uz
Feedback

Firibgarlarga uchmang! Telemetrio bunday kanallarni topadi va belgilaydi 👉 Belgini ko‘rmoqchi bo‘lsangiz, obuna bo‘ling

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
1 953
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-47 kun
-1230 kun
Postlar arxiv
Өфөлә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар мәҙәниәт һәм спорт өлкәһендә көстәрен һынаны Башҡортостан коррекция учреждениелары араһында республика фестивале 19-сы тапҡыр ойошторола. Быйыл ул «Салют» республика реабилитация үҙәгендә уҙҙы. Балаларға ярҙам итеү, уларҙы үҫтереү маҡсатында ойошторолған сара 38 коррекция мәктәбенән йыйылған 190 уҡыусыны берләштерҙе.
21 Okt 2025, 08:11

Баймаҡта «Ҡурай тауыштары тынмаһын» исемле музыкаль кисә үтте Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда Буранбай сәсән исемендәге халыҡ ҡурайсылар ансамбленең 65 йыллығына арналған «Ҡурай тауыштары тынмаһын» исемле музыкаль кисә үтте. Юбилей сараһынан киләһе репортаж.
21 Okt 2025, 08:02

Өфөлә моделселәр һәм коллекционерҙарҙың 2-се слеты үтте Һирәк, күп төрлө һәм уникаль. Өфөлә моделселәр һәм коллекционерҙарҙың 2-се слеты үтте. Рәсәй төбәктәренән тиҫтәләрсә ҡатнашыусы ҡулдан эшләнгән хәрби һәм фантастик техника, меңәрләгән автомобиль моделдәрен тәҡдим итте.
21 Okt 2025, 07:51

Башҡортостанда Һалым һалыуҙа автоматлаштырылған ябайлаштырылған система индерелеүе ихтимал Дөйөм федераль экспериментҡа ярашлы, һалым органы һалым суммаһын үҙе иҫәпләй, йәғни отчет эше кәмей, страховка иғәнәләрен түләргә кәрәкмәйәсәк. Автоматлаштырылған системаны штатта биш кешегә тиклем хеҙмәткәре булған ойошмалар менән шәхси эшҡыуарҙар ҡуллана аласаҡ, йыллыҡ килем 60 млн һумдан артмаҫҡа тейеш.
21 Okt 2025, 07:41

Башҡортостан аграрийҙары ураҡты тамамланы Ҡатмарла һауа шарттарына ҡарамаҫтан, Башҡортостан аграрийҙары ураҡты тамамланы. Барлығы 3 миллион 800 мең тонна иген һуғылған, был күрһәткес уҙған йыл менән сағышырғанда ярты миллион тоннаға күберәк. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә билдәләнде.
21 Okt 2025, 07:31

Көҙгө «Йәшел Башҡортостан» акцияһында 36 мең кеше ҡатнашҡан Барлығы етмеш меңдән ашыу ағас үҫентеһе ултырылған. Был турала Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә төбәктең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хәбәр итте. Муниципалитеттарҙа яңы аллеялар барлыҡҡа килгән, шулай уҡ йәшелләндереү эштәре лә алып барылған. Ултырыш барышында Өфө һәм Нефтекамалағы уңышлы тәжрибәне башҡа район-ҡалаларға таратыу бурысы ҡуйылды.
21 Okt 2025, 07:18

Өфөнән тарих уҡытыусыһы Юлия Садиҡова «Класс темаһы!» Бөтә Рәсәй телепроекты финалына үткән Баш ҡалаллағы шәхси мәктәп педагогы телешоуҙың 4-се миҙгеленең ете финалисы иҫәбенә ингән. Тарих фәне дәрестәре ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә. Юлиә Садиҡова үткәнде- заманса алымдар ҡулланып аңлатҡанға, уҡыусылар теманы еңел үҙләштерә.
20 Okt 2025, 15:16

Өфөлә балалар һәм йәштәр өсөн «Ҡолонсаҡ» беренсе Халыҡ-ара спектаклдәр фестивале тамамланды Сарала Рәсәй һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән 11 профессиональ коллектив ҡатнашты. Спектаклдәр Өфөнөң төп театр майҙансыҡтарында күрһәтелде. Фестиваль барышында Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы менән берлектә семинар-лабораториялар һәм оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.
20 Okt 2025, 15:06

«Һәнәк» журналы бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне Байрам сараһы Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтте. Башҡорт телендә айына бер тапҡыр сыға торған сатира һәм юмор журналы тоғро дуҫтарын, авторҙарҙы һәм мәртәбәле ҡунаҡтарҙы йыйҙы. Юбилей сараһында журналға яҙылыу ҙа ойошторолдо.
20 Okt 2025, 14:55

Федоровка районындағы «Шәүәли» мәсетенең тәүге юбилейына арналған байрам саралары үтте Теүәл 10 йыл элек Татар Ҡоро Иҙәге ауылында ҡыҙыл кирбестән манаралы йорт ҡалҡып сыға, унда коллектив доғалар яңғырай, йома вәғәздәре һәм мосолман байрамдары үткәрелә башлай. Революцияға тиклемге осорҙа төбәктә мәсет урынлашҡан була.
20 Okt 2025, 14:46

Республика йәмәғәтселеге Мостай Кәримде хөрмәтләп иҫкә алды Башҡортостандың халыҡ шағиры тыуыуына 106 йыл тулыуға арналған саралар илдең төрлө төбәктәрендә уҙҙы. Өфөлә ул әҙиптең һәйкәленә сәскә һалыуҙан башланды. Республика Профсоюздар йорто алдында урынлашҡан скульптура алдында шағирҙың үҙе уҡыуындағы әҫәрҙәр ҙә яңғыраны. Шулай уҡ Мостай Кәрим исемендәге фондының быйылғы лауреаттары тәбрикләнде.
20 Okt 2025, 14:36

Ырымбур өлкәһенең Пролетар ауылы мәктәбендә башҡорт теле буйынса факультатив курс асылды Унда беренсе кластан алтынсыға тиклем башҡорт балалары шөғөлләнә. Ошо көндәрҙә Башҡортостандың мәғариф министрлығы, республика мәғарифты үҫтереү институты белгестәре ҡатнашлығында төбәктең туған тел уҡытыусылары өсөн семинар һәм уҡыусыларға асыҡ дәрес үткәрелде.
20 Okt 2025, 14:26

Өфөлә йырсы һәм йәмәғәт эшмәкәре Ринат Байымов менән хушлаштылар Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға уның яҡындары, дуҫтары, коллегалары килде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ринат Шәхметдин улының туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
20 Okt 2025, 14:16

Радий Хәбиров Ространснадзор вәкилдәре менән транспорт хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен тикшерҙе Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Ространснадзорҙың Волга буйы федераль округы буйынса төбәк-ара территориаль идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Косолапов менән осрашты. Яңы тәғәйенләнгән вәкил ведомствоның республикалағы эшенә туранан-тура етәкселек итәсәк һәм үҙ бурыстарын үтәүгә тотонған да инде.
20 Okt 2025, 14:06

Башҡортостан муниципалитеттары «Иң яҡшы муниципаль практика» конкурсында еңеү яуланы Республика муниципалитеттары 2024 йыл өсөн «Иң яҡшы муниципаль практика» Бөтә Рәсәй конкурсында уңышлы сығыш яһап, дөйөм алғанда 55 миллион һумлыҡ федераль ярҙам алыуға өлгәште. Был турала төбәк башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмә барышында билдәләне. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин етәкселегендәге федераль конкурс комиссияһы илдең 29 төбәгенән 50 иң яҡшы башланғысты һайлап алған. Башҡортостан бер юлы өс еңеү яуланы.
20 Okt 2025, 13:51

Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы шартлауҙа һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты Радий Хәбиров Стәрлетамаҡтағы «Авангард» заводында һәләк булыусыларҙың ғаиләләренә һәм зыян күреүселәргә тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты. Төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, шартлауҙан зыян күргән биш хеҙмәткәр Өфө дауаханаларына урынлаштырылған. Уларҙың ғүмерҙәренә хәүеф янамай.
20 Okt 2025, 13:37

🙌 «Дуҫтар» проектында ҡунаҡта билдәле блогер Miss Ilnara - Илнара Рахманғолова! Башҡорт блогерҙары күпме аҡса эшләй икән? Нисек интернет илендә популярлыҡ яуларға? Ни өсөн бөтәһе лә уның менән талаша? Әллә был тик пиармы? Илнараның шәхси тормошо һәм башҡа күп һорауҙарға яуап ошо сығарылышта! https://vk.com/video-233002662_456239021
20 Okt 2025, 12:05

Дүртөйлө ҡалаһында «Ҡоролтай 3.0» стратегик сессияһы һәм квиз-уйыны үтте Сараны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Дүртөйлө районы хакимиәте, урындағы башҡорттар ҡоролтайы вәкилдәре менән берлектә ойошторҙо. Сарала Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары - Баҡалы, Бүздәк, Бөрө, Дүртөйлө, Мишкә, Туймазы, Саҡмағош, Шаран райондары, Октябрьский ҡалаһы вәкилдәре ҡатнашты. Квиз уйындарынан тыш эксперттар алдында туғыҙ команда биш йүнәлеш буйынса презентацияларын яҡланы.
18 Okt 2025, 14:26

Башҡортостанда «Көмөш старт» федераль мәғариф программа йомғаҡтары билдәләнде Үҙ эшеңде үҫтереү буйынса иң яҡшы бизнес-проектҡа - 150 мең һум. Башҡортостанда «Көмөш старт» федераль мәғариф программа йомғаҡтары билдәләнде. Уның сиктәрендә 60 йәштән өлкәнерәк граждандар эшҡыуарлыҡ буйынса проекттарын яҡланы, уҡыуҙар үтте. Өфөнән инженер-автомеханик Фәрүәз Мөниров та еңеүселәр исемлегендә. Замандашыбыҙ менән беҙҙең ижади төкрөм осрашты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
18 Okt 2025, 14:16

Өфөлә «Атайҙар аллеяһы» барлыҡҡа килде Йыл да октябрҙең өсөнсө аҙнаһында Атайҙар көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан бөгөн Өфөлә «Атайҙар аллеяһы» барлыҡҡа килде. Ике тиҫтәләп төп ағас Салауат Юлаев проспектында, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы үткән участкала ултыртылды
18 Okt 2025, 14:05