uz
Feedback

Firibgarlarga uchmang! Telemetrio bunday kanallarni topadi va belgilaydi 👉 Belgini ko‘rmoqchi bo‘lsangiz, obuna bo‘ling

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
1 965
Obunachilar
-124 soatlar
-37 kun
-1730 kun
Postlar arxiv
БСТ каналында — башҡорт рок тамашаһы 1 ғинуар 21:00 сәғәттә республиканың төп телеканалында «Дәрүиш рухы+» башҡорт рок концерты экранға сыға!

Көмөш ирекмәндән Яңы йыл бүләге Балаларға - йөрәк йылыһы һәм бүләктәр. Көмөш ирекмән Юрий Иванов Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия-интернатының уҡыу алдынғылары менән осрашып, Яңы йыл бүләктәрен тапшырҙы.

Өфө районы Подымалов ауылында йәшәүсе өс йәшлек Зарина Әсфәғәнова Яңы йылға бүләк алып ҡыуанды Йылдың иң тылсымлы байрамында ҡыҙ яңы ҡурсаҡлы булды. Был бүләкте «Теләктәр шыршыһы» акцияһынан Өфө районы хакимиәте башлығы Николай Ельников алған. Быйыл акцияға 3 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Уларҙың 300-ҙән ашыуы шыршынан алынған. Депутаттар, эшҡыуарҙар ошо теләктәрҙе тормошҡа ашырырға тырыша.

БСТ телеканалы сәхнә легендалары менән бергә Яңы йыл кисен ҡаршыларға саҡыра Нәжиә Аллаярова, Фидан Ғафаров, Нурия Ирсаева, «Карауанһарай»ҙың тәүге составы... БСТ телеканалы сәхнә легендалары менән бергә Яңы йыл кисен ҡаршыларға саҡыра. «Мәңгелек йырҙар, йондоҙҙар» тип аталған тапшырыу төрлө йылдарҙа популяр булған йырҙарҙы иҫкә төшөрөргә, сәхнә йондоҙҙарына ҡушылып йырларға саҡыра.

Өфөлә мәҙәниәт учреждениелары етәкселәренә йөк автомобиле асҡыстары тапшырылды Яңы йылға бүләккә транспорт асҡысы. Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республиканың мәҙәниәт учреждениелары етәкселәренә йөк автомобиле асҡыстарын тапшырҙы. 2024 йыл Башҡортостандың мәҙәниәт учреждениелары өсөн ижади йәһәттән дә, матди-техник базаны нығытыу яғынан да уңышлы булған. Тәү сиратта театр, филармония, музейҙарҙың транспорт паркы яңыртылған.

Йыл йомғаҡтары һәм яңы йыл байрамында хәүефһеҙлек мәсьәләһе Бөгөн Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған оператив кәңәшмәлә ошо һәм башҡа һорауҙар ҡаралды. Төп темалар тураһында репортаж.

Өфөлә башҡорт йәмәғәтселеге журналист Рәзил Бикбулатовты һуңғы юлға оҙатты Рәзил Бикбулатов 1996 — 2003 йылдарҙа Башҡортостан
+1
Өфөлә башҡорт йәмәғәтселеге журналист Рәзил Бикбулатовты һуңғы юлға оҙатты Рәзил Бикбулатов 1996 — 2003 йылдарҙа Башҡортостан телерадиокомпанияһында, «Тамыр» студияһында хәбәрсе, «Сәләм» тапшырыуында мөхәррир булып эшләне. Артабан 2004 — 2006 йылдарҙа хеҙмәттәшебеҙ «Йәшлек» гәзитендә эшләне. 2006—2008 йылдарҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк бүлексәһенең матбуғат секретары вазифаһын башҡарҙы. 2008 — 2013 йылдарҙа Башҡортостан Милли китапханаһының йәмәғәтселек менән бәйләнештәр буйынса директор урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. 2014 — 2019 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Баҡсасылар союзының Башҡортостан буйынса матбуғат секретаре. 2019 йылдан «Аманат» балалар журналының баш мөхәррире урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.

Дүртөйлө-Әсет трассаһы яҡты була М-12 фдеераль трассаһы төҙөлөшө дауам итә. "Автодор" корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡ
Дүртөйлө-Әсет трассаһы яҡты була М-12 фдеераль трассаһы төҙөлөшө дауам итә. "Автодор" корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан биләмәләрендә 60 километрҙа яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылды. Республикала 140 километрҙа 54 трансформатор станцияһы, 7 мең 700 фонарь ҡуйыу планлаштырыла. Магистралдең Дүртөйлө-Әсет участкаһы Башҡортостан, Пермь крайы, Свердловск өлкәһе аша үтә.

🎊БСТ каналында - «СУЛПЫЛАР - 2024» асыҡ телевизион конкурсы финалы! Моңло йырҙар, сағыу номерҙар! Йәш йырсылар менән бер сәхнәлә эстрадабыҙ йондоҙҙары сығыш яһай! 31 декабрҙә 12:00 сәғәттә БСТ каналын ҡабыҙырға онотмағыҙ!🎊 https://vk.com/video-85076499_456255614

Яңы йылда Өфөлә автобустарҙың йөрөү ваҡыты оҙайтыла “Башавтотранс” компанияһынан белдереүҙәренсә, һүҙ 31 декабрҙән 1 ғинуарға
Яңы йылда Өфөлә автобустарҙың йөрөү ваҡыты оҙайтыла “Башавтотранс” компанияһынан белдереүҙәренсә, һүҙ 31 декабрҙән 1 ғинуарға тиклем 6-сы, 75-се, 51-се, 69-сы, 74-се һәм 226-сы маршруттар хаҡында бара. Билдәле булыуынса, ҡайһы бер рейстар башланғыс һәм аҙаҡҡы туҡталыштарҙан төнгө сәғәт 1-ҙә һәм 3-сө яртыла ҡуҙғала.

Өфөлә Ләйсән Рәхмәтуллинаның «Акварелгә тоғролоҡ» күргәҙмәһе асылды Акварелгә тоғролоҡ. Башҡортостандың халыҡ рәссамы Ләйсән Рәхмәтуллинаның баш ҡаланың 2-се балалар һынлы сәнғәт мәктәбендә асылған яңы күргәҙмәһе шулай тип атала. Тәү сиратта йәш рәссамдар өсөн тәғәйенләнгән экспозицияны ҡарарға акварель оҫтаһының ижадташ дуҫтары һәм һынлы сәнғәт белгестәре лә йыйылды.

Әбйәлил районында Сәриә Миржанованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сара үтте Әбйәлилдәр ул-ҡыҙҙарын данлай. Төбәктә күренекле шәрҡиәтсе, диалектология белгесе Сәриә Миржанованың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған сара үтте. Ул ғалимәнең тыуған ауылы - Тал Ҡусҡарыла ойошторолдо.

«Теләктәр шыршыһы» хыялдарҙы тормошҡа ашыра Өфөлә сираттағы төркөм дәүләт эшмәкәрҙәре акцияла ҡатнашып, осраҡлы рәүештә балалар теләктәрен һайлап алды. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға - Өфөнән 10 йәшлек Тимурҙың Яңы йыл хыялы эләкте. Малайҙың үҙен поезд машинисы ролендә һынап ҡарағыһы килә.

Радий Хәбиров Кузнецов Затоны биҫтәһендә асылған яңы бүлексәләре эшмәкәрлеге менән танышты Медицина яҡыная. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфө поликлиникаларының Кузнецов Затоны биҫтәһендә асылған яңы бүлексәләре эшмәкәрлеге менән танышты. Күп ҡатлы йорттоң беренсе ҡатында балалар һәм өлкәндәргә беренсел ярҙам күрһәтелә. Филиалдар баш ҡала поликлиникаларын яңыртыу программаһы сиктәрендә эш башланы.

Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамы менән тәбрикләне Быйыл ғына ҡотҡарыусылар 2 меңдән ашыу кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров ҡотҡарыусыларҙы һөнәри байрамы уңайынан тәбрикләү тантанаһында белдерҙе. Төбәк башлығы әйтеүенсә, ҡотҡарыусы - иң мөһим, ихтирамға лайыҡ һәм выжданлы һөнәр. Улар һәр ваҡыт үҙ бурыстарын теүәл һәм намыҫ менән үтәй.

Өфөлә Шаҡша күпере асылды Бөгөн иртән транспорт артерияһының дүрт һыҙаты буйынса ла хәрәкәт башланды. Объектты сафҡа индереүҙә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Ремонт эштәре «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарылған.

Өфөлә йәшәүсе 9 йәшлек Никита Десятниковтың хыялы тормошҡа ашты Ул бүләккә проектор алды. Малайҙың хыялы яҙылған шарҙы «Теләктәр шыршыһы» акцияһында Башҡортостандан сенатор Лилиә Ғүмәрова алған. Никитаға бүләкте Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу тапшырҙы.

Радий Хәбиров Кузнецов Затоны биҫтәһендә асылған поликлиника филиалдарын ҡараны Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Кузнецов Затоны биҫтәһендә балалар һәм өлкәндәр өсөн асылған поликлиника филиалдарын ҡараны. Ике медицина учреждениеһы ла бер үк адрес буйынса күп фатирлы йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан. Унда участка педиатрҙары һәм терапевтарҙан консультация алыуҙан тыш, УЗИ, ЭКГ кеүек тикшеренеүҙәр үтергә була.

Өфөлә Шаҡша күперенең бөтә дүрт һыҙаты буйлап хәрәкәт башланды Объектты асыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты. Өфө йылғаһы аша һалынған күпер Шаҡша биҫтәһен һәм Иглин районы ауылдарын баш ҡала менән тоташтырыусы берҙән-бер артерия булып тора, әммә ул ҡәнәғәтләнерлек хәлдә булмай. Шуға ла 2023 йылдың яҙында капиталь ремонтҡа тотонорға хәл ителә. Эштәр «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты сиктәрендә башҡарала.

Яңы йылда Өфө балалар туризмы баш ҡалаһы була Ул федераль конкурста еңеү яуланы. 2020 йылдан башлап балалар һәм ғаилә туризмы
Яңы йылда Өфө балалар туризмы баш ҡалаһы була Ул федераль конкурста еңеү яуланы. 2020 йылдан башлап балалар һәм ғаилә туризмы үҫешенә булышлыҡ итеү маҡсатында конкурс уҙғарылып килә. Йыл һайын балалар туризмы үҫеше буйынса проекттар күрһәтелә, төрлө төбәктәрҙән туристик бизнес вәкилдәре тәжрибә уртаҡлаша. Киләһе йылда бындай саралар Өфөлә уҙғарыла.