ar
Feedback

لا تقع ضحية للمخادعين! تيليمتريو يكتشف ويُميّز هذه القنوات 👉 إذا كنت تريد رؤية العلامة، اشترك 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
1 970
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-77 أيام
-1930 أيام
أرشيف المشاركات
Хәйбулла районында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге «Сәсән һүҙе нур сәсә» асыҡ республика конкурсы үтте Хәйбулла районында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге «Сәсән һүҙе нур сәсә» асыҡ республика конкурсы үтте. Ике йылға бер ойошторолған бәйгелә Башҡортостан район-ҡалаларында һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүсе 40 сәсән һәм йыраусы ҡатнашты. Мөхәмәтйән Абдулла улы халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес. Уның репертуарында 100-ҙән ашыу оҙон йыр, мөнәжәт, бәйет һәм таҡмаҡтар урын алған. Сит ил сәхнәләрендә лә сығыш яһап, башҡорт мәҙәниәтен танытҡан.

Өфөнөң Ҡулса урамы 170 кәсер 2 йортонда йәшәүселәр йыл һайын ҡыйыҡтан аҡҡан һыуға ҡаршы көрәшә Өфөнөң Ҡулса урамы 170 кәсер 2 йортонда йәшәүселәр йыл һайын ҡыйыҡтан аҡҡан һыуға ҡаршы көрәшә. Проблема юғары ҡаттарҙа йәшәүселәрҙе генә борсомай, ямғыр һыуҙары икенсе ҡатҡа тиклем үтә. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеү ҙә тейешле һөҙөмтә бирмәгән .

Шишмә районында яугирҙар һәм ирекмәндәр өсөн тактик медицина буйынса семинар уҙғарылды Шишмә районында Әлкә инженер-сапер бригадаһы һалдаттары һәм ирекмәндәр өсөн тактик медицина буйынса семинар уҙғарылды. Теоретик һәм практик дәрестәр барышында улар Ғәҙәттән тыш хәл шарттарында, ғүмер өсөн хәүефле осраҡтарҙа үҙҙәренә һәм зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнде.

Нефтекамала былтыр ғына һөт кухняһы 650 мең тонна һөт эшкәрткән Был иһә балалар өсөн миллион ярым порция һөт, ете йөҙ меңдән ашыу йогурт һәм өс йөҙ мең эремсек етештерелгән тигән һүҙ. Ҡала халҡы бушлай бирелгән һөт кухняһының өҫтөнлөктәрен күптән баһалап өлгөргән.

Йыл башынан «Сәләмәтлек поездары» табиптары республикала йәшәүсе 72 мең кешенең һаулығын тикшергән Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров белдерҙе. Республика башлығы билдәләүенсә, «Сәләмәтлек поездары» 2019 йылдан рейсҡа сыға. Күсмә ҡабул итеүҙәр ауылда йәшәүселәр профилле белгестәргә ваҡытында күренә алһын һәм уларға тейешле диагноз ҡуйылһын өсөн ойошторола.

Өфөлә түләүле парковкалар өсөн автоматлаштырылған система булдырыла Уның менән ҡала хакимиәте идара итә. Ошо турала ҡарарға ҡ
Өфөлә түләүле парковкалар өсөн автоматлаштырылған система булдырыла Уның менән ҡала хакимиәте идара итә. Ошо турала ҡарарға ҡул ҡуйылды. Достоевский, Карл Маркс, Киров, Коммунистик һәм Чернышевский урамдарында 9 түләүле парковка был йома, 27 июндә асыла. Уларҙа 2 мең машина өсөн урын бар. Парковканың һәр сәғәте өсөн 40 һум түләргә кәрәк.

Башҡортостанда етемдәр эшкә урынлашҡанда финанс ярҙам ала Республика парламенты ата-әсә ҡарауһыҙ ҡалғандарға өҫтәмә гарантиял
Башҡортостанда етемдәр эшкә урынлашҡанда финанс ярҙам ала Республика парламенты ата-әсә ҡарауһыҙ ҡалғандарға өҫтәмә гарантиялар тураһында законға төҙәтмәләр индерҙе. Ул тәүге тапҡыр эшкә урынлашыусыларға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Әле 23 йәшкә тиклемге, беренсегә эш эҙләүсе булып рәсми теркәлгәндәргә ярты йыл буйы эшһеҙлек буйынса иң юғары пособие түләнә. Район коэффициенты менән ул 17 мең 300 һум. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, ошо ярты йыл тамамланғансы эш тапҡандар өсөн өҫтәмә түләү ҡаралған. Уларға айлыҡ түләү республикала уртаса эш хаҡына еткерелә. Айырманы дәүләт түләй. Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡы 68 мең 848 һум, тигән мәғлүмәттәр бирә Статистика хеҙмәте.

Башҡортостандан Алина Зураева ҡырғыҙ көрәше буйынса чемпион булды Ул 66 килограмға тиклем ауырлыҡта алтын миҙал яуланы, тип х
Башҡортостандан Алина Зураева ҡырғыҙ көрәше буйынса чемпион булды Ул 66 килограмға тиклем ауырлыҡта алтын миҙал яуланы, тип хәбәр итәләр Спорт министрлығынан. Донъя чемпионаты Ҡазанда үтте. Унда 31 илдән спортсылар ҡатнашты. Был төр көрәш Ҡырғыҙстанда танылған, тип билдәләне вице-премьер-спорт министры Руслан Хәбибов.

28 июндә Өфөлә Йәштәр көнө ҙур концерт менән билдәләнәсәк 28 июндә Өфөлә Йәштәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министрлығы баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын ҙур концертҡа саҡыра - сәхнәлә республиканың билдәле йәш башҡарыусылары һәм Мәскәү йырсылары сығыш яһаясаҡ. Байрам майҙанында төрлө күргәҙмәләр, ҡыҙыҡлы уйындар ойоштороу, блогерҙар менән осрашыуҙар ҡаралған. Сара Ағиҙел яры буйындағы майҙанда көндөҙгө сәғәт өстә башлана.

Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы 500 мең һумға тиклем арттырыла Башҡортостанда быйылдан Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһының күләме 500 мең һумға тиклем арттырыла. Конкурсҡа әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура әҫәрҙәрен тәҡдим ителергә мөмкин. Ижади эш авторҙары араһынан 3 еңеүсе билдәләнә. Уларға башланғыстарын тормошҡа ашырыу буйынса дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Документтар 1 июлгә тиклем ҡабул ителә

Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 километры яңыртылды "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы был юлда эштәр әле
Бүздәк-Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 километры яңыртылды "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы был юлда эштәр әле дауам итә. Юл билдәләре һыҙыла. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан белдереүҙәренсә, трассанан көн һайын 3 мең ярымдан ашыу машина үтә. Ул Благовар, Бүздәк, Саҡмағош, Дүртөйлө райондарын федераль юлдар менән тоташтыра.

Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаусы Алексей Лобов Берҙәм дәүләт имтихандарында 300 балл йыйҙы Өфөнөң 153-сө лицейын тамамлаусы Алексей Лобов Берҙәм дәүләт имтихандарында 300 балл йыйҙы. Был республика тарихында тәүге күренеш. Уның белеме физика, информатика һәм профилле математика буйынса максималь балл менән баһаланған. Шулай уҡ Алексей рус теленән дә имтиханын 94 балға яҙған. Егетте уҡытыусылары намыҫлы һәм фекерле уҡыусы булараҡ билдәләй. Алексей айырыуса теүәл фәндәрҙе ярата икән. Киләсәктә мәғлүмәт технологиялары йүнәлешен һайларға ниәтләй.

Башҡортостан Конституцияһына төҙәтмәләр индерелде Документты республика парламенты ҡарауына Радий Хәбиров тәҡдим итте. Уға яр
Башҡортостан Конституцияһына төҙәтмәләр индерелде Документты республика парламенты ҡарауына Радий Хәбиров тәҡдим итте. Уға ярашлы, Башҡортостан Башлығы һәм Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға вәкәләттәр өҫтәлә. Хөкүмәт ҡарауында булған мәсьәләләр аныҡлана. Республика парламенты закондар үтәлешен контролдә тота, премьер-министр һәм уның урынбаҫарҙарына ышаныс буйынса мәсьәләне ҡарай, урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге тураһында мәғлүмәттәр ҡабул итә. Шулай уҡ йәштәр йәмәғәт палатаһы закон проекттары әҙерләп парламент ҡарауына тәҡдим итеү хоҡуғын ала.

Башҡортостанда «Урман» операцияһы дауам итә Республикала «Урман» операцияһы бара. Оператив -профилактик сарала хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре, урман инспекторзары ҡатнаша. Урманды файҙаланыу ҡануниәтен боҙоу, шул иҫәптән урман ултыртылған урындарҙы законһыҙ ҡырҡыу осраҡтарына юл ҡуймау һәм уларҙы иҫкәртеү өсөн үткәрелгән рейд тураһында тулыраҡ киләһе репортажда.

Баймаҡ районы ирекмәндәре сираттағы гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Баймаҡ районынан «Беҙ бергә» ирекмәндәр ойошмаһы сираттағы гуманитар ылау менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Был юлы улар үҙҙәренең сәфәрен Бөйөк Ватан һуғышы яуҙарында алышҡан ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә бағышланы.

Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөлә бер төркөм яугирҙарҙы махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыу тантанаһы үтте. Майҙанда Рәсәй һәм Башҡортостан гимндары яңғыраны. Хәрби комиссариаттың хәрби-патриотик эш буйынса бүлексә етәксеһе Альберт Ғилманов үҙ сығышында ил мәнфәғәтен яҡлап хәрби бурысын үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡ өлгөһө булыуын билдәләп, уларға уңышлы хеҙмәт теләне.

Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша күперҙең аркаһы кире урынына ҡуйылған Был турала социаль селтәрҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Төбәк етәксеһе арканы баш ҡала символдарының береһе тип атаған. Әлегә күперҙе реконструкциялау дауам итә. Объект 85 процентҡа әҙер. Яңыртылған күперҙе транспорт хәрәкәте өсөн быйыл көҙ асыу планлаштырыла, тип яҙған Радий Хәбиров.

Иглин районы Ҡарамалы ауылында Ҡаймаҡ байрамы уҙҙы Тәүге тапҡыр үҙенсәлекле йола 2003 йылда райондың Меңйетәр ауылында тормошҡа ашырылған булған. 22 йылдан һуң күркәм байрам тергеҙелеп, яңы йолалар менән байытылған. Байрамда хужабикәләр һөт аҙыҡтарын тәҡдим итте, уларҙы әҙерләү серҙәре менән уртаҡлашты.

Яман шеш менән сирләгән балалар Рәсәй йыһангиры Андрей Борисенко менән осрашты Яман шеш менән сирләгән балалар Рәсәй йыһангиры Андрей Борисенко менән осрашты. «Сәнғәт аша йыһан терапияһы» программаһын Республика балалар клиник дауаханаһында ЮНИТИ фонды ойошторҙо. Осрашыуҙа ҡатнашыусылар хыялдары менән уртаҡлашты, һүрәт төшөрҙө, космонавтан иҫтәлекле бүләктәр алды. Өфө - донъяла ошондай программа үткәрелгән 44-се ҡала. Ентекләберәк киләһе сюжетта.

Был аҙнала «Сәләмәтлек поездары» Башҡортостандың ете муниципалитетында эшләй Был аҙнала «Сәләмәтлек поездары» Башҡортостандың ете муниципалитетында эшләй. Архангел районында йәшәүселәр ҙә «Сәләмәт республика - сәләмәт төбәк» акцияһында ҡатнашып, мобиль медицина комплексында табиптарға күренде. Ошонда уҡ ҡан баҫымын үлсәтергә, тейешле анализдар тапшырырға, рентген, флюорография, маммография тикшереүе үтеп була.