ch
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
613
订阅者
无数据24 小时
-57
-830
帖子存档
📌Өфө фән һәм технологиялар университетында беренсе тапҡыр Ғәрәп һәм фарсы телдәре буйынса асыҡ олимпиада үткән. ✅Олимпиадала
+3
📌Өфө фән һәм технологиялар университетында беренсе тапҡыр Ғәрәп һәм фарсы телдәре буйынса асыҡ олимпиада үткән. ✅Олимпиадала мәктәп уҡыусылары һәм колледж студенттары ҡатнашҡан. Университеттың Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетында был телдәрҙе "Шәрҡиәт һәм африканистика" бүлегендә өйрәтәләр. Бюджет урындары бар, тип хәбәр иттеләр юғары уҡыу йортонан. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!🌹

"Ышанмағыҙ февраль буранына..."
Розалия Мөхәмәтйәнованан хисле видео. 💘

📌Өфөлә күренекле ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинова исемендәге кабинет асылды. Кисәге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педаго
📌Өфөлә күренекле ғалимә Фирҙәүес Хисаметдинова исемендәге кабинет асылды. Кисәге М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында халҡыбыҙҙың күренекле шәхесе, башҡорт тел ғилеме белгесе Фирҙәүес Хисаметдинованың тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Сара сиктәрендә башҡорт филологияһы факультеты бинаһында Фирҙәүес Хисаметдинова исемендәге кабинет асылды.

#Интернеттатаратылған Туған телебеҙҙе һаҡлау өсөн көрәшәбеҙ икән, "Өләсәйҙәр мәктәбе" төркөмөндәге кеүек, ихласлыҡ, туған тел
#Интернеттатаратылған Туған телебеҙҙе һаҡлау өсөн көрәшәбеҙ икән, "Өләсәйҙәр мәктәбе" төркөмөндәге кеүек, ихласлыҡ, туған телеңде мөмкин тиклем байытыу, сафландырыу өсөн ынтылыу мөхите булдырырға кәрәк. Ошо маҡсатта башҡарылған һәр сараны хупларға. Лайк кәрәк икән - лайк ҡуй, ҡараусылар һанын ишәйтергә икән - тыңла, ҡара. Гәзит-журналдарҙың сифатын тәнҡитләү бер, ә тиражын арттырыуға үҙ өлөшөңдө индереү - уғата һәйбәт. Халҡыбыҙҙы һаҡлау йүнәлешендә ни генә эшләнһә лә, тәнҡитләүҙән алда, хупла. "Өләсәйҙәр мәктәбе"нең эш тәжрибәһен тарат. Һәр көн ни булһа ла эшлә: башҡортса белмәгән башҡорт балаһының әсәһенә ниндәй ысулдар менән булһа ла, туған телдең әһәмиәтен аңлатырға тырыш. 1. Тел һаҡлау - иң изге бурысыбыҙ. 2. Тел һаҡлау буйынса эшләнгән проекттарҙы хуплау - мөһим бурыс. 3. Интернетта таҙа башҡортса аралашыуға ынтылыш - атай-олатайҙар аманатына тоғролоҡ. Мәрйәм БУРАҠАЕВА.

📌 Заман һәм замандаштар тураһында, бик мөһим төшөнсәләргә арналған күргәҙмәне барып күрегеҙ. ✅ Күргәҙмәлә Башҡортостан рәссамдарының эше ҡуйылған. ✅ Ул илдең төрлө ҡалалары буйлап 2023 йылдың 3 мартынан алып "сәйәхәт итә". ✅ 22-се тапҡыр ойошторола. 📍 Ҡайҙа: М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры. Ленин урамы, 62

Халыҡ-ара туған тел көнө менән, төркөмдәштәр! ❤️‍🔥 ❓Тел тураһында тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Комментарийҙарҙа яҙығыҙ!

🌙Изге йома мөбәрәк булһын! 📍Ҡуштау итәге. Ишембай районы. Фото: Альбина Исмәғилова.
+2
🌙Изге йома мөбәрәк булһын! 📍Ҡуштау итәге. Ишембай районы. Фото: Альбина Исмәғилова.

🌸"Бер ғүмер етмәй икән..." М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мөнир Ҡунафиндың әҫәре буйынса спектаклдең бөгөн премьераһы булды. 🌸Махсус хәрби операция: ҡаһарманлыҡ һәм әтәслек, дөрөҫлөк һәм ялған, выждан һәм байлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт... 🌸Төрлө быуын кешеләре, замандаштар араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар... 🌸Бөгөн тотош береһен дә битараф ҡалдырмаған тема күтәрелә яңы сәхнә әҫәрендә: әйтелмәгән һүҙҙәр, белгертмәгән тойғолар - барыһы ла урғылып сыға. 🌸Һәр быуын тамашасыһы өсөн кәрәкле спектаклде үҙегеҙ барып күрегеҙ!

ҺОЛО КЕҪӘЛЕ Һоло кеҫле ашҡаҙанға, бөйөргә һәм бауырға файҙалы. Ул үт һәм бәүел ҡыуыҡтарындағы таштарҙы иретә, ҡандағы холесте
ҺОЛО КЕҪӘЛЕ Һоло кеҫле ашҡаҙанға, бөйөргә һәм бауырға файҙалы. Ул үт һәм бәүел ҡыуыҡтарындағы таштарҙы иретә, ҡандағы холестеринды түбәнәйтә. Һоло көс өҫтәй, күңел төшөнкөлөгөнән ярҙам итә. Һоло кеҫәлен әҙерләү өсөн: 1 стакан һоло ярмаһы 5 стакан һыу 1 стакан һөт бал Талғын утҡа ҡуйып, шыйыҡ кеҫәл килеп сыҡҡанға тиклем ҡайнатырға. Шунан баштағы кимәленә тиклем һөт өҫтәп ҡойорға һәм ҡайнатырға кәрәк. Бер аҙ һыуынғас, 4 аш ҡалағы бал ҡушырға йәки үҙегеҙ теләгәнсә. Көн дауамында күпме теләйһең, шунса эсергә ярай.

❗❗❗Ашығыс! Төшкө ял минуттарығыҙҙы "Уралым" Башҡорт халыҡ йыры менән биҙәргә ашығабыҙ! 🥰 Видео: HAZINA этно-проектының ҡыл-ҡумыҙсылары Зәлиә Ғәниәтуллина һәм Наилә Биктимерова башҡара.

📌21 февралдә сәғәт киске 5-тә Мәләүез ҡалаһы мәҙәниәт йортоноң кинозалында Махсус хәрби операция ваҡиғаларына һәм яугирҙарын
📌21 февралдә сәғәт киске 5-тә Мәләүез ҡалаһы мәҙәниәт йортоноң кинозалында Махсус хәрби операция ваҡиғаларына һәм яугирҙарына арналған өс фильм күрһәтелә. 📽«Беzбашенный» (16+) 10 минутлыҡ; 📽"Танец героя" (12+) 24 минутлыҡ; 📽"Бетеү" (12+) 36 минутлыҡ. Инеү бушлай. 17.00

Йөрәгемдең түрендә... 💘 Видео: Эльвира Глосс.

📍Әй фонтаны. Ҡыйғы районы. Хәйерле көн, төркөмдәштәр! Әй фонтанындай урғылып, бәхет килһен! 🥰
+4
📍Әй фонтаны. Ҡыйғы районы. Хәйерле көн, төркөмдәштәр! Әй фонтанындай урғылып, бәхет килһен! 🥰

📌 Бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мөнир Ҡунафиндың патриотлыҡ тураһындағы драматик поэмаһы буйынса "Бер ғүм
📌 Бөгөн М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мөнир Ҡунафиндың патриотлыҡ тураһындағы драматик поэмаһы буйынса "Бер ғүмер етмәй икән..." спектакле "сирҡаныс алды". Замандаштарыбыҙ тураһындағы спектакль тәүге минуттарынан уҡ арбап алды, тетрәндерҙе, күңелдәргә ятты. Спектаклдең премьераһы иртәгә һәм иртәнән һуң - 20-21 февраль була. ✅ 21 февраль көнөнә генә 20 тирәһе билет ҡалған, мотлаҡ килеп күрегеҙ!

Айғыр. Белорет районы.

Башҡортмон тиһәң ❤️ Илсур Сәлихов видеоһы.

#ҡыҙыҡ_мыҙыҡ 💡БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ ӨФӨ 💯Атамаһы русса яңғырамаған рус ҡәлғәһе - Өфөгә тиклем был урында Башҡорт тигән ҡала булған
+1
#ҡыҙыҡ_мыҙыҡ 💡БАШҠОРТ ҠАЛАҺЫ ӨФӨ 💯Атамаһы русса яңғырамаған рус ҡәлғәһе - Өфөгә тиклем был урында Башҡорт тигән ҡала булған, тиҙәр. Ғәрәптәрҙең XIV-XV быуаттарҙа йәшәгән аҡыл эйәһе Ибн Хәлдүндең һүҙҙәрен килтерәләр: ул Алтын Урҙа ҡалалары араһында Башгирд ҡалаһын да телгә ала. 💯Академик Мәжитов былай тип яҙа:
“Ағалы-ҡустылы Пициганолар картаһында (1367 йыл) Кама йылғаһынан көнсығышҡа табан башҡорт иле һәм Pascherty ҡалаһы күрһәтелгән. Был Пициганоларҙың замандашы ибн Хәлдүн яҙған Башҡорт ҡалаһы булыуына шик юҡ. Pascherty һүҙе башҡорт ҡалаһы һәм иле мәғәнәһендә Каталон атласында ла бар (1375 йыл). Герард Меркатор картаһы ҡыҙыҡлы күренә (1554 йыл), унда Pascherty ҡалаһы Ағиҙелдән алыҫ булмаған урында күрһәтелгән".
💯Башҡорт риүәйәттәрендә хәҙерге Өфө урынында Ағиҙелдең уң яҡ ярында ун саҡрымға һуҙылған ҡала телгә алына. Уны Имәнҡала тип йөрөткәндәр. 💥Бына шулай, уҡсылар әле йөҙөп килеп етмәгән, ә ҡала булған. Археологтар һүҙенә ышанһаң, беҙҙең эраға тиклем IV быуаттан уҡ. Һүрәттә: Герард Меркаторҙың картаһы. Светлана ЧУРАЕВА, “Өфө: ғәжәп факттар һәм артефакттар” китабынан.

Мәйәрҙәк һырты. Белорет районы. Хәйерле көн! ☀️
+5
Мәйәрҙәк һырты. Белорет районы. Хәйерле көн! ☀️

📌 Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, мәғрифәтсе-яугир Хәсәнов Йәноҙаҡ Хансолтан улына арналға
+6
📌 Баймаҡ районының Мерәҫ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, мәғрифәтсе-яугир Хәсәнов Йәноҙаҡ Хансолтан улына арналған шашка турниры уҙған.
"Сараға атайымдың элекке уҡыусылары, уларҙың ейәндәре һәм бүләләре килде. "Ағинәй" ойошмаһы ағзалары сараны музыкаль сығыштары менән биҙәне һәм ярышта ҡатнашты. Оҫталар булдырған музей береһен дә битараф ҡалдырманы. Хужалыҡтарында эшләп тә, ҡул эштәренә лә, ейән-ейәнсәрҙәрен тәрбиәләп тә, аш-һыу яраштырып та нисек өлгөрәләрҙер? Яҡшы эштәр һәм ниәттәр мәңгелек шул",
- тип яҙған "Башҡортостан" үҙәк шашка клубының тренер-уҡытыусыһы Зилә Йәноҙаҡ ҡыҙы Вилданова (Хәсәнова). Ярышта ҡатнашыусыларҙың барыһына ла бүләктәр һәм грамоталар тапшырылған.