613
المشتركون
+124 ساعات
+17 أيام
-730 أيام
أرشيف المشاركات
ҺАЙРАН АУЫЛЫНЫҢ "ПАПКАЛЫ БАШҠОРТО"
📌Фәрит Барый улы Хәбиров. Изге төйәгенең үҫешенә ҙур өлөш индергән тәжрибәле етәксе, арҙаҡлы педагог тураһында ауылдаштарының хәтирәләрен тәҡдим итәбеҙ.
Һуғыш осоронда ауылыбыҙҙағы “Ҡыҙыл таш” колхозына рәйес итеп өс класс белемле Камал бабай ҡуйылды, ырҙын табағында – ҡарт ҡына Тайып бабай хужа. Бригадир булып ике йәш ҡатын йөрөй. Өсөнсө бригадаға етәксе тапмағас, Сәйфулла исемле 7-се класс уҡыусыһын беркеттеләр. Балалар менән беҙ яҙлы-көҙлө колхозға ярҙамға йөрөнөк, – тип хәтергә ала Мәрйәм Иҫәнова. – Ауыр һуғыш йылдарынан һуң бөлгөнлөк хәленә төшкән ауылыбыҙҙы өр-яңы кимәлгә сығарған, үҙ артынан килгән етәкселәргә, хеҙмәттәштәренә юғары талаптар ҡуйған кеше – иптәш Хәбиров. Директорыбыҙ туплаған педагогик коллектив бер нисә быуын балаларға яҡшы белем биреп, ҙур тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итте. Һайран шул осорҙа бер-береһенә ярҙамлашып, уртаҡ маҡсатта эшләгән мәктәп, ауыл хакимиәте, артель хеҙмәткәрҙәренең тырышлығы арҡаһында үҫеш алды. Фәрит Барый улы илке-һалҡылыҡҡа юл ҡуйманы. Уҡытыусыларға ла, балаларға ла, үҙенә ҡарата ла ныҡ талапсан булды. Ҡатыны Разия Исхаҡ ҡыҙы ла декрет ялында өйҙә ултырманы. Хәтеремдә, Радий тыуғансы ул бер дәресен дә ҡалдырмай уҡытып йөрөнө.Мәҡәләнең дауамын төркөмгә күсеп уҡый алаһығыҙ. https://vk.com/bashkortdonja?w=wall-226019445_2634 "Башҡортостан" гәзитенән алынды.
+3
Мәғәфүр Хисмәтулла улы Хисмәтуллиндың тыуыуына - 110 йыл.
РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы луреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм "Почет Билдәһе" ордендары кавалеры, мәшһүр йырсы, режиссер һәм педагог.
Башҡорт милли операһын үҫтереүгә, ҡабатланмаҫ образдар тыуҙырыуға бар ғүмерен арнаған мәшһүр йырсы, башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы ул, Мәғәфүр Хисмәтуллин.
Хәйерле иртә, барығыҙға ла! Йөҙөгөҙҙән шат йылмайыу китмәһен! 😊
Видео: Мәрйәм Шаҡаева.
+2
БАШҠОРТ ҺУНАР САҢҒЫҺЫН КҮРГЕҢ КИЛҺӘ...
⚡Башҡорттарҙың һунар саңғыһы ниндәй булыуын белгегеҙ, уны тотоп-кейеп һәм хатта унда йөрөп ҡарағығыҙ киләме?
📌Улайһа, һеҙгә 18 ғинуарҙа Белорет районының Манышты ауылына мотлаҡ барырға кәрәк! Сөнки бында үтәсәк “Башҡорт биатлоны”нда башҡорттарҙың боронғо һунар саңғыһы – ҡалтағайҙы кейеп ярышыу бәхете эләгеүе мөмкин.
✅“Башҡорт биатлоны” күпбәйге буйынса республика турниры 3-сө тапҡыр ойошторола. Унда уҡ атыу, пневматик мылтыҡтан сәпкә тейҙереү, һөңгө ташлау һәм саңғыла 1800 метрлыҡ дистанцияны үтеү ҡаралған. Иртәнге сәғәт 11-ҙә ҡатнашыусыларҙы теркәү, 12-лә ярыштар башлана. Ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ярыша ала.
✅12 ғинуарға тиклем 89273526747 телефон һандары буйынса ғаризалар ҡабул ителә. Ойоштороусылар: БР Спорт министрлығы, Белорет районы хәҡимиәте, РИЙО «Ирҙәр ҡоро», “Ватанды һаҡлаусылар” фонды.
💯Был ҡыҙыҡлы:
✅Һунар саңғыһын, йәғни ҡалтағайҙы борон йыла ағасынан эшләгәндәр. Саңғы табанын ат йәки мышы тиреһе менән ҡаплағандар, был тирене әсетелгән... йылҡы ҡаны менән йәбештергәндәр!
✅Ә ҡалған бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте 30 йәшендә 30 айыу, 16 бүре алған данлыҡлы һунарсы Бигарслан Солтанов тоҡомо – маныштылар үҙҙәре бәйән итер.
Бар эштәрҙе ситкә ҡуйып тороп, "Турахан" визит-үҙәгенә килгән башҡорт Ҡыш бабайына ҡушылып бейергә төшкө килеп китте әле 👏👏👏
+1
Йәһәт кенә ике көн эшләй һалабыҙ ҙа, шәмбегә Бөрөгә ҡунаҡҡа барабыҙ: билмәндәр бешереп һыйлаясаҡтар!
Тағы әллә күпме ҡыҙыҡ-мыҙыҡ саралар ҙа ойоштороласаҡ, тей. Вәт!
Ҡарт өләсәй бүләсәре менән ҡайһылай ҙа ҡупшы балитәкле күлдәктәрҙә, күҙ теймәһен! 😍
Видео: Линара Садиҡова.
"... Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Яҙын япраҡланыр гөл өсөн,
Тыуыр балам, йырланыр йыр өсөн,
Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн -
Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!"
Мостай Кәрим.
Хәйерле иртә! Һәр тыуыр таң барыбыҙға ла шатлыҡ-ҡыуаныстар, яңы мөмкинлектәр һәм уңыш килтерһен!☀
Әбйәлил районының Ташбулат ауылы егеттәре Остотау итәгендә «Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!» тип яҙған.
Ҡайһы саҡта өйҙә лә шундай система булһа ине ул, ивет хужабикәләр?😁
Видео: Наил Юлгилдин.
Беҙ Салауат һәйкәленә
Килдек тағы ла.
Тыуған яҡҡа ҡарап торҙоҡ
Өфө тауынан.
Ағиҙел йыры ҡушылды,
Туған моңдарға.
Һин талпындың, теләнеңме,
Ҡурай уйнарға?
Теләнеңме туған яҡты
Яҡынайтырға,
Салауаттың атын алып,
Сабып ҡайтырға?!
Лилиә Һаҡмар.
+2
Хәйерле иртә!☀️
Йылы өйҙәрҙә ултырып, ҡышҡы Ирәмәлгә телефондар аша һоҡланып алығыҙ.
Ә, бәлки, кемдер ялдарҙа унда барғандыр? Арабыҙҙа ундай батырҙар бармы? 🌬️🌨️
1969-1970 йылдар.
Ағиҙел йылғаһы аша һалынған күперҙән Дуҫлыҡ монументы яғына күренеш.
Фото: В. Шустов.
"Йатаған" этно-төркөмөнөң "Аҡмулла нәсихәттәре" буйынса клибы бик үҙенсәлекле килеп сыҡҡан. "Сәләм" тапшырыуында төркөм ағзалары был матур ижад емештәре тураһында һөйләне.
+8
Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына Ғәлиә Ғайсина күҙҙәре менән бағабыҙ. Ул ҡышҡы күренештәрҙе быйыл ғинуарҙа ғына төшөрөп алған. Шундай һиллек, тыныслыҡ бөркөлә, шулай бит?
⛄Ҡыш һәм Яңы йыл етһә, бала саҡтағы бер осраҡ үҙенән-үҙе гел иҫкә төшә лә тора. Ғаиләлә мин иң бәләкәйе булдым, апай-ағайҙарым ҡырҙа уҡыйҙар ине һәм ҡышҡы оҙайлы каникулдарға уларҙың ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайным. Улар ҡайтһа, миңә ихата алдында ҡарҙан тау өйөп бирәләр, үҙемде санаға ултыртып урам буйлап йөрөтәләр.
⛄Ә бына бер юлы иртәнсәк тороуыбыҙға епшек ҡар яуып ҡуйған: ҡапҡа төбөнә ҙуууур ҡарбабай яһап бирҙеләр миңә. Күҙҙәре урынына ике пластик ҡапҡас беркеттек, башына минең бәләкәй ҡыҙыл күнәгемде кейҙерҙек, таяҡты танау итеп ҡуйып биргәйне лә ағайым, оҡшатып етеңкерәмәнем. Был матур ҡарбабайҙың танауы кишерҙән булырға тейеш! Йүгереп өйгә инеп киттем: әсәйҙән ҙур ғына кишер һорап алып сығам да, танауын эшләтеп ҡуям. Ул арала үҙем эстән генә был ҡарбабай тирәләй ниндәй уйындар уйнаясағымды, иптәштәремдең һоҡланасағын уйлап торам – ҡыуанысым эсемә һыймай.
⛄Атылып урамға кире сыҡһам, ни күрәм: әле генә балҡып торған ҙур ҡарбабай урынына емерелеп, төрлө яҡҡа тибеп осоролған ҡар киҫәктәре генә ҡалған. Күҙҙәремә йәш эркелде, танауын кишерҙән эшләмәһәм дә ярар ине, ауыл малайҙарынан һаҡлап ошонда ғына торорға кәрәк булған, ниңә генә индем инде тип эй үкендем, эй үкендем...
⛄Ә хәл былай булған: беҙ инеп тә кикәнбеҙ, бер өй аша йәшәгән малайҙар үтеп барышлай ҡарбабайҙы типкесләп тә киткән.
Күпме генә үтенһәм дә, әлеге матур, бейек ҡарбабайҙы миңә кире эшләп биреүсе булманы. Шулай бер үкенес, уйналмаған уйын булып бала саҡ хәтирәләрендә ҡалды ул...
⛄Әле бына яңылыҡтарҙы ҡарап ултырағанда башта Шишмә районында, һуңынан Салауат ҡалаһында ниндәйҙер бер әҙәмдәр боҙ ҡаласыҡтарындағы конструкцияларҙы ватып-емереп китеүе тураһында уҡыным. Был боҙ ҡаласағына уйнарға килергә теләгән күпме баланың күңелен аямаған кешеләрҙең йөҙҙәрен күрергә ине. Хәйер, улар өсөн был бер мәғәнәһеҙ мәҙәк кенәлер һәм кемделер рәнйетеүҙән ҡурҡмай ҙа торғандарҙыр.
⛄Башҡа кеше шатлығына көнләшеүсе, йәки шуҡлыҡ сиген белмәгән шундай әҙәмдәр гел булған һәм булыр ҙа. Ундайҙарҙы көн-төн ҡарауыллап тороп та яман уй-ниәттәрен иҫкәртеүе мөмкин түгелдер. Ә ни бары һәр беребеҙ ғаиләбеҙҙә шундай кешеләр үҫмәүен хәстәрләргә, тимәк, балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышырға бурыслыбыҙ. Улар булғанды юҡ итеүе еңел икәнен, башта юҡты бар итеп ҡарарға кәрәклекте аңлап, миһырбанлы һәм мәрхәмәтле булып үҫһен.
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
