613
المشتركون
+124 ساعات
+17 أيام
-730 أيام
أرشيف المشاركات
+8
Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығына Ғәлиә Ғайсина күҙҙәре менән бағабыҙ. Ул ҡышҡы күренештәрҙе быйыл ғинуарҙа ғына төшөрөп алған. Шундай һиллек, тыныслыҡ бөркөлә, шулай бит?
⛄Ҡыш һәм Яңы йыл етһә, бала саҡтағы бер осраҡ үҙенән-үҙе гел иҫкә төшә лә тора. Ғаиләлә мин иң бәләкәйе булдым, апай-ағайҙарым ҡырҙа уҡыйҙар ине һәм ҡышҡы оҙайлы каникулдарға уларҙың ҡайтыуын түҙемһеҙлек менән көтөп ала торғайным. Улар ҡайтһа, миңә ихата алдында ҡарҙан тау өйөп бирәләр, үҙемде санаға ултыртып урам буйлап йөрөтәләр.
⛄Ә бына бер юлы иртәнсәк тороуыбыҙға епшек ҡар яуып ҡуйған: ҡапҡа төбөнә ҙуууур ҡарбабай яһап бирҙеләр миңә. Күҙҙәре урынына ике пластик ҡапҡас беркеттек, башына минең бәләкәй ҡыҙыл күнәгемде кейҙерҙек, таяҡты танау итеп ҡуйып биргәйне лә ағайым, оҡшатып етеңкерәмәнем. Был матур ҡарбабайҙың танауы кишерҙән булырға тейеш! Йүгереп өйгә инеп киттем: әсәйҙән ҙур ғына кишер һорап алып сығам да, танауын эшләтеп ҡуям. Ул арала үҙем эстән генә был ҡарбабай тирәләй ниндәй уйындар уйнаясағымды, иптәштәремдең һоҡланасағын уйлап торам – ҡыуанысым эсемә һыймай.
⛄Атылып урамға кире сыҡһам, ни күрәм: әле генә балҡып торған ҙур ҡарбабай урынына емерелеп, төрлө яҡҡа тибеп осоролған ҡар киҫәктәре генә ҡалған. Күҙҙәремә йәш эркелде, танауын кишерҙән эшләмәһәм дә ярар ине, ауыл малайҙарынан һаҡлап ошонда ғына торорға кәрәк булған, ниңә генә индем инде тип эй үкендем, эй үкендем...
⛄Ә хәл былай булған: беҙ инеп тә кикәнбеҙ, бер өй аша йәшәгән малайҙар үтеп барышлай ҡарбабайҙы типкесләп тә киткән.
Күпме генә үтенһәм дә, әлеге матур, бейек ҡарбабайҙы миңә кире эшләп биреүсе булманы. Шулай бер үкенес, уйналмаған уйын булып бала саҡ хәтирәләрендә ҡалды ул...
⛄Әле бына яңылыҡтарҙы ҡарап ултырағанда башта Шишмә районында, һуңынан Салауат ҡалаһында ниндәйҙер бер әҙәмдәр боҙ ҡаласыҡтарындағы конструкцияларҙы ватып-емереп китеүе тураһында уҡыным. Был боҙ ҡаласағына уйнарға килергә теләгән күпме баланың күңелен аямаған кешеләрҙең йөҙҙәрен күрергә ине. Хәйер, улар өсөн был бер мәғәнәһеҙ мәҙәк кенәлер һәм кемделер рәнйетеүҙән ҡурҡмай ҙа торғандарҙыр.
⛄Башҡа кеше шатлығына көнләшеүсе, йәки шуҡлыҡ сиген белмәгән шундай әҙәмдәр гел булған һәм булыр ҙа. Ундайҙарҙы көн-төн ҡарауыллап тороп та яман уй-ниәттәрен иҫкәртеүе мөмкин түгелдер. Ә ни бары һәр беребеҙ ғаиләбеҙҙә шундай кешеләр үҫмәүен хәстәрләргә, тимәк, балаларыбыҙға дөрөҫ тәрбиә бирергә тырышырға бурыслыбыҙ. Улар булғанды юҡ итеүе еңел икәнен, башта юҡты бар итеп ҡарарға кәрәклекте аңлап, миһырбанлы һәм мәрхәмәтле булып үҫһен.
+1
Яңы йыл уңайынан үҙәк телевидение буйынса барған “Зәңгәр ут” тапшырыуында ҡатнашҡан яугир яҡташыбыҙ, гвардия старшинаһы Мөҙәрис Асылбаевты күптәр күргәндер моғайын.
Ул Башҡортостандың Архангел районы Тәүәкәс ауылынан икән һәм МХО башланғандан алып алғы һыҙыҡта һуғыша. Тәүҙә танкист булып хеҙмәт итә, хәҙер дошман техникаһын радиоэлектроника ярҙамында сафтан сығара.
Яугир үҙе тураһында һөйләп, яу ҡырында булған бер ғәжәйеп осраҡты ла телгә алды: хеҙмәттәшенә ярҙам иткән саҡта эргәгә генә төшкән снаряд шартламай һәм дошман пилотһыҙ осоу аппараттары ярҙамында төн буйы бомба ташлаһа ла, уларға тейҙерә алмай.
Мөҙәрис Асылбаев ике тапҡыр Батырлыҡ ордены, Суворов миҙалы һәм Баш командующийҙың рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Ул Ҡыҙыл майҙанда үткән парадта ла ҡатнашҡан.
Видеояҙмала яугир яҡташыбыҙ хеҙмәте һәм үҙе тураһында һөйләй.
"Һайыҫҡан шыҡырлап китте"
Һайыҫҡан йорт-ҡура тирәһенә ҡунһа, ҡунаҡ килә, тиҙәр. Шыҡырыҡлап ултырһа, ҡунаҡ саҡыра, тип тә юрайҙар.
Һеҙ һайыҫҡан тураһында ниндәй юрамыш-һынамыштар беләһегеҙ?
ҠЫҘЫЛТҮШТӘР
Аһ, ҡыҙылтүш!
Әллә кемдәй булып,
Күкрәктәрен киреп, эре генә
Эй ултырған була, үәт, ҡылансыҡ,
Берәү генә, ҡыштың сере генә!
Бына һине йәй күрергә ине,
Көҙ күрергә ине, ниндәйһең һин?
Ҡышҡынайын бында ҡышлайһың да,
Йәйгенәйен ҡайҙа йәйләйһең, тим?!
Йәйен-көҙөн донъя минһеҙ ҙә бит
Ҡыҙыл тиһең, ҡыҙыу тиһең мәллә?
Ниндәй сере менән әүрәтә лә
Ҡыҙыҡтыра һине ҡышҡы селлә?
Ултыраһың ҡалай һере генә,
Зәһәр ҡыштың бер йомарлам уты.
Ҡупшы өшөмәй, ти...
Аһ, ҡупшыҡай -
Сыҙамлыҡтың, сабырлыҡтың ҡото.
Ап-аҡ донъяларҙың зәһәрлеген
Еңер өсөн көстө ҡайҙан табаң?
Ошо серең мине әсир итте,
Ғүмер тәгәрләй бит ҡышҡа табан.
Һеҙгә әллә, серәшептәр йәшәп,
Иртә киткәндәрҙең йәне күскән...
Күҙем алалмайым ҡыҙыл ғына,
Бер йомарлам ғына ошо көстән...
Аһ, ҡыҙылтүш?!
Утҡа әйләндҽмҽ
Йәнҽң тҽтрәнҽүҙән йөрәккәйҽң?!
Ваҡытлыса буран ҡуйыны ла
Ышыҡ булһын, булһын тҽрәккәйҽң...
Аһ, ҡыҙылтүш?!
Былай ҙа бит донъя -
Ҡып-ҡыҙылдан ғына, ут-йомарлам...
Күргән-бҽлгәнҽңдҽ, ҡыҙылтүшкәй,
Эсҽңә йом бҽрүк, эсҽңә йом...
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
+6
Мәсетле районы оҫтабикәләре ауыл клубтарында бергә йыйылып, бер ай эсендә 200-ҙән ашыу йөн ойоҡ бәйләгән.
"Мөхәббәт менән һуғарылған әйберҙәр яугирҙарыбыҙға тыуған йорт йылыһын бирер һәм беҙ уларҙы еңеү менән көтөүебеҙ хаҡында хәтерләтеп торор тип ышанабыҙ",- тиҙәр оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙҙар. Тиҙҙән йылы әйберҙәр һалдаттарға оҙатыласаҡ.
Әбйәлил районынан Заһир Ғәлиәкбәров, «Сәләм» тапшырыуы хәбәрсеһе Динара Ғәлләмова башҡарыуында 90-сы йылдар хиты үҙебеҙсә ✨✨
Хәйерле иртәләр! Турамаларҙы ашап бөтә алған һәр геройҙа бындай төйрәмес булырға тейеш 🤭
ҒИНУАР АЙЫНА ҺЫНАМЫШТАР
❄Ғинуар башында көн йылы булһа, арыш уңыр.
❄Алтыһында туп-тулы ай – яҙғы ташҡын һыуға бай.
❄Раштыуа төнөндә күк йөҙө аяҙ булһа, баҡса уңыр, ҡар яуһа, алманан шәп уңыш көтөгөҙ.
❄Егермеһендә һыуыҡ булһа, йәй эҫе килер.
Егерме дүртендә бәҫ тотһа, йәй ямғырлы килер.
❄Һуҡыр сысҡан ояһынан ғинуарҙа сыҡһа, май һалҡын булыр.
❄Ғинуар ҡарһыҙ һәм һалҡын булһа, йәй ҡоро һәм эҫе була.
❄Ғинуарҙа боҙбармаҡтар күп икән, яҡшы уңыш көт.
❄Ғинуарҙа ҡар күп яуһа, бурандар күп булһа, йәй ямғырлы була.
❄Ғинуарҙа ағас ботаҡтары боҙланып ҡатһа, сәтләүек һәм еләк-емеш күп булыр.
❄Ғинуар һалҡын булһа, июль ҡоро һәм эҫе була.
❄Урман шаулаһа, һыуыҡтар оҙаҡ торор. Ай тоноҡланып торһа, икенсе көн ҡар яуыр.
❄Торбанан сыҡҡан төтөн ергә йәйелһә, ҡар яуыр. Көн аяҙ, матур торһа, төнөн ныҡ һыуытыр.
❄Ҡыҙылтүш турғай сырҡылдаһа, көндәр йылыныр.
❄Мейестә утын шартлап янһа – әсе һыуыҡтарға.
❄Ҡаҙ һыңар аяҡта баҫып торһа, әсе һыуыҡҡа. Ҡаҙҙар ҡанат ҡаҡһа – сатнама һыуыҡҡа, ә инде һыуҙа йыуына башлаһа, тиҙҙән йылытыр.
❄Ҡоштар ҡарға йә ағастың аҫҡы ботаҡтарына ҡунаҡлаһа, тиҙҙән епшек көндәр килер, әгәр ағастың башына ултырһа – әсе һыуыҡтарға.
❄Тумыртҡаның ғинуарҙа туҡылдауы – иртә яҙға.
❄Ғинуарҙа ҡар ни тиклем күберәк булһа, көҙ икмәк мул булыр.
❄Ғинуарҙың икенсе яртыһы ҡояшлы торһа, уңыш яҡшы була.
❄Ғинуарҙа ҡоро һәм һалҡын булһа, яҙын ҡар тиҙ иреп бөтә.
"Торатау"
📌Яңы йыл алдынан “КИТАП” магазинында Илдар Ғәниевтың картиналарынан күргәҙмә асылды.
✅Күргәҙмә 26 ғинуарға тиклем эшләйәсәк.
💫Илдар Ғәниев – Рәсәй рәссамдары берлеге һәм Башҡортостандың көньяғы рәссамдары ассоциацияһы ағзаһы. Музей эшмәкәре, “Турахан” этнохудожестволы симпозиумдың идея авторы һәм кураторы.
💫Рәссам “Ҡуңыр буға”, “Алпамыша”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” башҡорт халыҡ эпостарынан илһам алып ижад иткән.
💫Уның ижады менән Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса урынлашҡан “КИТАП” магазинына килеп яҡынданыраҡ танышығыҙ.
⏰"КИТАП" магазинының байрамда ЭШ ВАҠЫТЫ:
✅3, 4 ғинуар – сәғәт 10:00 -18:00,
✅5-8 ғинуар - ғәҙәттәгесә: сәғәт 10.00 - 20:00.
Магазин тәнәфестәрһеҙ эшләй.
📌ШӘЙЕХЗАДА БАБИЧТЫҢ ТЫУЫУЫНА - 130 йыл.
Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы Бабичев 1895 йылдың 2 ғинуарында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Әсән ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Дүртөйлө районы) тыуған.
💥24 кенә йәшендә мәңгелек йортона күскән шәхес тураһында яҙыусы, драматург НАИЛ ҒӘЙЕТБАЕВТЫҢ "БАБИЧ" романын уҡырға тәҡдим итәбеҙ.
Тарихи-мажаралы күләмле әҫәр Башҡортостан Республикаһын ойоштороу осорондағы ысын булған ваҡиғаларға таянып яҙылған.
📌Китаптың электрон вариантын ошонда уҡый алаһығыҙ:
https://vk.com/topic-41267414_51129179
متاح الآن! بحث تيليغرام 2025 — أهم رؤى العام 
