uz
Feedback

Firibgarlarga uchmang! Telemetrio bunday kanallarni topadi va belgilaydi 👉 Belgini ko‘rmoqchi bo‘lsangiz, obuna bo‘ling

БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
1 968
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-17 kun
-1430 kun
Postlar arxiv
Башҡорт балы йәнә донъяуи кимәлдә лайыҡлы баһаланды «Бал ҡорто һәм кеше: Рәсәй һәм дуҫ илдәр» Халыҡ-ара конгрессында республика умартасылары продукцияһы төрлө номинацияларҙа еңеүсе тип танылды. Илеш районынан ғына мәҫәлән, бер юлы дүрт йүнсел призлы урын яуланы. Форум донъяның 35 иле араһында ойошторолған.

Өфө хужожество-сәнәғәт колледжы «Професиионалитет» федераль проекты еңеүселәре исемлегендә Программа нигеҙендә уҡыу йортонда капиталь ремонт үткәрелгән, һөнәр үҙләштереү өсөн уҡыу ҡоролмалары яңыртылған. 120 млн һумға иҫәпләнгән модернизациянан һуң Өфө художество-сәнәғәт колледжы республиканың иң алдынғы колледждарының береһе һанала.

«Салют» республика реабилитация үҙәге Бәләбәйҙән 12 йәшлек малайҙы аяҡҡа баҫтырған Былтыр үҫмер дүртенсе ҡаттан ҡолап төшөп, бер нисә һөйәген һындыра, ныҡ ҡына уң аяғы йәрәхәтләнә. Биш ай дауамында дауаланғандан һуң ике аҙна элек ул Өфөгә килтерелә. Бәләкәй генә аҙым да Арсенийға ҡатмарлы бирелә. Тик малай өлкәндәрсә көслө булырға өйрәнгән. Бер нисә аҙна элек кенә уның аяғы бөтөнләй ҙә хәрәкәтләнмәһә, бөгөн ул ныҡлы баҫып тора һәм атлай ала.

Башҡортостанда һауа торошо ҡапыл йылытты Бөгөн термометр бағанаһы 3 градусҡа тиклем күтәрелде. Синоптиктар фаразы буйынса, алдағы көндәрҙә уртаса тәүлек температураһы норманан 3-9 градусҡа юғары буласаҡ. Төбәктәрҙә урыны менән ямғыр яуып, ҡарҙың әүҙем иреүенә булышлыҡ итәсәк. Һөҙөмтәлә дала һәм тау йылғаларында һыу кимәле күтәрелеүе, уйһыулыҡтарға һыу йыйылыуы ихтимал. Аҙна аҙағында һауа температураһы 7 градусҡа тиклем йылытыр тип көтөлә.

Былтыр Башҡортостан бюджеты инвестиция ярҙамында рекордлы күләмгә артҡан Сумма 784 миллиард һумға яҡын тәшкил итә. Күрһәткес буйынса республика Волга буйы федераль округында икенсе урында. 2023 йыл менән сағыштырғанда, йәлеп ителгән финанс күләме 9,7 процентҡа артҡан. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк башлығы хәбәр итте.

⚡️ Разыгрываем 5 сертификатов в книжный магазин! Любите читать? Тогда скорее участвуйте в нашем розыгрыше! Пятеро счастливчик
⚡️ Разыгрываем 5 сертификатов в книжный магазин! Любите читать? Тогда скорее участвуйте в нашем розыгрыше! Пятеро счастливчиков смогут стать обладателями подарочных сертификатов в один из крупнейших книжных магазинов. 👉🏻 Как принять участие в розыгрыше? Подпишись на каналы ниже и нажми кнопку “Участвую”: БСТ | Новости Башкортостана Спутник ФМ Бот-рандомайзер случайным образом выберет пятерых победителей 14 марта в 18:00. Сертификаты можно будет забрать у нас в офисе по адресу: Уфа, ул. Гафури 9/1. Всем удачи!

Баймаҡ районының «Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхоздың ойошторолоуына 95 йыл Баймаҡ районындағы данлыҡлы «Октябрҙең 50 йыллығы» исемендәге колхоздың ойошторолоуына 95 йыл. Ошо уңайҙан төбәктә төрнлө йылдарҙа хужалыҡта эшләп киткән, уның үҫешенә тос өлөш индергән хеҙмәт ветерандары ҡатнашлығында тантаналы сара уҙҙы. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Шаран ауылы мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашыу үтте Батырлыҡ дәресе. Шаран ауылының 2-се урта мәктәбендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы «Бек» ҡушаматлы яугир менән осрашыу үтте. Илһөйәрлек сараһы «Ватанды һаҡлаусылар»дәүләт фондының Башҡортостан буйынса Шаран районы филиалы ярҙамында ойошторолдо.

Башҡортостан» полкының радиоэлектрон көрәш ротаһы яугирҙары ер аҫтында ғибәҙәтхана ойошторған Хоҙайға мөрәжәғәт итергә бер нәмә лә ҡамасауламай. «Башҡортостан» 31-се мотоуҡсылар полкының радиоэлектрон көрәш ротаһы яугирҙары ер аҫтында ғибәҙәтхана ойошторған. Блиндаж рәүешендә эшләнгән бүлмә һалдаттар өсөн изге урынға әйләнгән. Унда ғибәҙәт ҡылыу, намаҙ уҡыу өсөн уңайлы һәм тыныс шарттар булдырылған. Бигерәк тә Рамаҙан айында иман бүлмәһенә йөрөүселәр йышайған. Хәрби заданиелар алдынан һәм уны үтәп ҡайтҡандан һуң да яугирҙар бында инеп белгән доғаларын уҡырға күнеккән.

Баш ҡалала маскировка селтәрҙәрен үреү буйынса өмә үтте Уны «Маскировка Щит Өфө» ирекмәндәр хәрәкәте ойошторҙо. Ул 12 меңгә яҡын кешене берләштергән Башҡортостандың иң ҙур волонтерҙар берләшмәләренең береһе. Дөйөм көс менән Халыҡ фронты активистары фронт өсөн 108 квадрат метр маскировка селтәре әҙерләне. Сарала ҡатнашыусы иң йәш ирекмән Яна Миңлеғәзинаға ни бары 4 кенә йәш, ул өләсәһенә ярҙам итергә килгән. Тылда еңеү сүкеүсе ҡытын-ҡыҙҙар милли кейемдә төрлө телдәрҙә йырҙар ҙа башҡарҙы.

Ике аҙна эсендә «Башҡортостан геройҙары» программаһына 900-ҙән ашыу ғариза ҡабул ителгән Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикала февраль аҙағында «Геройҙар дәүере» федераль программаһының дауамы булған төбәк программаһы эшләй башланы. Проект махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан юғары квалификациялы идара кадрҙары резервын әҙерләү маҡсатында ойошторолған. Теркәлеү этабы 2025 йылдың 31 мартына тиклем дауам итә. Тулыраҡ мәғлүмәт менән героибашкортостана.рф сайтында танышырға мөмкин.

Һуңғы тәүлектә республика халҡы мутлашыусыларға 6 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән Был турала Хоҡуҡ һаҡлау органдарына 29 ғариза ҡабул ителгән. Баймаҡ районында 59 йәшлек ир инвестиция ярҙамында еңел табыш алырға теләп, уға үҙен телефон аша «финанс аналитик» тип таныштырған иргә ышана һәм телефонына махсус ҡушымта күсерә. Һөҙөмтәлә ул кредитҡа алынған 3 миллион һум аҡсаһын юғалта.

Өфө аэропортында Мәскәүҙән бер нисә рейс тотҡарланған Рәсәйҙең баш ҡалаһынан әлегә биш самолет пассажирҙары ҡайта алмай. Өфөнән Мәскәүгә ике рейс тотҡарланған, шулай уҡ Түбәнге Новгород һәм Ҡазан йүнәлешенә лә расписание үҙгәргән. Өфө аэропортының рәсми мөрәжәғәтендә билдәләүенсә, был Мәскәү аэропорттарында самолеттарҙы оҙатыу һәм ҡабул итеү буйынса ваҡытлыса сикләү индерелеүгә бәйле.

1 апрелдә Рәсәйҙә социаль пенсия 14,75 процентҡа арта Был туралағы күрһәтмәгә Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы. Премьер-министр билдәләүенсә, был ярҙамды бөгөн страховка пенсияһын иҫәпләү өсөн етерлек стажы булмаған граждандар ала. Һүҙ 70 йәштән өлкән ир-аттар һәм 65 йәше тулған ҡатын-ҡыҙҙар тураһында бара.

Былтыр Башҡортостанда 19 социаль объект файҙаланыуға тапшырылған Күләмле проекттар араһында Өфө юбилейына төҙөлгән Көрәш һарайы, Фехтование үҙәге, Ишеү сламломы комплексы, «Именлек» геронтология үҙәге, алты мәғариф объекты бар. Был турала үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә төбәк башлығы хәбәр итте.

Яугирҙар рәхмәт белдерә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Айнур Кәбировҡа А. Доставалов исемендәге батальондан Рәхмә
Яугирҙар рәхмәт белдерә Башҡортостан юлдаш телевидениеһы хәбәрсеһе Айнур Кәбировҡа А. Доставалов исемендәге батальондан Рәхмәт хаты тапшырғандар.

🚀Дәүләт Думаһында дрондар һөжүменә «Орешник» менән яуап бирергә тәҡдим иттеләр Оборона буйынса комитет башлығы Андрей Картап
🚀Дәүләт Думаһында дрондар һөжүменә «Орешник» менән яуап бирергә тәҡдим иттеләр Оборона буйынса комитет башлығы Андрей Картаполов һүҙҙәренсә, яңы ракетаны осорорға ваҡыт. — Ҡарарҙы баш командующий ҡабул итә, әммә украиндарға «Орешник» осороу артыу булмаҫ, тип уйлайым, - тигән ул.

Өфөнән Мәскәүгә самолеттар тотҡарлана Мәскәүгә бөгөн иртән 73 пилотһыҙ осҡос һөжүм иткән. Бөтә аэропорттарҙа ябыҡ, самолеттарҙы ҡабул итмәй. Мәскәү өлкәһендәге Домодедово ҡалаһында дрондар һөжүм итеүе арҡаһында 20 автомобиль янып киткән. Бер кеше һәләк булған.

Башҡортостандың Йәмғәт палатаһы менән Конституция советы хеҙмәттәшлек итәсәк Яҡтар араһында ҡул ҡуйылған килешеү төбәктә граждандар йәмғиәте эшмәкәрлеге өсөн бик мөһим. Ул республика граждандарының именлеген һәм илебеҙ мәнфәғәтен тәьмин итеүгә, халыҡтың проблемаларын ишетергә ярҙам итәсәк. Йәмәғәт палатаһы менән Конституция советы төрлө йүнәлештәр буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырырға иҫәп тота.

«Башҡортостан» полкы яугирҙары Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә һөжүмде дауам итә Яугирҙарыбыҙ Луганск халыҡ республикаһының Ҡыҙыл Лиман йүнәлешендә лә нацистарға тынғылыҡ бирмәй. Унда «Башҡортостан» полкының Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы «Град» реактив системаһынан дошман нығытмаларын, техникаһын ҡаҡшата. Залп уты дрондар һәм контрһөжүмгә ҡарамай көндөҙ ҙә, төндә лә асыла. Хәрби расчет позициялар асыҡланмаһын өсөн атыу урынын алмаштырып бәрелештәр һыҙығын тағы ла алғараҡ күсерегә ярҙам итә. Реактивщиктар менән сираттағы заданиеға БЮТ хәбәрселәре лә сыҡты.