ch
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

前往频道在 Telegram
613
订阅者
+124 小时
+17
-730
帖子存档
Күршеләрҙе аптыратып(фатирҙағылар инде), берҙе ҡушылып баҫығыҙ💃🕺🤭

Һаулыҡ, бәхет, ҡыуаныс-шатлыҡтар һәм именлек менән килһен!
Һаулыҡ, бәхет, ҡыуаныс-шатлыҡтар һәм именлек менән килһен!

"Бөртөкләп йыйыла алтын" Башҡорт әҙәбиәтендә алтын бөртөктәрендәй романдар ижад иткән күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыу
"Бөртөкләп йыйыла алтын"
Башҡорт әҙәбиәтендә алтын бөртөктәрендәй романдар ижад иткән күренекле яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына - 100 йыл тула. 📍Ошо уңайҙан 17 ғинуарҙа Өфө балалар филармонияһында хәтер кисәһе ойошторола. Яҙыусының ижадын яратҡандар ҙа, яңы башлап танышырға теләгәндәр өсөн дә сара фәһемле булмаҡсы. Бармай ҡалмағыҙ! Әйткәндәй, иң нығы ҡайһы әҫәре күңелегеҙгә ятты?

"Шәүлә булма, улым, нур бул. Ҡыйыу тик нур. Батырлыҡ сәс был донъяға, матурлыҡ ур. Тик һиңәме? Көлтәңә лә бағыр халҡың. Ҡабул итһә, һин — бәхетле, йырла, талпын..." Рәшит НАЗАРОВ. Видео: Мәскәүҙә белем алған Башҡортостан йәштәре ял минуттарында.

#аҙна_девизы Алға!✊ Тормошона үҙгәрештәр индерергә батырсылығы етмәгән дуҫ-иштәрегеҙгә, яҡындарығыҙға ошо яҙманы ебәрегеҙ һәм
#аҙна_девизы Алға!✊ Тормошона үҙгәрештәр индерергә батырсылығы етмәгән дуҫ-иштәрегеҙгә, яҡындарығыҙға ошо яҙманы ебәрегеҙ һәм үҙегеҙгә лә һаҡлап ҡуйығыҙ: АЛҒА БАРЫРҒА кәрәклекте хәтерләтеп торһон!💌 Тағы ла ниндәй күтәрмәләүҙәр, дәртләндереүсе һүҙҙәр, кәңәштәр, девиздар күрергә теләр инегеҙ? Тәҡдимдәрегеҙ менән бүлешегеҙ!😇

Ә был сулпылар ҡайҙа урынлашыуын беләһегеҙме? Хәйерле иртә, барығыҙға ла!

Иртәгә тулы эш аҙнаһы башлана, һеҙ әҙерме? 😎 Видео: Илгиз Муллағәләмов.

Бөтә заманса уйынсыҡтар ялҡытып киткән саҡта 😁

🌹Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан ордены кавалеры Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова 105 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй! 📌Иғтиба
+7
🌹Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Дан ордены кавалеры Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова 105 йәшлек ғүмер байрамын билдәләй! 📌Иғтибарығыҙға "Ватандаш" журналында шағирә, журналист Зөһрә Ҡотлогилдинаның 2024 йылда күңелдәргә үтеп инерлек мәҡәләһен тәҡдим итәбеҙ. ИЛ САҠЫРҒАС, ЯУҒА КИТТЕ БАШҠОРТОСТАН ҠЫҘҘАРЫ Өфөлә йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова бы­йыл Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнаша. Ә байрам алдынан уның ихатаһында шәхсән үҙенә арналған парад ойошторолдо, кадет кластарында уҡыусылар тигеҙ сафтарҙа уға салют биреп уҙҙы. Калинин район хакимиәте ярҙамы менән шиғырҙар китабы донъя күрҙе. Ут эсенә 103 йәшлек һуғыш ветеранының шиғыр китабы сыҡҡан, тигән хәбәрҙе ишетеү менән уның авторын күреп һөйләшеү теләге тыуҙы. Мине уның ҡыҙы Рафия Нәзиф ҡыҙы ихлас ҡаршы алды һәм әсәһе менән әңгәмәләшкәндә, ҡушылып һөйләп, ярҙам итеп ултырҙы. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләгән Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас ҡына шиғыр яҙа башлай. «Мин ҡурсаҡ уйнап үҫмәнем, ҡулымда һәр саҡ китап булды», – ти ул. Шуға күрә лә ете класты тамамлағас, Бөрөләге педагогия техникумын, аҙаҡ, һуғыштан һуң, институтын тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Дүртөйлө районының Яңы Кәңгеш ауылы ҡыҙын техникумдан һуң иң тәүҙә Әсәнгә уҡытырға ебәрәләр. Күп тә үтмәй, район мәғариф бүле­генә инспектор итеп эшкә алалар. Әммә йәш белгескә бында ла оҙаҡ тотҡарланырға тура килмәй. Илдә һуғыш бара. Ауыл советында эшләгән һеңлеһе Ямалия көн дә Дүртөйлөнән повесткалар алып ҡайтып кешеләргә тарата. Ир-егеттәр бер-бер артлы яуға китә. Сират ҡыҙҙарға ла етә. Бер көндө һеңлеһе уға ла повестка тоттора. Мөсәйрә Ноғоманова хәрби комиссариатҡа килә. – Беҙ район комсомолкаларынан 50 кешене һуғышҡа ебәрергә ҡарар иттек, – ти хәрби комиссар ҡыҙға. – Унда һалдаттарға ярҙам кәрәк. Бөтә Башҡортостандан, төрлө райондарҙан тупланасаҡ өҫтәмә көс. Уҡытыусы булараҡ, ҡаршы килмәҫһеңдер? Нисек ҡаршы булһын инде Мөсәйрә, ризалыҡ биреп, ҡасан килергә икәнен белешеп ҡайтып китә. Ә өйҙә был хәбәрҙе ишеткән атаһы Ноғоман ағай илай башлай. Бигерәк нескә күңелле була шул. Мөсәйрәгә ҡәҙәре өс балаһы үлеп торғас, ҡыҙын үҙенә ярҙамсы итеп ирҙәрсә тәрбиәләргә тырыша. «Дүртенсе баламды үлтерергә ебәрәйемме инде?» – тип илай ҙа илай. Тик ни эшләһен, илдәге хәлде яҡшы аңлай. Ҡыҙын юлға әҙерләп, хәрби комиссариатҡа бергә бара. Мөсәйрәнең оҙон толомдарын парикмахер ҡырҡырға теләмәй, йәлләй. Иҫән ҡайтһа, тағы үҫә ул, тип йыуаталар. Ҡыҙының толомдарын атаһы үҙенә ала һәм пароходта Өфөгә тиклем оҙата килә. Әсәһе Фәрхинур апай ике саҡырым алыҫлыҡтағы Сергеевка ауылында тау башында оҙатып ҡала. Эй шунда ҡыйын була ҡыҙға. Әллә һыуға һикереп төшөп үләйем дә ҡуяйыммы икән, тигән уй ҙа килеп ҡуя башына. Ә илап хәлһеҙлән­гән атаһы, Өфөгә килеп еткәс, пароходтан төшә алмай интегә. Башҡа райондарҙан ҡыҙҙарҙың йыйылғанын көтөп, Өфөлә ике-өс көн торалар әле. Шунан тимер юл вокзалында вагондарға тейәлеп, Сталинград йүнәлешенә табан ҡуҙғалып китәләр. Шулай итеп, Башҡортостандан 3500 ҡыҙ, беренсе комсомол эшелонында (ә улар һуғыш осоронда өсәү була) ут эсенә юллана. Бер аҙна тирәһе барғандан һуң поезд туҡтай. Ҡыҙҙарҙы өс төркөмгә бүлеп, төрлө тарафтарға оҙаталар. Мөсәйрә Гөлйыһан Рә­ҡипова исемле ҡыҙ менән бергә Сталинградҡа эләгә. Артиллерия полкына бараһығыҙ, зенитчица булаһығыҙ, тиҙәр улар. Ҡыҙҙар ун биш көн йәш һалдат курсы үтә. Уларға хәрби винтов­ка, кейем бирәләр. Винтовканы йыйырға, һүтергә, атырға өйрәтә­ләр. Был йәһәттән Мөсәйрә Бөрө техникумына рәхмәттәр уҡый, сөнки унда хәрби эшкә ныҡ өйрәткән булалар, шуға ла винтовканы һүтә лә, йыя ла белә... Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙының хәрби билетында шундай яҙмалар теркәлгән: 1942 йылдың майынан 1943 йылдың ғинуарына тик­лем – 1079-сы зенит-артиллерия полкында приборсы; 1943 йылдың ғинуарынан 1943 йыл­дың октябренә тиклем – 1080-се полктың элемтәсеһе; 1943 йылдың октябренән 1945 йылдың авгусына тиклем – 1563-сө зенит-артиллерия полкының телефонисы. Мәҡәләнең дауамын ошонда уҡығыҙ: https://vk.com/bashkortdonja

"Мега" сауҙа үҙәгендә үткән Башҡорт теле көнөнә арналған сарала был ҡыҙыҡайҙың ихлас ҡушылып йырлауын төшөрөп һалған инек. Арыҫлан Тимеров та бына шул күренеш менән уртаҡлашҡан һәм "Башҡортостандың киләсәге ошондай балалар ҡулында", тип яҙған.

Ғинуар айының ял көндәрендә Ырымбур спелеологтары Башҡортостандың Бөрйән районында урынлашҡан Грёзы мәмерйәһенең билдәһеҙ урындарын тикшергәндәр. Мәмерйәгә "Грёзы" атамаһын уны беренсе булып асҡан тикшеренеүсе Юрий Соколов биргән. Урындағы халыҡ нисек атап йөрөткәндер, әммә бында төрлө йолалар үтәү урыны булған, тип һөйләгәндәр, легенда һәм риүәйәттәр һаҡлана. Был Башҡортостандағы иң оҙон мәмерйәләрҙең береһе - оҙонлоғо 1154 м. Уны тәүге тапҡыр 1981 йылда Соколов Ю.В. етәкселегендәге Өфө спелеологтары тикшергән. Мәмерйәгә инеү урыны Ағиҙелдең уң яҡ яры буйлап Шүлгәнташ мәмерйәһенән 4 км алыҫлыҡта аҫтараҡ урынлашҡан. Мәмерйә ауыҙынын киңлеге 4.5 м., бейеклеге 3 м. Мәмерйә эсендә төрлө формалағы сталактиттар һәм ҙур сталагмит, лабиринттар, тап-таҙа һыулы йылға, күлдәр бар. Һәм ундағы һауа температураһы гел бер төрлө +10 градус. Грёзы мәмерйәһенә Ағиҙел буйынса һалда ағып төшөп, йәки Иҫке Собханғол - Ырғыҙлы автомобиль юлы буйлап барырға мөмкин. Координаттары: 54.14.100, 56.54.134.

Үәт, әй! 🤭

Ҡояшлы көндәрегеҙ күберәк булһын!
Ҡояшлы көндәрегеҙ күберәк булһын!

Ялығыҙ нисек үтә, йәмәғәт? 😊

Элек һәр ауылда тиерлек, ошолай космонавтар әҙерләү була торғайны 🤭

Төшкө ашҡа! Тәмле булһын, өҫтәлегеҙ мул, үҙегеҙ һау булығыҙ. 🤲 Баязит менән Сара - донъябыҙҙың бер йәме🥰 Күҙ теймәһен үҙҙәренә! Видео: Дамир Тайыпов.

😍😍😍 Видео: Гөлсөм Хөсәйенова.

💫МОРТАЗА ЙОНДОҘО💫 Төн уртаһы. Шомло хәбәр: "Йондоҙобоҙ атылды..." Упҡынғамы??? Йыһанғамы??? Ҡайҙа, ҡайҙа юғалды? Юҡ, туғанд
💫МОРТАЗА ЙОНДОҘО💫 Төн уртаһы. Шомло хәбәр: "Йондоҙобоҙ атылды..." Упҡынғамы??? Йыһанғамы??? Ҡайҙа, ҡайҙа юғалды? Юҡ, туғандар! Мортаза тигән был йондоҙ Һүнмәне, юғалманы: Уны һөйгән һәр йөрәктә Сатҡыһы урын алды. Мортаза - йондоҙ сатҡыһы Һиҫкәндерер, уятыр. Илем, халҡым, тигән ауаз Бөгөнгөһөн уйлатыр. Зиһене яҡты һәр уҙаман "Киләсәк!" - тип йән атыр! Мәрйәм БУРАҠАЕВА. 💫Ил хәтерендә эштәре менән мәңгелеккә ҡалған арҙаҡлы милләттәшебеҙ, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың арабыҙҙан китеүенә ике йыл да булып киткән икән. Ваҡыт тигәнең аяуһыҙ шул, әммә уның кеүек ил терәге булған шәхестәр хәтеренә ҡағыла алмайҙыр, барыбер.

Сәнғәт мәктәбенә Ҡобағошовтар исеме бирелде Хөкүмәт ҡарары менән күренекле сәнғәт әһелдәре, композитор, фольклорсы Айрат Ҡоба
+1
Сәнғәт мәктәбенә Ҡобағошовтар исеме бирелде Хөкүмәт ҡарары менән күренекле сәнғәт әһелдәре, композитор, фольклорсы Айрат Ҡобағошов һәм билдәле скульптор Өлфәт Ҡобағошов исеме Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауылы сәнғәт мәктәбенә бирелде, тип хәбәр ителә "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтында.

Балаларығыҙға башҡортса "һөйләшкән", башҡортса һүҙҙәр өйрәткән, йырлаған уйынсыҡтарҙы, өҫтәл уйындарын һатып алаһығыҙмы? ВәлитовTV сығарылышын ҡарағыҙ һәм үҙегеҙҙең фекерегеҙ менән бүлешегеҙ! https://vk.com/video70810928_456239092