БСТ | Яңылыҡтар
Kanalga Telegram’da o‘tish
Новости главного медиахолдинга Республики Башкортостан на башкирском языке
Ko'proq ko'rsatish1 983
Obunachilar
-124 soatlar
Ma'lumot yo'q7 kun
-1430 kun
Postlar arxiv
1 982
Башҡортостанда яңы йылда тәүге үлемесле янғын булды
Ғәҙәттән тыш хәлдәрминистрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, Ейәнсура районы Биштирәк ауылында ағас йорт янған. Утты һүндергәс 70 йәшлек ир кәүҙәһе табылған. Фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Быйыл республикала 14 янғын теркәлгән.
1 982
Ғинуар айында 16 көн ял була
Яңы йыл каникулы 11 ғинуарға тиклем дауам итә.Унан һуң 3 биш көнлөк эш аҙнаһыҡаралған. Дәүләт Думаһынан хәбәритеүҙәренсә, быйыл Рәсәйҙә 118 байрам һәм ял көнө, 247 көн эшләйбеҙ. Башҡортостанда милли һәм дини байрамдарғабәйле ял көндәре күберәк.
1 982
«Әй Йола» һәм «Урал батыр»: Башҡортостандың мәҙәни йөҙө
Башҡортостан өсөн был йыл мәҙәниәт өлкәһендә сағыу ваҡиғаларға бай булды. Башҡорт моңо, эпик мираҫ һәм заманса сәнғәт формалары республика сиктәренән сығып, киң аудиторияға барып етте. Театр, музыка һәм халыҡ ижадындағы яңы башланғыстар мәҙәни үҫештең төп йүнәлештәрен билдәләне.
1 982
Шүлгәнташҡа яңы һулыш: донъя кимәлендәге танылыу
Башҡортостандың тәбиғи һәм тарихи мираҫы донъя кимәлендә барған һайын нығыраҡ таныла. ЮНЕСКО ҡарарҙары, ғилми асыштар һәм туризмдың әүҙем үҫеше республиканың уникаль ҡомартҡыларын яңыса аса. Был юлда һәр ҡаҙаныш төбәктең абруйын арттырыуҙа мөһим баҫҡысҡа әйләнә.
1 982
Заманса мәктәптәр, колледждар һәм кампустар: Башҡортостанда мәғариф үҫешә
Белем биреү — төбәктең киләсәген билдәләгән иң мөһим нигеҙҙәрҙең береһе. Башҡортостанда балалар баҡсаларынан алып юғары мәктәпкә тиклем мәғариф системаһы комплекслы рәүештә яңыртыла, заманса мөхит һәм яңы мөмкинлектәр булдырыла. Был эштәрҙең маҡсаты бер — һәләтле, белемле һәм конкурентлы быуын тәрбиәләү.
1 982
Һынауҙар аша рекордҡа: Башҡортостан баҫыуҙарында мул уңыш
Тәбиғәт һынауҙары быйыл игенселәрҙе лә, малсыларҙы ла ныҡ сыныҡтырҙы. Әммә хеҙмәткә тоғро ҡалған ауыл хужалығы хеҙмәтсәндәре юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеп, республика агросәнәғәтенең ныҡлы терәген тағы бер тапҡыр дәлилләне. Был уңыштар — тырышлыҡ, заманса технологиялар һәм дәүләт ярҙамы һөҙөмтәһе.
1 982
Кардиология, поликлиникалар һәм поезддар: һаулыҡ һаҡлау киңәйә
Заманса медицина бөгөн тиҙлек, теүәллек һәм уңайлыҡ талап итә. Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау системаһы һанлы технологиялар, яңы медицина үҙәктәре һәм ауылдарға яҡынайтылған ярҙам аша сифатлы яңы кимәлгә күтәрелә. Был үҙгәрештәрҙең үҙәгендә — кеше ғүмерен һаҡлау һәм уның сифатын яҡшыртыу.
1 982
Башҡортостан юлдары: тиҙлек, хәүефһеҙлек һәм үҫеш
Юл инфраструктураһы үҫеше төбәктең иҡтисади мөмкинлектәрен генә түгел, кешеләрҙең көндәлек тормошон да үҙгәртә. Башҡортостанда төҙөлгән яңы трассалар, күперҙәр һәм магистралдәр төбәктәрҙе бер-береһенә, ә республиканы ил үҙәге менән тағы ла нығыраҡ бәйләй. Был проекттар — тиҙлек, хәүефһеҙлек һәм үҫеш символы.
1 982
Милли үҙенсәлек һәм заманса иҡтисад: Башҡортостан тәжрибәһе
Фәнни-технологик үҫеш һәм сәнәғәт яңырышы Башҡортостан иҡтисадының яңы йөҙөн формалаштыра. «Иннопром» майҙанында тәҡдим ителгән проекттар республика ҡеүәтенең, инновацияға һәм инвестицияларға асыҡ булыуын дәлилләй. Традицион тармаҡтар менән бер рәттән креатив индустриялар ҙа үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр аса.
1 982
Башҡортостан донъяға асыла: яңы иҡтисади партнерҙар һәм килешеүҙәр
Ҡатмарлы геосәйәси шарттарға ҡарамаҫтан, Башҡортостан сит илдәр менән иҡтисади бәйләнештәрҙе нығытыуын дауам итә. Республика өсөн яңы партнерҙар барлыҡҡа килә, ә инде ышаныслы хеҙмәттәшлек яңы проекттар менән тулыландырыла. Был эштең нигеҙендә — үҫеш, инвестициялар һәм халыҡ өсөн реаль мөмкинлектәр.
1 982
Фронтта ла, тылда ла: Башҡортостан бер йоҙроҡ булып еңеүгә бара
Башҡортостан махсус хәрби операция шарттарында ла берҙәмлеген юғалтмай. Алғы һыҙыҡта — батыр яугирҙар, тылда — ярҙам ҡулы һуҙыусылар. Республика дөйөм бер йоҙроҡ булып еңеүгә табан бара.
1 982
"Урал Батыр" эпосы ҡырғыҙ телендә баҫылды
2013-2014 йылдарҙа Башҡортостан һәм Ҡырғыҙстан араһында милли эпостарҙы тәржемә итеү тураһында килешеү төҙөлә. "Урал Батыр"ҙы Жалал Абад университеты профессоры Ибраһим Абдулвәлиев тәржемә итә. Бының өсөн ул башҡорт телен өйрәнә. Мәҙәни хеҙмәттәшлек - ике яҡлы. 2017 йылда ҡырғыҙҙарҙың "Манас" эпосы башҡорт телендә донъя күрҙе.
1 982
Белорет районында өс балыҡсы йылға уртаһында тороп ҡалған
Уларға ҡотҡарыусылар ярҙам иткән. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәре буйынса өс ир Ағиҙелгә барған, балыҡҡа әүрәп бәләгә тарыуҙарын һуң ғына аңлап ҡалған. Улар ҡотҡарыусыларға шылтыратҡан. Балыҡсыларға йылға буйлап рейд уҙғарған хеҙмәткәрҙәр ярҙам иткән, улар ярға сығарылған.
1 982
Өфөлә Ҡыш Бабай резиденцияһында махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам туплана
"Өфө Ҡыш Бабайы йылыһы" тигән хәйриә акцияһы бара. Ҡала халҡы йылы кейем-һалым килтерә ала. Октябрь проспектындағы резиденция янында махсус ҡумта ҡуйылған. Ошондай һауыттар шулай уҡ Ҡала мәҙәниәт һарайы, балалар филармонияһы, "Моторҙар төҙөүсе" мәҙәниәт йорто һәм Ҡала мәҙәни-күңел асыу үҙәгендә урынлашҡан. Акция 11 ғинуарға тиклем бара.
1 982
"Салауат Юлаев" бөгөн "Мишкопад" тигән хәйриә акцияһын уҙғара
"Өфө-Арена"ға килеүселәрҙең йомшаҡ уйынсыҡтары һатып алыу мөмкинлеге бар. Осрашыуҙан һуң уларҙы боҙға ташлайҙар. Уйынсыҡ һатыуҙан алынған аҡса ауыр сирле балаларҙы дауалауға йүнәлтелә, уйынсыҡтар иһә балалар йорттарына һәм мохтаж ғаиләләргә тапшырыла. Бөгөн юлаевсылар КХЛда даими беренселектә 2025 йылғы һуңғы осрашыуын уҙғара. Минскиҙан "Динамо" менән уйын сәғәт 7-лә башлана.
1 982
Башҡортостанда Яңы йыл байрамдарында 200-ҙән ашыу авария бригадаһы дежур итә
Был мәсьәлә республика хөкүмәтендә ҡаралды. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова белдереүенсә, байрам көндәрендә 1 меңдән ашыу хеҙмәткәр эшләй, 364 машина сығарыла. - Коммуналь хужалыҡ объекттарында авария эҙемтәләрен бөтөрөү, йорт биләмәләрен, ҡыйыҡтарҙы ҡарҙан таҙартыу эштәре тиҙ арала башҡарылырға тейеш, тине премьер-министр Андрей Назаров. Башҡортостан һыу торбалары селтәре оҙонлоғо буйынса Волга буйы төбәктәре араһында икенсе урында.
1 982
Башҡортостанда тәүге боҙ күпере асылды
Бөрө-Таҙтүбә-Һатҡы трассаһында, Ҡариҙел һәм Абыҙ ауылдары араһында Өфө йылғаһы аша боҙҙан хәрәкәт рөхсәт ителде. 3 тоннаға тиклем ауырлыҡтағы машиналарға үтергә ярай. Боҙ юлының оҙонлоғо 280 метр. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, бындай урындарҙан үткәндә хәүефһеҙлек талаптары үтәлергә тейеш. Билдәләнгән ауырлыҡты, тиҙлекте арттырырға ярамай.
1 982
Өфөлә бер ҡатын 7 миллион һумға алданған
80 йәшлек пенсионер полицияға мөрәжәғәт иткән. Уға шылтыратыусы иҫәпләү приборҙарын тикшереү кәрәклеге тураһында белдергән. СМС менән килгән кодты әйтергә күндергән. Ошонан һуң ҡатындың дәүләт хеҙмәттәре порталындағы шәхси кабинетын асыуҙары тураһында хәбәр иткәндәр. Аҡсаһын һаҡлап ҡалыу өсөн банк иҫәбен алмаштырырға кәрәк, тигәндәр. Ҡатын мутлашыусылар әйткән иҫәпкә 7 миллион һумдан ашыу аҡса күсергән.
1 982
Өфөлә «Башҡортостан. Махсус хәрби операция геройҙары» китабының исем туйы үтте
Ябай ғына ауыл-ҡала малайҙарынан ысын ил батырҙары... Өфөлә «Башҡортостан. Махсус хәрби операция геройҙары» китабының исем туйы үтте. Баҫмала республиканан сыҡҡан 14 Рәсәй геройының биографияһы, ата-әсәләре, уҡытыусылары, дуҫтарының хәтирәләре, хәрби частары тураһында мәғлүмәт бирелә, яугирҙарҙың ҡаһарманлығы һүрәтләнә.
1 982
«Кеше приюты» социаль үҙәгендә ай ярым эсендә ауыр тормош хәлендә ҡалған 35 кешегә ярҙам күрһәтелгән
«Кеше приюты» социаль үҙәгендә ай ярым эсендә ауыр тормош хәлендә ҡалған 35 кешегә ярҙам күрһәтелгән. Бында уларға ваҡытлыса йәшәү урындары бүленгән, кейем, гигиена кәрәк-яраҡтары ла килтерелгән. Бағыусылар ярҙамы менән улар йылы аш менән тәьмин ителгән. Биләмәлә социаль ашхана эшләй.
