ch
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
613
订阅者
无数据24 小时
-77
-830
帖子存档
Нур 😍 Видео: Миләүшә Абайҙуллина.

Ильгиз Абдрахманов - Тау башында.mp37.71 MB

Хәйерле көн!

ҠЫҘ БАЛАМ Күбәләктәй леп-леп кенә Эй, ҡыҙ балам! Осорорға ҙур донъяға Эй ҡыҙғанам.   Ҡанаттарың нәфис, наҙлы Ҡупшы селтәр, Тотоп алырға теләрҙәр Һине күптәр. Шатлыҡ-бәхеттең эҙләрһең Ап-аҡтарын, Көйөп кенә ҡуймаһындар Ҡанаттарың. Өҙөп-йолҡоп ырғытмаһын Әсе елдәр, Юлдаш булһын һиңә бер үк Изге йәндәр.   Күбәләктәй леп-леп кенә Эй ҡыҙ балам... Бар ғаләмдән, һәр әҙәмдән Эй ҡыҙғанам... Фирүзә АБДУЛЛИНА.

📌 Өфөлә Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән.
"Был ялдарҙа Өфөләге Совет майҙанында бына ошондай мөхит хөкөм һөрә. "Көҙ романтикаһы" фестивале һәм Армия мәҙәниәте көндәре дауам итә. Барыһын да саҡырам!"
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Фәрит улы. Тулыраҡ - видеола.

📌Ҡыҙыл түшәк нимә ул һәм уны нисек һуҡҡандар? Милли кейем һәм башҡорт халҡының боронғо көнкүреш әйберҙәре менән ҡыҙыҡһынған йәш кеше Иҙел Хәкимовтың инәһе Хөсниямал был турала һөйләй. Уларҙың ғаиләһендә быуындан-быуынға тапшырыла килгән ҡаралдылар һаҡланған.
"Әсәйем яғынан олатайымдың бер туған һеңлеһе Хөсниямал инәйем оло өләсәһе Гөләйфә, өләсәһе Бибәғәйшә һәм әсәһе Ғазъямалдың балаҫтарын миңә тапшырҙы",
- ти егет. Бына шулай, Әбйәлил районында күҙ ҡараһындай ҡәҙерләп һаҡланған боронғо әйберҙәр бар.

📌 «Буранбай» — башҡорт халҡының киң билдәле тарихи йырҙарының береһе.
Йырҙың һүҙҙәрен беренсе тапҡыр 1894 йылда этнографы, фольклорсы Сергей Рыбаков Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Этҡол ауылында (хәҙерге Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылы) Толомғужа Ғөбәйҙуллиндан яҙып ала. Был йырҙың башҡа варианттары ла төрлө кешеләр тарафынан яҙып алынған.
Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов.

"Тәбиғәтте яратмаған кешеләр тормошто ла яратмай, сөнки ҡояшҡа, зәңгәр күккә, йыһандың иҫ киткес матурлығына битараф булып, т
+5
"Тәбиғәтте яратмаған кешеләр тормошто ла яратмай, сөнки ҡояшҡа, зәңгәр күккә, йыһандың иҫ киткес матурлығына битараф булып, тормошто яратыу мөмкин түгел".
Леонид Андреев, рус яҙыусыһы. 📍 Белорет районы, Еләкташ тауы. Фото: Наил Шакиров.

📌AY YOLA төркөмө яңы йырын яҙҙыра башлаған! Руслан Шәйхетдинов студияла төркөмдөң яңы йыр яҙҙыра башлауы һәм бының өсөн ҡумыҙ кәрәк булыуы тураһында әйткән.
Шулай уҡ AY YOLA дүртенсе клибын әҙерләй. Был хаҡта яҡут режиссеры Баяр үҙенең сәхифәһендә яҙған.
 Көтәбеҙ, уңыштар! ❤️‍🔥

📌"ЕЛ АША" БАШҠОРТ УЙЫНЫ Азалия Хәмитова үҙенең "Ел аша" ("Сквозь ветер"-Among the wind) тигән яңы уйыны прототибын халыҡ иғтибарына тәҡдим иткән. 🌬️ 🌬️Ҡыҙ баштан алып аҙағына тиклем барыһын да үҙе уйлап тапҡан: идея, уйындың сценарийы, һүрәттәр, программа коды - барыһын да үҙе эшләгән. 🌬️Проект уйынсыны Башҡортостан легендалары һәм мифтары донъяһына сумдыра. Унда башҡорт милли кейемдәре, көнкүреш япраҡтары, биҙәктәре урын алған.
🌬️Уйындың төп горойы - Суфия исемле ҡыҙ, ул ел рухына бәләкәй бетеү тапшырыу өсөн тауҙарға сәйәхәткә сыға.
❇️Азалия был пикселле уйын үҙе яратҡан мәҙәниәт тураһында кешеләргә һөйләү ысулы, тип иҫәпләй.

Үҙебеҙҙең һылыуҙарға милли кейемдең шул тиклем килешеүе! 😍 Видео: Гөлназ Максименко.

📌 Кисәге Әбйәлил районында йәштәр үҙ теләктәре менән ритайым ойошторған. Сара район үҙәге - Асҡар ауылында, "Ҡурай" паркында үткән. Дәртле-моңло башҡорт көйҙәренә баҫырға теләүселәр бик йыйылған.
"Быйылғы йәйҙең иң ҙур һәм күңелгә ятышлы күренеше булды был. Ойоштороусыларға һәм ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт. Һеҙ традицияларыбыҙ йәштәр йөрәгендә йәшәүен раҫланығыҙ",
- тип яҙған сараны баһалап, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов.

Бала саҡтың иң тәмле ризығы 😍

ЯҢЫ КӨН☀️ Яңы көнгә яңы өмөт биреп Балҡып килеп сыҡты ҡояшым, “Аллаға шөкөр!”- тип көн башлайым – Булып торһон көнөм, эш, ашым. Ниндәй зәңгәр күктәр! Үлән йәшел! Һандуғастар һайрай ярышып… Ҡаймаҡ кеүек һауа! Донъя гүзәл! Эх, йәшәргә әле ҡарышып! Сиргә, ғәйбәттәргә, көнсөллөккә Итеп тормам инде иғтибар, Ана ниндәй матур көнөм тыуҙы, Яңы көнгә яңы өмөт бар! Эй, Хоҙайым, рәхмәт, миңә тағын Бүләк иттең яңы бер көндө, Шөкөр итеп тамамларға яҙһын, Тарихыма яҙып бөгөндө. Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Матур ялдар теләйбеҙ! 🧡 Йәйҙең хозурлығын тойоп ҡалырға ашығығыҙ 😉

📌 Башҡортостанда уҙған Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Республика Хәрби Дан музейында “Рәсәй. Донбасс. МХО” экспозицияһы
+8
📌 Башҡортостанда уҙған Армия мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Республика Хәрби Дан музейында “Рәсәй. Донбасс. МХО” экспозицияһы асылған. Тантаналы сарала Рәсәй Оборона министрлығының Мәҙәниәт департаментының мәҙәни программалар бүлеге начальнигы Ольга Фаллер, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, махсус хәрби операция ветерандары ҡатнашҡан. 🔥Күргәҙмәлә үҙенсәлекле ҡомартҡы бар - беҙҙең яугирҙар тарафынан ҡыйратылған НАТО техникаһының һыуытыу системаһы торбаһынан эшләнгән ҡурай.
Унда Иршат Ғәниев “Маршрут” башҡорт халыҡ көйөн уйнап ишеттергән.
💯Был металл ҡурайҙы алғы һыҙыҡтан алып ҡайтып, музейға тапшырыусы Йылыйыр районынан Венер Яҡупов менән Өфөнән Алексей Рябоконь да күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡатнашҡан. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов.

💯Былтырғыны быйыл һөйләмәйҙәр, тиһәләр ҙә, "Башҡорт аты" Халыҡ-ара фестивален хәтергә төшөрмәй булмай! Былтыр Баймаҡ районының йөҙөк ҡашына әүерелгән был сара август урталарында үткәйне. Унда 11 меңгә яҡын кеше ҡатнашты.
✅ Быйыл "Башҡорт аты" 6 сентябрҙә үтә. Сара 4-се тапҡыр ойошторола.
📍 Нисек барып етергә? 🚗 Машинала: Сәрмән - Баймаҡ, Ира - Магнитогорск йәки Магнитогорск - Ира трассалары буйлап килегеҙ. 📍 GPS-координаттары: 52.6493197, 58.3256030 (Өфөнән – 410 км алыҫта). 🚌 Автобуста: Баймаҡ ҡалаһына тиклем килергә һәм фестиваль үткән ергә йөрөгән махсус маршрут автобусына күсеп ултырырға (3 км юл).
"Башҡорт аты" буйынса һорауҙар булһа, ойоштороусыларға мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Бөтә мәғлүмәт бында: bashkort-aty.ru vk.com/bashkortat +7(347)2163404 Видео: ZAINETDIN, "Башҡорт аты - 2024".

📌 Яҡташыбыҙ Илнур Әхмәтшиндың рухлы йырын иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ. Бөгөн, изге йомала, бергәләп теләк теләйек: тыуған ил һағында булған барлыҡ ул-ҡыҙҙарыбыҙ фәрештә ҡанаты аҫтында булһын, имен-аман Башҡортостаныбыҙға әйләнеп ҡайтырға насип итһен!

📌 Ошо көндәрҙә Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылында башҡорт мәғрифәтсе-шағиры, этнограф, тарихсы, тәржемәсе, йәмәғәт эшмәкәре һәм публицист Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың тыуған көнөнә арналған түңәрәк ҡор үткән.
🔥Сарала уның бүләсәре Динә Өмөтбаева-Мөлкәмәнова үҙе ижад иткән шиғырҙы һөйләп ишеттергән.
🔹Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улы 1841 йылдың 21 авгусында донъяға килгән. 🔹Ваҡытында бик мәртәбәле исемдәргә лайыҡ булған, 1883 йылда Мәскәүҙә Диниә назараты делегацияһы составында император Александр III коронацияһында ҡатнашып, императорҙың биҙәлгән алтын альбомында ғәрәп каллиграфияһы һәм рус яҙыуы менән ҡотлау һүҙҙәре яҙып ҡалдырған шәхес. 🔹Бөгөн дә беҙ Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың аҡыллы һүҙҙәрен хәтерҙә тотабыҙ. Видео: БР Милли әҙәбиәт музейы