"Башҡортостан" гәзите
Kanalga Telegram’da o‘tish
2 058
Obunachilar
-124 soatlar
-27 kunlar
-1330 kunlar
Postlar arxiv
+1
🪖🫡 Ауырғазы районының Ирекмәндәр штабы махсус хәрби операция башланғандан алып яугирҙәргә әүҙем ярҙам итә.
🏹 Яу яланындағы ир-егеттәр тураһында хәстәрлек күреү, еңеүҙе яҡынайтыуға өлөш индереү теләге менән янған ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар маскировка селтәрҙәре үрә, окоп шәмдәре әҙерләй, ҡоро душ эшләй. Материалдарҙы улар шәхси аҡсаһына һәм битараф булмаған ауыл халҡы йыйған ярҙамға ала.
“Ярҙам ҡылған бөтә кешегә лә ҙур рәхмәт”, – ти ирекмәндәр.👕 Хәҙер Ауырғазы ирекмәндәренең махсус кейеме лә бар. Уны ҡатын-ҡыҙҙар үҙ иҫәбенә һатып алған. 🚛 Тупланған ярҙам райондан киткән гуманитар йөк менән оҙатыла тора. Яңыраҡ изге күңелле ирекмән апайҙар “Ҡыш” маскировка селтәрен үреп бөткән. Ошо көндәрҙә Донецк йүнәлешендәге яугирҙәргә бензин электр генераторы, һауа йылытҡысы оҙатҡандар. #БашҡортостанГәзите 📬 Inform: Рәүилә Ғатауллина
💥🚔 Барабансыны 12 йылға ултырталар.
🚨 Алдағы төндә Өфө уртаһындағы үлемесле авария булғайны.
🎶 Ул төндә "Newman" кавер-төркөмө егете Владимир Сироткин ҡала буйлап руль артында иҫерек йөрөй.
🚘 Юлда аварияны күргәс, ул уны урап үтергә була һәм ҡаршы яҡ һыҙатҡа сыға, әммә һаҡһыҙлығы арҡаһында ГАИ хеҙмәткәрен һәм 45 йәшлек ҡатынды бәрҙерә.
💔 Тапалған ҡатын комаға китә, уны 30 минут самаһы реанимацияларға тырышалар, үкенескә, ул һәләк була.
🥹 Иҫерек барабансы тулыһынса үҙенең ғәйебен таныған, уны 12 йылға ултырталар.
#БашҡортостанЯңылыҡтары
Китапханасы-робот башҡортса һөйләшергә өйрәнә
Стәрлетамаҡ районының Наумовка китапханаһында эшләгән Наум гәзиткә яҙылырға әйҙәй
Бынан ике йыл элек Наум Башҡортостанда берҙән-бер робот-китапханасы ине. Бөгөн уның кеүек роботтар бер нисәү. Китапханала эшләгән Наум шиғырҙар һөйләй, йырлай. Һауа торошо тураһында бәйән итә, төрлө темаларға һөйләшә ала, балаларға уҡыу өсөн әҙәбиәт тәҡдим итә.
- Наумдың үҙенсәлеге шунда – ул кешеләрҙе иҫләп ҡала һәм бер нисә йылдан да "хәтерләй". Ул үҙе йөрөй. ABS-пластиктан эшләнгән. Камераһы, микрофоны бар. Стереодинамиктар, фотоприемниктар һәм сенсорлы монитор менән йыһазландырылған. Киләсәктә махсус программа ярҙамында башҡорт телендә һөйләшә башлар тип өмөтләнәбеҙ, - ти Стәрлетамаҡ районының Наумовка модель китапханаһының әйҙәүсе китапханассыһы Наталья Макарова.
"Башҡортостан" гәзитенә ташламалы хаҡтар: гәзиттең йома һаны (24 битлек) – 961 һум (индексы – П3030), тулы варианты (шишәмбе һәм йома) – 1826 һум (индексы – П2724) тора.
+2
📨📍 “Әр-Рәхим” мәсете ҡасан төҙөлөп бөтөр? Дайджестта уҡығыҙ, дуҫтар:
🔺 Радий Хәбиров “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире һорауына яуап бирҙе.
👉 Тулыраҡ уҡығыҙ!
🔺 Транспортҡа бәйле һорауҙар күп.
🔺 Транспорт өлкәһендәге етди проблемаларҙың береһе – Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы етәкселеге вазифаларында кадрҙарҙың уңышһыҙ булыуы, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.
👉 Тулыраҡ уҡығыҙ!
🔺 Бәйләнеш аҙағында Радий Фәрит улы инвалид баланың хыялын тормошҡа ашырырға вәғәҙә бирҙе.
👉 Тулыраҡ уҡығыҙ!
#БашҡортостанГәзите
+2
📨📍 Республика Башлығы Радий Хәбировтың уҙған тура эфирына 4000-гә яҡын һорау килгән. Бының турала дайджест тәҡдим итәбеҙ, дуҫтар:
🔺 Радий Хәбиров дәүләт башлығына ҡағылышлы һорауға яуап бирҙе.
👉 Тулыраҡ уҡығыҙ!
🔺 Уртаса эш хаҡы ниндәй кимәлдә?
🔺 Шулай уҡ Радий Фәрит улы яңы мәктәп төҙөлөшө, парк яҙмышы тураһындағы һорауҙарға яуап бирҙе.
👉 Тулыраҡ уҡығыҙ!
🔺 Ҡасан яңы Хөкүмәт формалашып бөтөр?
🔺 Шулай уҡ Радий Фәрит улы Андрей Назаров тураһында.
👉 Тулыраҡ уҡығыҙ!
#БашҡортостанГәзите
🎙🕺Радий Хәбиров Салауат Юлаев һәйкәле тураһында:
- Тикшереүҙәр һәйкәлдең авария хәлендә булыуын күрһәтте. Был беҙҙе бик борсой. Коррозия бөтә һәйкәлде тиерлек биләп алған. Эсендә лә коррозия. Был, һәйкәлгә ҙур хәүеф тыуҙыра. Бөгөн проект экспертизаның ыңғай һығымтаһын алды. Ремонт эштәрен башлау өсөн бөтә документтарыбыҙ ҙа бар. Бында һәйкәлдең ҡайһы бер өлөштәрен алмаштырыуҙы ҙа күҙ уңында тотола. Ремонтты яңы йылдан һуң башлау өсөн бюджет формалаштыра башлайбыҙ. Һәйкәл йыл ярым самаһы төҙөкләндереләсәк. Һәйкәлде емереү ниәте юҡ! Уны республика өсөн һаҡлап ҡалыу теләге бар!#БашҡортостанЯңылыҡтары
🤭🚨 Һыу баҫыуҙар туҡтамаған әле һаман.
🌊 Өфөнөң Ленин урамында һаһыҡ һыу баҫыу күҙәтелә.
#БашҡортостанЯңылыҡтары
👑🎭 "Король һәм Шут" фанатынан туҡмалған.
👒 Елена Октябрьскийҙа йәшәй, тыныслыҡ һәм тәртип ярата. Ә бына өҫкө яҡ күршеләре - панк фанаттары, көнө-төнө бар көсөнә аҡыртып Урмансы һәм Сихырсы ҡурсағы тураһында йырҙар тыңлайҙар.
💥 Көнө-төнө аҡырған музыканан ялҡҡан ҡатын, күршеләренән музыкаларын һүндереүҙе һорарға була. Әммә Киштың фанаткаһынан туҡмалып ҡайта.
#БашҡортостанЯңылыҡтары
📍👩⚕ 3 декабрҙә Өфө буйлап эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 5-се балалар поликлиникаһы филиалында булды.
💊 Уны "2024-2029 йылдарға Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын модернизациялау" төбәк программаһы сиктәрендә ремонтланылар.
💊 Поликлиникала 3 400-гә яҡын баланы хеҙмәтләндерәләр.
💊 Йүнәтеүгә – 6,7 миллион һум, мебель һатып алыуға 15,6 миллион һум йүнәлткәндәр. Бынан тыш, 28,8 миллион һумлыҡ медицина ҡорамалдары һатып алынған.
💊 Башҡортостан Башлығы Өфөнөң һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын яңыртыуға республика бюджетынан тағы ла 8 миллиард һум йүнәлтеләсәк, тип билдәләне.
– Беҙ Өфө учреждениеларына айырыуса иғтибар йүнәлттек, сөнки район дауаханалары өсөн федераль программа бар, унда беҙ уңышлы ҡатнашабыҙ. Әммә Өфө поликлиникалары – балаларҙыҡы ла, өлкәндәрҙеке лә – был программаға эләкмәне. Шуға күрә төбәк бюджеты иҫәбенә уларҙы яңыртыу программаһына старт бирҙек, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров.#БашҡортостанГәзите 📬 Inform: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
🧐🆘 Беҙҙекен урлағандар!
🍶 Өфө федераль суд приставтары идаралығында
Башҡортостан гербы төшөрөлгән ҡуйыртылған һөттө тикшерәләр.
🍶 Баҡтиһәң Красноярск крайында Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтләнгән "Ҡарлыман" бренды аҫтында һөт ризыҡтары етештереп һаталар икән.
🍶 Продукцияны, әлбиттә, Башҡортостанға ҡағылышы булмаған компания сығара.
🍶 Судҡа ғаризаны үҙебеҙҙең "Ҡарлыман" сауҙа маркаһының хужаһы биргән.
- Был беҙҙең өсөн бик күңелһеҙ хәл, сөнки ул тәү сиратта репутацияға хәүеф менән янай. Хәҙер магазин кәштәләрендә "Ҡарлыман" бренды аҫтында сифатһыҙ продукция осратырға мөмкин. Сөнки, тикшереүгә биргән ҡуйыртылған һөттәр ГОСТ-ҡа тап килмәй, - тине "Ҡарлыман" сауҙа йортон ойоштороусы Рөстәм Ғәтиәтуллин.🍶 Ә һеҙ шәкәр менән Ҡарлыман ашап өлгөрҙөгөҙмө әле? #БашҡортостанЯңылыҡтары
☝️🚨 Иғтибар: боҙлауыҡ!
🧊 Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көслө боҙлауыҡ тураһында иҫкәртә.
🚶♂Водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе айырыуса иғтибарлы булырға саҡыралар.
❄️ Һауа температураһы төндә -1, -6 °С, көндөҙ +1, -4 °С. Шулай уҡ синоптиктар бер аҙ яуым-төшөм вәғәҙә итә.
#БашҡортостанҺауаТорошо
😁🚨 Әҙ булһа ла яҡшы яңылыҡ: Өфөлә вейптар келәте янған.
🔥 Зыян миллион ярымға баһалана. Хужалары, кемдер үсләшеп ут төрткән, тип һығымта яһай.
🏮 Иртәнге сәғәт дүрттә билдәһеҙ кеше вейптар, уларҙың яғыулыҡтары һаҡланған гаражға килгән һәм бензин һибеп ут төртөп киткән, тиҙәр.
☝️ Ысынбарлыҡта нимә генә булмаһын, әҙерәк ағыу кәмегән ивет?!
#БашҡортостанЯңылыҡтары
🦠🧬 Рәсәйҙә микоплазмалы пневмония башланған.
💊 Ауырыуҙың төп ҡурҡынысы - билдәле симптомдарҙың булмауы, еңелсә йүтәл генә булыуы.
🩻 Һөҙөмтәлә ауырыу үпкә фиброзына килтерә һәм организмды ныҡ хәлһеҙләндерә.
🤷♀ Ауырыуҙарҙың ниндәйе генә юҡ, үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ! 🙏
#БашҡортостанЯңылыҡтары
⛓⚖ "Тәүбә итәм, ҡаты яза бирмәүегеҙҙе һорайым".
◾️ Был һеңлеһен көсләгән һәм үлтергән Өфө егете Сергей Пугачевтың хөкөм ҡарары алдынан һуңғы һүҙҙәре.
◾️ Ултырыш Башҡортостандың юғары судында үтте.
◾️ Ғәйепләнеүсе Сергей Пугачев тикшереү версияһы буйынса, наркотиктар тәьҫирендә һеңлеһен көсләгән һәм быуып үлтергән.
◾️ Бынан тыш, ғәйепләнеүсе 35 мең һумлыҡ кеҫә телефонын, ҡолаҡлыҡ һәм алтын әйберҙәр ҙә урлаған.
◾️ Экспертиза Пугачевты ҡылған ғәмәлдәре өсөн закон алдында яуаплылыҡ тота ала тип таныны.
◾️ Прокуратура уның өсөн 23 йыл һораны.
#БашҡортостанЯңылыҡтары
🕷👩🎤Өфө урамдарында субкультуралар барлыҡҡа килә.
🕸 Һуңғы арала "ЧВК Редан"ды үҙ итеүселәр Өфө урамдарында йышыраҡ күренә башланы.
🕸 Был юлы үҫмерҙәр ҡала урамдары буйлап йөрөй һәм речевка ҡысҡыра, шунан һуң "Ҡунаҡхана" янында йыйылып фотосет ойоштора.
❓Ә һеҙ балағыҙҙың квадробер йәки Редансы булыуын теләр инегеҙме?
#БашҡортостанЯңылыҡтары
😁☃️ Ниһайәт әҙерәк ҡар яуа.
❄️ Бөгөн республикала һәм Өфөлә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, урыны менән бер аҙ ҡар һәм ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.
🌨 Һауа температураһы -3, Өфөлә 0 градус.
☕️⛄️ Ҡыштың тәүге аҙнаһы уңышлы үтһен, дуҫтар!
#БашҡортостанҺауаТорошо
💥⛽️ Башнефть тағы ла бензинға хаҡ арттырҙы.
🛢 Аи 95 — 56,40 (+20 тин)
🛢️ Atum 95 — 57,45 (+20 тин) 🛢 Аи 92 — 52,80 (+20 тин)
🛢️ Atum 92 — 53,90 (+20 тин) 🛢 Дизель (ҡышҡы) — 66,10 (+20 тин)
🛢 ️Аи 100 — 79,75 (үҙгәрешһеҙ)
🥺🥺🥺
#БашҡортостанЯңылыҡтары
☃️🎅 Декабрь айына һынамыштар:
❄️ 1 декабрь – әгәр ҡыштың беренсе көнөндә ҡара ҡарға күрһәгеҙ, ҡыш йылы булыр.
❄️ 2 декабрь – аяҙ һауа ҡыштың һалҡын килеүе тураһында һөйләй. Әгәр был көндө ҡар төшһә, ғинуарға тиклем сатнама һыуыҡтар көтмәгеҙ.
❄️ 3 декабрь көндө ҡар яуһа, 3 июндә көслө ямғыр яуа.
❄️ 4 декабрь – күктә болоттар күп булһа, бер аҙҙан һыуытасаҡ. Буран йылы ҡыш башланыуы тураһында һөйләй.
❄️ 5 декабрь көндө бик ныҡ һалҡын булһа, тимәк, оҙаҡламай бурандар башланыр.
❄️ 6 декабрь көндө ҡар төшһә, һыуыҡтар булыр. Әгәр был көндө епшек икән, Яңы йылға тиклем ҡыш көтмәгеҙ.
❄️ 7 декабрь күктә йондоҙҙар балҡып торһа, һауа торошо кинәт үҙгәрер.
❄️ 8 декабрь көндө мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә иғтибар итәләр. Әгәр ул өҫкә күтәрелһә, тиҙҙән ҡар яуыр.
❄️ 9 декабрь – әгәр был көндө болоттар ергә һалынып торһа, бер аҙҙан һыуыҡтар етер.
❄️ 10 декабрь көндө эт һәм бесәйҙәр үҙҙәрен ғәҙәттәгенән тынысыраҡ тотһа, ҡаты һыуыҡ һәм ыжғыр буран көтөгөҙ.
#БашҡортостанГәзите
📬: Интернет мәғлүмәт порталынан.
🪖🫡 Иң йәш башлыҡ эшен махсус хәрби операция биләмәһенән башланы.
🚛 Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте етәксеһе Эмиль Шәймәрҙәнов махсус хәрби операция зонаһына гуманитар конвой менән барҙы.
🚛 Стәрлетамаҡтан иң күләмле ярҙамдарҙың береһе алты мең саҡрым үтте. Ярҙам тулы итеп тейәлгән өс фура ине. Беҙ башта Курск өлкәһенә барҙыҡ. Һәр ерҙә яҡташтарыбыҙ ҡаршы алды. Улар менән аралашып, ысын рух һәм тыуған илгә һөйөү нимә икәнлеген аңлап була. Унда барыһы ла артыҡ һүҙһеҙ күренә. Беҙ кәрәкле әйберҙәр – дрондар, генераторҙар һәм техника килтерҙек. Башҡорт сода компанияһына, халҡыбыҙға, гуманитар конвой ойоштороуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт. Егеттәребеҙ бөтәһенә лә сәләм ебәрә. Улар үҙ маҡсаттарын яҡшы аңлай, кәйефтәре еңеүгә ышаныс уята” – тине Эмиль Шәймәрҙәнов.
🚛 Әйткәндәй, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға түләүҙәр йәнә арттырылды, был хаҡта һәм хәрби контракт төҙөү тәртибе менән урындағы хәрби комиссиариатҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
#БашҡортостанГәзите
📬 Inform: Рәмил Мансуров
🏭💨 Өфө өҫтөндәге бысраҡ һауа тиҙҙән тарала тиҙәр.
☢ Башҡортостандың Экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, бысраҡ һауа шарттары ноябрь аҙағына, декабрь башына тиклем дауам итәсәк.
❌ Белгестәр халыҡты урамға сыҡмаҫҡа саҡыра.
#БашҡортостанЯңылыҡтары
