cookie

نحن نستخدم ملفات تعريف الارتباط لتحسين تجربة التصفح الخاصة بك. بالنقر على "قبول الكل"، أنت توافق على استخدام ملفات تعريف الارتباط.

avatar

ТАБЫН гәзитҽ

Ғафури районы яңылыҡтары

إظهار المزيد
مشاركات الإعلانات
200
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
لا توجد بيانات7 أيام
+430 أيام

جاري تحميل البيانات...

معدل نمو المشترك

جاري تحميل البيانات...

"Әлдә һеҙ бар әле донъяла!" Өфөлә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһының 40-сы осрашыуы үтә. Ике көн дауамында “Торатау” Конгресс-холында эксперттар һәм белгестәр менән консультациялар, күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар ойошторола. Сара ҡунаҡтарын Республика Башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” Бөтә Рәсәй асыҡ академияһында һәр кем ҡатнаша ала. Проект 5 йыл дауамында тормошҡа ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә унда 48 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
إظهار الكل...
Һаҡ булығыҙ! Мутлашыуҙың яңы схемаһы. Мәғлүмәт сығарылыш класс уҡыусылары һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн актуаль. Рәсәйҙә мутлашыусылар юғары уҡыу йортона “бюджет” урындары һата. Енәйәтселәр социаль селтәрҙәрҙә сайттар һәм төркөмдәр булдыра. Унда юғары уҡыу йортоноң ҡабул итеү комиссияһы исеменән ҙур суммаға бюджет урындары һатып алырға тәҡдим итәләр. Аҡса күсерелгәндән һуң улар юҡҡа сыға. Уҡыу йорттарында “бюджет” урындары һатып алып булмағанлығын иҫегеҙгә төшөрәбеҙ. Был законды боҙоу, уның өсөн енәйәт яуаплылығына тарттыралар. Шулай уҡ БДИ алдынан имтиханға әҙер яуаптар ҙа һатыла башланы. Енәйәтселәр уны рәсми сығанатарҙан тип ышандыра, аҡса күскәс, шунда уҡ юғала, абонентты “ҡара исемлек”кә ҡуя, йә иһә былтырғы БДИ яуаптарын ебәрә. Яҡындарығыҙҙы иҫкәртегеҙ!
إظهار الكل...
Photo unavailableShow in Telegram
Бөгөн эш ваҡыты ҡыҫҡара Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, эш көнө бер сәғәткә кәм була. Бөйөк Еңеү көнө уңайынан 9 майҙан 12-нә тиклем ял итәбеҙ.
إظهار الكل...
07:24
Video unavailableShow in Telegram
Владимир Путин Рәсәй Президенты вазифаһын рәсми үтәй башланы. 7 майҙа Мәскәүҙә Ҙур Кремль һарайында дәүләт башлығы инаугурацияһы үтте. Владимир Путин күп милләтле Рәсәй халҡы өсөн артабан да хеҙмәт итергә ант бирҙе. Инаугурациянан һуң Владимир Путин Президент полкы парадын ҡараны. Дәүләт башлығы вазифаһын рәсми үтәй башлағандан һуң, Рәсәй Хөкүмәте отставкаға китте. Владимир Путин министрҙар кабинеты составын ҡайтанан раҫлай. Видео: Инаугурация тантанаһында Президент Владимир Путиндың тулы сығышы.
إظهار الكل...
Башҡортостанда быйыл 1 майҙан 1 сентябргә тиклем Оборона министрлығы менән контракт төҙөүселәргә түләүҙәр арттырылды. Республика яугирҙәргә бер тапҡыр 205 мең һум түләй, ведомство 195 мең һум өҫтәй. Килешеү төҙөргә теләгәндәр 117 телефоны буйынса шылтырата ала. Һайлап алыу пункты менән бәйләнеш телефоны: 8 (347) 248-29-31.
إظهار الكل...
Photo unavailableShow in Telegram
Ғафури районынан ике ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләт ярҙамы алды Район үҙәгендә йәшәүсе Наталья Булгакова ер участкаһы урынына 250 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүгә таныҡлыҡ алды. Аҡкүл ауылынан Нурисламовтар ғаиләһе инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр өсөн торлаҡ һатып алыуға сертификат алды. Бәхетле хужаларҙы ошо шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотлайбыҙ! Һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!
إظهار الكل...
Photo unavailableShow in Telegram
Башҡортостан Башлығы ел осорған ике мәктәп ҡыйығын тергеҙеүҙе контролгә алырға ҡушты Бындай күрһәтмәне ул республиканың мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙинға оператив кәңәшмә барышында бирҙе. "Ошо ике мәктәпте контролдә тотоғоҙ. Уларҙы тиҙ арала тергеҙергә кәрәк, бәлки, ярҙам кәрәк булыр», - тине ул министрға мөрәжәғәт итеп. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған аҙнала Белорет һәм Ғафури райондарында насар һауа шарттары һөҙөмтәһендә 128 һәм 805 квадрат метр майҙанда мәктәп биналарының ҡыйығы өлөшләтә емерелде. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов һүҙҙәренсә, ике осраҡта ла зыян күреүселәр юҡ. “Уҡыусыларҙы уҡытыу дистанцион режимда һәм ташыу ысулы менән ойошторолған. Бөгөнгө көнгә Белорет районында авария-тергеҙеү эштәре тамамланған. Ғафури районында зыянды баһалау процесы тамамланды һәм артабан ремонтлау өсөн тейешле әҙерлек саралары ойошторолдо”, — тине Кирилл Первов. Сығанаҡ:"Моя Уфа".
إظهار الكل...
Photo unavailableShow in Telegram
Махсус хәрби операция контрактсыларына бер тапҡыр бирелә торған түләү арттырылды Башҡортостанда илдең Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән хәрби хеҙмәткәрҙәргә 205 мең һум аҡса түләү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Бөгөн хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта әйтте. Республика етәксеһе тейешле указға ҡул ҡуйған. «Шулай итеп, контракт төҙөгәндә яҡташтарыбыҙға 400 мең һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү тәғәйенләнә. Шуның 205 меңе — Башҡортостандан, 195 мең һумы — Рәсәйҙең Оборона министрлығынан. Бынан тыш, ҡайһы бер муниципалитеттар муниципаль түләүҙәр билдәләне. Өфө лә түләй. Был беҙгә артабан махсус хәрби операция зонаһындағы хәрбиҙәребеҙ менән бәйләнеш тоторға һәм уларға ярҙам итергә мөмкинлек бирә», — тине Радий Хәбиров.
إظهار الكل...
Photo unavailableShow in Telegram
Балаларығыҙҙы йылға буйына ҡарауһыҙ ебәрмәгеҙ! Хәйбулла районында Һаҡмар йылғаһында бер йәшлек сабый батып үлгән. Хәйбулла районының Йәнтеш ауылында аяныслы ваҡиға теркәлгән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына Йәнтеш ауылынан бер ҡатын шылтыратҡан. Ул Һаҡмар йылғаһы буйында уйнап йөрөгән бер йәшлек балаһы юғалыуы хаҡында хәбәр итә. Ҡотҡарыусылар сабыйҙы эҙләй. Бер аҙ ваҡыттан бала бер саҡрым алыҫлыҡта йылғала үле килеш табылған. Әлеге ваҡытта фажиғә сәбәптәре асыҡлана.
إظهار الكل...
Photo unavailableShow in Telegram
Башҡортостандан гвардия бригадаһы Жуков ордены менән бүләкләнде. Үҙәк хәрби округтың 12-се айырым гвардия инженер бригадаһы ил Президенты Указы менән юғары наградаға лайыҡ булды. Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәрбиҙәрҙе ҡотланы. "Беҙҙең бригаданың данлы тарихы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башлана. Ул 1942 йылда ойошторола, әле лә илдә иң яҡшы инженер подразделениеларының береһе. Махсус хәрби операция башланғандан алып Алкино-2 ауылында урынлашҡан частағы егеттәргә 387 дәүләт һәм Оборона министрлығының меңдән ашыу наградаһы тапшырылды", - тип яҙа Радий Хәбиров.
إظهار الكل...