БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish2 015
Obunachilar
-124 soatlar
-47 kunlar
-1230 kunlar
Postlar arxiv
2 015
Республикала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы күләмле тантана менән билдәләнәсәк
Башҡортостан - геройҙар Ватаны. Республикала Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы күләмле тантана менән билдәләнәсәк. Был турала Башҡортостан башлығы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға йыллыҡ мөрәжәғәтнамәһендә белдерҙе. Республикала төрлө быуын геройҙары миҫалында илһөйәр йәштәр тәрбиәләнә, тине Радий Хәбиров.
2 015
‼‼ Вчера, в 19.38 по Уфимскому времени Магадеева Алина, 2009 г.р. вышла из дома на Степана Злобина и должна была доехать на общественном транспорте до БРГИ им. Р.Гарипова, но не доехала.
Девочка спокойная, домашняя.Такое происходит в первый раз.
Приметы: была одета в черную удлиненную куртку, в шапочку с ушками. Худощавого телосложения, рост 170 см.
Кто располагает какой-нибудь информацией, просим сообщить - 112 или 8-927-300-96-65
2 015
Башҡортостанда Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй милли көрәш турниры үтте
Башҡортостанда полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй милли көрәш турниры үтте. Өфөнөң Көрәш һарайына 250 ҡатнашыусы йыйылды. Ярыш ике категория - 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр һәм унан өлкән ир-егеттәр араһында уҙҙы. Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә Бөтә Рәсәй милли көрәш турниры республикала дүртенсе тапҡыр ойоштролдо.
2 015
Өфөлә бишенсе «Тамыр селтәре» медиафестивале еңеүселәре билдәләнде
Өфөлә бишенсе «Тамыр селтәре» медиафестивале һәм командаларҙы, йәш хәбәрселәр, телестудия етәкселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Мәктәп телестудиялары селтәре биш йыл элек «Башҡортостан дәүләт телдәрен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә булдырылды. Ошо ваҡыт эсендә тиҫтәләгән интенсив-тренинг, медиаконтент булдырыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, йөҙҙәрсә видеояҙмалар һәм айырым тапшырыуҙар төшөрөлә.
2 015
«Эмилияның еңеүе: яңы ысул ярҙамында яман шеште еңеү тарихы»
Көтөп алынған ҡыңғырау. Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә яман шеште еңгән пациенттар өйгә ҡайтыр алдынан мөһим йола үтәй.
Был юлы ҡыңғырауҙы 16 йәшлек Эмилия Хәбибуллина сыңлатты. Ҡыҙға Ходжкин лимфомаһы диагнозы ҡуйылған. Табиптар әйтеүенсә, сир менән башлыса үҫмерҙәр яфалана һәм уны ваҡытында асыҡлаған осраҡта яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә була. Эмилия Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәгендә яңы ысул буйынса химия терапияһын үтә.
2 015
Башҡортостан мәктәптәрендә геройҙарҙың исеме мәңгеләштерелә
Батырҙар халыҡ хәтерендә. Республика илебеҙ азатлығы өсөн башын һалған геройҙарҙың исемдәре мәрмәр таҡтаташта һәм герой парталарында мәңгеләштерелә. Илһөйәрлек һәм Ватанға тоғролоҡ хаҡында киләһе яҙмала
2 015
Тура бәйләнештә мөрәжәғәт иткәндән һуң Ишембай районында йәшәүселәрҙең мәсьәләһе хәл ителгән
Башҡортостан башлығының тура бәйләнешенә мөрәжәғәт иткәндән һуң Ишембай районында йәшәүселәрҙең мәсьәләһе хәл ителгән. Биксән ауылы халҡы Радий Хәбировҡа Мәктәп урамындағы электр бағаналарына яңы яҡтыртҡыстар ҡуйыуҙы һорай. Урындағы хәкимиәттән хәбәр итеүҙәренсә, Һайран ауылы советына ҡараған тораҡ пункттарҙа иҫке лампаларҙы алмаштырыу эше йылдам бара. Йыл аҙағына тиклем тағы ла ҡырҡ фонарь ҡуйыу күҙаллана.
2 015
Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды баш ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһендә байрам ойошторҙо
Башҡорт теле көнөнә рухлы сара. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды баш ҡаланың сауҙа үҙәктәренең береһендә байрам ойошторҙо. Йылдағыса майҙанға килеүселәр өсөн күңелле концерт номерҙары, милли биҙәүестәр етештереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарылды.
2 015
Башҡорт теле көнө менән, дуҫтар!
Бөгөн – Башҡорт теле көнө. Барығыҙҙы ла бай ҙа, яғымлы ла булған туған телебеҙ көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Теле барҙың – иле бар, тиҙәр. Ә башҡорт телебеҙ мәңге йәшәһен өсөн, туған телебеҙҙе ҡәҙерләйек, һаҡлайыҡ,балаларыбыҙға өйрәтәйек. Шул ваҡытта Башҡортостаныбыҙ ҙа сәскә атыр!
2 015
85 йыллыҡ юл: Ғәскәров ансамбленең хореография һулышы
Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең 85 йыллығына бәйле ҙур концерт программалары дауам итә. Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында үткән тамашаға ижади коллективтың ветерандары махсус саҡырылды. Улар алдында хәҙерге быуын бейеүселәре легендар шәхес Фәйзи Ғәскәров ҡуйған - «Гөлнәзирә», «Ете ҡыҙ», «Төньяҡ амурҙары» кеүек хореографик композициялар менән сығыш яһаны.
2 015
Алғы һыҙыҡтағы батырҙар: Лиман йүнәлешендә «Град» комплексы эшмәкәрлеге
Яугирҙарыбыҙ Луганск халыҡ республикаһының Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә лә нацистарға тынғылыҡ бирмәй. Унда «Башҡортостан» полкының Сергей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы «Град» реактив системаһынан дошман нығытмаларын, техникаһын ҡаҡшата. Залп уты дрондар һәм контрһөжүмгә ҡарамай көндөҙ ҙә, төндә лә асыла. Хәрби расчет позициялар асыҡланмаһын өсөн атыу урынын алмаштырып бәрелештәр һыҙығын тағы ла алғараҡ күсерегә ярҙам итә. Реактивщиктар менән сираттағы заданиеға беҙҙең хәбәрселәр ҙә сыҡты.
2 015
Радий Хәбиров бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында дәүләт наградалары тапшырҙы
Салауат Юлаев орденына президиум рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Ханты-Манси автономиялы округы - Югра башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүҙәт Ҡолманбәтов, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов лайыҡ булды.
2 015
Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәйкәл ҡуйыласаҡ
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 6-сы съезында иғлан итте. Шулай уҡ төбәк етәксеһе Салауат Юлаев һәйкәле реконструкцияһын тиҙ арала башҡарыу мөһимлеген билдәләне. Тағы ла бер ҡарарҙарҙың береһе милли бейеү сәнғәтен һаҡлауға бәйле.
2 015
Баймаҡта инвалидтар йәмғиәтенең беренсе рәйесе Александра Ламзина кубогына спорт ярышы үтте
Спорт йәшәү дәрте өҫтәй. Баймаҡ ҡалаһының «Баһадир» физкультура-һауыҡтырыу комплексында мөмкинлектәре сикләнгән граждандар араһында райондың инвалидтар йәмғиәтенең беренсе рәйесе Александра Ламзина кубогына спорт ярышы үтте.
2 015
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Президиумы быйылғы йомғаҡлау ултырышының көн тәртибен раҫланы
2024 йылдың һуңғы пленар ултырышында депутаттар алдағы 3 йылға республика бюджетын раҫларға, шулай уҡ мотлаҡ медицина страховкаһы фонды бюджетын ҡабул итергә йыйына. Бынан тыш, республиканың административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодексына һәм бушлай медицина ярҙамы тураһындағы законға үҙгәрештәр индереү һәм башҡа ҡануни проекттарҙы ҡарау күҙаллана.
2 015
Өфөлә «Тел һәм оҡшашлыҡ» ғилми форумында төрки халыҡтар мәсьәләләре ҡаралды
«Тел һәм оҡшашлыҡ». Өфөлә ошо исем аҫтында үткән ғилми форумда төрки халыҡтар мәсьәләләре ҡаралды. Сара Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының Башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһын тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәренә ҡағылды. Тәжрибә уртаҡлашыуға Мәскәү, Санкт-Петербург, Ижевск, Әстрәхан һәм башҡа ҡалаларҙан төрки халыҡтар зыялылары йыйылғайны.
2 015
Өфөлә йәш шайморатовсыларҙың беренсе балы үтте
Уҡыуҙа һәм кластан тыш эштә айырылып торған 200-ҙән ашыу уҡыусы колонналар залында бейене. Тантаналы сарала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.
Марш тауышына туғыҙынсы класс уҡыусыларының йөҙгә яҡын пары тантаналы рәүештә залға инә. Улар үҙ ғүмерҙәрендә беренсе балда ҡатнашырға тейеш. Сара бер юлы өс мөһим датаны: Ватан геройҙары, республика конституцияһы һәм башҡорт теле көнөн берләштерҙе. Балды ойоштороу идеяһын республика етәксеһе тәҡдим иткән. Радий Хәбиров «шайморатов» кластарының иң яҡшы уҡыусыларын сәләмләп, Ватан һәм Башҡортостан тарихында Миңлеғәле Шайморатовтың айырым ролен билдәләне.
2 015
Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры итеп раҫланды
Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары үҙҙәренең пленар ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итте. Радий Хәбировтың парламентҡа тәҡдим иткән кандидатураһы бер тауыштан хупланды. Бөгөнгө парламент ултырышында Андрей Назаров Хөкүмәттең алдағы биш йыллыҡҡа эш программаһын иғлан итте. Ул министрҙар кабинеты эшмәкәрлегенең төп өс йүнәлешен билдәләне: халыҡты һаҡлау, уның һаулығын хәстәрләү һәм һәр кешенең үҙенең мөмкинлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, йәшәү өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ мөхитте үҫтереү, шулай уҡ яңы юғары технологиялы һәм динамик иҡтисадты формалаштырыу.
2 015
Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары алдында йыллыҡ мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаны. Республика етәксеһе алдағы йылдарға төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешен билдәләп, йыл йомғаҡтарын барланы. Мөрәжәғәтнамәнең төп өлөшө махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам мәсьәләләренә арналды. Радий Хәбиров 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән планға ярашлы төбәккә инвестициялар йәлеп итеү, сәнәғәт предприятиеларын үҫтереү, эшҡыуарҙарға шарттар тыуҙырыу маҡсаттарын ҡуйҙы.
2 015
Хәйбулла районында Йәштәр йорто асылды
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеобәйләнеш аша яңы учреждение эшмәкәрлегенә старт бирҙе. Бында мәктәп уҡыусылары һәм студенттар үҙҙәренең проекттары өҫтөндә эшләп, ижад менән шөғөлләнә ала, кәңәшмәләр һәм башҡа саралар уҙғарыу өсөн мобиль конференц-зал булдырылған, психолог һәм социаль педагогтар эшләйәсәк.
