ar
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

الذهاب إلى القناة على Telegram

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

إظهار المزيد
2 027
المشتركون
-124 ساعات
-27 أيام
-730 أيام
أرشيف المشاركات
Архангел районы үҙәгендә иғтибарлы граждан иҫерек водителде ҡулға алырға ярҙам иткән Ул полицияның дежур бүлегенә шылтыратып Ульяновтар урамында «Лада Гранта» автомобиле менән эскән ир идара итеүе тураһында хәбәр итә. Урынға шунда уҡ уҡ юл-патруль хеҙмәте экипажы сыға. Шаһиттың мәғлүмәте тулыһынса раҫлана. Алкотестер һөҙөмтәһе Ейәнсуранан 55 йәшлек водителдең эскән булыуын күрһәтә.

Асҡын районында ағинәйҙәр ҡоро яугирҙар өсөн гуманитар ярҙам әҙерләй Ағинәйҙәр ҡоро яугирҙарҙың ныҡлы терәге. Асҡын районы Иҫке Ҡаҙансы ауыл биләмәһе ирекмәндәре шундай фекерҙә. Улар фронҡа ярҙам эшмәкәрлеген барлап, йыл йомғаҡтарына арналған осрашыу уҙғарҙы. Сараға әле Ватан һағында торған егеттәребеҙҙең ата-әсәләре лә саҡырылғайны.

Өфөлә йәшәүсе Новиковтар ғаиләһе берҙәмлек һәм илһам өлгөһө Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалына лайыҡ булған пар биш балаға ғүмер биргән. Марина музыка колледжында башланғыс класс уҡытыусыһы, «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнгән. Андрей геолог, «Роснефть»компанияһында етәксе вазифаларҙың береһендә эшләй. Ғаилә башлығына Рәсәй энергетика министрлығынан рәхмәт хаты ла тапшырылған. Ә 2025 йылдың декабрендә Новиковтар ғаиләһе юғары наградаға-Рәсәй Президенты Владимир Путиндан «Ата-әсәлек даны» ордены миҙалына лайыҡ була.

Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто бинаһына капиталь ремонт үткәреләсәк Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе. Проектҡа «Өфө» халыҡ-ара аэропорты финанс сығымдар бүлер тип күҙаллана. Башҡортостан башлығы Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары Рөстәм Ғәзизовҡа 1970 йылда төҙөлгән бинаны ремонтлауҙы проектлау менән шөғөлләнергә ҡушты.

Башҡортостанда күлгә батҡан өс тракторҙы сығарғандар Бының өсөн Екатеринбург белгестәрен саҡыртҡандар. Техниканы күтәреү эше
Башҡортостанда күлгә батҡан өс тракторҙы сығарғандар Бының өсөн Екатеринбург белгестәрен саҡыртҡандар. Техниканы күтәреү эше 4 көнгә һуҙылған. Был хәл Красная Башкирия ауылы янында була. Биләмәлә боҙҙо таҙартыу өсөн техника ебәрелә. Тәүге трактор боҙ ватылып һыуға батҡас, уны сығарыу өсөн тағы ике машина йүнәлтелә. Улар ҙа боҙло һыу эсендә ҡала, тип хәбәр итә үҙәк сығанаҡтар.

Башҡортостан башлығы 30 ғинуарҙа Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай Киләһе аҙнала мөһим сәйәси ваҡиға көтөлә. 30 ғинуарҙа Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнәмә менән сығыш яһаясаҡ. Был турала Радий Хәбиров йәш дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр форумында ҡатнашыусылар менән осрашҡанда хәбәр итте. «Госстарт» тип исемләнгән йыйын икенсегә уҙғарылды, быйыл унда тотош республиканан 250 белгес ҡатнашты. Төбәктә йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә. Кадрҙар менән эште нығытыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Йәш чиновниктар алдында ҡуйылған бурыстар тураһында киләһе материалда.

«Ағиҙел» хоккейсыһы Елизавета Дубей ҡатын-ҡыҙҙар лигаһында тәүге лакросс-гол индерҙе Өфөнөң «Ағиҙел» клубынан Елизавета Дубей ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһы тарихында лакросс-гол индергән беренсе уйынсы булды. Даими чемпионаттың сираттағы турында Башҡортостан командаһы Мәскәү өлкәһенең «Торнадо» клубы менән өсөнсө тапҡыр осрашты.

Башҡортостанда пилотһыҙ ғәскәрҙәргә яугирҙар йыйыла Пилотһыҙ осоу аппараттары менән идара итеүселәр хәрби подразделениеларҙың яңы төрө. Уға яугирҙар былтыр октябрҙән алып туплана. Теләге булғандар өсөн «Черемушки» шифаханаһы базаһында асылған пунктта уҡытыу ойошторола. Контракт бер йылға төҙөлә, ошо срок үткәндән һуң хәрби хеҙмәтте туҡтатырға мөмкин.

Әбйәлил районы Йәнгел урта мәктәбендә Хәрби Дан кабинеты асылды Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Юлай Рәхимов башланғысы менән ойошторолдо. «Әр-Рәхим» ҡушматлы яугир 2023 йылда үҙ теләге менән Ватан һағына баҫа. Бер йылға яҡын ут эсендә йөрөп ҡайтҡандан һуң тыуған мәктәбендә илһөйәрлек үҙәге асыу теләге уяна. Директор менән кәңәшләшкәндән һуң элекке башланғыс хәрби әҙерлек класы төҙөкләндерелә, мебель һатып алына. Бында Бөйөк Ватан һуғышы, Афған, Төньяҡ Кавказ һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн айырым мөйөш булдырыла.

Башҡортостанда күсемһеҙ милек менән операцияларҙы сикләү ғаризалары 2,5 тапҡырға артты Республикала милексенең шәхси ҡатнашлығынан тыш күсемһеҙ милек килешеүҙәрен тыйыу осраҡтары ике ярым тапҡырға артҡан. Росреестр мәғлүмәттәренә ярашлы, 91 мең кеше ошо турала белгертеп ғариза яҙған. Бындай сикләүҙәр закон нигеҙендә ҡаралған һәм мутлашыусыларҙан һаҡланыу сараһы булараҡ ҡулланыла. Ғариза яҙыу менән күсемһеҙ милектең дәүләт реестрында тейешле билдәләр ҡуйыла.

Алдағы төндә Башҡортостанда йәнә һыуыҡтар көтөлә Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, һауа температураһы 23-28 градусҡа етә, ә аяҙайтҡанда урыны менән 30, хатта 35 градусҡа тиклем түбәнәйә. Синоптиктар һыуыҡтарҙы республиканың материкка күскән арктик антициклонына бәйләй. Белгестәр фекеренсә, уртаса тәүлек температураһы климат нормаһынан 9-12 градусҡа түбәнерәк буласаҡ. Бөгөн дә республикала сатлама һыуыҡтар күҙәтелә.

Радий Хәбиров Яңауыл ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңауыл ҡалаһында махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың ғаиләләре менән осрашты. Төбәк етәксеһе ата-әсәләрҙең ҡайғыһын уртаҡлашып, тоғро Ватан һаҡсылары тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Яугирҙар хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн һәләк булғандан һуң Шайморатов ордены менән бүләкләнде. Республика башлығы наградаларҙы батырҙарҙың яҡындарына тапшырҙы.

Радий Хәбиров Яңауылда асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Яңауылда асылған балалар поликлиникаһы эшмәкәрлеге менән танышты. Ғинуарҙан ике ҡатлы учреждениела педиатрҙар ҡабул итә, диагностика кабинеттары эшләй. Яңауылға эш барышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров урындағы балалар сәнғәт мәктәбе эшмәкәрлеге менән танышты. Капиталь ремонт үткәрелгән бинала малай-ҡыҙҙҙарға йыр -бейеү, ижади һөнәрҙәр үҙләштереү өсөн шарттар тыуҙырылған.

Өфөлә Ғәли Соҡоройҙың тыуыуына 200 йыл тулыу айҡанлы хәтер сараһы үтте Күренекле шағир, мәғрифәтсе һәм дин әһеле иҫтәлегенә. Өфөлә Ғәли Соҡорой-Мөхәмәтғәли Ғәбделсәлих улы Кейековтың тыуыуына 200 тулыуға арналған хәтер сараһы үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан уҙғарылған осрашыуҙа ғалимдар, тарихсылар, филологтар, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнашып, шәхестең тормош юлы, ижады, ҡулъяҙмалары тураһында фекер алышты.

Саҡмағош районы үҙәгендә «Арт.Кәсептәр» тип исемләнгән яңы оҫтахана асылды Ижади проект муниципалитет ярҙамында тормошҡа ашырыла. Урындағы хакимиәт етәкселеге ҡул эштәре оҫталары Нәфисә Ғилметдинова менән Ләйсән Низаметдинованың башланғысын хуплап, бина мәсьәләһен хәл иткән. Үҙәктә кейеҙ баҫыу, сигеү, тегеү, ағас семәрләү кеүек шөғөлдәрҙе үҙләштерергә мөмкин, күп төрлө оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмә, йәрминкәләр уҙғарыу ҡаралған.

Башҡортостан быуаларының береһендә үрсетелгән балыҡ партияһында антибиотиктар булыуы асыҡланған Башҡортостан быуаларының береһендә үрсетелгән балыҡ партияһында антибиотиктар булыуы асыҡланған. Улар Россельхознадзор хеҙмәткәрҙәре тарафынан планлы тикшереүҙәрҙең береһендә асыҡлаған. Лаборатор тикшеренеүҙәр ҙә антибиотиктарҙың норманан күпкә юғарыраҡ булыуын асыҡлаған.

Шаран районының тағы ла ике ауылы урындағы башланғыстар программаһында ҡатнашырға ҡарар итте Ошо уңайҙан Дмитриева Поляна менән Тархан ауылдарының «Еңеү төйөнө» ирекмәндәр клубы ағзалары махсус хәрби операция биләмәһенә маскировка селтәрҙәре үреү, йылы билбау, мендәрҙәр һәм башҡа кәрәк-яраҡтар әҙерләү ойошторҙо. Һәр эште берҙәм башҡарырға өйрәнгән биләмә халҡы урындағы башланғыстар программаһы ярҙамында быйыл Тархан ауылындағы Йылға урамына ҡырсынташ түшәргә ниәтләй.

Башҡортостан тәжрибәһе коррупцияға ҡаршы көрәштә уңышлы миҫал тип танылды Рәсәйҙә коррупцияға ҡаршы көрәш милли маҡсатҡа тиң, ә махсус хәрби операция осоронда уның әһәмиәте тағы ла арта. «Сәйәси мәғлүмәт үҙәге» генераль директоры Алексей Мухин докладында билдәләүенсә, хоҡуҡ һаҡсылары һәм урындағы власть органдары берҙәм йүнәлештә эшләгәндә юғары һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкин.

Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто Башҡортостандың мәҙәни үҙәгенә әйләнеүе ихтимал Өфөләге Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йорто Башҡортостандың мәҙәни үҙәгенә әйләнеүе ихтимал. Республика башлығы Радий Хәбиров учреждение эшмәкәрлеге менән танышып, үҙәкте яңыртыу мөһимлеген белдерҙе. 1970 йылда төҙөлгән бинала ҙур һәм бәләкәй тамаша залдары, фотогалерея, тауыш яҙҙырыу студияһы һәм китапхана урынлашҡан.

Александр Бабаков Радий Хәбировтың эшен юғары баһаланы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт думаһы рәйесе урынбаҫары, «Ғәҙел Рәсәй» партияһының беренсе урынбаҫары, өҫтәл теннисы федерацияһы президенты Александр Бабаков менән осрашты. Көн тәртибендә яҡтар Башҡортостан менән Рәсәй парламенты хеҙмәттәшлеге, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше һәм спорт йүнәлешендә уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле һорауҙарға туҡталды.