ar
Feedback
Башҡорт донъяһы

Башҡорт донъяһы

الذهاب إلى القناة على Telegram
617
المشتركون
لا توجد بيانات24 ساعات
لا توجد بيانات7 أيام
-230 أيام
أرشيف المشاركات
"Бәхет - ваҡ-төйәктәрҙән тора",
тиҙәрме әле? Көндәлек мәшәҡәттәр менән был тормоштоң матурлығын күрмәй ҙә ҡалабыҙ кеүек. Ә ул бит бына ошо видеолағы күренештәрҙә😍 Видео: Гөлниса Хәйбуллина.

📌 16 майҙа Өфө ҡалаһының Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайы һәм район хакимиәте “Көрәш һарайы” майҙанында “Бәйге” исемле э
📌 16 майҙа Өфө ҡалаһының Октябрь районы башҡорттары ҡоролтайы һәм район хакимиәте “Көрәш һарайы” майҙанында “Бәйге” исемле этноспорт фестивале ойоштора. ❓ Нимә була? ✅ Милли көрәш, уҡ атыу, халыҡ һәм төрлө спорт уйындары; ✅ оҫталыҡ дәрестәре; ✅ башҡорт милли аштары һәм кәсептәре буйынса төрлө күргәҙмәләр, һатыу нөктәләре эшләйәсәк. 📍 Башлана: 16 май 12:00 сәғәттә. Адресы: Муса Гәрәев урамы, 5. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Йөрәктәрҙе елкендереп яҙ килде 🥰 "Өй ҙә эш" тип кенә йөрөмәйбеҙ, республикабыҙ буйлап ҡыҫҡа сәйәхәттәр ойоштороғоҙ 😉 📍 Торатау, Ишембай районы. Видео: ilyuza.travel Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

ҒАИЛӘМ Мине бында яраталар, Мине бында көтәләр, Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм, Борсолошоп бөтәләр. Беҙ бөтәбеҙ бергә - "беҙ", Шуға к
ҒАИЛӘМ Мине бында яраталар, Мине бында көтәләр, Оҙаҡ-оҙаҡ уйнап китһәм, Борсолошоп бөтәләр. Беҙ бөтәбеҙ бергә - "беҙ", Шуға күрә бергәбеҙ. Шатлыҡ, бәхет менән үҫеп, Бергә-бергә берегәбеҙ. Ғаиләнең усағы - Атам-әсәм ҡосағы! Рәсимә УРАҠСИНА.
🌼 Халыҡ-ара ғаилә көнө менән!
Именлек, татыулыҡ һәм ҡот теләйбеҙ. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Йыһанға иң яҡын булған яҡташыбыҙ✨ Видео: төркөмдәшебеҙҙән.

📌 "БашСтьюдентс" башҡорт йәштәре хәрәкәте" проекты ТОП-20 иҫәбенә ингән. "Торатау" конгресс-холында Коммерция булмаған ойошм
+1
📌 "БашСтьюдентс" башҡорт йәштәре хәрәкәте" проекты ТОП-20 иҫәбенә ингән.
"Торатау" конгресс-холында Коммерция булмаған ойошмалар көнө сиктәрендә Башҡортостандың иң яҡшы башланғыстары билдәләнгән.
Шулар араһында - грант проекттарын бойомға ашырыу һөҙөмтәләренә ситтән бирелгән баһа буйынса "БашСтьюдентс" башҡорт йәштәре хәрәкәте" проекты ТОП-20 иҫәбенә ингән. Награданы коммерция булмаған ойошма етәксеһе Эльдар Рәимов алған һәм проекттың етәксеһе Альбина Сәрүәретдиноваға тапшырған.
💯 "Беҙҙең команда өсөн был ябай награда түгел, ә йәштәрҙең башланғыстары ысынлап та мөһим һәм кәрәк булыуҙың билдәһе. Проект гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү, тыуған республиканан ситтә йәшәгән йәштәрҙе күтәрмәләү, мәҙәни берҙәйлекте нығытыу һәм көслө студенттар берләшмәһен булдырыу маҡсатында бойомға ашырыла. Проект барлыҡҡа килгәндән алып 25 сара үткәрергә, 330-ҙән ашыу ҡатнашыусыны тупларға, 69 ойоштороусы һәм ирекмәнде йәлеп итергә өлгөрҙөк. Был еңеү - күмәк эштең һөҙөмтәһе. Башҡортостан Республикаһы Башлығының Гранттар фондына рәхмәт",
- тип ҡыуаныстары менән бүлешә йәштәр. Әүҙем, аңлы, аҡыллы һәм һәләтле Башҡортостан йәштәренә артабан да уңыштар теләйбеҙ! 👏

Шайморатов генералдың гимнастеркаһында ниндәй эҙҙәр? 112-се Башҡорт атлы дивизияһы командиры һәм яугирҙары тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр - "Тарих навиготоры" тапшырыуында: https://vkvideo.ru/video-237651984_456239026?list=f52858df5508b9e4e5

📌 "Кәкүк сәйе"нә килегеҙ! 30 майҙа Нуриман районының Павловка ауылының шундай уҡ атамалы паркында "Кәкүк сәйе - 2026" VII Ре
📌 "Кәкүк сәйе"нә килегеҙ!
30 майҙа Нуриман районының Павловка ауылының шундай уҡ атамалы паркында "Кәкүк сәйе - 2026" VII Республика этно-фестивале үтә.
💯 Проект башҡорт халҡының милли-мәҙәни үҙенсәлеген, йолаларын, халыҡ байрамдарын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән. Фестивалгә төрлө йүнәлештәге фольклор коллективтары һәм айырым башҡарыусылар саҡырыла. Бер юлы бер нисә номинацияла ҡатнашырға мөмкин: "Иң яҡшы сәй йолаһы", "Кәкүктең иң яҡшы йола костюмы", "Иң яҡшы фольклор коллективы". Ҡунаҡтар оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша, башҡорт сәйе менән һыйлана ала, ҡул эштәрен һәм биҙәүестәр һатып алырға мөмкин. Төрлө милли уйындар һәм бүләктәр ҙә ҡаралған. 📍 Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 26 майға тиклем mku.ok@mail.ru электрон почтаһына мотлаҡ «Кәкүк сәйе-2026» тип яҙып, ғариза ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон: 8(34776) 2-25-19 и 2-21-49.

📌Учалынан МХО ветераны, "Башҡортостан геройҙары" проектының финалсыһы Азамат Мөхәмәтов "Һөнәре буйынса иң яҡшы" Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша.
Яҡташыбыҙ "Һөнәре буйынса иң яҡшы" Бөтә Рәсәй конкурсының "Икенсе старт" номинацияһында үҙ көсөн һынай.
Был номинация яңынан эш башларға, элекке һөнәренә ҡайтырға йәки яңыһын үҙләштерергә ынтылған махсус хәрби операция яугирҙары һәм ветерандары өсөн булдырылған. Учалынан Азамат Мөхәмәтов ошо конкурстың төбәк этабында ҡатнаша. Уның тураһында тулыраҡ "Учалы ТВ" сығарылышында ҡарағыҙ: https://vkvideo.ru/video-106925062_456253025?list=5eaf74f6185f8f91bb

Ошолай урамда килеп һораһалар, яуап бирә алыр инегеҙме? Әлбиттә, бик ҡатмарлы һүҙҙәр һорамайҙар, шулай ҙа йәштәрҙең яуап бирә алыуы ҡыуандыра. 📍 Әйҙәгеҙ, комментарийҙа ҡатмарлыраҡ һүҙҙәрҙе белеп, яҙып ҡарағыҙ: 🔹 Стена -? 🔹 Промышленность -? 🔹 Величественный -? Видео: интернеттан. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Хәйерле көн 🌼 ❓Был ниндәй нурлы һүрәттәр тиһегеҙме? ✅ "Урал батыр" триптихы. Уның авторы Зөфәр ҒАЯНОВТЫҢ тыуыуына бөгөн 85 й
+2
Хәйерле көн 🌼 Был ниндәй нурлы һүрәттәр тиһегеҙме? "Урал батыр" триптихы.
Уның авторы Зөфәр ҒАЯНОВТЫҢ тыуыуына бөгөн 85 йыл.
Башҡортостандың халыҡ рәссамы Зөфәр Ғаян улы 1926 йылдың 14 майында Балтас районы Һәйтәк ауылында тыуған. Был - башҡорт ауылы. Зөфәр Ғаянов - китаптарҙы биҙәүсе оҫта ла. Ул Степан Злобиндың "Салауат Юлаев" китабына, башҡорт эпосы баҫмаһына һүрәттәр эшләгән. Шулай уҡ башҡа ижад емештәре лә бик киң билдәле. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 "Һаумы, һаумы, әкиәт!" ҡала конкурсы еңеүселәре тәбрикләнгән. 12 майҙа Өфөлә башҡорт телендә йәш әкиәт һөйләүселәрҙең ҡала конкурсына йомғаҡ яһалған. Был матур сара 2010 йылдан алып ойошторола. ⚡ 2026 йылғы конкурс еңеүселәре 5 номинацияла билдәләнгән. 🏆 Балалар баҡсалары араһында төрлө номинацияларҙа Гран-при яулаусылар: 🔹 Нурсолтан Фазылов - 24-се балалар баҡсаһынан "Яңғыҙ башҡарыусылар" номинацияһында; 🔹 Хәсәновтар ғаиләһе - 308-се балалар баҡсаһынан "Ғаилә менән сәхнәләштереү" номинацияһында; 🔹 "Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһының фольклор коллективы - "Әкиәтте фольклор коллективы менән сәхнәләштереү" номинацияһында; 🔹 Илйәнә Билалова - 308-се балалар баҡсаһынан "Өфөнөң йәш әкиәтсеһе" номинацияһында; 🔹 Алмаз Хәлилов - "Аҡбуҙат" 75-се Башҡорт балалар баҡсаһынан "Яһалма зиһен күҙлегенән әкиәт донъяһы: киләсәк буктрейлеры" номинацияһында. 🏆 Башланғыс класс уҡыусылары араһында төрлө номинацияларҙа Гран-при яулаусылар: 🔹 Тимур Ишмуллин - В. Томаров исемендәге 147-се мәктәп уҡыусыһы "Яңғыҙ башҡарыусылар" номинацияһында; 🔹 Әйүповтар ғаиләһе - М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейынан "Ғаилә менән сәхнәләштереү" номинацияһында; 🔹 161-се лицей - "Әкиәтте фольклор коллективы менән сәхнәләштереү" номинацияһында; 🔹 Айгөл Әбйәлилова - 48-се Башҡорт лицейынан "Өфөнөң йәш әкиәтсеһе" номинацияһында; 🔹 Алтынай Хәлилова - Өфөнөң Ф. Мостафина исемендәге Башҡорт гимназияһы уҡыусыһы "Яһалма зиһен күҙлегенән әкиәт донъяһы: киләсәк буктрейлеры" номинацияһында.
Башҡорт телендә аралашҡан һәм тасуири итеп әкиәт тә һөйләй белгән балаларыбыҙға, уларҙың ата-әсәләренә һәм, әлбиттә, педагогтарына рәхмәт еткерәбеҙ.
🔥 Видеола: башланғыс класс уҡыусылары араһында Гран-при яулаған Тимур Ишмуллиндың сығышы. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

🔥 ЙӘЛДӘК ЫРЫУЫ БАШҠОРТТАРЫ Ғалим-этнограф Р.Ғ. Кузеев йәлдәк ырыуының килеп сығышы тураһында мәғлүмәт әҙ булыуы тураһында яҙ
🔥 ЙӘЛДӘК ЫРЫУЫ БАШҠОРТТАРЫ Ғалим-этнограф Р.Ғ. Кузеев йәлдәк ырыуының килеп сығышы тураһында мәғлүмәт әҙ булыуы тураһында яҙған. Йәлдәк ырыуы башҡорттарының ата-бабалары, Урта Азия далаларынан Көньяҡ Уралға табан ҡыҫырыҡлап сығарылған ҡыпсаҡтарҙың бер төркөмөнә ҡушылып, Ағиҙел йылғаһының һул яры буйындағы ерҙәрҙе биләй, тип иҫәпләй тарихсы. ⚡ Йәлдәк ырыуы тамғалары II, Y, X ҡыпсаҡ ырыуҙарыныҡына оҡшаш. Тарихсы Салауат Хәмиҙуллин "йәлдәк" - антропоним, йәғни кеше исеменән килеп сыҡҡан, ти. Был ырыуҙың шәжәрәһендә бар - Йәлдәк тархан төп бабалары, тиелә. 15-16 быуаттарҙа йәлдәк башҡорттары Ҡазан ханлығында хәрби хеҙмәттә була, ул заманда улар Ыҡ йылғаһы буйындағы Ҡыпсаҡ олоҫона бирелгән ерҙәрҙә йәшәй. Ҡазан ханлығын Иван Грозный яулап алғас, Йәлдәк тархан вариҫтары Ағиҙелдең ике яры буйлап, көнсығышта - Ҡариҙел, төньяҡта - Танып, көнбайышта Баҙа йылғаһына тиклемге ерҙәрҙе биләп, оло Йәлдәк олоҫон барлыҡҡа килтерә. 📍 Йәлдәк ырыуы башҡорттары нигеҙ һалған ауылдар хәҙерге Башҡортостандың Борай, Дүртөйлө, Илеш, Ҡариҙел, Нуриман һәм Саҡмағош райондарына ҡарай.
💯 XV-XVI быуаттарҙан алып XX быуаттың 20-се йылдарына тиклем улар үҙҙәрен башҡорт халҡының айырылғыһыҙ бер өлөшө тип һанай.
✅ 1897 йылғы Бөтөн Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа башҡа төньяҡ-көнбайыш башҡорттары кеүек үк, үҙҙәренең һөйләш телен туған башҡорт теле тип яҙҙыра. Әммә артабан һөйләш телдәренең рәсми башҡорт әҙәби теленә тап килмәүе арҡаһында татар әҙәби телендә уҡыйҙар һәм милли берҙәйлектәре үҙгәреш кисерә. ⚡ Билдәле йәлдәк ырыуы башҡорттары: 🔹 Муса Гәрәев - ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, 🔹 Ҡасим Әхмәров - филология фәндәре докторы, профессор, 🔹 Мәғариф Ғатауллин - медицина фәндәре докторы, профессор, 🔹 Эльза Хөснөтдинова - билдәле генетик, биология фәндәре докторы, 🔹 Хәсән Азметов - техник фәндәр докторы, РФ-ның һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы, 🔹 Мәлих Харис - шағир һ.б.
❓ Йәлдәк башҡорттары бармы арабыҙҙа?
Һүрәт: яһалма зиһен. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

🐾 Һеләүһен осратҡандар
Ейәнсура районы Иҙелбәк ауылына яҡын тау итәгендә һеләүһен осратҡандар һәм видеоға төшөрөп алғандар. Хайуан үҙ юлы менән китеп бара.
📍 Ғөмүмән алғанда, һеләүһен бик йәшертен хайуан - ул кеше күҙенә күренеп бармай. Шуға ҡырҙа ҡайҙалыр китеп барыуын күргәндә, уға яҡын барырға, артынан ҡыуырға кәрәкмәй. Үҙе агрессия белдермәгән йыртҡысҡа теймәгеҙ. ✅ Һеләүһендәр тураһында бер нисә ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: 🔹 Һеләүһен 4 метрға тиклем алыҫҡа һикерә һәм 65 км/сәғ тиҙлек менән саба ала. 🔹 Кеше аяҡтарының тауышын бер километр алыҫлыҡтан ишетә, ҡорбандарын да бер километрҙан күрә. Аңланығыҙ инде 😉🤭 🔹 Һеләүһен төлкөнө яратмай һәм үҙенең биләмәһендә уға һунар итергә бирмәй. Төлкөнө тотһа ла ашамай. 🔹 Һеләүһендәрҙең яратҡан аҙығы - ҡуяндар. Шулай уҡ ҡор, ваҡ кимереүселәрҙе ашайҙар. Ә бына ҡоралай кеүек ҙур булмаған йәнлектәргә бик һирәк һунар итәләр, йорт хайуандарына ла тейеп бармайҙар, әммә эт йә бесәйҙе ауларға мөмкиндәр. 🔹 Һеләүһен Австралиянан башҡа бөтә илдәрҙә лә бар.

📌 Май айына һынамыштар: 🔹 Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр 🔹 Май халҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр 🔹
📌 Май айына һынамыштар: 🔹 Майҙа ямғыр күп булһа, арыш уңыр 🔹 Май халҡын булһа, игенгә туҡлыҡ булыр, себенгә юҡлыҡ булыр 🔹 Ҡуҙғалаҡ күп булһа, алдағы ҡыш йылы булыр ❓ Май айына тағы ниндәй һынамыштар беләһегеҙ? Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

Был роман кемгә арналыуын беләһегеҙме?Дошман амбразураһын ҡаплап, батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкының пулемёт взводы командиры, гвардия лейтенанты, Советтар Союзы Геройы тураһында. Китаптағы төп герой 1944 йылдың 8 мартында Украина ССР-ы Херсон өлкәһе Нововоронцов районыны Дудчаны ауылы өсөн барған бәрелештә дошман дзоты амбразураһын үҙ кәүҙәһе менән ҡаплаған.
🔥 Яныбай Хамматов кем тураһында "Тыуған көн" китабын яҙған, йә әйтегеҙ!
Видео: "Китап" магазины.

Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 😘 📍 М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡланған "Башҡорт бейеүе" скульп
Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын! 😘 📍 М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында һаҡланған "Башҡорт бейеүе" скульптура композицияһы (1979). Авторы Роза Сәфәрғәлиева. Башҡорт донъяһы МАХ-та: https://max.ru/join/CkoVs9LB0Pi4JaRyWWieggl1RPJLrBO1FPArYNhtJro

📌 Иғтибар: был аҙнала "Музейҙар төнө"! 16 майҙа сәғәт киске 6-ла "Музейҙар төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы башлана. Быйыл төп тема
+4
📌 Иғтибар: был аҙнала "Музейҙар төнө"! 16 майҙа сәғәт киске 6-ла "Музейҙар төнө" Бөтә Рәсәй акцияһы башлана. Быйыл төп тема - "Туған", ул илдең төрлө төбәктәренең мәҙәни мираҫы бай һәм үҙенсәлекле булыуын, урындағы йолалар һәм ғөрөф-ғәҙәттәр бергә мәҙәни киңлек барлыҡҡа килтереүен сағылдырыуға йүнәлтелә. Башҡортостанда 100-ҙән ашыу музей ҡатнаша. Шулай уҡ Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арналған күргәҙмәләр ҙә ойоштороласаҡ. Күргәҙмәләрҙән тыш лекциялар, викториналар, оҫталыҡ дәрестәре, квест, уйындар, концерт һәм башҡа бик мауыҡтырғыс һәм күңелле саралар ҡаралған. ❓ Ҡайҙа нимә? 📍 БР Милли музейында: "Музей хазиналары. Ирәндек айыуы" күргәҙмәһе ойошторола - бында 4 килограмм да 788 грамм ауырлыҡтағы алтын киҫәген күрергә була🔥 Шулай уҡ был кистә башҡа бик ҡыҙыҡлы әүҙемлектәре әҙерләнгән. Тулыраҡ музейҙың рәсми сайтында ҡарағыҙ. ⚡ "Интеллектус" мауыҡтырғыс фәндәр йортоноң автобусы менән БР Милли музейы, М. Нестеров исемендәге художестволы Музей, Өфө ҡалаһы тарихы музейы, Геология һәм файҙалы ҡаҙылма байлыҡтар музейы, "Интеллектус" мауыҡтырғыс фәндәр йорто араһында сәйәхәт ҡылырға мөмкин.
Автобус Милли музейҙан 19:00, 20:00, 21:00 һәм 22:00 сәғәттә ҡуҙғаласаҡ.
📍 М. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художестволы музейында ХVIII – ХХ быуат башынлағы рус рәсем сәнғәте, Михаил Нестеровтың, Давид Бурлюктың картиналарын ҡарарға мөмкин. Тағы ла бик бай концерт программаһы әҙерләнгән, балаларға уйынсыҡ ҡурҡа тар яһау буйынса оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған. 📍 Шаляпин исемендәге Музыка музейында камерный концерт үтәсәк. Рус композиторҙарының классик әҫәрҙәрен Ольга Фишер һәм Татьяна Теплова башҡарасаҡ. 📍 С. Аксаковтың йорт-музейында мемориаль бүлмәләр буйлап экскурсия үтә. Бында шулай уҡ төрлө тематик күргәҙмәләр ҡуйылған. Үҙ ҡулдарың менән алһыу сәскә яһарға була! 🌷 📍 В. Альбанов исемендәге Полярниктар музейында "Ну, погоди!" йәнһүрәтен ҡарарға, "Поляр экспедициялар эҙҙәре буйлап" үтергә, "Ике капитан эҙҙәре буйлап. Г.Л. Брусилов экспедицияһына 100 йыл тулыуға арнала 1912-1914 йй" тип аталған фильмды күрергә була. Тулыраҡ: БР Мәҙәниәт министрлығы сайтында.

Әкиәт һөйләргә иртәрәк булһа ла, балалар өсөн бик файҙалы ғынаһын иғтибарығыҙға тәҡдим итәбеҙ.😉 Видео авторҙары Шәһит Хамматов һәм Батыр Ғәлимов.

📌 Ошо көндәрҙә Өфөләге Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе бинаһында "Был беҙҙең ғаиләлә" ("Это у нас семейное") фестиваль-
+6
📌 Ошо көндәрҙә Өфөләге Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе бинаһында "Был беҙҙең ғаиләлә" ("Это у нас семейное") фестиваль-конкурсының ярым финалы үтә.
Сараға Волга буйы федераль округынан 281 ғаилә һәм 1700-ҙән ашыу ҡатнашыусы йыйылған.
Бөгөн-иртәгә конкурстың төп ярыш саралары ойошторола. 📍 Фотола: "Атайсал" мәҙәни үҙәгенең "Селтәр" студияһы башҡорт мәҙәниәтенә мауыҡтырғыс "сәйәхәт" ойошторған. Фатима Хәйретдинова етәкселегендә балалар бәләкәй түш биҙәүестәре эшләп ҡараған, Венера Хажина йөндән башҡорт биҙәктәрен һуғырға өйрәткән, Гүзәл Мамина Башҡорт бейеүе нигеҙҙәренә төшөндөргән. Бына шулай бик ҡыҙыҡлы оҫталыҡ дәрестәре, сәмле ярыш үтә баш ҡалабыҙҙа. 🔥 Еңеүселәр июль айында Мәскәү ҡалаһына юлланасаҡ һәм 5 миллион һумлыҡ 60 сертификаттың береһе өсөн көс һынашасаҡ.