uz
Feedback
БСТ | Яңылыҡтар

БСТ | Яңылыҡтар

Kanalga Telegram’da o‘tish

Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке

Ko'proq ko'rsatish
2 023
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-47 kunlar
-730 kunlar
Postlar arxiv
Өфөлә ритейл көндәре үтә Сауҙа өлкәһе мәсьәләләрен тикшереү өсөн республикаға 700-ҙән ашыу бизнес һәм ведомство вәкилдәре йыйылды. Форумда ҡатнашыусылар ҡулланыусылар баҙарын үҫтереүҙәге яңы тенденциялар, шулай уҡ ярҙам сараларын тикшерә. Юл буйы сервисын үҫтереү маҡсатында мәҫәлән, киләсәктә урындағы халыҡ етештергән продукция төрҙәрен тәҡдим иткән автокибеттәр асыу күҙаллана.

Өфөлә «Технопром» заводы киңәйтелә Заманса производство. Башҡортостанда автомобиль двигателдәрен һәм сәнәғәт ҡоролмаларын етештереүсе завод майҙанын киңәйтеү күҙаллана. Өҫтөнлөклө инвестиция проектына ярашлы, «Технопром» заводы Өфөнөң Дим биҫтәһендә төҙөлә башлаған. Заманса проект производство ҡеүәтен арттырырға, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә.

Өфөлә 41 йыл хеҙмәтен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына арнаған генерал-майорҙы оҙаттылар Өфөлә генерал-майор Марат Латиповтың Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының байрағы менән хушлашыу тантанаһы үтте. Быйыл июндә ул отставкаға китергә ғариҙа яҙҙы һәм уға «Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» типгән маҡтаулы исем бирелгәйне. Марат Латипов төбәк идаралығына ун йылға яҡын етәкселек итте. Ошо ваҡыт эсендә ойошма күп тапҡырҙар илдә иң яҡшыһы тип танылды.

Өфөнән 100-гә яҡын яугир махсус хәрби операция биләмәһенә китте Ике аҙналыҡ ялдан һуң йәнә алғы һыҙыҡҡа. Өфөнән отпускыла булған хәрбиҙәрҙең сираттағы төркөмө-100-гә яҡын яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Һауа торошона бәйле, оҙатыу тантанаһы «Өфө-Арена» комплексы фойеһында үтте. Хәрбиҙәрҙе оҙатырға баш ҡалаға яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре килде.

Яңы хирургия корпусы тәүге айҙарҙа 5 меңдән ашыу операция һәм тикшеренеү үткәрҙе Республика кардиология үҙәгенең яңы хирургия корпусы асылыу менән табиптар 5 мең 300-ән ашыу тикшеренеү һәм операция уҙғарған. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Башҡортостанда мутлашыусыларҙан алданыусылар бар Өфөнән 26 йәшлек ҡатынға шылтыратыусылар үҙҙәрен Үҙәк банк хеҙмәткәре тип та
Башҡортостанда мутлашыусыларҙан алданыусылар бар Өфөнән 26 йәшлек ҡатынға шылтыратыусылар үҙҙәрен Үҙәк банк хеҙмәткәре тип танытҡан. Дәүләт хеҙмәттәре порталында шәхси кабинетҡа мутлашыусылар үтеп инеүе тураһында белдергәндәр. 300 мең һум аҡсаһын йәнәһе лә хәүефһеҙ иҫәпкә күсерергә күндергәндәр. Стәрлетамаҡтан 34 йәшлек ҡатынды ошондай уҡ юл менән 450 мең һумға алдағандар. Октябрьскийҙан 63 йәшлек ҡатындан түләнмәгән пенсияһын түләргә вәғәҙәләп СМС кодты әйттергәндәр, уның 750 мең һумы юҡҡа сыҡҡан. Был турала Эске эштәр министрлығынан хәбәр итәләр.

Башҡортостанда иң яҡшы комбайнерҙар билдәләнә Ауыл хужалығы министрлығы конкурс иғлан итте. Унда уңыш йыйыу һөҙөмтәләре иҫәпк
Башҡортостанда иң яҡшы комбайнерҙар билдәләнә Ауыл хужалығы министрлығы конкурс иғлан итте. Унда уңыш йыйыу һөҙөмтәләре иҫәпкә алына. Еңеүселәр 3 номинацияла асыҡлана. Ғаризаларҙы 21 октябргә тиклем тапшырырға мөмкин. Конкурс һөҙөмтәләре 10 ноябрҙә иғлан ителә.

Ейәнсура районы Малиновка ауылында мәҙәниәт йорто капиталь төҙөкләндерелде Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов хәбәр итеүенс
Ейәнсура районы Малиновка ауылында мәҙәниәт йорто капиталь төҙөкләндерелде Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов хәбәр итеүенсә, клубты ремонтлау өсөн аҡса урындағы бюджеттан бүленгән. Бында тәҙрәләр, иҙән, ҡыйыҡ алмаштырылған, яҡтыртыу системаһы яңыртылған.

Мәләүез районының «Ашҡаҙар» агрокомплексы штат һанын ике тапҡырға арттырырға йыйына 900 миллиард һумлыҡ 2 меңдән ашыу инвестиция проекты. Республикала өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш проекттары иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы эш урындары булдырыуҙы ла күҙ уңында тота. Мәләүез районындағы «Ашҡаҙар» предприятиеһы, мәҫәлән, республиканың көньяҡ биләмәһендәге иң ҙур агрокомплекстарҙың береһе. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлешендә махсуслашҡан хужалыҡ йөҙҙән ашыу кешене эш урындары менән тәьмин иткән.

1 сентябрҙән Рәсәйҙә рөхсәт ителмәгән социаль селтәрҙә реклама ҡуйыу тыйыла Яңы талаптарҙы үтәмәгән осраҡта, физик шәхестәргә 2500 һумға тиклем, ә юридик шәхестәргә ярты миллион һумғаса штраф һалыныуы мөмкин. Санкциялар тағы ла ҡатыраҡ булыуы-аккаунтты бөтөнләй ябыуҙары ла ихтимал. Компаниялар һәм блогерҙар социаль селтәрҙәрҙе продукцияны танытыу маҡсатында файҙалана, шул уҡ ваҡытта ул-килем сығанағы ла.

«Ғәҙел Рәсәй» минималь эш хаҡын һәм пенсияны 50 меңгә еткереү яҡлы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа «Ғәҙел Рәсәй-патриоттар-Хәҡиҡәт өсөн» сәйәси партияһының матбуғат конференцияһы үтте. Осрашыуҙа көнүҙәк тема булараҡ эш хаҡы һәм пенсиялар, шул иҫәптән хеҙмәткә түләүҙең минималь хаҡына бәйле мәсьәләләр сығарылды. Депутаттар билдәләүенсә, даими рәүештә индексация уҙғарылыуға ҡарамаҫтан, граждандарҙың сығымдары килемгә ҡарағанда тиҙерәк үҫә, ә эш хаҡы үҫеше инфляцияны ҡыуып етә алмай.

Синоптиктар һауа торошоноң тиҙҙән яҡшырыуы тураһында хәбәр итә Ел-ямғырҙы эҫе көндәр алыштырасаҡ. Аҙна аҙағына термометр бағаналарының ике-дүрт градусҡа юғары күтәрелеүе көтөлә. Иртәгә көндөҙ 23 градус йылы булһа, артабанғы көндәрҙә 26 градус күрһәтә. Гидрометүҙәк мәғлүмәттәренә ярашлы, йәкшәмбегә һауа 30 градусҡа тиклем йылынасаҡ.

Владимир Севастьянов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡырҙы Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡырҙы. Республика төбәктәрендә ямғыр, урыны менән боҙборсаҡ яуа, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем етә. Владимир Севастьянов иртәле-кисле томан һәм ямғыр ваҡытында киҫкен манёврҙарға бармаҫҡа, тиҙлек режимы һәм дистанция һаҡларға, боролоштар һәм йәйәүлеләр үткәүелдәре алдынан тиҙлекте алдан кәметергә кәңәш итә.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Мах мессенджерында үҙ каналын асты Был турала төбәк етәксеһе социаль селтәрҙәр аша хәбәр итте. Яңы каналда ул иң мөһим яңылыҡтар, идара итеү командаһы ҡабул иткән ҡарарҙар, шулай уҡ республиканың нисек йәшәүе һәм яҡшы яҡҡа үҙгәрештәре менән таныштырып барасаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, программа Рәсәй президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылды.

Йылайыр районында Крепостной Йылайыр йылғаһы аша күпер ремонтлана Күпер Магнигорск-Ира юлында Ҡашҡар ауылы янында һалынған. Т
Йылайыр районында Крепостной Йылайыр йылғаһы аша күпер ремонтлана Күпер Магнигорск-Ира юлында Ҡашҡар ауылы янында һалынған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ҡашҡар, Исҡужа, Юлдыбай ауылдарында йәшәүселәр күпер аша район үҙәгенә бара. Был биләмәләрҙә ике меңдән ашыу кеше йәшәй. Күперҙе ремонтлау хәүефһеҙлек өсөн бик мөһим. Төҙөкләндереүҙе август аҙағына тиклем тамамлау планлаштырыла.

Башҡортостанда тағы 23 ауылға интернет үткәрелде Халыҡ һаны 500-ҙән ашмаған ауылдарҙа юғары тиҙлекле элемтә булдырылды. Һанлы
Башҡортостанда тағы 23 ауылға интернет үткәрелде Халыҡ һаны 500-ҙән ашмаған ауылдарҙа юғары тиҙлекле элемтә булдырылды. Һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин белдереүенсә, бындай эш федераль проект буйынса алып барыла. Ауыл халҡының дәүләт хеҙмәттәре порталы менән ҡулланыу, яңылыҡтар уҡыу, аралашыу мөмкинлеге була. Республикала ике йыл эсендә 250-гә яҡын ауылға интернет үткәрелгән.

Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылы 225 йыллығын билдәләне Кесе Ватанының юбилейын урындағы халыҡ юғары кимәлдә ҡаршыланы: тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса түңәрәк өҫтәл, мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарылды. Биләмәнең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәккә үҫеш мөмкинлектәре тураһында киләһе яҙма.

Башҡортостанда бәләкәй һәм урта бизнес үҫешә Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре хәҙер республикала 147 меңдән ашыу иҫәпләнә. Үҙ эшен Благовар районында табыусылар ҙа етерлек. Фермер Алик Ғәниев мәҫәлән, баҡсасылыҡ йүнәлешендә махсуслашҡан. Йүнсел тиҫтәләп төр йәшелсәләрҙән тыш, селекция ярҙамында сығарған алмалар ҙа үҫтерә. Республика климатына яраҡлаштырылған «Башҡорт зөбәржәте» тип исемләнгән сортты өйрәнеүгә генә 40 йыл самаһы ваҡыт талап ителгән.

Өфөлә йәшәүселәр күп ҡатлы йорт баҙын һыу баҫа тип зарлана Өфөлә йәшәүселәр күп ҡатлы йорт баҙын һыу баҫа тип зарлана. Өй подъезында һаҫыҡ еҫ, дым тора, хатта торлаҡтың нигеҙе боҙола башлаған. Өфө һыу каналы яуаплылығындағы участкаларҙа мәсьәлә бер нисә ай хәл ителмәй, ти дәғүә белдереүсе граждандар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Буранғол мәктәбе интернаты капиталь ремонттан һуң балаларҙы ҡабул итергә әҙер Белем алыу өсөн шарттар. Әбйәлил районы Буранғол ауылы мәктәбе интернаты Белем көнөнә балаларҙы яңы шарттарҙа ҡабул итергә әҙерләнә. Капиталь ремонт районда баҡыр сығарыу буйынса яңы предприятие төҙөйәсәк инвестор аҡсаларына башҡарыла.