cookie

نحن نستخدم ملفات تعريف الارتباط لتحسين تجربة التصفح الخاصة بك. بالنقر على "قبول الكل"، أنت توافق على استخدام ملفات تعريف الارتباط.

avatar

ТАБЫН гәзитҽ

Ғафури районы яңылыҡтары

إظهار المزيد
مشاركات الإعلانات
199
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-17 أيام
-430 أيام
توزيع وقت النشر

جاري تحميل البيانات...

Find out who reads your channel

This graph will show you who besides your subscribers reads your channel and learn about other sources of traffic.
Views Sources
تحليل النشر
المشاركاتالمشاهدات
الأسهم
ديناميات المشاهدات
01
2024 йылдың 6 июнендә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем Ғафури районы Хакимиәтендә «ПравоМобиль» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы үтәсәк. Акцияла ҡатнашалар: - Федераль нотариаль палата вәкиле Поляков Сергей Сергеевич - Федераль нотариаль палатаның йәш нотариустар Советы рәйесе, Красноярск ҡалаһы нотариусы. - Башҡортостан Республикаһының Нотариаль палатаһы вәкилдәре: - Щирская Марина Александровна - БР нотариаль палатаһының йәштәр Советы рәйесе, Стәрлетамаҡ районы нотариусы; - Матвеев Игорь Михайлович -БР нотариаль палатаһының йәштәр Советы рәйесе урынбаҫары, Өфө ҡалаһы нотариусы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы; - Тереғолова Жанна Роберт ҡыҙы - БР нотариаль палатаһының йәштәр Советы ағзаһы, Өфө ҡалаһы нотариусы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. - Росреестр вәкил е- Дәүләтшина Светлана Фәнзил ҡыҙы. - Рәсәй юристар Ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе вәкиле -Курбанова Василиса Анатольевна.Ҡабул итеүгә алдан яҙылыу +7 937 480-11-17 телефоны буйынса башҡарыла.
320Loading...
02
Мин башҡортса һөйләшәм Өфөлә туған телгә арналған фестиваль уҙа. Балалар һәм ата-әсәләр өсөн тематик саралар ҡаралған, милли уйындар, урам театрҙары, күргәҙмә һәм оҫталыҡ дәрестәр ойошторола. "Тел лабораторияһы” тигән тематик майҙансыҡта башҡорт телен төрлө тәжрибәләр аша өйрәнергә була. "Мин башҡортса һөйләшәм” фестивале “Арт-Квадрат” майҙансығында үтә. Сара республика Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырыла.
340Loading...
03
Башҡортостанда 2023 йылдан 2025 йылға тиклем партнерлыҡ (ислам) финанслауы һынау үтә. Һынау проекты шулай уҡ Дағстанда, Татарстанда һәм Чечняла алып барыла. Республика буйынса Милли банк белгестәре менән берлектә ошо хаҡта карточкалар әҙерләнек. Һынауҙа ҡатнашыусылар реестрын Рәсәй Банкы сайтында табырға мөмкин: vk.cc/cwMoVG. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
340Loading...
04
ГИБДД урынына ГАИ. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы рәсми рәүештә Дәүләт автоинспекцияһы тип үҙгәртелде. Был турала ведомство етәксеһе Михаил Черников белдерҙе. ГАИ булараҡ билдәле дәүләт автоинспекцияһы 1936 йылда булдырыла. 1998 йылда ул ГИБДД тигән атама алды.
410Loading...
05
2024 йылдың ғинуарында Рәсәйҙә граждандарҙың оҙайлы ваҡытҡа һаҡлыҡҡа һалынған финанстар программаһы старт алды. Ул тупланмаларҙы берлектә финанслауҙы күҙ уңында тота: ҡатнашыусы һалған һәр һумға тағы бер һум өҫтәләсәк.
440Loading...
06
Ил сиге һаҡсылары көнө билдәләнде Ил сиге һаҡсылары көнө илебеҙҙә 106-сы тапҡыр билдәләнде. 28 майҙа Красноусолдағы Хәрби Дан аллеяһы янындағы майҙанда Сик һаҡсылары көнөнә арналған тантаналы митинг үтте. Һуңынан сик буйы хеҙмәте ветерандары Дан Аллеяһында ил сиге һаҡсылары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Йәшел фуражкаларын сисеп, хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәм ҡайтҡас вафат булған иптәштәрен бер минут тын ҡалып иҫкә алдылар. Машиналарға флаг таҡҡан ил сиге һаҡсылары был көндө урамдарҙы йәмләп, рух көсө биреп йөрөнө. Уларға һәр саҡ шулай әүҙем булыуҙарын, дәрт-дарман, ҡоростай һаулыҡ теләп ҡалабыҙ.
690Loading...
07
Өфөнән 3-сө класс уҡыусыһы Кирилл Ҡасимов Владимир Путиндан бүләк алды. Дәүләт Башлығы портретын Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов тапшырҙы. Өфөлә Рәсәй президентының ҡабул итеү бүлмәһендә мәктәп уҡыусыһы ғаиләһе менән осрашыу үтте. Быға тиклем Кирилл Ҡасимов Владимир Путинға хат яҙған. Ул автографлы президент фоторәсемен һораған һәм киләсәктә татамиҙа осрашырға теләк белдергән ине. Кирилл дәүләт Башлығы кеүек дзюдо менән шөғөлләнә. Алексей Касьянов ҡабул итеү бүлмәһе буйлап экскурсия үткәрҙе һәм үҫмергә уңыштар теләне.
530Loading...
08
Сумманың 70 проценты компенсациялана. Башҡортостанда ата-әсәләргә йәйге лагерға юлламаны 70 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин. Бының өсөн махсус сайтта теркәлергә кәрәк. Мәғариф һәм фән министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл сертификат хаҡы 17 493 һумға баһалана. Ҡалған сумманы ата-әсәләр түләй. Йәйге мәлдә бер смена 21 көн дауам итә. Быйыл республикала 1,7 мең балалар лагеры эшләй. Унда 500 меңдән ашыу малай һәм ҡыҙ ял итә ала.
570Loading...
09
Бөгөн – сик буйы ғәскәрҙәре көнө Дәүләт сиге борондан һаҡланған, хәҙерге ғәскәр тарихы иһә 106 йыл элек башлана. Йәш совет республикаһы 1918 йылдың 28 майында ил сиген һаҡлаусы көстәр тураһында фарман сығара. Хәҙер был ғәскәр федераль именлек хеҙмәте составында. Сик һаҡсыларын ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, тыныслыҡ теләйбеҙ.
550Loading...
10
"Изге подписка"ла Азат Бадранов ҡатнашты. Өфөлә асылған "Китап байрамы"нда "Изгелек подпискаһы" акцияһы үтә. Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәр ғаиләләренә төрлө баҫмалар яҙҙырҙы. Китап байрамының һәр көнөндә лә гәзит-журналдарға яҙылырға мөмкин. Яҙылыусылар араһында 18:00 сәғәттә приздар уйнатыла.
720Loading...
11
Бөгөн Өфөлә «Китап-байрамы» башланды, Ул нәшриәтселәрҙе, яҙыусыларҙы һәм китап уҡыусыларҙы йәлеп итеү урынына әйләнде. Бөтә илдән һәм яҡын сит илдәрҙән 230-ҙан ашыу нәшриәт килде. Махсус ҡунаҡтар - Дарья Донцова, Олег Рой, Оксана Федорова, Ирина Климова, Александр Олешко һәм башҡалар. Өс көн дауамында өфөләрҙе һәм баш ҡала ҡунаҡтарын 60 майҙансыҡта яҙыусылар менән осрашыуҙар, кино, спектаклдәр, балалар һәм өлкәндәр өсөн оҫталыҡ дәрестәре көтә.
1161Loading...
12
#Китап #КитапБайрам2024 #праздникчитающегочеловека #БашкортостанЧитает #китапбайрам #картадобрыхдел
640Loading...
13
Самурайға “Батырлыҡ өсөн” миҙалы. 🏅Махсус хәрби операция яугире Юлай Ильясов юғары награда менән бүләкләнде. Ул алғы һыҙыҡта пилотһыҙ осоу аппараттары отрядында хеҙмәт итә. Бөгөн хәрби берләшмә иң ҡыҙыу урындарҙың береһендә тора.
880Loading...
14
🏕 Башҡортостанда йәшәүсе ата-әсәләр балаларына лагерҙарға ташламалы путевка алырға мөмкин. Ниндәй ташламалар бирелә һәм уларҙы нисек юлларға? 1️⃣ Республикала каникул осорона билдәләнгән юллама хаҡының 70 процентын тәшкил иткән сертификат. 2024 йылда сертификат хаҡы йәйге каникул осорона - 17 493 һум, көҙгө, ҡышҡы һәм яҙғы каникулдар осорона 8 360 һум тәшкил итә. Ҡалған сумманы ата-әсә иҫәп-хисап иҫәбенә йәки лагерь кассаһына индерә. ✏️ Сертификат алыу өсөн ата-әсәгә (баланың законлы вәкиленә): - «Башҡортостан Республикаһында йәшәгән һәм ял, һауыҡтырыу хеҙмәттәренә мохтаж һәм улар менән файҙаланған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе иҫәпкә алыу» дәүләт мәғлүмәт системаһында теркәлергә; - реестрға индерелгән һәм республика биләмәһендә урынлашҡан ҡала ситендәге үҙегеҙ теләгән лагерға сертификат алыуға ғариза бирергә кәрәк. 🗂 Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ? - бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтың (әгәр бала 14 йәшкә еткән булһа, паспорттың) күсермәһе; - уҡыу урынынан белешмә; - мәғлүмәтте эшкәртеүгә ризалыҡ; - ғариза биреүсенең паспорт күсермәһе. Ғаризаны раҫлатыу өсөн баланың уҡыған урыны буйынса белем биреү бүлегенә мөрәжәғәт итеү зарур. ❗️ Әгәр: - бала Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаһында белем алһа; - уның йәше -15 йәшкә тиклем булһа; - лагерь ошондағы реестрҙа торһа, сертификат бирелә. Смена оҙайлығы - йәйге каникул осоронда 21 көн һәм көҙгө, ҡышҡы, яҙғы каникулдар осоронда кәм тигәндә 7 көн. 2️⃣ Бушлай путевкалар. Уларҙы түбәндә күрһәтелгәндәр алырға мөмкин: - етем балалар һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар; - аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балалар; - ҡораллы һәм милләт-ара бәхәстәр, экологик һәм техноген һәләкәттәр, тәбиғәт афәттәре ҡорбаны булған балалар; - ҡасаҡ һәм мәжбүри күскенсе ғаилә балалары; - экстремаль шарттарҙа ҡалған балалар; - көс ҡулланыу ҡорбаны булған балалар; - килеп тыуған шарттар арҡаһында тормош эшмәкәрлеге боҙолған һәм уларҙы үҙаллы йәки ғаилә ярҙамында еңеп сыға алмаған балалар. Ата-әсәләргә (законлы вәкилдәргә) йәшәү урыны буйынса мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 🗂 Ниндәй документтар кәрәк буласаҡ: - ғариза биреүсенең шәхесен раҫлаусы документ; - бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки уның паспорты; - уллыҡҡа алыу, баланы опекаға (попечителлеккә) йәки ғаиләгә тәрбиәгә алыу фактын раҫлаған документтар (кәрәк булғанда); - ғаиләне аҙ тәьмин ителгәндәр категорияһына индереүҙе раҫлаусы белешмә (кәрәк булғанда); - ышаныс ҡағыҙы — вәкәләттәре ышаныс ҡағыҙы менән билдәләнгән кеше өсөн; - шәхси мәғлүмәттәрҙе эшкәртеүгә ризалыҡ. Ташлама менән календарь йылында бер тапҡыр файҙаланырға була. 3️⃣ Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балаларына бушлай путевкалар. Уларҙы 15 йәшкә тиклемге балалар алырға мөмкин. Был путевкалар Республикалағы профилле сменалар сиктәрендә ҡулланыла. Сменалар реестрға индерелгән лагерҙарҙа 7 көндән дә кәм булмаған, әммә 14 календарь көндән артыҡ булмаған ваҡыт эсендә ойошторола. ✏️ Путевка алыу өсөн ата-әсәгә (законлы вәкилгә): - әгәр бала муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаһында белем алһа, йәшәгән урын буйынса мәғариф бүлегенә; - бала дәүләт дөйөм белем биреү ойошмаһында уҡыһа, Башҡортостан Республикаһының Өҫтәмә белем биреү буйынса төбәк методика үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. 🗂 Ниндәй документтар кәрәк: - ғариза (форма мәғариф бүлегендә бар); - ата-әсәнең (законлы вәкилдең) шәхесен раҫлаусы документ; - бала тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки уның паспорты; - опека йәки попечителлек билдәләүҙе раҫлаған документ (кәрәк булғанда); - ата-әсәнең береһенең (законлы вәкилдең) хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған белешмә йәки башҡа документ; - баланың уҡыған урынынан белешмә. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
720Loading...
15
Ҡаранйылға, Ҡолҡан ауылдарына “зәңгәр яғыулыҡ” килде “Газпром” үҙенең инвестиция программаһы буйынса бығаса газ үткәргестәр булмаған ауылдарға ла ауыл-ара линиялар төҙөү менән шөғөлләнә. Районыбыҙҙың төпкөл урман төбәге ауылдарына ла, ниһайәт, “зәңгәр яғыулыҡ”, йәғни газ селтәрҙәре барып етте. Бөгөн Ҡаранйылға ауылында иҫтәлекле ҙур ваҡиға - ауылда тәүге тапҡыр “зәңгәр яғыулыҡ” тоҡанды.
1190Loading...
16
Урмандарға барһаң... абай бул! Учалы районының Көсөк ауылында йәш егет йүгерергә сыҡҡан. Ауылдан алыҫ түгел урманлыҡта ике балаһы менән тайыштабанға осрай. Инә айыу ағасҡа үрмәләй. Балаларын ҡыҙғанып, нисек ташланмағандыр? Хоҙай аралаған был егетте. Имен-һау ҡотолған. Сығанаҡ: "Йәшлек" телеграм-каналы.
1080Loading...
17
Зәйнетдин "Китап байрамы"на саҡыра. Өфө китап байрамына әҙерләнә. 24-26 майҙа Өфөлә “Китап-Байрам” халыҡ-ара китап йәрминкәһе ойошторола. Билдәле музыкант Заһир Зәйнетдин махсус хәрби операция биләмәһендә Салауат Юлаевтың “Егеткә” шиғырын һөйләп, халыҡты байрамға саҡырҙы.
950Loading...
18
"Әлдә һеҙ бар әле донъяла!" Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһының 40-сы осрашыуы үтә. Ике көн дауамында “Торатау” Конгресс-холында эксперттар һәм белгестәр менән консультациялар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар ойошторола. Сара ҡунаҡтарын Республика Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһында һәр кем ҡатнаша ала. Проект 5 йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә унда 48 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
1170Loading...
19
Һаҡ булығыҙ! Мутлашыуҙың яңы схемаһы. Мәғлүмәт сығарылыш класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн актуаль. Рәсәйҙә мутлашыусылар юғары уҡыу йортона “бюджет” урындары һата. Енәйәтселәр социаль селтәрҙәрҙә сайттар һәм төркөмдәр булдыра. Унда юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһы исеменән ҙур суммаға бюджет урындары һатып алырға тәҡдим итәләр. Аҡса күсерелгәндән һуң улар юҡҡа сыға. Уҡыу йорттарында “бюджет” урындары һатып алып булмағанлығын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Был законды боҙоу, уның өсөн енәйәт яуаплылығына тарттыралар. Шулай уҡ БДИ алдынан имтиханға әҙер яуаптар ҙа һатыла башланы. Енәйәтселәр уны рәсми сығанатарҙан тип ышандыра, аҡса күскәс, шунда уҡ юғала, абонентты “ҡара исемлек”кә ҡуя, йә иһә былтырғы БДИ яуаптарын ебәрә. Яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ!
960Loading...
20
Бөгөн эш ваҡыты ҡыҫҡара Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, эш көнө бер сәғәткә кәм була. Бөйөк Еңеү көнө уңайынан 9 майҙан 12-нә тиклем ял итәбеҙ.
1510Loading...
21
Владимир Путин Рәсәй Президенты вазифаһын рәсми үтәй башланы. 7 майҙа Мәскәүҙә Ҙур Кремль һарайында дәүләт башлығы инаугурацияһы үтте. Владимир Путин күп милләтле Рәсәй халҡы өсөн артабан да хеҙмәт итергә ант бирҙе. Инаугурациянан һуң Владимир Путин Президент полкы парадын ҡараны. Дәүләт башлығы вазифаһын рәсми үтәй башлағандан һуң, Рәсәй Хөкүмәте отставкаға китте. Владимир Путин министрҙар кабинеты составын ҡайтанан раҫлай. Видео: Инаугурация тантанаһында Президент Владимир Путиндың тулы сығышы.
1380Loading...
22
Башҡортостанда быйыл 1 майҙан 1 сентябргә тиклем Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә түләүҙәр арттырылды. Республика яугирҙәргә бер тапҡыр 205 мең һум түләй, ведомство 195 мең һум өҫтәй. Килешеү төҙөргә теләгәндәр 117 телефоны буйынса шылтырата ала. Һайлап алыу пункты менән бәйләнеш телефоны: 8 (347) 248-29-31.
1140Loading...
23
Ғафури районынан ике ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләт ярҙамы алды Район үҙәгендә йәшәүсе Наталья Булгакова ер участкаһы урынына 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә таныҡлыҡ алды. Аҡкүл ауылынан Нурисламовтар ғаиләһе инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр өсөн торлаҡ һатып алыуға сертификат алды. Бәхетле хужаларҙы ошо шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!
1080Loading...
24
Башҡортостан Башлығы ел осорған ике мәктәп ҡыйығын тергеҙеүҙе контролгә алырға ҡушты Бындай күрһәтмәне ул республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙинға оператив кәңәшмә барышында бирҙе. "Ошо ике мәктәпте контролдә тотоғоҙ. Уларҙы тиҙ арала тергеҙергә кәрәк, бәлки, ярҙам кәрәк булыр», - тине ул министрға мөрәжәғәт итеп. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Белорет һәм Ғафури райондарында насар һауа шарттары һөҙөмтәһендә 128 һәм 805 квадрат метр майҙанда мәктәп биналарының ҡыйығы өлөшләтә емерелде. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов һүҙҙәренсә, ике осраҡта ла зыян күреүселәр юҡ. “Уҡыусыларҙы уҡытыу дистанцион режимда һәм ташыу ысулы менән ойошторолған. Бөгөнгө көнгә Белорет районында авария-тергеҙеү эштәре тамамланған. Ғафури районында зыянды баһалау процесы тамамланды һәм артабан ремонтлау өсөн тейешле әҙерлек саралары ойошторолдо”, — тине Кирилл Первов. Сығанаҡ:"Моя Уфа".
890Loading...
Photo unavailableShow in Telegram
2024 йылдың 6 июнендә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 1-гә тиклем Ғафури районы Хакимиәтендә «ПравоМобиль» Бөтә Рәсәй хәйриә акцияһы үтәсәк. Акцияла ҡатнашалар: - Федераль нотариаль палата вәкиле Поляков Сергей Сергеевич - Федераль нотариаль палатаның йәш нотариустар Советы рәйесе, Красноярск ҡалаһы нотариусы. - Башҡортостан Республикаһының Нотариаль палатаһы вәкилдәре: - Щирская Марина Александровна - БР нотариаль палатаһының йәштәр Советы рәйесе, Стәрлетамаҡ районы нотариусы; - Матвеев Игорь Михайлович -БР нотариаль палатаһының йәштәр Советы рәйесе урынбаҫары, Өфө ҡалаһы нотариусы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы; - Тереғолова Жанна Роберт ҡыҙы - БР нотариаль палатаһының йәштәр Советы ағзаһы, Өфө ҡалаһы нотариусы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы. - Росреестр вәкил е- Дәүләтшина Светлана Фәнзил ҡыҙы. - Рәсәй юристар Ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе вәкиле -Курбанова Василиса Анатольевна.Ҡабул итеүгә алдан яҙылыу +7 937 480-11-17 телефоны буйынса башҡарыла.
إظهار الكل...