ar
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

الذهاب إلى القناة على Telegram
617
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
لا توجد بيانات7 أيام
-230 أيام
أرشيف المشاركات
📌 «Вордли Башҡортса» мобиль уйынының тест версияһы әҙер!», - тип хәбәр итә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы. Был би
📌 «Вордли Башҡортса» мобиль уйынының тест версияһы әҙер!»,
- тип хәбәр итә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү ойошмаһы. Был билдәле Wordle һүҙ уйындарының башҡортса версияһы. Проект «Хазина» автоном коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы тарафынан БР Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Маҡсаты — башҡорт телен өйрәнеүҙе заманса, мауыҡтырғыс, һәр кем өсөн уңайлы итеү! ❓ «Вордли Башҡортса» нимә ул?Был һүҙҙәрҙе өйрәнә торған мауыҡтырғыс уйын.
5 хәрефтән торған башҡортса һүҙҙе табыу өсөн 6 мөмкинлек бирелә.
Ҡағиҙәләр бик ябай: 🟢 Йәшел төҫ — хәреф дөрөҫ табылған һәм үҙ урынында тора. 🟡 Һары төҫ — хәреф һүҙҙә бар, ләкин икенсе урында. ⚪ Һоро төҫ — ундай хәреф йәшерен һүҙҙә юҡ.
"Тәүге тест үтеүселәр араһында булығыҙ! Уйын әле тест режимында эшләй, шуға күрә һеҙҙең фекер беҙгә бик мөһим. Интерфейс уңайлымы? Һүҙҙәр аңлашыламы? Уйнауы ҡыҙыҡмы?"
- ти уйынды эшләүселәр. 📍 Һеҙ хәҙер үк һылтанма буйынса инеп, үҙегеҙҙе һынап ҡарай алаһығыҙ: Ru Store: www.rustore.ru/catalog/ap... Andriod: play.google.com/store/apps... IOS: apps.apple.com/us/app/вор...

❓ Башҡортостан данын танытыусы башҡорт бал ҡорто һәм умартасылыҡ тураһында күберәк белергә теләйһегеҙме? ✅ Ҡортсолоҡҡа арнаға
Башҡортостан данын танытыусы башҡорт бал ҡорто һәм умартасылыҡ тураһында күберәк белергә теләйһегеҙме? Ҡортсолоҡҡа арнаған сараға барығыҙ.
БР Милли музейында "Башҡортостан умартасылығы: фән һәм йолалар" тип аталған сара үтә.
Ул 20 май - Бөтә донъя бал ҡорттары көнөнә арналған. Бында һеҙгә башҡорт балының серҙәре һәм ҡортсолоҡҡа бәйле йолалар хаҡында һөйләйәсәктәр. Саҡырылған ҡунаҡ - Марат Ғиниәтуллин, ауыл хужалығы докторы, профессор. Уның тикшеренеүҙәре Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә билдәле. 📍 Ҡайҙа: БР Милли музейы (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14), 215-се бүлмә. 🕛 Ҡасан: 20 май, сәғәт 12:00 🎫 Инеү: музей билеттары буйынса.

📌 "Рәсәй-Мәҙәниәт" телеканалы унлар ырыуы башҡорттары тураһында фильм төшөргән. Мәскәүҙең "Рәсәй-Мәҙәниәт" телеканалы "Кешеләр ере" ("Земля людей") документаль фильмдары циклы өсөн Башҡортостандың Ҡариҙел районында булған.
🔥 Бында улар "унлар" тип аталған башҡорт ырыуы вәкилдәренең көнкүрешен төшөргән.
🔹 Проект унлар ырыуы башҡорттарының икенсе йыйыны барышында ҡабул ителгән резолюция сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты - унлар башҡорттарының этномәҙәни байлығын мәңгеләштереү. Тәүге көндә Ҡариҙел, Иҫке Аҡбүләк һәм Яҡуп ауылы халҡы менән осрашҡандар. Шулай уҡ Ҡараяр, Кеҙесе, Абдулла һәм Хәлил ауылдпрында булғандар. Һуңғыһында "Ҡарға бутҡаһы" үткәргәндәр, тип хәбәр итә "Ҡариҙел" гәзите. 📍 Әйткәндәй, унлар ырыуы башҡорттары генетик тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә R1a-M198 гаплотөркөмөнә ҡарауы асыҡланған һәм был уларҙы "һун" тип йөрөтөлгән ҡеүәтле этник берләшмә ҡәүемдәренә "туған" итә. 💯 Унлар ырыуы башҡорттары Башҡортостандың Ҡариҙел районынан тыш, Белорет, Иглин, Салауат, Ҡыйғы, Мәсетле, Асҡын райондарында ла йәшәй.

Моңло тәнәфес ❤️ "Аҡ болоттар"ҙы думбырала З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Эвелина Әминова уйнай.

📌 Инсебикә ҡаяһының тарихын яҙғандар. Халыҡ-ара музейҙар көнө (был бөгөн - 18 май) алдынан Иҫке Собханғол ауылы эргәһендәге
+4
📌 Инсебикә ҡаяһының тарихын яҙғандар. Халыҡ-ара музейҙар көнө (был бөгөн - 18 май) алдынан Иҫке Собханғол ауылы эргәһендәге Инсебикә ҡаяһына уның тарихы яҙылған таҡтаташ ҡуйғандар. Был эште "Шүлгәнташ" музей комплексы директоры Фәүзил Маликов һәм музей хеҙмәткәрҙәре атҡарған.
💯 "Шулай уҡ уны асыуҙа Ҡыпсаҡ ауылынан тарихсы Рәил Маликов, ауылдаштарыбыҙ Сәлим Вәлиев, Фазыл Кинйәбаев, ошо таҡтаташты ҡуйҙырыуға үҙ өлөшөн индереүсе тарихсыбыҙ Гөлдәр Ҡолдобаева, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ҡатын-ҡыҙҙар советы, ағинәйҙәр әүҙем ҡатнашты",
- тип хәбәр иткән бөрйәндәр. Ер-һыуыбыҙҙың башҡортса атамаларын һәм уларҙың тарихын һаҡлау бик мөһим. Айырыуса туристар күп йөрөгән урындарҙа тейешле мәғлүмәт булдырыу - яҡшы башланғыс. 👍 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 "Салауат ере"ндә - "Музейҙар төнө" үткән. "Музейҙар төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендәге саралар "Салауат ере" тарихи-мәҙәни комплекста - Салауат районының Тәкәй ауылында үткән. "Салауатҡа дан!" сәсәндәр әйтеше ойошторолған. Видеола шунан бер күренеш. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Хәйерле көн☀️ Йәмле майға тағы ике аҙна ҡыуанаһы, яҙ миҙгеленең йәмен татып, йәйгә аяҡ баҫаһы ҡалды. Ваҡыттың үтеүе. Көндәрег
+2
Хәйерле көн☀️ Йәмле майға тағы ике аҙна ҡыуанаһы, яҙ миҙгеленең йәмен татып, йәйгә аяҡ баҫаһы ҡалды. Ваҡыттың үтеүе. Көндәрегеҙ шатлыҡ-ҡыуаныстарға, яҡшы кешеләргә һәм бәхетле минуттарға бай булһын! 📍 Ағиҙел буйҙарында. Фото: Зиннур Боҫҡонов. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Ә һеҙ нисек әйтер инегеҙ? ✅ Яҙығыҙ! Йәштәр бик ҡыҙыҡлы видео төшөргән: бер үк һөйләмде башҡорт теленең төрлө һөйләштәрендә әйтеп ҡарайҙар. Үҙегеҙҙең һөйләш үҙенсәлеген яҙығыҙ 😉 Видео: Илнара. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Самауырлы ритайымға барығыҙ!🔥 Көндәр йылыңды, үҙебеҙҙең башҡорт йыр-моңона күңел асып, таныштарҙы осратып, аралашып һәм тәмле башҡорт самауыр сәйе эсеп ҡайта торған мәл етте.
Киләһе аҙнаның шаршамбыһында, 20 майҙа, Самауырлы ритайым була.
📍 Урыны - Өфө ҡалаһы, Ағиҙел йылғаһының яр буйында. Башлана сәғәт 20:00 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 Көньяҡ Урал һуҡмағында 200 километрлыҡ "Урал аръяғы" тигән яңы участка барлыҡҡа килгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһ
+3
📌 Көньяҡ Урал һуҡмағында 200 километрлыҡ "Урал аръяғы" тигән яңы участка барлыҡҡа килгән. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров хәбәр иткән.
💯 "Хәтерегеҙгә төшөрәм, яңы маршрутта беренсе билдәне беҙ былтыр Сибайҙа үткән "Урал аръяғы" инвестицион һабантуйында "һуҡмаҡ"ҡа нигеҙ һалыусы, билдәле блогер Рәис Ғәбитов менән бергә эшләнек. Һуҡмаҡ был яҡтарҙың төп иҫтәлекле урындары буйлап үтә - Ғәҙелша шарлауығы, Талҡаҫ күле, Ирәндек һәм Ҡырҡтытау һырттары, Асҡар ауылы. Һәм Яҡтыкүл буйында тамамлана. Көньяҡ Урал һуҡмағының башҡа участкалары кеүек үк, яңы маршрутты ирекмәндәр һалды - Өфө, Силәбе, Магнитогорск, Яр Саллы кешеләре, Сибайҙан туристик берләшмәһе, Баймаҡ һәм Әбйәлил фермерҙары. Был эш өсөн уларға рәхмәтемде белдерәм. Республикабыҙҙың урындары ысынлап та үҙенсәлекле. Беҙҙә шундай проекттар булыуы бик яҡшы. Башҡортостанға рәхим итегеҙ!"
- тип яҙған сәхифәһендә Радий Хәбиров. Сәйәхәтте үҙебеҙҙең Башҡортостандан башлағыҙ, тәбиғәтебеҙҙең хозурлығын тойоғоҙ 🔥

📌 "Дала сазы" концерты үткән.
Кисә Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейының "Турахан" визит-үҙәгендә "Дала сазы" тип аталған йәйге концерттар миҙгеле асылған.
Ҡурай, думбыра һәм һуҡма уйын ҡоралдарында оҫта уйнаған йәш музыканттар сығыш яһаған. Тамашасылар бик ихлас тыңлаған һәм бейеү көйҙәренә ҡушылып сәхнә тултырып тыпырлатып та алған, тип хәбәр итә музей хеҙмәткәрҙәре. Видео: Арыҫлан Оморҙаҡов. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

🌿 Ял итеп буламы, әллә яҙғы мәшәҡәттәр күпме?
Тәбиғәткә ҡолаҡ һалығыҙ 😉
Хәйерле йәкшәмбе иртәһе менән 🥰 📍 Стәрлебаш. Видео: Илүзә.

🔥 Төркөмдәштәр һаны бында кәмей, ә беҙ күптән генә кем ҡайҙан, ҡайһы ырыуҙан икәнде һорашҡаныбыҙ юҡ икән. Кемдәр иң ныҡ тора, һаман беҙҙең ошондағы каналға тоғро?
Әйҙәгеҙ әле, ырыуығыҙҙы яҙығыҙ! ⬇️
Видео: Регина. Ошонда күсеп, беҙҙең менән бергә ҡала алаһығыҙ.

🔥 Башҡорт халыҡ туй йолаһының хәҙерге көндә үтәлмәгән бик үҙенсәлекле бер өлөшө - сеңләү. 💯 Был йоланы кейәүгә сыҡҡан ҡыҙ үтәгән. Ул ата йортонан оҙатылғанда ата-әсәһенә, туғандарына үпкәһен, зарын белдереп йырлаған хушлашыу йыры башҡарған.
Боронғо заманда сеңләүҙе ырыуға бағышлап мотлаҡ көйҙәргә тейеш булғандар, сөнки ҡыҙ икенсе ырыуға киткән.
Аҙағыраҡ ата-әсәгә төбәп йырлау ҙа ингән. Сеңләүҙәр бик күп төрлө. Улар араһында ҡыҙҙың тыуған ере, йорто, йәшлеге менән хушлашыуы, малға һатылыуы, үпкә белдереүе һүрәтләнгәне лә бар. 📍 Розалия Ҡыҙрасова төшөргән видеола М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Мөхәмәтша Буранғолов пьесаһы буйынса барған "Башҡорт туйы" спектакленән күренеш. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Ауыл егеттәре 🔥 Шундай егәрле, эш рәтен белгән, аҡыллы балаҡайҙар.
"Татлы" тиеүҙәре генә ни тора🥰
Видеоны "Йәш фермер" Нурсолтан Хөсәйенов төшөргән. Үҙе лә, дуҫы ла - бынамын тигән егеттәр. Бына шундай быуын башҡорттары үҫеп килә👍 Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 "Музейҙар төнө"ндә мамонттың һуҡҡы тештәрен барып күрегеҙ! 🔥 Дуҫтар, онотмағанһығыҙҙыр, бөгөн - 16 май "Музейҙар төнө" ак
📌 "Музейҙар төнө"ндә мамонттың һуҡҡы тештәрен барып күрегеҙ! 🔥 Дуҫтар, онотмағанһығыҙҙыр, бөгөн - 16 май "Музейҙар төнө" акцияһы үтә. Алдан Өфөләге төрлө музейҙар әҙерләгән саралар тураһында яҙғайныҡ инде. 🔥 Ә бына Бөрйән районындағы "Шүлгәнташ" музейында бөгөн мамонттың һуҡҡы тештәре күргәҙмәһе асыла. 🔹 Был Якутиялағы мәңге туңлыҡта табылған һуҡҡы тештәр ғәләмәт ҙур - уң яҡ тештең оҙонлоғо 3,87 метр, һулаҡайы 3,69 метр. Дөйөм ауырлығы 160 килограмдан ашыу. 🔹 Ҡомартҡы "Мәҙәни үҙәк - Импульс музейы" учреждение тарафынан төҙөләсәк тәбиғәт фәндәре үҙәге өсөн һатып алынған. 🔹 Төҙөлөш осоронда ваҡытлыса Башҡортостанда күргәҙмәлә торасаҡтар - 2028 йылға тиклем.
📍 Күргәҙмә 16 майҙа сәғәт киске 5-тә асыла.
"Музейҙар төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә бөтәһенә лә БУШЛАЙ экскурсия ойоштороласаҡ. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

🌿 Хеҙмәт яратҡан һәм бәләкәй генә орлоҡтан оло ағас (ул ғына ла түгел) үҫтерерлек оҫталыҡҡа эйә барлыҡ тырыштарҙы ҡотлайбыҙ!
🌿 Хеҙмәт яратҡан һәм бәләкәй генә орлоҡтан оло ағас (ул ғына ла түгел) үҫтерерлек оҫталыҡҡа эйә барлыҡ тырыштарҙы ҡотлайбыҙ!
💯 Башҡортостан Республикаһы баҡсасылары көнөн билдәләү тураһында указға былтыр республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡул ҡуйғайны.
Ул йыл һайын майҙың өсөнсө шәмбеһендә билдәләнә. 🌿 Әйткәндәй, республикала 1,5 мең баҡса ширҡәте бар. Йыл һайын «SMART-садовод» форумы үтә, унда Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров баҡсасылар менән ихлас һөйләшә һәм ярҙам саралары, хәл итәһе эштәрҙә кәңәшмә үткәрә. Байрам менән ҡотлайбыҙ һәм ныҡлы һаулыҡ, ҡәҙерләп үҫтергән баҡсағыҙҙан мул уңыш алып ҡыуанырға насип булһын, тип теләйбеҙ 🥰

📌 Блогерҙар ҙа Салауат Юлаев һәйкәлен барып ҡараған. Был көндәрҙә Салауат Юлаев һәйкәленә реставрация барған цехта Башҡортостан блогерҙары булып ҡайтҡан. Йәштәр үҙҙәренең сәхифәһендә был хаҡта һөйләй һәм күрһәтә башлағас, кемдәрҙер уларҙы "һатылыуҙа" ғәйепләне. Әммә быға тиклем "һәйкәлде нишләп халыҡҡа күрһәтмәйҙәр" тип тә шул уҡ кешеләр ғәйеп ташлай ине бит. 🔹 Ни булһа ла, бына йәштәр үҙҙәре белеп-күреп ҡайтҡан. Бөгөн батырыбыҙ һәйкәленә етди ярҙам кәрәк - уның суйын һыны ныҡ ҡаҡшаған, бронзанан "терелтеү" ихтималлығы килеп тыуҙы. Был автор Сосланбәк Тавасиевтың ниәтен бойомға ашырыу, уның рухын ҡыуандырыу булыр ҙа кеүек, сөнки ул башта уҡ бронзанан эшләргә уйлаған.
💯 Ниндәй осраҡта ла Салауат Юлаев һәйкәле үҙенең федераль кимәлдә һаҡлаулы статусын юғалтмайынса 2027 йылдың көҙөнә үҙ урынына ҡайтасаҡ. Был - факт.
Видео: Амелия Йәшелбаева. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 "Ҡанатлы ат" - башҡорт атының фототарихын яҙ! Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейы башҡорт тоҡомло аттарға арналған яңы проект
📌 "Ҡанатлы ат" - башҡорт атының фототарихын яҙ! Күсмә халыҡтарҙың Евразия музейы башҡорт тоҡомло аттарға арналған яңы проект иғлан иткән - унда фото төшөрөргә яратыусы профессионалдар һәм һәүәҫкәрҙәр ҡатнаша ала. 🔥 Йылҡы өйөрө, ҡолонсаҡтар, һирәк осрай торған масть, ат һәм кеше, риүәйәттәрҙәге образдар - иң шәп эштәр буласаҡ күргәҙмәнең һанлы каталогына инәсәк, ә ҡайһы берҙәре - баҫмаға һәм фотокүргәҙмәгә. 📍 Эштәрҙе 2026 йылдың 8 июненә тиклем тапшырырға мөмкин. Положениеһын иғландағы QR-код буйынса ҡарағыҙ. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

"Бәхет - ваҡ-төйәктәрҙән тора",
тиҙәрме әле? Көндәлек мәшәҡәттәр менән был тормоштоң матурлығын күрмәй ҙә ҡалабыҙ кеүек. Ә ул бит бына ошо видеолағы күренештәрҙә😍 Видео: Гөлниса Хәйбуллина.