612
订阅者
-524 小时
-77 天
-830 天
帖子存档
+2
⚡Күптән ат егеп, арбала йөрөмәгәс, уның төрҙәре барлығын һәм һәр төбәктә үҙенсәлекле атамалары ла булғанлығын онотоп барабыҙ, буғай.
💯Хәтерҙе яңыртып, арба һәм уның төрҙәре, башҡорт теленең төрлө диалекттарында атап йөрөтөлмөшө тураһында ҡыҙыҡлы ғына туплама әҙерләнек әле. Бында телгә алынмағандары тураһында тағы яҙырбыҙ.
Уҡығыҙ, белегеҙ, үҙегеҙ белгәнде лә комментарийға яҙығыҙ!
Кисә Рәсәй опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Әхмәтшина Осло ҡалаһында үткән концертында "Һандуғас" башҡорт халыҡ йырын башҡарған.Айгөл Ғайса ҡыҙы 1996 йылдың 1 майында Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуған. 12 йәшенән концерттар менән Италияға сыға, башҡорт халыҡ йырҙарын һәм классик ариялар башҡара. Әлеге көндә ул Decca Classics лейблының эксклюзив башҡарыусыһы.
+2
📌“Башҡортостан” милли паркында аттарға һунар иткән боронғо һунарсылар тораһы табылған.
⚡Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты ғалимдары Нөгөш һыуһаҡлағысы ярҙарында яңынан эҙләнеү эштәрен башлаған.
💯2008 йылда бында Сергеевка-1 тораһы табылған һәм 5 меңдән ашыу ҡомартҡы йыйып алынған: улар араһында боронғо аттар, бизон, мөгөҙморон (носорог), төньяҡ боланы, мәмерйә арыҫланы һәм мамонт һөйәктәре була. Ҡайһы бер һөйәктәр кеше тарафынан ярылған һәм яндырылған. Радиоуглерод анализы ярҙамында был табыштарҙың йәше 18-20 мең йыл тирәһе булып сыға.
⚡Быйыл октябрь айында тикшеренеүселәр ат һөйәктәре һәм саҡматаш, йәшмә, кварцит-ҡомташтарҙан эшләнгән бихисап әйберҙәр тапҡан.
“Быға биклем яһалған һығымталар дәлилләнде, нәҡ ошонда үрге палеолит осоро кешеһенең нигеҙ тораһы урынлашҡан, уның төп шөғөлө аттарға һунар итеү, тире һәм һөйәк эшкәртеү булған. Бынан тыш, тораның бер өлөшө ике метрлыҡ ултырмалар аҫтында һаҡланыуы иҫбатланды. Осорон билдәләү өсөн үрнәктәр алдыҡ”,- ти Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре Вячеслав Котов. Был асыштар “Шүлгәнташ” мәмерйәһендә һүрәттәр ҡалдырған боронғо кешеләрҙең көнкүрешен яҡшыраҡ аңларға, өйрәнергә ярҙам итә, тип хәбәр иткәндәр “Башҡортостан” милли паркы сайтында.
Торатау итәгедә милли һәм этник спорт төрҙәре буйынса "Хәрәкәт" йәштәр-патриотик фестивале үтәсәк.
Сара 1 ноябрь сәғәт иртәнге 9-ҙа башлана.
Ҡатнашаһығыҙмы?
Октябрҙең һанаулы ғына көндәре ҡалды, йәмәғәт.
Ҡыуаныслы хәбәрҙәргә һәм бәхетле минуттарға тулы булһын! 🥰📍 Белорет районы, Әрүәкрәз тауы. 1068.8 метр Видео: Артур Йосопов.
+9
📌Мәләүездә Батырғәли Вәхитов исемендәге асыҡ төбәк ҡурайсылар конкурсы үткән. Ул Бөйөк Еңеүҙең 80-йыллығына арналған.
Унда Башҡортостандың төрлө райондарынан үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар ҡатнашҡан.🏆Гран-прины Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенән Мөхәммәтрофе Рәхмәтуллин яулаған.
Еңеүселәр йәш буйынса өс төркөмгә бүлеп баһаланған.🎉Яңғыҙ башҡарыусылар: 🔹Бәләкәй йәштәгеләр араһында (11 йәшкә тиклем) 1-се урынды Сибай ҡалаһынан Эмиль Савикин алған, етәксеһе Илмир Нәҙерғолов. 🔹Урта категория (12-17 йәш): Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты Сыңғыҙ Вәлиев, етәксеһе Фәрит Вәлиев. 🔹Өлкәндәр (18 йәштән алып) араһында 1-се урынды Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы студенты Илһам Әхмәтйәнов яулаған. 🎉Яңғыҙ башҡарыусы, музыкаль белемле ҡурайсылар араһында 1-се урынды Ейәнсура районынан Рушан Ҡәҙербаев һәм Әлшәй районынан Нияз Ғиззәтуллин бүлешкән. 🎉"Ансамблдәр" номинацияһында төрлө йәш категорияһында 1-се урын: 🔹Күгәрсен районы З. Биишева исемендәге Мораҡ балалар сәнғәт мәктәбенең "Ҡыпсаҡ" балаларар өлгөлө ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Юлай Ҡыҙрасов); 🔹 Күмертау ҡалаһының Балалар музыка мәктәбенең "Алтын ыласын" ансамбле (етәкселәре Фәрит Вәлиев, Фаил Кәримов). 🔥"Конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы" тип, Мәләүез ҡалаһының 1-се Балалар сәнғәт мәктәбенән Ильяс Дәүләтбаев табылған. 🔥Ә бына иң оло ҡатнашыусы Көйөргәҙе районынан килгән - Азамат Туйгилдин. Конкурс БР Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Мәләүез районы хакимәте һәм Ҡала мәҙәниәт һарайы, райондың башҡорт ҡоролтайы ярҙамында ойошторолған.
"Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән",- башҡорт халыҡ мәҡәле. Бәхетле бала саҡ 🥰 Видео: Миләүшә Хәйбуллина.
📌Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында башҡорт профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусы йырсы һәм композитор Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тыуыуына 135 йыл тулыуға арналған әҙәби-музыкаль кисә үткәреләсәк.
Ғәзиз Сәлих улы 1895 йылдың 29 октябрендә тыуған. Ул йырсыларҙан беренсе булып Башҡорт АССР-ның халыҡ артисы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған шәхес. Ижадтан тыш талантлы йәштәрҙе профессиональ музыка менән шөғөлләнеүгә ылыҡтырған, йүнәлеш биргән ул.Ғәзиз Әлмөхәмәтов Мәжит Ғафури менән тығыҙ аралаша, йыш ҡунаҡта була. Был йортта улар Мәжит Нурғәни улының "Эшсе" поэмаһы буйынса билдәле опера өҫтөндә эшләйҙәр. 💟Әҙәби-музыкаль кисәлә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың шәхесе, ижады тураһында бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт белә, архив материалдары менән таныша аласаҡһығыҙ. Йыр-моңға тулы сара буласаҡ был. Мотлаҡ барығыҙ!
Яңы ҡушымтаға күсә башланығыҙмы әле?
❓Унда ла "Башҡорт донъяһы"н булдырырға кәрәкме, нисек уйлайһығыҙ?✅ Әйткәндәй, республиканың төп мәғлүмәт сығанаҡтары яйлап "МАХ" ҡушымтаһында үҙ каналдарын аса башлаған. "Йәшлек" гәзите: max.ru/yeshlek_ga... "Башҡортостан" гәзите: max.ru/gazetabash... "Юлдаш" радиоһы: max.ru/uldash_fm
+2
"Апайлы-һеңлеле. Сая ҡыҙҙар",- тип яҙып ебәргән беҙгә был фотоларҙы Лена ханым. Башҡорт һылыуҙары 🔥 тип өҫтәйбеҙ.
🌸Урын тартҡы - башҡорт тирмәһендә, йортонда ғаилә ҡотон, ир менән ҡатындың өлфәт мөхәббәтен күҙ тейеүҙән һаҡлаусы әйберҙәрҙең береһе булған.
🔸Нағышлап сигелгән урын тартҡыны һандыҡ өҫтөнә тәҫләп һалынған ҡаралдыны тарттырып йыйнап ҡуйыр өсөн эшләгәндәр.
🔹Ғәҙәттә, урын тартҡыларына үҫемлек биҙәк, ҡусҡарҙар сигелгән.
🔸Биҙәктең ситен билдәләп тәүҙә элмә сигеү менән сигеп сыҡҡандар, шунан эсен ҡуш элмә алымы менән "тултырғандар".
🔹Ерлеге ҡарараҡ төҫтә булған, ә биҙәктәренә сағыу төҫтәр ҡулланылған.
🔸Урын тартҡы ҡыҙҙың бирнәһенә ингән. Уны хатта кәләште оҙатып алып ҡайтҡанда атҡа ла япҡандар. Был турала этнограф Светлана Шитова яҙа.
📍 Видеола һеҙҙең иғтибарға Әбйәлил районы оҫтабикәләре сиккән урын тартҡылар тәҡдим ителә.
📌 "Юлай" позывнойлы яугир-йырсынан моңло сәләм.
Махсус хәрби операция яугиры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Салауат Юлдыбаев Ейәнсура районының Ағурҙа ауылында тыуып үҫкән. Данлыҡлы шәхес Сөләймән Абдуллиндың нәҫеленән. Сәнғәт училищеһын тамамлағас, Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Әлеге ваҡытта үҙ теләге менән Ватан һағында.
Видео: "Юлдаш" радиоһынан.
📌 Кисә Өфөләге "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында әбйәлилдәр йыйылды.
Яҡташтарҙы осраштырыр, таныштырыр, берләштерер сара сәғәт көндөҙгө 3-тән төнгө 1-се яртыға тиклем барҙы 🤭
Беренсе өлөштә Әбйәлил районының бөгөнгөһө һәм киләсәгенә арналған кәңәшмә уҙғарылды. Унда район хакимиәте башлығы Айрат Әминев һәм уның урынбаҫарҙары, район үҙәк дауаханаһының баш табибы ауыл хужалығы, туризм, мәғариф, медицина, производство өлкәһендәге хәлдәр менән таныштырып үтте. Йәштәр өсөн булдырылған шарттар тураһында һөйләне.
Артабан яҡташтар осрашыуы ҙур концерт менән дауам итте.
Әбйәлил ере таланттарға бик бай шул - концерт 4 сәғәт барҙы!Видео: Шәһит Хамматов.
+8
Матур ялдар теләйбеҙ! 🧡
📍 Дыуан районы, Өлкөндө ауылы эргәһе, карст соҡорҙары.
Фото: Слава с Урала.
Балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән бергә ҡарағыҙ 😍
Видео: "Балалар" проекты йән һүрәттәренең "Башҡорт ашамлыҡтары" тигән серияһы.
📌 Өфөлә бөгөн Әбйәлил районынан сыҡҡан яҡташтар йыйыла.
Сара "Башҡортостан" Дәүләт концерт залында үтә.
📍 Сәғәт көндөҙгө 3-тә башлана. Тәүҙә йыйындың пленар өлөшө, һуңынан төрлө мәҙәни саралар, танышып-аралашыу, байрам концерты көтөлә.
Осрашыуға Әбйәлил районы хакимиәте башлығы Айрат Әминев килә.
💚Һөйөү менән Башҡортостандан💚
Мәскәүҙә уҡыған студенттар һәм аспиранттар өсөн шундай акция ойошторола.
🔹 Ноябрҙең икенсе уң көнлөгөндә аҙыҡ-түлек ылауының беренсе этабына старт бирелә.
Был - баш ҡалала белем алған йәштәргә тыуған йорт йылыһын тойорға ярҙам иткән, үҙҙәренә кәрәк әйберҙе алып ҡыуанырға форсат биргән акция.📍 Ылау юлы: Сибай - Баймаҡ - Темәс - Асҡар - Сәрмән - Инйәр - Өфө - Кушнаренко - Дүртөйлө - Нефтекама - Балашиха - Мытищи - Мәскәү. ✅ Әйбер ебәреү өсөн төп шарттар: 🔹 Посылканың ауырлығы - 32 килограмға тиклем; 🔹Яҡтарын ҡушҡанда - 160 сантиметрҙан да артыҡ түгел; 🔹Тиҙ боҙола торған аҙыҡ һалмаҫҡа. 📍 Ҡатнашыу өсөн студенттарға һәм аспиранттарға теркәлеү үтергә һәм һораулама тултырырға кәрәк: assotsiatsiya-stude-event.timepad.ru/event/3615330.
+5
Моңһоу мәлдәр! Күҙҙән күҙегерлек!
Балҡыш һүнер көндәр етеп бара -
Бөркәнсеккә - алтын, ҡомас ерлек,
Ғашиҡ булмай көҙгә юҡтыр сара.
Елдәр уйнап, һалҡын тынын бөрккәс ,
Монар ала күкте килке-килке,
Һүрәнәйә ҡояш, ағаста - бәҫ,
Уҫал янап ҡуя ҡышҡы ипкен.
🛑🛑🛑
Унылая пора! Очей очарованье!
Приятна мне твоя прощальная краса —
Люблю я пышное природы увяданье,
В багрец и в золото одетые леса,
В их сенях ветра шум и свежее дыханье,
И мглой волнистою покрыты небеса,
И редкий солнца луч, и первые морозы,
И отдаленные седой зимы угрозы.
Александр ПУШКИНДЫҢ билдәле шиғырын Башҡортостандың халыҡ шағиры Гүзәл СИТДИҠОВА тәржемә иткән.Фото: Татьяна Бирюкова.
现已上线!2025 年 Telegram 研究 — 年度关键洞察 
