uz
Feedback

Firibgarlarga uchmang! Telemetrio bunday kanallarni topadi va belgilaydi 👉 Belgini ko‘rmoqchi bo‘lsangiz, obuna bo‘ling 👈

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
1 970
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-77 kun
-1930 kun
Postlar arxiv
Баймаҡта һауынсылар һәм веттехниктар араһында һөнәри ярыш уҙҙы Баймаҡ районы хужалыҡтары араһында һыйырҙы машина менән һауыу һәм яһалма аталандырыу операторҙары араһында һөнәри оҫталыҡ конкурсыв үтте. Йылдағыса, йәй миҙгелендә генә уҙғарылған сарала һөнәр оҫталпры асыҡланды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Белорет районында үлемесле авария телкәлгән Бөгөн Белорет районында үлемесле авария телкәлгән. Силәбе өлкәһенән 47 йәшлек «Хавал» водителе йөк машинаһы менән бәрелгән. Көслө бәрелештән еңел автомобиль юлда түңкәрелгән. Хавалдың водителе ваҡиға урынында һәләк булған. Тормош иптәше менән 8 һәм 12 йәшлек балалары дауаханаға оҙатылған.

Курск өлкәһе биләмәһендә ҡарауһыҙ ҡалған хайуандарға гуманитар ярҙам йыйыла Башҡортостандың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты менән «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған акцияла эт-бесәйҙәр өсөн аҙыҡ, дауалау препараттары һәм башҡа кәрәк-яраҡтар килтерергә мөмкин. Республиканың ветеринария учреждениелары биләмәләрендә «Изгелек ҡумталары» ҡуйылған. Мәрхәмәтлек сараһы «Хайуандар донъяһын яҡлау» партия проекты буйынса тормошҡа ашырыла.

Яугирҙар өсөн «Сәләмәт киләсәк» онлайн-лекцияһы үтте Йәмәғәтселеккә ярҙам итеү штабында «Сәләмәт киләсәк» федераль проекты буйынса сираттағы онлайн-лекция үтте. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм алғы һыҙыҡтан ҡайтыусы яугирҙарға медик-психологик ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән.

Өфөнән ике аҙналыҡ ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды Ялдан һуң йәнә хәрби позицияларға. Өфөнән ике аҙналыҡ ялдан һуң бер төркөм яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов егеттәргә ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән үтәүҙәрен һәм иҫән-һау, еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Тантаналы сара ғәҙәттәгесә, Өфө-Арена янындағы майҙанда үтте.

Өфөлә бөгөн йәш ғалимдар һәм студенттар фәнни ойошмаларының Бөтә Рәсәй съезы башланды Абруйлы форумда илдең барлыҡ субъекттарынан 1 мең 500 тирәһе йәш ғалим ҡатнаша. Сарала йәштәрҙең үҙенсәлекле фәнни асыштарын сағылдырған күргәҙмә лә ойошторолған. Съезд делегаттарын Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министры урынбаҫары Денис Секиринский, Дәүләт Думаһының фән һәм юғары белем буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Александр Мажуга тәбрикләне.

Бишбүләк районы Айыт ауылында Йәштәр паркы булдырыла Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр "Тормош
Бишбүләк районы Айыт ауылында Йәштәр паркы булдырыла Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эштәр "Тормош өсөн инфраструктура" милли проектына ярашлы алып барыла. Бында йәйәүлеләр юлы, уйын һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә, биләмә яҡтыртыласаҡ. Федераль проектына ярашлы, быйыл Башҡортостанда 94 биләмәне төҙөкләндереү планлаштырыла.

Рәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килде 31 майҙа Адвокатура көнө билдәләнә. 2002 йылдың тап ошо көнөндә адвокаттар эшмәкәрлеге тура
Рәсәйҙә яңы байрам барлыҡҡа килде 31 майҙа Адвокатура көнө билдәләнә. 2002 йылдың тап ошо көнөндә адвокаттар эшмәкәрлеге тураһында закон ҡабул ителә. Был байрам тәүге тапҡыр киләһе йылда билдәләнәсәк. Рәсәйҙә прокуратура көнө лә булдырылған. Һөнәри байрам 12 ғинуарҙа уҙғарыла.

Бөгөн Боден күле өҫтөндәге фажиғәгә 23 йыл 2002 йылдың 2 июленә ҡарай төндә Өфөнән Испанияға осҡан самолет Германияның Боден
Бөгөн Боден күле өҫтөндәге фажиғәгә 23 йыл 2002 йылдың 2 июленә ҡарай төндә Өфөнән Испанияға осҡан самолет Германияның Боден күле өҫтөндә һәләкәткә осрай. Диспетчер ғәйебе арҡаһында, “Башҡортостан һауа юлдары” авиакомпанияһының “ТУ-154” лайнеры “Боинг” йөк самолеты менән бәрелешә. Фажиғәлә 71 кеше, шул иҫәптән, 52 баланың ғүмере өҙөлә. Авиаһәләкәт булған Юберлинген ҡалаһы янында һәйкәл ҡуйылған. Ул “Өҙөлгән ынйы теҙмәһе” тип атала. Өфөләге Көньяҡ зыяратта фажиғәлә һәләк булғандар иҫтәлегенә мемориаль комплекс бар.

Ҡоролтайҙа баҫма матбуғатты таратыу юлдары тикшерелде Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа баҫма киң мәғлүмәт сараларын таратыу мәсьәләләре буйынса түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Осрашыуҙа матбуғат баҫмалары менән сауҙа итеүҙе һаҡлап ҡалыу юлдары ҡаралды.

Мәктәп формаһына ҡарата яңы талаптар ғәмәлгә инде Бөгөндән мәктәп формаһына ҡарата яңы талаптар ғәмәлгә инде. ГОСТ буйынса, уҡыусыларҙың кейеме эшлекле стилдә, уңайлы һәм матур булырға тейеш. Шулай уҡ яңы документҡа ярашлы, мәктәп формаһында дәүләт һәм патриотик символика төшөрөргә тәҡдим ителә.

Шишмә районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Солтан Хәйҙәров 100 йәшлек юбилейын билдәләне Бер быуатлыҡ юбилей уңайынан ветерандың яҡындары һәм ауылдаштары уның йорто алдында байрам ойошторҙо. Бикәй ауылында тыуып үҫкән Солтан Хәйҙәров 18 йәшендә фронтҡа китә, 1943 йылда пленға эләгеп тотҡонлоҡ михнәттәрен татый. Һуғыштан һуң тыуған яғына ҡайтып умартасылыҡ менән шөғөлләнә. Ҡаһарман ветеран Жуков, «Германияны еңгән өсөн» миҙалдары, Шайморатов ордены менән бүләкләнгән. Уның тормош иптәше былтыр вафат булған. Ғаилә пары өс бала тәрбиәләп үҫтергән.

Өфөлә ветерандар Ватанды һаҡлаусылар иҫтәлегенә сәскә һалды Өфө Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө уңайынан локаль бәрелештәр, махсус хәрби операция ветерандары һәм ҡала хакимиәте вәкилдәре «Беренсе май» паркында Ватанды һаҡлаусылар мемориалына сәскә һалды. Хәрби хәрәкәттәр ветерандары тиҫтә йылдан ашыу июлдең тәүге көнөндә яуҙаштары менән осраша, хәрби бәрелештәрҙән иҫән ҡайта алмаған дуҫтарын иҫкә ала. Башҡортостанда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан 25 меңдән ашыу ветеран йәшәй. Улар йәмәғәт ойошмаларына берләшеп, йәш быуынды патриотик тәрбиәләүҙә ҡатнаша.

Хәрби хәрәкәттәр ветерандары Ҡоролтайҙа патриотик эшмәкәрлеге өсөн бүләкләнде Бөгөн Рәсәйҙә хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәйесе Константин Толкачёв «Шурави» хоккей командаһы ағзалары менән осрашты. Афған һуғышы һәм махсус хәрби операция ветерандарын берләштергән хоккей командаһы боҙҙа сығыш яһауҙан тыш, белем биреү учреждениеларында әүҙем йәмәғәт эше алып бара, йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә күп көс һала. Иҫтәлекле көндө ветерандар Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай наградаларына лайыҡ булды.

«Башҡортостан геройҙары» проекты ҡатнашыусылары икенсе уҡыу модулен башланы «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк булексәһендә «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ҡатнашыусылар өсөн икенсе белем биреү модуле башланды. Программа Рәсәй Президенты башланғысында тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы. Проект махсус хәрби операция ветерандарына дәүләт һәм муниципаль власть органдарында, шулай уҡ республика предприятиелары һәм ойошмаларында лайыҡлы эш урыны биләү өсөн тейешле белем тупларға ярҙам итә.

Өфөлә 13-сө Бөтә Рәсәй йәш ғалимдары советы съезы ҡунаҡтары өсөн экскурсия үтте Рәсәйҙең ун биш төбәгенән йыйылған вәкилдәргә вуз-ара студенттар кампусы лабораториялары, атап әйткәндә, дрондарҙы осороу һәм йыйыу майҙансығы күрһәтелде. Шулай уҡ уйын платформалары һәм программа тәьминәтен эшләү, роботтарҙы йыйыу, 3Д принтер ярҙамында авиадвигателдәр өсөн деталдәр яһау процесы менән таныштырҙылар.

Радий Хәбиров урта һөнәри белем биреү тармағын камиллаштырыуға арналған совет ултырышында ҡатнашты Төрлө ведомство етәкселәрен берләштергән сара Евразия фәнни-мәғариф үҙәге кампусында уҙҙы. Ултырышта колледждарҙа тәрбиә эшен көсәйтеү, эшсе һөнәрҙәрҙең абруйын үҫтереү мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә республикала урта һөнәри белем биреү системаһын камиллаштырыу йәһәтенән күп яҡлы етди эш алып барыла.

Радий Хәбиров республиканың йәш спортсылары менән осрашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш спортсылары менән осрашты. Өфөләге Көрәш һарайында билдәле спортсылар, йәш тренерҙар, һөнәри һәм һәүәҫкәр спорт федерациялары вәкилдәре, студенттар йыйылғайны. Спорт йәмәғәтселеге күтәргән көнүҙәк һорауҙар һәм осрашыуҙа яңғыраған мөһим ҡарарҙар тураһында

Өфөнән бер ир 23 миллион һумға алданған 60 йәшлек кешегә шылтыратыусы үҙен пенсия фонды хеҙмәткәре тип танытҡан, пенсия аҡсаһ
Өфөнән бер ир 23 миллион һумға алданған 60 йәшлек кешегә шылтыратыусы үҙен пенсия фонды хеҙмәткәре тип танытҡан, пенсия аҡсаһын яңынан иҫәпләү кәрәклеге тураһында белдергән. Унан һуң тағы шылтыратыуҙар булған. Йыйылған аҡсаһы Рәсәйгә дуҫ булмаған илдәргә күсерелеү ихтималлығы, енәйәт кодексы буйынса яуап тоторға тура киләсәге менән янағандар. Ошонан һуң ир банктан 23 миллион һум аҡсаһын сығарып алған. Уны өлөшләп курьерҙарға биргән. Ир банк хеҙмәткәрҙәренең иҫкәртеүҙәренә ҡолаҡ һалмаған.

Шаран районында Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асылды Шаран районында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Фән Вәлиәхмәтовҡа һәйкәл асылды. Тантана «Шаран еләге» республика этник фестивале сиктәрендә үтте. Байрам йыр-моңға ла, емеш-еләккә лә, тарихи-патриотик сараларға ла бай булды.