cookie

Sizning foydalanuvchi tajribangizni yaxshilash uchun cookie-lardan foydalanamiz. Barchasini qabul qiling», bosing, cookie-lardan foydalanilishiga rozilik bildirishingiz talab qilinadi.

avatar

🕊 Йәшәү мәғәнәһе динебеҙҙә 🕊

🔅 Каналға саҡырыу һылтанмаһы: https://t.me/islambash2020 🔅 Һорау биреү төркөмө: https://t.me/+r6PB5TYf8I4xMDgy 🔅Төркөм етәксеһе - Сәлиә Мөхәмәтғәлина (БСТ каналының "Йома" тапшырыуы алып барыусыһы, Рәсәй Ислам университетының 4-се курс студенты)

Ko'proq ko'rsatish
Reklama postlari
1 046
Obunachilar
Ma'lumot yo'q24 soatlar
-17 kunlar
+1730 kunlar

Ma'lumot yuklanmoqda...

Obunachilar o'sish tezligi

Ma'lumot yuklanmoqda...

Һорау: "Һаумыһығыҙ!!! Беҙҙең балалар мәсеттә балаға исем ҡуштырып ҡайтты. Сөнки ваҡыт арауығы оҙаҡ булып китә. Йома көнө туғандарҙы йыйып ауылда исем ататырға, тибеҙ. Минең һорау, исем атарға, типме, йәки ҡорьән, тип кенә үткәреләме икән? Ике тапҡыр исем атау булмаймы? Яуабығыҙ өсөн алдан уҡ рәхмәт🙏" Яуап: Нисек теләйһегеҙ, шулай тиеп атай алаһығыҙ мәжлесегеҙҙе. Исемде ике тапҡыр ҡысҡыртыуҙан хилаф юҡ. Киреһенсә, бала аҙан, ҡамәттәрҙе ҡабат ишетеүҙән тик нурланыр ғына.
Hammasini ko'rsatish...
👍 3
Һорау: "ҙууур рәхмәт, ҡайһылай була икән тип баш ҡатыраһы юҡ, йәһәт кҽнә яуап бирҙҽгҽҙ🌹 сауапҡа яҙылһын, сауаб микән тип тағы һорау булып киттҽ😔🌹" Яуап: ☺️ әйе, САУАП һүҙе ғәрәпсә ثَوَابٌ ҪӘҮӘӘБҮН (ҫәүәб) була. "Сауап" йә "Ҫәүәб" тиһәгеҙ ҙә хата булмаҫ. Бына "һауап" тигәне бик үк яҡын түгел.
Hammasini ko'rsatish...
👍 4
Һорау: "Сэлиэ һылыу,хэйерле көн, минең һорауым бар ине,аятты абыстайзан укыталар,ирҙэр ҙә саҡырылған, уҡый башларзан алда абыстай ирҙэрзэн рөхсәт һорарга тейеш тип мәрхүм кэйнэм эйтэ торған ине,вакытыгыз булғанда яуап бирегез эле, зинһар,рэхмэт" Яуап: Ҡөрьән уҡыу мәжлестәрендә хәҙрәт йә сүрәләрҙе яҡшы белгән башҡа ир кеше уҡырға тейеш. Әгәр ауылда ундайдар юҡ икән, әйе, мәжлестә ҡатын-ҡыҙға Ҡөрьән уҡыу рөхсәт ителә. Әммә, ысынлап та, әҙәп һаҡлап, тәүҙә "Арағыҙҙа Ҡөрьән уҡыусылар бармы?" тиеп һораһын. Юҡ икән, тауышын бормаландырмай, моңға һалмай ғына уҡый ала.
Hammasini ko'rsatish...
👍 2
Һорау: "Хайерле кон! Минен сезга бер сорауым бар. Намазга басмаган кешелар умра га, хажга бара аламы?" Яуап: Әлбиттә ярай! Хатта кәрәк тә!
Hammasini ko'rsatish...
👍 1
Һорау: "Әссәләмү ғәләйкүм үә рахмәтуллаһи үә бәрәкәтүһү🌹минҽң һорауым бар инҽ: Апанай мәсҽтҽн тамамлаған һәм хәҙҽр үҙҽ уҡыта, таныш ханым Аллаһ тигән һүҙҙҽ дөрөҫ уҡымайһығыҙ тип , төҙәтә, Әллаһ тиҽп уҡырға кәрәк ти, Айман Cувайдта ошолай уҡый ти. Нисҽк уҡыуыбыҙ дөрөҫ булыр икән?" Яуап: Әйе, ысынлап та ӘЛЛААҺ тип уҡыу дөрөҫ була. Ғәрәпсә яҙылышы أَللَّه. "Әллаһ" һүҙе ике өлөштән тора: Билдәлелекте белдергән ӘЛ артикле һәм ИЛӘҺ һүҙе. Йәғни "билдәле булған Илаһ". Ошо ӘЛ артикле ء һәмзә хәрефенән башлана. Ул һүҙ башында әлиф таяғына ултырған. Һәмзә үҙе йомшаҡ хәреф һәм хәрәкәләр (һуҙынҡылар) менән дә йомшаҡ уҡыла. Һәмзә хәрефе өҫтөндәге ҡыя һыҙыҡ (фәтхә) уны йомшаҡ уҡыттыра. Тимәк АЛЛААҺ тип түгел, ә ӘЛЛААҺ тип әйтеү дөрөҫ була. Барыбыҙға мәғлүм, башҡорт теле ғәрәп теленән күп һүҙҙәрҙе үҙләштергән. Әммә беҙҙең телдә сингармонизм законы һаҡланмаған. Мәҫәлән беҙҙә һүҙҙең тамырында ҡалын һуҙынҡы икән, ялғау өҫтәгәндә лә ҡалын һуҙынҡы өҫтәлә. Мәҫәлән: борон - боронғо - боронғонан һ.б. Нәҙек һуҙынҡылы тамыр менән дә шулай: әсәй - әсәйем - әсәйҙеке. Ә ғәрәп телендә улай түгел. Бер һүҙ эсендә ҡалын да, нәҙек тә һуҙынҡы килә ала. Мәҫәлән: бәҡара, нәсара, ҡальби һ.б. ӘЛЛААҺ һүҙе лә беҙҙең телгә АЛЛААҺ булып ингән. Күрәһең халыҡҡа шулай әйтергә уңайлы. Мәҫәлән: сүджүд - сәждә хәдж - хаж мәсджид - мәсет мүәдзин - мәзин һ.б. сүбхәнәллаһ - сөбхәналлаһ ғүмра - ғөмрә рахим - рәхим һ.б. Ҡыҙыҡ ул. Рус теленән индерелгән һүҙҙәрҙе лә беҙҙең халыҡ "уңайлыға" әүерелдергән). Мәҫәлән: шляпа - эшләпә бревно - бүрәнә ведро - биҙ(е)рә лавка - эләүкә һ.б. Аралашҡан ваҡытта өндәрҙе үҙгәртеп ебәреүҙән хилаф булмаҫ, ә бына Ҡөрьән уҡығанда өндәр теүәл еренә еткерелергә тейеш.
Hammasini ko'rsatish...
👍 6
2_5465218332221259968.mp318.19 MB
🔥 1
Photo unavailableShow in Telegram
Дөрөҫлөктә, кеше дингә донъя мәшәҡәттәре, проблемаларҙан ҡасыр өсөн түгел, бәлки рухи яҡтан үҫешергә, шунлыҡтан проблемаларҙан өҫтөн булырға өйрәнер өсөн килә... 👇🎧 Шамил хәҙрәттең бик яҡшы аудиоүәғәҙен һеҙгә тәҡдим итәм. Эш араһында тыңларға мөмкин. Һәммәбеҙгә лә файҙалы 👍.
Hammasini ko'rsatish...
3
يَا أَيُّهَا الَّذِينَ آمَنُواْ اسْتَجِيبُواْ لِلّهِ وَلِلرَّسُولِ إِذَا دَعَاكُم لِمَا يُحِيكُمْ "Йәә әййүһәл-ләҙиинә әәмәнүс-тәджиибүл-ллааһи үә лир-расүүли иҙәә дәғәәкүм лимәә йүхиикүм" Мәғәнәһе: "Эй, иман килтереүселәр! Аллаһ һәм Уның рәсүле саҡырыуына яуап бирегеҙ! Ул [Мөхәммәт салләлЛааһү ғәләйһи үә сәлләм] һеҙҙе йәшәү көсө күндерә торғанға саҡыра..." Русса мәғәнәһе: "Верующие, ответьте на Божий призыв и призыв Его посланника, ведь он [пророк Мухаммад] зовет вас к тому, что вселит (вдохнет) в вас жизнь! [Оживит духовно, дав новые чувства, возможности, мысли, настроения, устремления, ценности, приоритеты и перспективы. Практикуя коранические назидания и наставления Пророка, особенно в вопросах самодисциплины, отношения к родным, соседям и людям вообще, вы можете серьезным образом преобразить свою земную жизнь и рассчитывать на счастье и благополучие в обоих мирах. Читая, анализируя и практикуя созидательные смыслы Корана и Сунны, вы начнете вдыхать жизнь полной грудью, наполнитесь желанием жить.]"
Hammasini ko'rsatish...
00:39
Video unavailableShow in Telegram
Бай кеше булырға теләһәң..
Hammasini ko'rsatish...
14.45 MB
👍 2
Boshqa reja tanlang

Joriy rejangiz faqat 5 ta kanal uchun analitika imkoniyatini beradi. Ko'proq olish uchun, iltimos, boshqa reja tanlang.