Альбина һәм Рөстәм Байегетовтар Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында йәшәй, улар дүрт бала үҫтерә.
Өлгөлө ғаилә ауыл һәм мәктәп тормошонда ҡайнап йәшәй, төрлө мәҙәни сараларҙа һәм өмәләрҙә әүҙем ҡатнаша.
🔹Ауылдаштары улар тураһында һоҡланғыс ғаилә, ти. Рөстәм Әмир улы һәм Альбина Рауил ҡыҙы балаларына ла ошо күркәм тәрбиәне биреүгә, уларҙы илһөйәр итеп үҫтереүгә бар көстәрен һала.
Бына шундай матур башҡорт ғаиләһен лайыҡлы наградалары менән ихлас ҡотлайбыҙ! 🌹 🌹 🌹
📌 Бөгөн һеҙҙең яңылыҡтар таҫмаһына республикабыҙға дан йырлаған егеттәр менән килеп инәбеҙ. Уңышлы шишәмбе теләйбеҙ!
Видео: Айсыуаҡ Айытҡолов.
ӘЙТТЕ
“Әйттем! Кәрәген бирҙем!” – тиеп ыуалды.
“Әйтте! Кәрәген алды...” – тиеп ҡыуандым.
“Мин хаҡ! Мин батыр!” – тиеп йыуанды.
“Ул хаҡ! Эй бахыр!..” тиеп уйландым.
“Ҡуймам, булһа ла йот!” – тиеп уйылды.
“Ҡуймаҫ, был бит алйот”, – тиеп тыйылдым.
Тамара ИСКӘНДӘРИӘ.
"Башҡортостандың бөтә нәмәһен дә яратам",- ти Альбина Исхаҡова. Һеҙ ҙә шулаймы? 🥰 Видео: Сулпан Юлай.
+2
Еңеү аҙнаһы мөбәрәк булһын!
Был аҙнала һәр кемебеҙ һәр эштә үрҙәр яулаһын!Фото: Илшат Фәхрисламов. 📍Ғүмәр тарлауығы, Ишембай районы.
🔰Бер үк һүҙҙәр урыҫ, башҡорт, төркмән, тажик, төрөк, үзбәк телдәрендә нисек яңғырай?
Видео: Барыш Джан.
ҺЫБАЙЛЫ
Алмағастар сәскә атты инде,
Сәскә атты инде муйылы.
Сәләм әйтә еле,
Ҡыуаныстан
Мин китермен төҫлө уйылып.
Алмағастар сәскә атты инде,
Сәскә атты инде баланы.
Киң яландар күкрәп киткән саҡта
Ат атлана башҡорт балаһы.
Алмағастар сәскә атҡан саҡта,
Иңгә һалып болот-еләнде,
Беренсе ҡат атҡа атландырам,
Атҡа атландырам ейәнде.
Һыбай китте ейән,
Һыбай китте,
Сыҡҡас ҡына минең ҡуйындан.
Юлдарына сәскәләрен һибә
Алмағастар, балан, муйылдар...
Тимер ЙОСОПОВ.
1998 йыл
Бөгөн баш ҡалабыҙҙа ҡапыл аяҙытып ебәрҙе.
Бар донъя шулай алтын нурҙарға мансылып, йәмләнеп китте.
Ошо кәйефте һеҙҙең менән дә уртаҡлашабыҙ, төркөмдәштәр! 🥰
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
