cookie

Sizning foydalanuvchi tajribangizni yaxshilash uchun cookie-lardan foydalanamiz. Barchasini qabul qiling», bosing, cookie-lardan foydalanilishiga rozilik bildirishingiz talab qilinadi.

avatar

Аңлатабыҙ. Башҡортостан

Ko'proq ko'rsatish
Reklama postlari
220
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
+17 kunlar
+430 kunlar

Ma'lumot yuklanmoqda...

Obunachilar o'sish tezligi

Ma'lumot yuklanmoqda...

Photo unavailableShow in Telegram
🎓 Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге офистарында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларының түләүле уҡыуына компенсация юлларға мөмкин. Компенсация күләме семестр йәки уҡыу йылы өсөн уҡыу хаҡына тиң, әммә семестр өсөн 30 мең һумдан һәм уҡыу йылы өсөн 60 мең һумдан артыҡ булмай. Ул бер тапҡыр һәр семестр/уҡыу йылы тамамланғандан һуң бирелә. Компенсация ҡаралған белем биреү программалары төрҙәре: — урта һөнәри белем; — юғары белем; — дәүләт ҡарамағында булмаған һөнәри ойошмаларҙа белем алыу. 👨‍🎓 Кемдең компенсация алыу хоҡуғы бар? — Түләүле белем биреү хеҙмәттәре күрһәтеүгә килешеү төҙөгән бәлиғ булған студенттың йәки студенттың ата-әсәһенең (законлы вәкилдәренең) береһенең; — әгәр семестр/уҡыу йылы тамамланғансы 23 йәшкә еткән булһа, ошо йәштән өлкән студенттың ошондай хоҡуғы бар. 📌 Түбәндәге шарттарҙы үтәгәндә компенсация алырға мөмкин: — мәғариф ойошмаһы Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан; — ғариза биреүсе — Рәсәй гражданы, уның йәшәү урыны (булған урыны) республика биләмәһендә; — ата-әсәһенең (законлы вәкилдәренең) береһе МХО-ла ҡатнашыусы, йәки ҡатнашҡан (һәләк булған осраҡта). 📞 Документтар исемлеген контакт-үҙәктә түбәндәге телефондар буйынса асыҡлай алаһығыҙ: +7 347 246-55-33 +7 927 333-31-00. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Hammasini ko'rsatish...
Photo unavailableShow in Telegram
🪳 Фатирҙа тараҡандар барлыҡҡа килһә, нимә эшләргә икәнен «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата. 1️⃣ Бөжәктәрҙе фатирҙарҙа һәм подъездарҙа бер үк ваҡытта ағыулау кәңәш ителә, шуға күрә күршеләрегеҙҙән уларҙа ла шундай проблема бармы-юҡмы икәнен белешегеҙ. 2️⃣ Үҙегеҙҙең идарасы компанияға (УК) мөрәжәғәт итегеҙ. Белгестәр фатирҙары тараҡан таралыуға сәбәп булған кешеләр менән аңлатыу эше алып барасаҡ. 3️⃣ Әгәр әңгәмә фатирҙарын таҙа тотмаған күршеләрегеҙгә тәьҫир итмәһә, идарасы компания белгестәре менән бергә санитар ҡағиҙәләргә ҡаршы килгән фактты документаль рәүештә теркәгеҙ. Документтың суд өсөн кәрәк булыуы бар. 4️⃣ Әгәр идарасы компания күп фатирлы йортто тейешенсә ҡарамаһа, торлаҡ хужаларының ҡултамғалары менән коллектив дәғүә ебәрегеҙ. Ул ике данала кәрәк. Дәғүәлә проблеманы һәм билдәләнгән ваҡытта йыйыштырыу / дезинфекция / дезинсекция үткәреүҙе талап итеү зарур. Һеҙҙең экземплярҙа идарасы компания хеҙмәткәрҙәре датаны күрһәтә һәм документты ҡабул иткән кеше ҡултамға ҡуя. Был документ һеҙҙә ҡаласаҡ. 5️⃣ Әгәр идарасы компания бер нәмә лә эшләмәһә йәки һеҙҙең талаптарығыҙҙы ҡәнәғәтләндермәһә, Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына йәки «Роспотребнадзор» идаралығына мөрәжәғәт итегеҙ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Hammasini ko'rsatish...
Photo unavailableShow in Telegram
Мутлашыусыларҙың ҡорбаны булмаҫ өсөн ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрәбеҙ. ▫️ Ҡатмарлы паролдәр ҡулланығыҙ. ▫️ ️ Бөтә аккаунттарығыҙ өсөн ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ. ▫️ Ҡоролмаларығыҙға вирусҡа ҡаршы программа һәм операцион системалар күсереп алығыҙ һәм уларҙы даими яңыртып тороғоҙ. ▫️ Шикле хаттарҙы асмағыҙ, шәхси мәғлүмәт индереү талап ителгән һылтанмаларҙы асмағыҙ. ▫️ Өйҙәге Wi-Fi-ҙы пароль менән һаҡлағыҙ. ▫️ Интернетҡа үҙегеҙ тураһында артыҡ күп мәғлүмәт һалмағыҙ һәм уны шикле сайттар менән уртаҡлашмағыҙ. ▫️ Балаларығыҙға һәм ата-әсәләрегеҙгә киберхәүефһеҙлек тураһында һөйләгеҙ. Уларҙы интернетта һаҡ булырға һәм һәр төрлө шикле осраҡты һеҙҙең менән уртаҡлашырға өйрәтегеҙ. Эштә киберхәүефһеҙлек ҡағиҙәләре: 🔹 Эске именлек хеҙмәте тәҡдим иткән ресурстарҙы һәм программа тәьминәтен генә ҡулланығыҙ. 🔹 Электрон хаттарҙы асҡанда һаҡ булығыҙ - фишинг эләгеүе ихтимал. 🔹 Эшсе ҡоролмаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, әгәр эргәһенән китһәгеҙ, уларҙы ябығыҙ. 🔹 Конфиденциаль мәғлүмәттәрегеҙҙе һаҡ ҡуйылған серверҙарҙа һәм ҡоролмаларҙа ғына һаҡлағыҙ. 🔹 Бөтә киберинциденттар һәм ҡағиҙә боҙоуҙар тураһында мәғлүмәт хәүефһеҙлеге бүлегенә хәбәр итегеҙ. Киберхәүефһеҙлек тураһында файҙалы сайттар: 📌 киберзож.рф - үҙеңде һәм яҡындарҙы яҡлау ысулдары тураһында; 📌 кибер-буллинг.рф - интернет-эҙәрлекләүҙәргә ҡаршы тороу тураһында; 📌 выучисвоюроль.рф - телефон мутлашыусыларын нисек танырға һәм улар шылтыратҡанда нисек дөрөҫ эш итергә; 📌 прокачайскиллзащиты.рф - һаҡлы паролдәр булдырыу һәм фишингты таныу тураһында. #АңлатабыҙБашҡортостан
Hammasini ko'rsatish...
Photo unavailableShow in Telegram
🏦 Банк, страховка йәки башҡа финанс ойошмаһы менән аңлашылмаусанлыҡ килеп тыуһа, нимә эшләргә? Рәсәй Банкының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе белгестәре аңлата. Ялыу ебәрегеҙ. Ойошма менән бәйләнеш ысулдарын килешеүегеҙҙә һәм финанс ойошмаһының рәсми сайтында таба алаһығыҙ. 2024 йылдың 1 июленән бөтә финанс ойошмалары мөрәжәғәттәргә 15 эш көнө эсендә яуап бирергә тейеш. ❗️ Әгәр мөрәжәғәтегеҙгә яуап алмаһағыҙ йәки компания проблеманы таныуҙан һәм хәл итеүҙән баш тартһа, Рәсәй Банкына хәбәр итегеҙ. Быны күрһәтелгән һылтанма буйынса интернеттағы ҡабул итеү бүлмәһе аша эшләргә мөмкин. ➡️ Мөрәжәғәттәр ебәреү буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте һылтанма буйынса ҡарай алаһығыҙ. #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Hammasini ko'rsatish...
👍 1
Photo unavailableShow in Telegram
Махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт итеү өсөн Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөгән Башҡортостан кешеләре бер тапҡыр 505 мең һум аҡса аласаҡ. Указға Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡул ҡуйҙы. Рәсәй Оборона министрлығы менән Башҡортостан муниципалитеттарының дөйөм түләүҙәре 1 миллион һумға тиклем етәсәк. Указ быйыл 10 июлдән ғәмәлгә инә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә теләүселәр түбәндәге күрһәтелгән каналдар буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирә ала: - илдең хәрби ведомствоһының берҙәм белешмә телефоны аша - 117; - Ситуация үҙәге телефоны аша - 122 йәки + 7 (347) 218-19-19; - Күп функциялы «Минең документтарым» үҙәге офистарында. Һайлап алыу пункты номеры: + 7 (347) 248-29-31. МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте чат-ботта табырға мөмкин. #АңлатабыҙБашҡортостан
Hammasini ko'rsatish...
Photo unavailableShow in Telegram
💰 Күп фатирлы йорттоң ҡыйығынан һыу аҡҡан осраҡта идарасы компаниянан зыянды нисек ҡаплатырға — «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы белгестәре аңлата. 1️⃣ Ҡыйыҡтан йәки түшәмдән һыу аҡҡанын күрһәгеҙ, үҙегеҙҙең идарасы компанияға шәхсән мөрәжәғәт итегеҙ йәки авария-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. Был осраҡта эш итеү алымдары менән үткән яҙмала таныштырҙыҡ. 2️⃣ Һыу аҡҡан урынды фотоға һәм видеоға төшөрөгөҙ. Фотоға төшөрөр алдынан гаджеттағы "Көйләүҙәр" бүлегендә датаны һәм ваҡытты билдәләгеҙ. 3️⃣ Авария-диспетчер хеҙмәте хеҙмәткәрен көтөгөҙ. Ул һыу ағыу фактын теркәйәсәк. 4️⃣ Түбәнән һыу ағыу фактын раҫлаусы акт һорап алығыҙ. Унда түбәндәгеләр күрһәтелергә тейеш: — тикшереү үткәрелгән дата һәм ваҡыт; — комиссия составы; — асыҡланған етешһеҙлектәр (мәҫәлән: һыу аҡҡанды, һыуҙың тауышланып ағыуын, күгәргән урындар һ.б.); — етешһеҙлекте асыҡлау өсөн ҡулланылған инструменттар. 5️⃣ Әгәр хеҙмәткәр акт төҙөүҙән баш тарта икән, уны үҙ аллы төҙөгөҙ. Актҡа кәм тигәндә ике кеше һәм күп фатирлы йорт советы рәйесе ҡул ҡуя. 6️⃣ Килтерелгән зыян күләмен баһалау өсөн эксперт ойошмаһына мөрәжәғәт итегеҙ. 7️⃣ Идарасы ойошмаға зыянды тулыһынса ҡаплауҙы һорап мөрәжәғәт итегеҙ. Әгәр һеҙҙең талаптарығыҙ ирекле рәүештә ҡәнәғәтләндерелмәһә, һеҙ судҡа дәғүә менән мөрәжәғәт итергә һәм зыян килтерелгән мөлкәттең хаҡын, мораль зыянды ҡаплауҙы һәм идарасы ойошмаға штраф һалыуҙы талап итергә хоҡуҡлыһығыҙ. #АңлатабыҙБашҡортостан
Hammasini ko'rsatish...
Photo unavailableShow in Telegram
💧 Көслө ямғыр ваҡытында һуңғы ҡатта йәшәүселәрҙең өй түбәһенән һыу ағырға мөмкин. Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты белгестәре был осраҡта нимә эшләргә икәнен аңлата. 1️⃣ Ҡыйыҡ дөйөм йорт милке тип иҫәпләнә, уны йүнәтеү идарасы компания ҡарамағында. Тәү сиратта, компанияға шәхсән үҙегеҙ мөрәжәғәт итегеҙ йәки авария-диспетчер хеҙмәтенә шылтыратығыҙ. 2️⃣ Идарасы компания вәкилдәре килеп акт төҙөйәсәк. Бер данаһын һеҙгә ҡалдыралар. Түбәнән һыу ағыу көн дауамында туҡтатылырға тейеш. 3️⃣ Әгәр мәсьәләне ошо ваҡыт эсендә хәл итмәһәләр, идарасы компанияға яҙма рәүештә мөрәжәғәт итегеҙ. Мөрәжәғәттең күсермәһенә мисәт ҡуйыуҙарын һорағыҙ. Әгәр идарасы компанияға ҡарата Дәүләт торлаҡ инспекцияһына ялыу бирергә уйлаһағыҙ, ул кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ түбәндәгеләрҙе уҡығыҙ: — Өҫтәге күршеләрҙән фатирығыҙға һыу аҡһа, нимә эшләргә?Идарасы компанияға ҡарата нисек ялыу яҙырға? #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Hammasini ko'rsatish...
Photo unavailableShow in Telegram
✈️ 2024 йылдың 9 июленән Өфөнән Ереванға авиарейстар һаны арта — Armenian Airlines авиакомпанияһы даими тура рейстар аса. Авиарейстар аҙнаһына бер тапҡыр, шишәмбе көндәрендә, Airbus А321-200 самолеттарында башҡарыласаҡ. 🕑 Өфөнән самолёттар урындағы ваҡыт менән 17 сәғәт 15 минутта ҡуҙғала. Ҡалалар араһындағы юл 2 сәғәт 45 минут тәшкил итә. Шулай уҡ Өфөнән Ереванға Shirak Avia һәм Азимут авиакомпанияларының тура рейстары менән осорға мөмкин. Билеттарҙы +7(347) 229-57-72, +7(347) 229-56-23 телефондары буйынса Өфө аэропортының авиакассалары аша йәки авиакомпаниялар сайттарында һатып алырға мөмкин. Шулай уҡ түбәндәге мәғлүмәт менән танышығыҙ: - 2024 йылдың 4 июленән Өфөнән Батумиға авиарейстар ебәрелә #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Hammasini ko'rsatish...
Photo unavailableShow in Telegram
📱 Мутлашыусылар Telegram аккаунттарын да үҙ маҡсаттарында ҡуллана. Әгәр ҙә мутлашыусылар һеҙҙең аккаунтты ватып инһә, нимә эшләргә кәрәклеген аңлатабыҙ. 1️⃣ Мутлашыусылар бәйләнешкә ингән таныш-белештәрегеҙгә яҙығыҙ йәки шылтыратығыҙ. Һеҙҙең аккаунтты ватыуҙары һәм бер нәмә лә ебәрмәүегеҙ хаҡында иҫкәртегеҙ. 2️⃣ Минең аккаунтты ватып инделәр, тигән яҙыу менән Аватар ҡуйығыҙ. 3️⃣ Көйләүҙәргә инегеҙ. «Ҡоролмалар» бүлеген һайлағыҙ Һеҙҙең профилгә инеү мөмкинлеге булған телефондарҙың һәм компьютерҙарҙың тулы исемлеге асыласаҡ. Үҙегеҙҙең ҡоролмаларҙы ғына ҡалдырығыҙ, ҡалғандарын һүндерегеҙ. 4️⃣ Ике факторлы аутентификация ҡуйығыҙ. ▫️Телефонығыҙ Android булһа: - көйләүҙәргә инегеҙ, һуңынан «Облачный пароль» – «Пароль индерергә» тигән бүлектәргә күсегеҙ. Пароль уйлап табығыҙ һәм уны ике тапҡыр индерегеҙ. Программа паролегеҙҙе иҫкә төшөрөү (паролегеҙҙе яҙмағыҙ!) системаһын һәм тергеҙеү өсөн электрон почтағыҙҙы индерергә тәҡдим итәсәк. Почтағыҙға алты урынлы код килә, уны барлыҡҡа килгән юлға яҙығыҙ. Әгәр телефонығыҙ IPhone икән: – көйләүҙәргә, һуңынан – «Конфиденциаллек» – «Облачный пароль» – «Пароль индерергә» бүлектәренә инегеҙ. ❗️ Мөһим! Пароль сифатында ябай комбинациялар ҡулланмағыҙ (мәҫәлән, 123456) ундай паролде табыуы еңел. 5️⃣ Башҡа социаль селтәрҙәрҙәге аккаунттарығыҙҙа, шулай уҡ электрон почталарығыҙҙ паролдәрегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Бынан алда WhatsApp аккаунттарын ватып инһәләр, нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һөйләгәйнек. #АңлатабыҙБашҡортостан
Hammasini ko'rsatish...
Photo unavailableShow in Telegram
📱 Мутлашыусылар WhatsApp аккаунттарын үҙ маҡсаттарында файҙаланыу өсөн ватып инә. Башҡортостандың Финанс тикшеренеүҙәре үҙәге белгестәре ошондай осраҡтарҙа нимә эшләргә икәнен аңлата. 1️⃣ «Көйләүҙәр» — «Бәйләнештәге ҡоролмалар» бүлегенә инегеҙ һәм бөтә асыҡ сессияларҙы, һеҙгә бәйле ҡоролмаларҙы һүндерегеҙ. 2️⃣ Һеҙҙең аккаунтты ватыуҙары тураһында статуста хәбәр итегеҙ. 3️⃣ Мессенджерҙы алып ташлағыҙ һәм уны ҡушымталар магазины аша яңынан күсереп алығыҙ. Иҫәп яҙмағыҙҙы СМС-код ярҙамында раҫлағыҙ. Ошо кодты индергәндән һуң мутлашыусылар һеҙҙең иҫәп яҙмағыҙға инә алмаясаҡ. 4️⃣ Әгәр ике аҙымлы тикшереү ҡуйылған булһа, мессенджер пин-код һораясаҡ. Уны индерегеҙ. Әгәр бындай тикшереү алымын аккаунтығыҙҙы ватҡанға тиклем ҡуймаған булһағыҙ, әммә ҡушымта код һорай икән, тимәк, уны мутлашыусылар үҙҙәре ҡуйған. Борсолмағыҙ — һеҙ СМС-код интергәндән һуң улар иҫәп яҙмаһына инеү мөмкинлеген юғалта. Ләкин 7 көн көтөргә тура киләсәк — код юҡҡа сыға, шунан һуң ғына һеҙ иҫәп яҙмаһына инә аласаҡһығыҙ. 5️⃣ Мессенджерҙың ярҙам хеҙмәтенә мөрәжәғәт итегеҙ һәм аккаунтығыҙҙы ватыуҙары тураһында хәбәр итегеҙ. Белгестәр иҫәп яҙмағыҙҙы контролдә тотоу мөмкинлеген тергеҙергә ярҙам итәсәк һәм өҫтәмә кәңәштәр бирәсәк. 6️⃣ Һеҙҙән киткән хәбәрҙәрҙе тикшереп сығығыҙ һәм яҡындарығыҙға шылтыратығыҙ. Бер кемдең дә мутлашыусылар файҙаһына эш итмәгәненә инанығыҙ. Артабан аккаунтығыҙҙы ватыу хәүефен булдырмау өсөн 6 һанлы кодтан ике аҙымлы тикшереү ҡуйығыҙ. "Көйләүҙәр" бүлегендә — «Аккаунт», артабан «Ике аҙымлы тикшереү» — «Ҡабыҙыу» тигән опцияларҙы һайлағыҙ. *WhatsApp — Meta компанияһына ҡарай (ул Рәсәйҙә экстремист компания тип танылған). #Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Hammasini ko'rsatish...
🔥 1
Boshqa reja tanlang

Joriy rejangiz faqat 5 ta kanal uchun analitika imkoniyatini beradi. Ko'proq olish uchun, iltimos, boshqa reja tanlang.