БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish1 970
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-77 kun
-1930 kun
Postlar arxiv
1 970
Олимпиада еңеүселәре, инвестициялар һәм почта – аҙнаның төп темалары
Башҡортостан Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәре һәм призерҙары буйынса алдынғы 5 төбәк исемлегенә ингән. Был турала Республиканың мәғариф министры Илдар Мәүлетбирҙин бөгөн оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Радий Хәбиров уҡыусыларҙы һәм уларҙың педагогтарын матди яҡтан дәртләндереү бурысын ҡуйҙы. Оператив кәңәшмәлә шулай уҡ почта бүлексәләрен төҙөкеләндереү программаһы, Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы һөҙөмтәләре тураһында һүҙ барҙы.
1 970
«Беренсе тирмә»: Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары яугирҙарҙы ярҙамһыҙ ҡалдырмай
Беренсе тирмә. Башҡортостандың ирекмән ҡатын-ҡыҙҙарын берләштергән үҙенсәлекле проект. Ул 2024 йылдың ноябренән тормошҡа ашырыла. Проекта ҡатнашыусы гүзәл заттар хәрби госпиталдә яралы яугирҙарҙы тәрбиәләргә ярҙам итә. Әлегә тиклем республиканан 100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ Луганск госпиталендә эшләп ҡайтҡан. Улар ауыр тән йәрәхәттәре алған ир-егеттәребеҙгә йөрәк һәм күңел йылыһын өләшкән, иғтибар, хәстәр менән сорнаған.
1 970
Республикала талпан әүҙемлеге һаҡлана
Быйыл 7 мең 800-ҙән ашыу кеше медицина учреждениеларына мөрәжәғәт иткән. Уларҙың өс меңгә яҡыны - балалар,тип хәбәр итәләр Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән. Белгестәр әйтеүенсә, талпан аша энцефалит һәм боррелиоз һымаҡ хәүефле сирҙәр йоғоуы ихтимал.
1 970
Баймаҡ районы Беренсе Төркмән ауылында райондың ҡул эштәре оҫталары йыйыны үтте
Баймаҡ районы Беренсе Төркмән ауылында райондың ҡул эштәре оҫталары йыйыны үтте. Сараны ошо ауылда эшләп килгән «Ихлас» түңәрәге ағзалары ойошторҙо. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
1 970
«Көс урыны» фильмы халыҡ-ара фестиваль лауреаты булды
БСТ телеканалының «Көс урыны» фәнни-популяр фильмы «Яңы ысынбарлыҡ - 2025» Халыҡ-ара телекинофестивале лауреаты. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Түбәнге Новгород ҡалаһында үтте. Сара Рәсәй журналистар союзы Мәҙәни башланғыстар буйынса Президент фонды ярҙамында ойошторолған.
1 970
Салауат ҡалаһында етемдәргә фатирҙар тапшырыу дауам итә
Етемдәргә торлаҡ. Салауат ҡалаһында етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү алдан билдәләнгән план буйынса атҡарыла.
Быға тиклем Салауат ҡала хакимәте тарафынан был категория граждандарға 11 торлаҡ бинаһы бүленгән булһа, ошо көндәрҙә тағы ла 4 етемгә фатир асҡыстары тапшырылды.
1 970
Рәсәй мәктәптәрендә һәр предмет буйынса дәреслектәр бер төрлө була
Мәғариф министрлығы Фәндәр академияһы менән ошо йүнәлештә эш алып бара. Был турала вице-премьер Дмитрий Чернышенко белдерҙе. Берҙәм дәреслектәрҙе 2026 йылдың сентябренән ҡабул итеү планлаштырыла. Быйыл иһә яңы уҡыу йылынан 5-9-сы класс уҡыусылары тарихты бер төрлө дәреслектән өйрәнә башлай.
1 970
428-се полк яугирҙары фронтта быуындар бәйләнешен һаҡлай
Быуындар бәйләнеше. 428-се мотоуҡсылар полкы яугирҙары окоп шарттарында ла үҙ тарихын онотмай. Башҡортостандан мобилизацияланған ир-егеттәр олаталарының фотоһүрәттәренән бәләкәй генә стенд эшләгән. «Яҡындарыбыҙ Бөйөк Ватан һуғышында фашизмды еңгән, беҙ ҙә улар кеүек батыр булырға тейеш», - ти бөгөнгө ил һаҡсылары.
1 970
Өфөлә «Хәтер шәме» патриотик акцияһы үтте
Өфөлә «Хәтер шәме» патриотик акцияһы үтте. Бөйөк Ватан һуғышы геройҙарын данлау һәм тарихи хәтерҙе һаҡлауға арналған сара баш ҡалала 8-се тапҡыр ойошторолдо. Быйыл ул Өфөнөң Юнармеецтар скверында үтте. Хәтер сараһы концерт программаһы менән үрелеп барҙы.
1 970
Өфөлә «Фронтҡа киткән яҡташтарға» һәйкәленә сәскә һалыу тантанаһы үтте
Сара Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналды. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфө тимер юл станцияһынан фронтҡа меңдәрсә яҡташыбыҙ юлланған.
Хәтер сараһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һалдаттарҙың тол ҡатындары һәм һуғыш балаларына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.
1 970
Башҡортостан көрәшселәре алтын миҙалдар яуланы
Малик Емилов һәм Әнүәр Әхмәтғәлиев үҙ ауырлыҡ үлсәмдәрендә чемпион булды. Рәмзил Кинйәбулатов Рәсәй йыйылма командаһы составында бронза наградаға лайыҡ булды. Көрәш буйынса донъя чемпионаты Ҡазанда үтте.
1 970
Киләһе йылдан Рәсәйҙә пенсияны индексациялау ике этапта башҡарыла
1 февралдән түләүҙәр уҙған йылдағы инфляция кимәленә ҡарап арта. 1 апрелдән иһә айлыҡ килемдең артыу кимәлен иҫәпкә алып күтәреләсәк. Был турала Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Антон Котяков белдерҙе. 2026 йылға бюджетты әҙерләгәндә был үҙгәрештәр иҫәпкә алынасаҡ тине ул.
1 970
Башҡортостанда күп функциялы спорт майҙансығы булдырыла
Петербург иҡтисади форумында Республика хөкүмәте һәм "Сәләмәт Ватан" йәмәғәт ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Премьер-министр Андрей Назаров белдереүенсә, "Рәсәйҙә 100 спорт майҙансығы" тигән проект ғәмәлгә ашырыла. Уға ярашлы, республика райондарының береһендә күп функциялы биләмә булдырыла. Бының өсөн 10 миллион һумдан ашыу аҡса тотонола.
1 970
Йомағужа һыуһаҡлағысының гидротехник ҡоролмаларында капиталь ремонт була
Күгәрсен районында ошо мәсьәлә буйынса кәңәшмә үтте. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов белдереүенсә, һыуһаҡлағыс ҡала һәм ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. - Бөгөнгә эште башҡарыусы компания менән контракт төҙөлгән, ремонтҡа әҙерлек бара, тине ул. Бының өсөн 432 миллион һум тотонола, уның ҙур өлөшө федераль ҡаҙнанан бүленә. Ремонт өс йыл дауам итәсәк.
1 970
Урал аръяғында милли проект буйынса мәктәп һәм ике балалар поликлиникаһы төҙөлә
Был турала Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артем Ковшов хәбәр итте. Учалыла һәм Асҡарҙа "Оҙайлы һәм әүҙем тормош" милли проектына ярашлы, балалар поликлиникалары булдырыла. Асҡар ауылында 640 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәп төҙөлә. Бында балалар баҡсаһы ла була. Учалы үҙәк дауаханаһының хирургия корпусында ла төҙөлөш бара. Эште быйыл тамамлау бурысы ҡуйылған.
1 970
Өфөлә «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының ярым финалистары өсөн уҡыуҙар башланды
Өфөлә «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының ярым финалистары өсөн уҡыуҙар башланды. Хәрбиҙәр алдында тәжрибәле сәйәсмәндәр лекциялар менән сығыш яһай, тренингтар уҙғара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, күләмле проект Радий Хәбиров тәҡдиме менән быйыл февралдә старт алғайны. Ул Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектына оҡшаш, төбәк кимәлендә үтә. «Башҡортостан Геройҙары» проекты еңеүселәре дәүләт һәм муниципаль власть органдарына, шулай уҡ төрлө предприятиеларға эшкә урынлаштырыласаҡ. Кадрҙар проектының әһәмиәте, төп маҡсаттары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова әҙерләгән әңгәмә.
1 970
Башҡортостан Башлығы кәңәшсеһе Алик Камалетдинов 50 йәшен билдәләй
Бай хәрби тәжрибәле офицер. Башҡортостан башлығының хәрбиҙәр менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов бөгөн 50 йәшен билдәләй. Махсус хәрби операция башланғандан алып Алик Финзир улы яугирҙар янында.
1 970
Владимир Путин Башҡортостанды милли рейтингтағы юғары күрһәткестәре өсөн ҡотланы
Дәүләт етәксеһенән юғары баһа. Владимир Путин Петебург халыҡ-ара иҡтисади форумының пленар ултырышында ҡатнашып, инвестиция торошо милли рейтингында юғары күрһәткестәргә ирешкән төбәктәр, шул иҫәптән Башҡортостанға ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Республиканың идара командаһы өсөн аҙна бик ҡыҙыу булды, форум майҙансығында тиҫтәләп рәсми осрашыу уҙғарылды.
1 970
Баймаҡ районының «Ленин» хужалығы йәйләү осорона күсте
Йәйләү ‐ мул һөт осоро. Хужалыҡтар малдарын фермаларҙан йәйләүҙәргә күсерҙе. Был үҙ сиратында уларҙы иркендә тотоу, тәү сиратта, һөт күләмен арттырыуға килтерә. Баймаҡ районының «Ленин» исемендәге яуаплылығы сикләнгән ойошмала ла малдар йәйге лагерға сыҡты. Был турала киләһе сюжетта.
1 970
Өфөлә Йылҡысылыҡ форумы үтте: төп иғтибар – башҡорт аты һәм ҡымыҙ етештереү
Башҡорт атының генетикаһын тикшереү, уларҙың үҙенсәлектәрен асыҡлаған мәлдә фермерҙар менән ғалимдарҙы берләштереү мөһим. Әммә ул исем өсөн генә түгел, ә эш һөҙөмтәһе иҡтисадҡа ла яҡшы йоғонто яһарға тейеш, тине Илшат Фәзрахманов. Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - Ауыл хужалығы министры ҡатнашлығында Йылҡысылыҡ форумы үтте. Эшлекле осрашыуҙа төбәк ведомстволары вәкилдәре, Рәсәй һәм Ҡаҙағстан ғалимдары, йылҡысылыҡ хужалыҡтары етәкселәре һәм белгестәре, йылҡы тотоусылар ҡатнашты.
