uz
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
2 021
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-27 kunlar
-830 kunlar
Postlar arxiv
Ғүмер аҙағында тапҡан бәхет: өлкәндәрҙең наҙлы тантанаһы Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта. Бөгөн Өфөнөң Октябрь районының ЗАГС бүлегендә 83 йәшлек Фәйзулла Сәғәҙиев менән 76 йәшлек Анна Шолохова законлы никахын теркәне. Ғаилә пары баш ҡалалағы «Именлек» республика геронтология үҙәгендә ғүмер итә.

Махсус хәрби операцияла мобилизация буйынса ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙ ялдан һуң йәнә фронтҡа юлланды Отпускыға бергә ҡайтҡан кеүек, махсус хәрби операция биләмәһенә лә яугирҙар ойошҡан рәүештә юллана. Ир-егеттәрҙе хеҙмәт урынына «Башавтотранс» автобустары алып бара. Маршрут республика башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса ойошторола. Хәрбиҙәрҙе оҙатыу сараһы Михаил Нестеров исемендәге скверҙа үтте.

Космонавтика көнө Өфөлә тантаналы саралар менән билдәләнде Бөгөн - Рәсәйҙә Космонавтика көнө. 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин кешелек тарихында беренсе булып Йыһанды яулай. Был донъя кимәлендәге ваҡиғаға, совет конструкторҙары, инженерҙары һәм ғалимдарының ҙур ҡаҙанышына әүерелә. Байрам саралары тотош ил кимәлендә, шул иҫәптән Өфөлә лә үтте.

Өфөлә «Биҙәк» милли мәҙәниәттәр фестивале үтте Бөгөн Өфөлә «Биҙәк» милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Нәфис һүҙ, йыр, бейеү номинациялары буйынса ойошторолған ижади конкурста Башҡортостандың ике тиҫтәнән ашыу ҡала-районынан 250-нән ашыу бала ҡатнашты. «Биҙәк» республика милли мәҙәниәттәр фестиваленә баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы тарафынан нигеҙ һалына.

Күмертау фронтовигы ил һаҡсыларын хөрмәтләп иҫкә ала Рәсәй халҡын береһе лә еңә алмаған һәм еңмәйәсәк тә. Сөнки беҙҙең илдә бар халыҡтар ҙа дуҫ, татыу йәшәй. Яугирҙарыбыҙ 80 йыл элек беҙ яулаған кеүек үк еңеү менән ҡайтасаҡ, ти Күмертауҙа йәшәүсе Рәшит Ишморатов. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны махсус хәрби операция яугирҙарына теләктәшлек белдереп, ил һаҡсыларына оло рәхмәтен белдерә. Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләргә әҙерләнгән фронтовик менән БЮТ хәбәрселәре осрашты.

Еңеү көнөндә «Үлемһеҙ полк» маршы йәнә барлыҡ ҡала урамдарын һәм майҙандарын биҙәйәсәк Был турала «Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы» хәрәкәтенең үҙәк штабы рәйестәше Елена Цунаева белдерҙе. Уның фекеренсә, быйылғы сара ҡатнаш, шул иҫәптән традицион форматта үтәсәк. Марш ваҡытын урындағы властар төбәк бүлексәләре менән бергә үҙаллы билдәләргә хоҡуҡлы. Бынан тыш, бөтә төбәктәрҙә лә, шул иҫәптән сит илдәрҙә лә «Үлемһеҙ полк» онлайн акцияһы уҙа, унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.

Өфөлә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙар һәм уларҙың яҡындарын ҡабул итеү ойошторолдо Осрашыуға республиканың төрлө район-ҡалаларынан килгәйнеләр, бер нисә мөрәжәғәт итеүсе осрашыуға онлайн-бәйләнеш аша ҡушылды. Депутат, йәмәғәтселәр һәм Тәфтиш комитеты вәкилдәре йәмғеһе ике тиҫтәнән аша һорауҙы ҡараны. Улар фронт биләмәһендә хәбәрһеҙ юғалған яугирҙар, һәләк булыусыларға ҡаралған түләүҙәр, кредит каникулдары, наградалар һәм башҡа мәсьәләләргә ҡағылды.

Өфөлә 7-се тапҡыр «Ҡанатлан» мәғариф форумы үтте Яңы үрҙәргә. Өфөлә 7-се тапҡыр «Ҡанатлан» мәғариф форумы үтте. «Торатау» конгресс-холында мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр үҙҙәренең эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары буйынса фекер алышты. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне.

Өфөлә һәләтле спортсыларға «Милләт йәшлеге» бүләге тапшырылды Адаптив спортты үҫтереү айырыуса әһәмиәткә эйә. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Милләт йәшлеге» 11-cе Йәмәғәт премияһын тапшырыу тантанаһы почетлы ҡунаҡтары менән осрашыуында билдәләне. Быйыл мәртәбәле конкурста ҡатнашыуға өс йөҙҙән ашыу заявка ҡабул ителгәйне, еңеүселәр тиҫтәгә яҡын номинацияла билдәләнде.

Радий Хәбиров Рәсәйҙә туризмды үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында Рәсәйҙә туризмды үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы ултырышында ҡатнашты. Уны ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко үткәрҙе. Вице-премьер билдәләүенсә, былтыр Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса «Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы» милли проектын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланды. Ошо бер йыл арауығында Рәсәй буйлап 90 миллиондан ашыу кеше сәйәхәт иткән, был 2021 йылға ҡарағанда, 37 процентҡа күберәк.

Өфөлә гастролдә «Әкиәт» татар дәүләт академия ҡурсаҡ театры Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры сәхнәһендә ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары билдәле яҙыусыларҙың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған тамашаларҙы ҡарай ала. Күрше республика театры балалар һәм өлкәндәр өсөн дә махсус спектаклдәр тәҡдим итә. 90 йыллыҡ тарихлы мәҙәниәт учреждениеһының репертуары бай һәм төрлө. Әҫәрҙәр өҫтөндә лә Рәсәй ҡурсаҡ театрҙарының иң яҡшы режиссер һәм рәссамдары эшләй.

Стәрлетамаҡта мутлашыусылар тоҙағына эләгеп барған пенсионер ҡотҡарылды Республикала мутлашыусылар тоҙағына эләгеп, уларға 800 мең һум аҡса күсерергә теләгән пенсионер ҡотҡарылған. Стәрлетамаҡ тимер юл вокзалының транспорт хәүефеһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре ҡатындың үҙен сәйер тотоуына иғтибар итә. Ул бер нисә тапҡыр телефон аша һөйләшкән килеш банкомат янына килеп ҙур сумма ала. Ярҙам тәҡдим итеүселәрҙән зыян күреүсе баш тарта. Вокзал хеҙмәткәрҙәре 112 телефонына шылтыратып, мутлашыу тураһында хәбәр итә. Һөҙөмтәлә, пенсионер аҡсаһын мутлашыусыларға ебәреп өлгөрмәй.

Өфөнөң Нуғай шоссеһында теркәлгән аварияла өс кеше зыян күргән Бөгөн иртән Өфөнөң Нуғай шоссеһында теркәлгән аварияла өс кеше зыян күргән. Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, DAF йөк машинаһы водителе, төп юлға сығып барғанда, «Рендж Ровер»ҙы үткәрмәй. Авария һөҙөмтәһендә цемент ташыусы ярым прицеп иномарка өҫтөнә ауа һәм ҡойма аша ҡаршы һыҙатҡа сыға. Юл-транспорт ваҡиғаһында внедорожник водителе һәм ике бала дауаханаға оҙатыла. Уларҙың һаулығы уртаса ауырлыҡта тип баһалана. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.

Онкология диспансерында йыуан эсәк яман шешен дауалау буйынса оҫталыҡ дәресе үтте Республика клиник онкология диспансерында йыуан эсәктәге яман шеш һәм уға тиклемге ауырыуҙарҙы дауалау буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы. Түбәнге Новгородтан килгән белгес үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Башҡортостанда «Инвестиция сәғәте»ндә яңы проекттар хупланды Сәнәғәттә, ауыл хужалығында һәм хеҙмәтләндереү өлкәһендә яңы проекттар. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров «Инвестиция сәғәте» форматында төбәктең инвестиция комитетының сираттағы ултырышын үткәрҙе. Тәүҙә эшҡыуарҙар менән осрашыуҙарҙың яҡынса йомғаҡтары барланды.

«Салауат Юлаев» клубы плей-оффтың сирек финалы башланыр алдынан асыҡ күнекмә үткәрҙе Мәскәүҙең «Спартак» командаһына әҙерлек 40 минут самаһы дауам итте. Нэйтан Тоддтан башҡа бөтә уйынсылар ҙа боҙға сыҡты. Билдәле булыуынса, Канада һөжүмсеһе йәрәхәтләнеүселәр исемлегенә индерелгән һәм был раундта үҙ командаһына ярҙам итә алмаясаҡ. Резерв состав менән бергә Глеб Кузьмин да күнекмәләр үткәрҙе.

Иглин районы халҡы махсус хәрби операциялағы яҡташтарыбыҙға 50-се гуманитар ярҙам оҙатты Юбилейлы ылауҙы ирекмәндәр Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арнаған. Яугирҙарҙың һорауы буйынса конвой составына УАЗ, «Нива» автомобилдәре, техникаға алмаш өлөштәр, квадрокоптер, генератор, инструменттар, оҙаҡ һаҡлана торған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена кәрәк-яраҡтары тупланған.

Герой шәфҡәт туташы – Ерекле ауылынан махсус операцияға тиклемге юл Геройҙар беҙҙең арала йәшәй. Шаран районы Ерекле ауылында тыуып үҫкән шәфҡәт туташы махсус хәрби операция биләмәһендә медицина батальонында хеҙмәт итә. Уның күкрәген «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» миҙалы биҙәй. «Клинок» ҡушаматлы яугирҙың тыныс эшен хәрби тормошҡа алыштырыуына ике йыл булып килә. Ошо ваҡыт эсендә ул Еңеүҙе яҡынайтыуҙа яҡташлыҡ һәм туғанлыҡ көсөнә күп тапҡырҙар инанған.

«Башҡортостан Геройҙары» программаһында ҡатнашыусы 2 меңдән ашыу кеше тест яҙған Әле проектта теркәлеүгә ғариза биреүселәрҙең эштәре баһалана. Проекттың киләһе этабы 14 апрелдә башлана һәм 12 майға тиклем дауам итә. Әңгәмә тест кеүек, онлайн режимда үтә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, төбәк программаһы Президент ҡушыуы буйынса «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булараҡ тормошҡа ашырыла. Уның маҡсаты махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәрҙәр араһынан яңы быуын идарасылар әҙерләү.

Баҡалы районы поликлиникаһының яңы корпусы 42 процентҡа әҙер Һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә төҙөлгән объект хаҡы 450 млн һәм тәшкил итә. Күләмле төҙөлөш быйыл декабрҙә тамамланыр тип күҙаллана. Ә инде киләһе йылға яңыртылған поликлиникала пациенттар ҡабул ителә башлаясаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.