БСТ | Яңылыҡтар
الذهاب إلى القناة على Telegram
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
إظهار المزيد2 022
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
-37 أيام
-830 أيام
أرشيف المشاركات
2 022
Өфөнән йәш ғалимә – Рәсәйҙең «ТОП-1000» университет стартаптары араһында беренсе
Өфөнән йәш ғалимә Айгөл Шадрина икенсе йыл рәттән Рәсәй Фән һәм юғары белем министрлығының «ТОП-1000» университет стартаптары рейтингында беренсе урын яулаған Уның Вуз-ара кампуста тормошҡа ашырылған «Киләсәк образы» мәғариф проекты Рәсәйҙең сәнәғәт предприятиеларына үҙ төбәктәрендә үҫмерҙәр менән һөҙөмтәле бәйләнеш булдырыуға булышлыҡ итә.
2 022
Башҡорт моңо фронтта яңғырай: артистар һәм ирекмәндәр яугирҙарҙы ҡеүәтләне
Батыр йөрәкле башҡорт ҡыҙҙары йәнә алғы һыҙыҡта. «Ете ҡыҙ» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларындағы хәрби берләшмәләрҙә булды. Был сәфәр яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәтеү һәм көс биреү маҡсатында ойошторолдо.
2 022
Әлшәй районы халҡы махсус хәрби операция биләмәһенә гуманитар ылау оҙатты
Ярҙам алғы һыҙыҡҡа республиканан тупланған ҙур конвой составында барып етәсәк. Махсус хәрби операция башланғандан алып муниципалитет хәрбиҙәргә 20 тапҡырҙан ашыу ярҙам йыйған. Һәр ылау яугирҙарҙың теләген иҫәпкә алып туплана. Был юлы яугирҙарға 2 УАЗ автомобиле, мотоциклдар, төҙөлөш материалдары һәм шәхси посылкалар ебәрелде.
2 022
Туймазыла Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры эшҡыуарҙар менән осрашыу үткәрҙе
Иң әүҙем һәм креатив эшҡыуарҙар Туймазыла эшләй. Был турала Башҡортостан хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров район эшҡыуарҙары менән осрашыуҙа белдерҙе. Һөйләшеү диалог форматында үтте. Туймазының бизнес йәмғәтселеге менән осрашыу тәүгеһе түгел, әлегә тиклем был сара республиканың ете муниципаль берәмегендә үткән. Эшҡыуарҙар менән осрашыу Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса ойошторола. Бизнес форумда республиканың барлыҡ министрлыҡ-ведомство етәкселәре ҡатнаша.
2 022
Башҡортостанда инвесторҙар өсөн 1400 буш майҙансыҡ әҙер
Былтыр Башҡортостандың үҫеш корпорацияһына яңы производство төҙөргә урын һорап 80 эшҡыуар мөрәжәғәт иткән. Быйыл әле үк 30 мөрәжәғәт бар. Уның иллеһен «Инвестиция сәғәтендә» тикшерҙек, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә.
2 022
Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде
Ҡала советы депутаттары Ленин районында ике урамға исем биреү тураһында ҡарар ҡабул итте. Рәшит Шәкүр - Башҡортостандың халыҡ шағиры, билдәле яҙыусы, профессор, Халыҡ-ара төрки академияһы академигы. Мәстүрә Саҡаева билдәле табип, ул Ҡыуатов исемендәге дауаханала бөйөр ауырыуҙары үҙәгенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Республикала урология һәм нефрология хеҙмәттәре үҫешенә ҙур өлөшө индерә.
2 022
1-се курс студенттары фестивале уҙғарыла
Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Сара 4-се сентябрҙә Көрәш һарайында үтәсәк. Студенттарҙы беренсе курсҡа ҡабул итеү йолаһын йыл һайын уҙғарыу ҡарала, тип белдерҙе Республика Башлығы.
2 022
Repost from БСТ | Новости Башкортостана
⚡️ Разыгрываем 2 сертификата в книжный магазин!
Любите читать? Тогда скорее участвуйте в нашем розыгрыше!
Два счастливчика могут стать обладателями подарочных сертификатов в один из крупнейших книжных магазинов.
👉🏻 Как принять участие в розыгрыше?
Подпишись на каналы ниже и нажми кнопку “Участвую”:
БСТ | Новости Башкортостана
ЮЛДАШ радиоһы
БСТ | Яңылыҡтар
Бот-рандомайзер случайным образом выберет двух победителей 30 июня в 14:00. Обратите внимание, что сертификаты можно будет забрать у нас в офисе по адресу: Уфа, ул. Гафури 9/1.
🥳 Всем удачи!
2 022
Көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу ҡиммәтләнә
Төбәк операторҙары 1 июлдән хаҡтарҙы 7 проценттан 13 процентҡа тиклем күтәрергә ниәтләй. Торлаҡ йорттоң төрөнә һәм урынлашыу биләмәһенә ҡарап, сүп сығарыу өсөн айлыҡ түләү 130 һумдан артмаҫҡа тейеш, ти белгестәр.
2 022
Башҡортостанда йәш ғаилә мутлашыусыларҙан алданған
Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Стәрлетамаҡта 24 йәшлек иргә шылтыратыусы үҙен һалым хеҙмәткәре тип таныштырған. Мәғлүмәттәрҙе яңыртыу өсөн смс-кодты әйтергә күндергән. Ошонан һуң йәнәһе лә Үҙәк банк менән элемтә булған. Ирҙең исеменә кредит алырға маташыуҙары тураһында иҫкәрткәндәр. Аҡсаны һаҡлап ҡалыу өсөн тиҙерәк яуап кредиты алырға кәрәк тигәндәр. Ир үҙенә һәм ҡатыны исеменә аҙна буйы кредит алып мутлашыусыларға 5 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән. Был хәл буйынса енәйәт эше асылған.
2 022
Башҡортостан Ҡытайға рапс майын ебәреүҙе арттыра
Йыл башынан күрше дәүләткә 7 мең ярым тонна продукция экспортҡа оҙатылған. Был уҙған йыл менән сағыштырғанда 2 мең ярым тоннаға күберәк. Рапс майы өлгөләре лаборатияла тикшереү үткән, барлыҡ санитар нормаларға тап килә, тип белдерәләр Рәсәй Ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең республика буйынса идаралығынан.
2 022
Хәйбулла районында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге «Сәсән һүҙе нур сәсә» асыҡ республика конкурсы үтте
Хәйбулла районында Мөхәмәтйән Ҡаҙаҡбаев исемендәге «Сәсән һүҙе нур сәсә» асыҡ республика конкурсы үтте. Ике йылға бер ойошторолған бәйгелә Башҡортостан район-ҡалаларында һәм күрше төбәктәрҙә йәшәүсе 40 сәсән һәм йыраусы ҡатнашты. Мөхәмәтйән Абдулла улы халыҡ ижадын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес. Уның репертуарында 100-ҙән ашыу оҙон йыр, мөнәжәт, бәйет һәм таҡмаҡтар урын алған. Сит ил сәхнәләрендә лә сығыш яһап, башҡорт мәҙәниәтен танытҡан.
2 022
Өфөнөң Ҡулса урамы 170 кәсер 2 йортонда йәшәүселәр йыл һайын ҡыйыҡтан аҡҡан һыуға ҡаршы көрәшә
Өфөнөң Ҡулса урамы 170 кәсер 2 йортонда йәшәүселәр йыл һайын ҡыйыҡтан аҡҡан һыуға ҡаршы көрәшә. Проблема юғары ҡаттарҙа йәшәүселәрҙе генә борсомай, ямғыр һыуҙары икенсе ҡатҡа тиклем үтә. Төрлө инстанцияларға мөрәжәғәт итеү ҙә тейешле һөҙөмтә бирмәгән .
2 022
Шишмә районында яугирҙар һәм ирекмәндәр өсөн тактик медицина буйынса семинар уҙғарылды
Шишмә районында Әлкә инженер-сапер бригадаһы һалдаттары һәм ирекмәндәр өсөн тактик медицина буйынса семинар уҙғарылды. Теоретик һәм практик дәрестәр барышында улар Ғәҙәттән тыш хәл шарттарында, ғүмер өсөн хәүефле осраҡтарҙа үҙҙәренә һәм зыян күреүселәргә беренсе ярҙам күрһәтергә өйрәнде.
2 022
Нефтекамала былтыр ғына һөт кухняһы 650 мең тонна һөт эшкәрткән
Был иһә балалар өсөн миллион ярым порция һөт, ете йөҙ меңдән ашыу йогурт һәм өс йөҙ мең эремсек етештерелгән тигән һүҙ. Ҡала халҡы бушлай бирелгән һөт кухняһының өҫтөнлөктәрен күптән баһалап өлгөргән.
2 022
Йыл башынан «Сәләмәтлек поездары» табиптары республикала йәшәүсе 72 мең кешенең һаулығын тикшергән
Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров белдерҙе. Республика башлығы билдәләүенсә, «Сәләмәтлек поездары» 2019 йылдан рейсҡа сыға. Күсмә ҡабул итеүҙәр ауылда йәшәүселәр профилле белгестәргә ваҡытында күренә алһын һәм уларға тейешле диагноз ҡуйылһын өсөн ойошторола.
2 022
Өфөлә түләүле парковкалар өсөн автоматлаштырылған система булдырыла
Уның менән ҡала хакимиәте идара итә. Ошо турала ҡарарға ҡул ҡуйылды. Достоевский, Карл Маркс, Киров, Коммунистик һәм Чернышевский урамдарында 9 түләүле парковка был йома, 27 июндә асыла. Уларҙа 2 мең машина өсөн урын бар. Парковканың һәр сәғәте өсөн 40 һум түләргә кәрәк.
2 022
Башҡортостанда етемдәр эшкә урынлашҡанда финанс ярҙам ала
Республика парламенты ата-әсә ҡарауһыҙ ҡалғандарға өҫтәмә гарантиялар тураһында законға төҙәтмәләр индерҙе. Ул тәүге тапҡыр эшкә урынлашыусыларға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Әле 23 йәшкә тиклемге, беренсегә эш эҙләүсе булып рәсми теркәлгәндәргә ярты йыл буйы эшһеҙлек буйынса иң юғары пособие түләнә. Район коэффициенты менән ул 17 мең 300 һум. Спикер Константин Толкачев белдереүенсә, ошо ярты йыл тамамланғансы эш тапҡандар өсөн өҫтәмә түләү ҡаралған. Уларға айлыҡ түләү республикала уртаса эш хаҡына еткерелә. Айырманы дәүләт түләй. Башҡортостанда уртаса айлыҡ эш хаҡы 68 мең 848 һум, тигән мәғлүмәттәр бирә Статистика хеҙмәте.
2 022
Башҡортостандан Алина Зураева ҡырғыҙ көрәше буйынса чемпион булды
Ул 66 килограмға тиклем ауырлыҡта алтын миҙал яуланы, тип хәбәр итәләр Спорт министрлығынан. Донъя чемпионаты Ҡазанда үтте. Унда 31 илдән спортсылар ҡатнашты. Был төр көрәш Ҡырғыҙстанда танылған, тип билдәләне вице-премьер-спорт министры Руслан Хәбибов.
2 022
28 июндә Өфөлә Йәштәр көнө ҙур концерт менән билдәләнәсәк
28 июндә Өфөлә Йәштәр көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте министрлығы баш ҡала халҡы һәм ҡунаҡтарын ҙур концертҡа саҡыра - сәхнәлә республиканың билдәле йәш башҡарыусылары һәм Мәскәү йырсылары сығыш яһаясаҡ. Байрам майҙанында төрлө күргәҙмәләр, ҡыҙыҡлы уйындар ойоштороу, блогерҙар менән осрашыуҙар ҡаралған. Сара Ағиҙел яры буйындағы майҙанда көндөҙгө сәғәт өстә башлана.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
